СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сложные слова. Их способы строения

Категория: Всем учителям

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ҡушма һүҙҙәрҙең төҙөлөш үҙенсәлектәре. Ер-һыу атамаларына таянып теманы аңлатыу

Просмотр содержимого документа
«Сложные слова. Их способы строения»

Тема: Ҡушма һүҙҙәр

Башҡорт телен әсә теле булараҡ өйрәндәргә

(Үҫтереүсе уҡытыу алымдары, компьютер технологияһын ҡулланыу)

(5 –се класс)

Маҡсат: уҡыусыларға ҡушма һүҙҙәр тураһында төшөнсә биреү, һүҙҙең морфематик төҙөлөшөн аңлатыу. Уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу. Тыуған тәбиғәткә һөйөү уятыу.

Йыһазландырыу: мултимедиа проекторы, компютер, интерактив таҡта, электрон һүҙлек.

Дәреслек: Псәнчин В. Ш., Псәнчин Ю. В. Әсә теле: Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011.

Дәрес барышы

1. Ойоштороу мәле.

2. Яңы тема.

Үтәсәк теманы уҡыусылар үҙҙәре билдәләй.

Проектор аша таблица күрһәтелә. Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (таблицаға ошондай һүҙҙәр яҙыла: шихан, тау, ер, болот; урмансы, таулыҡ, ерле, болотло; тау-тау, ер-һыу, әсә теле, мультфильм).

  • Таблицалағы һүҙҙәр бер-береһенән нимәһе менән айырыла?

( Был һүҙҙәр яһалыштары менән айырыла.)

  • Яһалыш ҡалыптарының ҡайһылары һеҙгә таныш?

  • (1-сеһе тамыр һүҙҙәр, 2 – сеһе – яһалма һүҙҙәр. )

Уҡытыусы: Ә өсөнсөһө?

( Был бағаналағы һүҙҙәр беҙгә әле таныш түгел.)

  • Шулай ҙа улар башҡаларҙан нимәһе менән айырылып тора, иғтибарлыраҡ ҡарайыҡ әле.

(Уҡыусылар һүҙҙәрҙең ике һүҙҙән тороуын, мәғәнәләре бер булыуын әйтәләр, өсөнсө бағаналағы һүҙҙәргә дөйөм исем уйлайҙар. Варианттар (дөрөҫөн тапҡансы – ҡушма һүҙҙәр) тыңланыла. Дәрестең темаһы дәфтәргә яҙыла.)

Уҡытыусы һүҙе:

  • Алдағы күрһәтелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, ҡушма һүҙҙәр ике йәки бер нисә тамыр һүҙҙән яһала һәм бер генә мәғәнә аңлата. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, ниңә барлыҡҡа килгән был ҡушма һүҙҙәр? Улар атап килгән предмет, хәл-торош, хәркәттәрҙе бер тамырлы һүҙ менән генә атап булмаҫ инеме ни? Нисек уйлайһығыҙ?

Уҡыусылар:

( Телдә һүҙҙәр бик күп булып, уларҙы иҫтә ҡалдырып та булмаҫ ине. Күп әйберҙәрҙең уртаҡ яҡтары бар. Шуға күрә ошо уртаҡ сифаттарҙы нигеҙ итеп алып, яңы һүҙ яһала.)

Уҡытыусы:

Афарин, уҡыусылар, телдең нескәлектәрен бик яҡшы аңлайһығыҙ икән. Ысынлап та, бик боронғо кешеләр башта үҙ әйләнә-тирәһендәге әйбер-предметтарға, күренештәргә, хәрәкәттәргә атама биргән. Һуңғараҡ атама бирә торған төшөнсәләр ҙә, предметтар һаны ла арта, ә атамалар мәғәнәһе шаҡтай киңәйә башлай. Уларҙы аңлатыу өсөн һүҙҙәрҙе ҡушыу кәрәк була. Әйтәйек, ҡул – бер төшөнсә, яулыҡ – икенсе. Кешеләргә ҡулды һөртә торған яулыҡ төшөнсәһен ҡыҫҡа ғына итеп, бер генә һүҙ әйтеп бирергә кәрәк була. Шулай итеп ҡульяулыҡ һүҙе яһала. Ә хәҙер ошондай һүҙҙәрҙе үҙебеҙ табып ҡарайыҡ. Ниндәй рәт күберәк һүҙ табыр икән?

3. Йомаҡ буйынса эш (проектор аша таҡтала йомаҡтың тексы күрһәтелә):

Таяҡ башында тора,

Эленеп тора иләк.

Бер таҡыя тултырып

Орлоғон алдым иләп.

(С.Муллабаев)

(Яуабы – көнбағыш, һүрәтен проекторҙан күрһәтеү.)

  • Тәүҙә көн тамыры булған һүҙҙәрҙе табайыҡ (көнбағыш,көнбайыш, көньяҡ, Көнһылыу, көнүҙәк).

Хәҙер аҡ тамыры булған һүҙҙәрҙе барлағыҙ: аҡбур, аҡҡош, аҡсарлаҡ, аҡташ, Аҡъял, аҡһаҡал, Аҡтырнаҡ. Һеҙ атап үткән һүҙҙәр ҡушма һүҙҙәрең һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән яһалған төрөнә генә ҡарай. Бынан тыш, башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәр бер нисә юл менән барлыҡҡа килә.

4. Һүҙлек буйынса эш. Төркөмләп эшләү.

Р.Ғ.Аҙнағолов. Башҡорт теленең орфография һүҙлеге. – Өфө “Китап” 1998.

Орфографик һүҙлектән тағы ниндәй ҡушма һүҙҙәр табырһығыҙ? Улар ниндәй юл менән яһалғандар икән? Өс төркөмгә бүленеп (1-се төркөм А хәрефенә, 2-се төркөмгә – Б, өсөнсө төркөмгә – В хәрефенә ҡушма һүҙҙәр табырға.

Абына-һөрлөгә, абына-һөрөнә, авиабаза, авиабензин, авиабилет, аҡ гвардиясы, аҡбуҙ ҡолон һ.б.

Ҡушма һүҙҙең һәр төрөнә 3-әр миҫал таҡтала яҙыла бара. Аҙаҡтан, миҫалдарға ҡарап, уҡыусыларҙың үҙҙәренән йомғаҡлау яһатыла:

1. Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы: ҡулъяулыҡ, тәүбаба, ҡулъяҙма (мәғәнә аңлатҡан ике һүҙ ҡушылып яһала )

2. Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән: (был юл менән яһалғанда һүҙҙәр парланып, бер мәғәнәне аңлатып килә: һауыт-һаба, бала-саға, тирә-яҡ. һыҙыҡса аша яҙыла.)

3. Һүҙҙе ҡабатлау юлы менән. Исеменән үк күренеүенсә, был һүҙҙәр бер тамыр һүҙҙәрҙең ҡабатланыуы менән барлыҡҡа килә: шәп-шәп, тиҙ-тиҙ, буй-буй. Былары ла һыҙыҡса аша яҙыла. Тиҙ тигән һүҙҙең мәғәнәһе тиҙ-тиҙҙән нисек айырыла? (Икенсеһе ныҡ ҡабаланыуҙы, ашығыуҙы белдерә.)

4. Һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән, йәғни бер һүҙ икенсеһенә бәйләнеп Мәҫәлән, юл булһа, ғәҙәти юлды, ниндәй ҙә булһа бер юлды күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә тимер юл тиһәк, нимә аңлайбыҙ? (Поезд йөрөй торған юл.)

Тағы ниндәй юлдар була? (Автомобиль юлы, урман юлы, хатта һауа юлдары бар. )

Былар бөтәһе лә ҡушма һүҙҙәр рәтенә инә. Ни өсөн? (Бер мәғәнәне белдерә. Миҫалдар: сөгөлдөр (шәкәр сөгөлдөрө, ҡыҙыл сөгөлдөр), ҡарға, (ала ҡарға, ҡара ҡарға.)

5. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән төрлө ойошма, ил, дәүләт, учреждение исемдәре яһала. Мәҫәлән, БР, БДПУ, БДУ, АҠШ, БДБ, СДА һ.б.

5. Ял минуттары.

Уҡытыусы һүҙҙәр уҡый. Ҡушма һүҙ булһа, баҫып, ҡулдарҙы өҫкә күтәрергә, булмаһа – сүкәйергә.

6. Күгегеүҙәр эшләү.

218- се күнегеүҙән ҡушма һүҙҙәрҙе яһалышы буйынса тикшерергә, төркөмләп яҙырға, яһалыу ысулдары хаҡында һығымта сығарырға.

219- сы күнегеүҙә (бер нисә уҡыусы таҡтала, ҡалғандары дәфтәрҙә эшләй), ҡушма һүҙҙәр яһалышы буйынса айырыла, дөрөҫ яҙылышы анализлана.





7. Нығытыу. Төркөмдәр бер-береһенә һорау бирә.

1. Һорауҙарға яуаптар.

Ҡушма һүҙҙәрҙең нисә төр яһалыу ысулы бар?

Ниндәй юлдар?

Һәр ысулға 3-әр миҫал килтерегеҙ.





8. Ребустар сисеү (ребустар проектор аша таҡтала күрһәтелә): таш + баҡа,һуҡыр + сысҡан, ҡырҡ + аяҡ.

9. Шиғырҙан ҡушма һүҙҙәрҙе табырға.

Терпе ҡунаҡ саҡырған

Терпе ҡунаҡ саҡырған,

Ҡалмаһын тип тирә-яҡ:

Ташбаҡа, һуҡыр сысҡан,

Сиңерткә һәм Ҡырғаяҡ.

Ҡәҙерле дүрт ҡунағын

Дүрт күҙ менән көткән, ти.

Көтә-көтә уларҙы

Көтөк булып бөткән, ти.

Ә Сиңерткә уйлаған

Кейеп алырға итек.

Итеген дағалаған

Көн буйы сыңҡ-сыңҡ итеп.

Килеп етепҠырғаяҡ,

Аяҡтарын таҙартҡан.

Ҡырҡ аяғын ҡырғансы

Терпе йоҡларға ятҡан.

(С.Муллабаев)



10. Яҡын тирәләге ер-һыу атамаларына таяныу.

Башҡортостаныбыҙҙың тәүге баш ҡалаһының исеме нисек атала?

Таҡтаға сығартып, нигеҙҙәре таптырыла. Стәрле һәм тамаҡ. Тағы ниндәй беҙгә яҡын шундай ҡушма ҡала, ауыл, тау, йылға исемдәрен беләһегеҙ?

Стәрлебаш, Күмертау, Торатау, Ҡуштау, Йөрәктау, Ағиҙел, Үрге Әрмет, Этҡол, Ишембай һ.б.

Шихандар яҙмышы хаҡында әйтеп кителә.

11. Клстағы ҡушма исемдәр барлана.

Беҙҙең класыбыҙҙа ла ҡушма исемле уҡыусылар бар. Улар кемдәр? (Айһылыу, Тимербулат, Айнур, Гөлйөҙөм, Йәнгүзәл ...)

12. Электрон һүҙлек буйынса эш.

Электрон һүҙлектән тәүге рәт һүҙҙәрҙе парлау юлы, икенсе рәт – һүҙҙәрҙе ҡушыу, өсөнсө рәт һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән яһалған 10 миҫал табып яҙыуҙа ярыша. Ҡайһы рәт тиҙ табыр?

Ярыш барышы интерактив таҡтала сағылдырыла.

13. Интерактив таҡтала эш.

Класс ике командаға бүленә. Таҡтала ике бағанаға һүҙҙәр яҙыла. Һүҙҙәрҙең барыһы ла айырым, түбәндәгесә бирелә: тау, гөл, бил, тимер, йән, атай, нәҫел, ел, йылҡы, егет; таш, сәскә, бау, ҡаҙыҡ, төйәк, сал, нәсәп, ҡыуар, сыҡҡан, елән. Тартынҡылар сиратлашыуы билдәләнә, дөрөҫ яҙыу аңлатыла.

Таҡтаға ике команданан да уҡыусылар алмашлап сығып, интерактив таҡтаның ҡәләме менән, бирелгән һүҙҙәрҙе урынына ғына күсереп, ҡушма йәки парлы һүҙҙәр яһап яҙа. Һәр уйнаусы берҙән дә артыҡ һүҙ яҙмай. Һүҙҙе дөрөҫ яҙыу менән бергә, уҡыусынан аңлатып биреү ҙә талап ителә. Әгәр уҡыусы һүҙҙе дөрөҫ яҙып та аңлата алмаһа, таҡтаға икенсе команда вәкиле сығарыла. Ул тейешле грамматик операцияны эшләгәндән һуң, шул һүҙҙе үҙ командаһының бағанаһына күсереп ҡуя.

Ҡайһы команда үҙ бүлегенә күберәк һүҙ яҙһа, шул команда материалды яҡшыраҡ белә, тип иғлан ителә.

14. Йомғаҡлау.

Ике рәттәге уҡыусылар бер-береһенә тема буйынса һорау бирешә.

15. Баһалау.

Һәр уҡыусы үҙенә баһа ҡуя.

16. Өйгә эш биреү.

Бер шиғыр китабын алып килергә тәҡдим ителә (дәрес башында шиғриәт минуттары үткәреләсәк). Аҡкүл тексы буйынса изложениеға әҙерләнеп килергә, ҡушма һүҙҙәрҙе төркөмләп яҙырға.

Ҡулланылған әҙәбиәт

Ҡыҙыҡлы грамматика: Башҡорт мәктәптәренең 5-9 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма / З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин, Г.М. Ҡотлобаева, М. Х. Әхтәмов. – 2-се баҫмаһы. – Өфө: Китап, 1993. – 28-се бит.