Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по башкирскому языку»
С.Әлибаев “Тыуған ерем”
Маҡсаттар:Шиғыр йөкмәткеһен үҙләштереү, унын төп фекерен билдәләү.
Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙен дөрөҫ яҙылышын нығытыу.
Тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләү.
Уҡыусылар эшмәкәрлегенен эш төрҙәре.
“Башҡортостанынды беләһенме?” темаһы буйынса һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. С.Әлибаевтын “Тыуған ерем” шиғыры менән танышыу. Шиғыр буйынса тыуған ерҙен матурлығы, унын ни ҡәҙере ҡәҙерле булыуы тураһында һөйләү. Уҡыусыларҙын бер-береһе менән аралашыуы, диалогты ролдәргә бүлеп уҡыуы. Ижади эш башҡарыуҙары. Өҫтәлмә сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе һайлай белеүҙәре.Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды тынлау һәм тәьҫораттар менән уртаҡлашыу.
Грамматика буйынса янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау, уларҙы ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.
Дәрес барышы.
I.Артикуляцион күнегеү.
Башҡортостан, һин бит беҙҙен
Тыуған-үҫкән илебеҙ.
Беҙгә икмәк, өй биргән,
Һыуын эскән еребеҙ.
(Ғ.Ғүмәр)
II. 1. 1-се күнегеү.
2. Башҡортостан, тарих, Урал, дуҫлыҡ Һүҙҙәре менән һөйләмдәр төҙөү.Ул һүҙҙәрҙен яҙылышын анлатыу. Янғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау.
3.Башҡортостан һүҙенә иғтибар итеү.
III.Белемде актуалләштереү.
1.2-се күнегеү.
2.Башҡортостан республикаһынын майҙаны 143,6 мен квадрат километр, унда 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Баш ҡалаһы-Өфө. Административ яҡтан 54 районға, 21 ҡалаға бүленгән.
3. Башҡорт халыҡ йыры «Урал”ды тынлау.
4.Уҡыусыларға тәҡдим ителгән мәғлүмәттәрҙән сығып Башҡортостан Республикаһы, Урал-минен тыуған ерем, тигән һығымтаға алып килеү.
5. «Тыуған ер,Тыуған ил” темаһына рәссамдарҙын-картиналар,композиторҙарҙын йырҙар ижад итеүе, яҙыусы-шағирҙарҙын әҫәрҙәр, шиғырҙар яҙыуы тураһында әнғәмә.
IV. Яны тема.
1.С.Әлибаевтын «Тыуған ерем” шиғыры өҫтөндә эш:
1) һүҙлек эше;
2) тексты үҙ аллы уҡыу;
3) сылбырлы уҡыу;
4) уҡытыусынын һорауҙарына яуап биреү;
5) шиғырҙын йөкмәткеһе буйынса әнгәмә;
6) һәр бер строфа буйынса анализ;
7) йомғаҡлау.
2. Проект эше ҡороу:
1) пректты башҡарыу өсөн бер төркөм уҡыусылар йыйыу;
2) эштен темаһын билдәләү(3-се күнегеү);
3) эш өсөн өҫтәлмә материал туплау;
4) презентация әҙерләү өсөн видеоматериалдар йыйыу;
5) эш барышын анлатыу;
6) башҡарыу ваҡытын билдәләү.
V.Рефлексив анализ. Баһалау.
VI. Өйгә эш: 8-се күнегеү.1 . Башҡортостандағы ҡалаларҙы һанап яҙырға.
2. Башҡортостан райондарын яҙырға.