СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 21.05.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарии праздников на башкирском языке

Категория: Музыка

Нажмите, чтобы узнать подробности

В этом документе собраны сценарии мероприятий и развлечений для детей от 3 до 7 лет. Данные разработки подойдут для работы в башкирских детских садах, также в группах с изучением башкирского языка.

Просмотр содержимого документа
«Сценарии праздников на башкирском языке»

8МАРТА во второй младшей

ВХОД. ВСТАЮТ ВРАССЫПНУЮ.

Вед.: Здравствуйте! В марте первого числа начинается весна. Мамин день-восьмое марта отмечает вся страна! Весенним утром ,ясным днем к нам солнце заглянуло днем-сказало нам: “ Пора вставать! Пора вам маму поздравлять!”

А.Б.:Һаумыһығыҙ! Ҡәҙерле ҡунаҡтар! Һеҙҙе байрам менән ҡотлайбыҙ, сәләмәтлек, бәхет теләйбеҙ!

Реб.: У каждого ребенка: цыпленка и котенка,утенка и козленка-мама есть своя!

Реб.: И каждый ребенок ,утенок,котенок-маму поздравляет – здоровья ей желает!

Реб.: Әсәйем, һин ,бер генәм!

Иң яҡыным, гөл генәм!

Реб.: Әсәй, әсәкәй,

Мин яратам һине!

Әсәй ,әсәкәй,

Байрам менән һине!

ПЕСНЯ МАМЕ :

  • Ярко солнышко светило,

Грело нам ладошки,

Мы для мамы поем песню,

Заплелись в веночке.(идут по кругу,хороводом)

  • Мы потопаем ногами,

Подойдем к цветочкам.

Отойдем с цветами дружно,

Стали мы веночком.

(топающим шагом подходят к цветам в середину, то есть сужают круг, затем,взяв в руки цветы идут обратно, расширяя круг на свои места в хоровод)

  • Вот какой большой венок

У нас получился!

Яркие цветы у нас

Букет получился!!!

Вед.: А малые ребятки резвые козлятки бегут к мамочке – козе,чтоб поздравить ее.(подходят к домику, а там никого нет,только записка от волка)

ВЕДУЩИЙ ЧИТАЕТ ЗАПИСКУ:вашу маму не отдам, сначала выполните мои условия!!!

Вот какой волк-украл маму-козу! Но не будем унывать-будем козляткам помогать! Ребята у нас дружные сейчас станцуем мы все весело,поможем козлятам! Волк услышит и появится.

Танец парный башкирский.

ВОЛК ПОЯВИЛСЯ: Ой-ой-ой! Расшумелись!!! Чего веселые такие или вам и без мамы-козы неплохо.

Вед.: Нет,волк, верни нам ,пожалуйста,мама-это самое главное для ребятушек – козлятушек!

Волк: Хорошо! У меня есть три условия:

Первое-отгадайте загадки.

Второе-развеселить меня.

Третье-обхитрите меня в игре.

Вед.: Хорошо! Мы согласны!

Волк:(загадывает загадки).

Молодцы,отгадали!Второе мое условие-развеселите вы меня, у меня бабушка есть , спойе мне песню,чтоб я ей потом спел...научусь у вас.

Вед.: Пожалуйста!

ПЕСНЯ бабушке

  • Дружно с бабушкой живем,

Про нее сейчас споем,

Нет на свете родней,

Доброй бабушки моей.

  • Буду с бабушкой дружить

Буду бабушку любить,

Нет на свете родней

Доброй бабушки моей.

ВОЛК: Ох,как весело с вами! Молодцы! Ну а третье условие : обхитрить меня сможете или нет, сейчас поиграем ...

Игра “Волк и козлятки”

Волк: Ой-ой-ой, не могу устал,поймать вас никак .....Все такие внимательные, ловкие! Хорошо, забирайте свою мамочку ,выходи коза,прости меня ,пожалуйста,и вы ребята меня простите,я больше так не буду! Хорошие у тебя козляки и друзья у вас хорошие ,сразу помогли вам меня победить, выручили. Я пойду ,не буду вам мешать,до свидания!

Коза-мама: Ой,спасибо! Я так рада всех вас видеть! Мои козлятушки-ребятушки, гости дорогие , давайте продолжим наш праздник мам и бабушек песнями и плясками.

Песня “Әсәкәй”

  • Әсәй, әсәкәй,

Байрам менән һине!

Танец:притоп, фонарики,кружимся.

  • Әсәй, әсәкәй,

Ҡотлап һине, бейейем!

Танец...

Вед.: Весна идет ,цветы цветут,вокруг все расцветает и нашим мамам праздник дарит!

Танец цветов

Вед: Мамин праздник наступил –все ребята становись танец маме подари.

Йыр-бейеү әсәй менән “...бейеп алабыҙ, әсәй...”

  • Нурлы көн,әсәй көнө,

Әйҙә бейейбеҙ, әсәй!

(кружатся)

  • Хәҙер сәп-сәп итәбеҙ,

Күңелле байрамыбыҙ!

(хлопки)

  • Тыпырлатып бейергә

Әсәй менән байрамда.

( притоп башкирский).ПОКЛОН.

Мама коза: Ну вот и праздник к к концу подошел,всех мам и бабушек еще раз поздравляем!

Вед: Счастья и здоровья вам желаем!

Мама-коза: А я пришла не с пустыми руками! Вот угощение для вас!Спасибо! До свидания!

8 Март көнө

Алып барыусы: һаумыһыгыҙ хөрмәтле ҡунаҡтар, балалар бөгөн иң матур, иң изге байрамдың береһе. Беҙгә ҡунаҡҡа иң яҡын, иң изге күңелле кешеләр килгән. Ҡәҙерле әсәйҙәр, өләсәйҙәр, һеҙҙе 8 март –халыҡара көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Сәләм һеҙгә таң еленән

Сәләм һеҙгә роза гөлөнән

Сәләм һеҙгә барлыҡ балаларҙан

Сәләм һеҙгә моңдар иленән.

Бала: Эй күңелле яҙ килде,

Ергә йылылыҡ бирҙе-

Бөтә ҡоштар кинәнә–

Дөнъя нисек йәмләнә.

Бала: Килеп етте 8 март

әсәләр, был һеҙҙең көнөгөҙ.

Һеҙ үҫтергән балаларҙан бөгөн

ҡайнар ҡотлау ҡабул итегеҙ.

ЙЫР “Яҙ килә”

Бала: әсәнән дә бөйөгөрәк

Бармы ҡәҙерле исем?

Шуға әсәйҙәр байрамы-

Байрам бөтәбеҙ өсөн

ЙЫР “ Яҡты көн ”(ултыралар)

А.Б..: Беҙҙең өләсәйҙәр .әсәйҙәр элек-электән аулаҡҡа йыйылғандар. Үҙҙәре менән кул эштәре алып килгән. ҡыҙҙар, егеттәр шулай куңел , уйындар уйнап таралышып булған. Бөгөн һеҙҙе, дуҫтар, аулаҡ өйгә , кис ултырыуға саҡырабыҙ. (ҡыҙҙар ултыралар).

Ишекте асып өләсәй килеп инә: һаумыһығыҙ, балалар, кунаҡтар!

  • һаумыһыҙ! Әйҙә түрҙән уҙығыҙ.

  • Әйҙәгеҙ инде уңган ҡыҙҙарым , урынлашайыҡ. Кул эштәренә тотонайыҡ. Бына һаба, йон, орсоҡтар.

ЙөН ИЛәЙБЕҙ -2Т.

ЕБЕБЕҙ БЕрҙә АРТМАЙ.

ОРСОҡТАР БЕЙЕП ТОРғАНДА

Тейеп БУЛМАЙ ЙЫРЛАМАЙ(ҡЫҙҙАР ЭШ ЭШЛәП ЙЫРЛАП УЛТЫРАЛАР)

ЙөН ИЛәЙБЕҙ-2Т.

ЕБЕБЕҙ КЕСКә БУЛһЫН

БЕҘҘЕҢ ЙЫРҘАР , БЕЙЕҮҘӘР

үКЕНЕСКә БУЛМАһЫН.

өЛәСәЙ: ҡыҙҙарым, ә һеҙ бәйләргә яратаһығыҙмы?

-Мин бейәлейҙәр бәйләнем.

-Мин бәләкәй туғандарыма ойоҡбаштар бәйләп бүләк иттем.

-Мин өләсәйемдән матур ,йомшаҡ шәлдәр бәйләргә өйрәнәм.

өЛәСәЙ: Эй, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар. Эшләһәләр –эштәре,һөйләһәләр-һүҙҙәре,йырлаһалар – йырҙары ,собханнала! Эшләгән эштәрегеҙ бик ыҫпай бара! Орсоҡтарығыҙ бик шәп әйләнә, ҡыҙҙарғыҙ иң уңгандары йыйылған икән бында. Ана бит купме йон иләнегеҙ.

  • Арып киткәнһегеҙҙер, бейеп алыгыҙ.

Бейеу “ Шәл бәйләнем”

Кыҙ бала: ҡыҙҙар, әллә малайҙар килә инде!

Йыр: 1. Эх.өйҙәре,өйҙәре күмәк микән үҙҙәре,берҙе кереп бейер икән, индерһәләр үҙҙәре.(мал)

2.Алма булһа ,ҡыҙыл булһын,беҙгә һары кәрәкмәй. Егет булһа ,уңған булһын,беҙгә ялҡау кәрәкмәй.(кыҙ)

-Мөмкин мә, ҡыҙҙар

-Әллә инде

-Беҙ күңел асырға , ярҙам итергә килдек.

-Кәрәғегеҙ бар ине , ана бара юлығыҙ...

өләсәй: Улай тип әйтмәгеҙ, ҡыҙҙар. әгәр малайҙар ҙа ярҙамлашһа ,эшегеҙ тиҙерәк ырар ишекте ас, ҡыҙым.

Уйын Ләусәтин

Малайзар: беҙ бүләк итәбеҙ бейеп алабыҙ хәҙер.

Малайҙар бейеуҙәре

Музыка яңгырай, балалар парлашып инәләр,борсаҡ һымаҡ.(врассыпную)

****************************************









выпускной

А.Б.: Һаумыһыҙ! ...............................

Балалар: (шиғырҙар һөйләй).

Йыр ---йәйге эҫе көндәрҙә лә....----(сели дети)

А.Б.: Бөгөн ябай көн түгел ,бөгөн мөгжизәле ҡөн, балалар баҡсаһында үҫтегеҙ,унда төрлө мөгжизәле ерҙәр була ,а хәҙер ...()музыка-серле көй)...беҙгә кем килә,ишетәһегеҙ мә?

МУЗЫКА ДЛЯ БРЕМЕНСКИХ МУЗЫКАНТОВ.ТАНЕЦ БРЕМЕНСКИХ МУЗЫКАНТОВ.

Осел: Һаумыһыгыҙ! А беҙ нимә ,ҡайда килдек әле,ҡарагыҙ,ниндәй матур,балалар биҙәнеп ултыралар,кунаҡтар,һеҙ кем?

А.Б.: Беҙ балалар баҡсаһынан ,беҙ өлкән балаларҙы мәктәпкә оҙатабыҙ! Бөгөн ҙур байрам беҙҙең-мәктәп юлына оҙатабыҙ! Ә һеҙ нимә күңел асып ҡына йөрөп ятаһыгыҙ мы?

Принцесса: Мин принцесса, нимә теләем шуны эшләйем,нимә ул мәктәп ? Белмәйем!

А.Б.: Беҙ һиңә хәҙер мәктәп тораһына йыр ишетрәбеҙ,ултырығыҙ,тыңлағыҙ.

Йыр «МӘКТӘПКӘ»

Р.Мозафаров һүҙ.,Ф. Ғәлимов көйө

-- Мәктәпкә барам мәктәпкә ! Кем унда бармай ҡалған?

Атай,әсәй ҙә йәш саҡта мәктәпкә белем алған!

Ҡуш.: Мәктәпкә барам, мәктәпкә!

Мәктәпкә барам, мәктәпкә!

Мәктәпкә барам, мәктәпкә!

Мәктәпкә барам!

-- Мәктәпкә барам мәктәптең яҡтыһы мине тарта.

Мәктәпкә барһам, көс-дәртем, шатлығым минең арта.



Принцесса: юҡ, мин бармайым мәктәпкә,унда хәрефтәр белергә кәрәк,мине унда алмайҙар.

А.Б.: Хәрефтәр менән дуҫлашырга кәрәк,улар менән күңелле.

Үҙең тылап ҡара беҙҙең йырыбыҙҙы.

Йыр – хәрефтәр—

А.б.: Хәрефтәр менән дуҫ булһаң, улар менән бейергә мөмкин!

Бейеу –хәрефтәр,портфель менән—

Уйын –портфель-

Хәреф: Куңелле мә ,принцесса ? Әйҙә уйнап та алайыҡ.

Принцесса: әйҙә

Уйын – хәрефтәр менән—

Принцесса:Афарин, балалар,ә мин уҡыйалманым. Ярҙам итешегеҙ инде зинһар өсөн,мин мәктәп тураһында белергә теләйем.

А.Б.: Хәҙер беҙ һиңә лә һинең дуҫтарыңа мәктәп тураһында ......

МУЗЫКА. РАЗБОЙНИКИ

Разбойник: ә,беҙҙе көтмәнегеҙ...ә һин,принцесса , мәктәпкә теләең барырга,бармайың,беҙ байрам һеҙгә испортим.

Разбойник:три условия беҙҙең бар,тогда уйдем.

А.б.: беренсе- йыр йырларга!

Йыр--Белгем килә—

Разбойник: Афарин! БЕйеу.

Бейеу –русский—

Разбойник: Загадки отгадайте.(отгадали и разбойники ушли)

Принцесса: Рәхмәт! Бергә еңдек юлбаҫырҙарҙы. Ниндәй бәләкәс ,улар ҙа килделәр мәктәпкә оҙатырга һеҙҙе.Бәләкәс әртис булдылар.

йыр “Берәу, икәу....һеҙҙең кеуек үҫәһе килә....”

--Берәү, икәү, өсәү, дүртәү, бик оҙак шул көтәһе,

минем дә бит һеҙҙең кеүек килә тиҙрәк үҫәһе!

Ҡуш.: Эх, тиҙрәк үҫһәмсе, һеҙҙең кеүек булһамсы.

--Уйынсыҡ,курсаҡтарымды ҡалдырып торор инем ,

Китап,дәфтәрҙерҙе алып ,мәктәпкә барыр инем!

А.Б.: әйе,бәләк.әртис сцена курһәтә.

Йыр—әртис—

Балалар: Йырлап,бейеп бөтәбеҙ,

Һеҙгә бейеп бүләк итәбеҙ!

Полька бәләкәстәр бейей “Бир ҡулыңды дүҫҡайым ”(Н. Давләтҡолова авторы)

--Бир ҡулыңды, дуҫҡайым,әйҙә бейейек бергә

А.б.: күңелле бергә йәшәнек балалар баҡсаһында.

Йыр --һау бул—(Н.Давләтҡолова)

А.Б.: Принцесса,беҙгә хәҙер кайтырга балалар баҡсаһына , һин дә хәҙер беләң нимә ул мәктәп.

Менуэт буләк итәбеҙ һеҙгә.

Менуэт

А.Б. Беҙ тағы ла балалар баҡсаһында,оҡшаны ма ,балалар,һеҙгә.

Рәхмәт,әкиәт юлына барып ҡайттыҡ, рәхмәт .

Бейеу “бер алга баҫ..”(бергәләп : бәләкәстәр һәм ҙурҙар)

Хәҙер бәләкәстәр һау булышалар.

(Маленькие уходят.)

РӘХМӘТ ӘЙТЕҮҘӘРЕ

БАЛАЛАР: Тәрбиәсе апайыбыҙ

Гелгенә беҙҙең янда,

Матур үтте көндәребеҙ,

Тәрбиәсе булганға.(сәскәләр )

Йыр «Тәрбиәсе апайыбыҙ»(Г.Хәлфетдинова һүҙ.,Г.Ишкыуатова көйөнә)

Балалар: Тәрбиәсе ярҙамсыһы, һеҙгә рәхмәт,

Ләйсән Наилевна беҙҙе әпәүләп ҡараны.

Йыр “Ярамай”(Г. Хәлфетдинова һүҙ., Г. Ишкыуатова)

(Слова благодарности прачке,муз.руководителю, поварам, заведующей,докторам и цветы дарим).



Йыр—Хушығыҙ( З.Э. Галина көйөнә һәм ):

Куңелле йәшәнек беҙ

Балалар баҡсаһында!

Инде китәбеҙ беҙ

Мәктәптең юлдарына!

ҡушымта:

Баҡса беҙҙе үҫтерҙе-

Белемдәр һәм көс бирҙе!

ҙур рәхмәт бөтәгеҙгә-

Онотмабыҙ беҙ һеҙҙе!

Дуҫлашырға, уйнарға,

Йырларға һәм бейергә!

өйрәндек һеҙҙең менән-

ғәилә булдыҡ бергә!



-Вальс. Рәхмәт. Һау булыгыҙ.













БӘХЕТ ҠОШО.ӘСӘЙҘӘР байрамы

(Балалар әсәйҙәр өсөн бәхет ҡошон нисек эҙләгәндәр).

Балалар музыка аҫтында залға инәләр,ярым түңәрәк блып баралар.

А.Б.: Хөрмәтле әсәйҙәр,өләсәйҙәр,ҡәҙерле ҡунаҡтар ,ҡыҙҙар,бөтәгеҙҙе яҙҙың беренсе байрамы ,ҡатын ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ,бәхет-шатлыҡтар,аяҙ күк йөҙе теләйбеҙ. Әсәйҙәргә бағышланған иртәбеҙҙе башлайбыҙ.

ЙЫР “Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы...”(ярты түңәрәк)

БАЛА: Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы –һигеҙенсе март бөгөн!

Байрам булғас, бигерәк йәмле-барыбыҙҙа шат бөгөн!

БАЛА: Әсәйҙән дә ҡәҙерлерәк ерҙә кеше буламы?

Нур өҫтәп бит һәр бер өйгә

Уның уңган ҡулдары.



БАЛА: Айҙан,ҡояштан ҡәҙерле,әсәм миңә һин генә!

Иң нәфис һәм татлы һүҙле ,әсәм миңә һин генә!

БАЛА: Юҡ,әсәнән бөйөгөрәк изге ҡәҙерле исем,

Шуға әсәйҙәр байрам –байрам бөтәбеҙ өсөн!

БАЛА: Ҡояш ҡөлә,мин йылмаям һигеҙенсе март бөгөн!

Бөгөн әсәйҙәр байрамы,шуға күңел шат бөгөн!

Йыр “Әсәйем-алтын ҡояш...”(врассып.)

БАЛАЛАР УЛТЫРАЛАР

БАЛА: Минең өсөн ер шарында, әсәй, һин бит бер генә!

Бөгөн гөләй,ҡояш кеүек ,йылмайып тор гел генә.

БАЛА: Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.Шат бейеүҙәр,

Матур йырҙар,һеҙҙең өсөн әҙерләнек үҙебеҙ!

А.Б.: Балалар, хәтерегеҙҙәме беҙ һеҙҙең менән “бәхет ҡошо”тураһында әкиәт уҡыған инек.Унда балалар бәхет ҡошон эҙләнеләр. Ә тапҡас кемгә бүләк итәләр?

БАЛАЛАР: Әсәйҙәренә!

А.Б.:Әйе,дөрөҫ! Улар бәхет ҡошон әсәйҙәренә бүләк итәләр. Ә һеҙ, әсәйҙәрегеҙҙең бәхетле булыуын теләйһегеҙме?

БАЛАЛАР: Әйе!

А.Б.: Әйҙәгеҙ,улай булғас, әкиәт иленә бәхет ҡошон эҙләргә.

Бейеү «Әкиәт иле»

Ҡыҙ: Ағайым,әйт әле, әсәйгә байрамға нимә әҙерләнең?

Малай: Байрам тураһында мин оноттом. Бер нимәлә уға алманым.

Ҡыҙ: Минең ҙә эштәрем күп булды, әсәйгә бүләккә бер нимәлә тапманым.

Малай:Нимә эшләргә инде? Кемдән ярҙам һорарға.

МУЗЫКА ЯҢҒЫРАЙ.Залға яҡтылыҡ инә.

ЯҠТЫЛЫҠ: Иртә менән мин һеҙҙең тәҙрәгә яҡтырттым. Һеҙҙең һөйләшеүҙе ишетеп ҡалдым. Һеҙ әсәгеҙ тураһында оноттогыҙмы? Уға бүләк әҙерләмәнегеҙме? Донъяла бит әсәйҙәндә ҡәҙерле бер нимә юҡ!

Ҡыҙ: Беҙгә хәҙер нимә эшләргә? Я рҙам ит , Яҡтылыҡ , зинһар өсөн!

Яҡтылыҡ : Мин шундай илде беләм, унда бик матур ҡош йәшәй!

Ул ҡош матурлығы менән генә дан тотмай! Ул кешеләргә бәхет килтерә.

Малай: Ә ул илгә нисек барырға.

Яҡтылыҡ: Унда барып етергә еңел булмаҫ.

Малай менән ҡыҙ бергә:Әсәйебеҙ өсөн бәхет ҡошон табырға беҙҙе бер нимә лә ҡурҡытмай.

Яҡтылыҡ: Улай булғас киттек бәхет иленә.

А.Б.: Әйҙәгеҙ! Балалар,әсәйҙәргә бер матур йыр йырлайыҡ! Ҡоштар ҙа һоҡланып тыңлаһын.

Йыр “ Иң тәүге нәфис сәскәләр...” (түңәрәк)

Яҡтылыҡ: Ниндәй матур хәтфе болон , тиҙҙән матур ил күренер.

Малай(һоҡланып): Ниндәй матур ете төҫлө юл!!! Тигеҙ итеп кем һалған?!

Яҡтылыҡ: Был бито йәйғор.

«Йәйғор» бейеүе

Йәйғор: Ҡайҙа китеп бараһығыҙ? Нимә эҙләйһегеҙ?

Ҡыҙ: Беҙ бәхет ҡошон эҙләйбеҙ. Ул тылсымлы төштәр илендә йәшәй.

Йәйғор: Һеҙ төн батшаһына янына барыһыҙ,белегеҙ. Хәйерле юл! Һау булығыҙ!

А.Б.: Балалар,ҡарағыҙ, әлә ниндәй матур сәскәләр!!! Әйҙәгеҙ,әсәйҙәр өсөн гөлләмә яһайбыҙ.

УЙЫН “Гөлләмә”

А.Б.: Ошондай матур болонда, матур сәскәләр менән бейеп тә алайыҡ.

«Сәскәләр» бейеүе

МУЗЫКА яңғырай. Бәхет ҡошо кереп зал тирәлә бейеп сығып китә.

А.Б.: Балалар, күрәһегеҙме, бәхет ҡошо осоп үтте.Беҙгә уның артынан барырға кәрәк.

(МУЗЫКА төн батшаһының яңғырай әкрен генә)

А.Б.: Беҙ ҡайҙа килеп сыҡтыҡ? Төн батшаһһының сарайы бит был.

МУЗЫКА.Ҡара ширма асыла –төн батшаһы сыға.

Төн батшаһы: Юл бирегеҙ,ҡомасауламағыҙ. Кем минең йоҡоно боҙа? Минең менән шаярмағыҙ.

А.б.: һаумыһыгыҙ! Хөрмәтле төн батшаһы,беҙ Бәхет ҡошо артынан килдек.

Төн Б.: Минең мәшәкәттәрем бик күп,бик арыным. Бәхет Ҡошон был илдә күрмәнем.

Малай: Бәхет ҡошо бит бында осто.

Төн Б.: Мин дә быны ныҡ теләр инем,Бәхет ҡошо миңә бик кәрәк. Минең дә был илдә бәхетле булгым килә.

Ҡыҙ: Ә был пәрҙә артында нимә?

Төн Б.: Мин күрһәтәм хәҙер һеҙгә.

Ҡара ҡарға бейей.

А.Б.: Хөрмәтле Төн Б., беҙгә Бәхет ҡошо кәрәк бит,ҡара ҡош кәрәкмәй.

Төн Б.: Ә нигә кәрәк ул һеҙгә?

Ҡыҙ: Бөгөн әсәйҙәр байрамы,Ҡатын-ҡыҙ көнө бөгөн. Байрам булғас бигерәк йәмле барыбыҙҙа шат бөгөн.

Йыр “Әсәйҙәр бер генә..”(парлашып борсак)

Төн Б.: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө тинегеҙ инде. Ә мине ҡотламаныгыҙ бит.

А.Б.: Беҙҙең малайҙар хәҙер һеҙҙе ҡотлайҙар.

Малайҙар бейеүе.

Төн Б.: Рәхмәт ҡотлауыгыҙға. Бик күңелле булып китте. Уйнап та алайыҡ инде.

Уйын “Кем тиҙрәк”

Төн Б.: Ә бәлки һеҙ шиғырҙар беләһегеҙҙер?

(Шиғырҙар..өләсәй тураһында шиғыр.)

Төн Б.: Ә кем ул өләсәй?

А.Б.: Хәҙер балалар һеҙгә йырлап күрһәтерҙәр.

Йыр “Өләсәй”

А.Б.: Төн Б. ,хәҙер ҡарағыҙ беҙҙең балалар өләсәләренә нисек булышалар, нисек итеп йомғаҡ урайҙар .

Төн Б.: Йомғаҡ менән уйнап күрһәтегеҙ әле.

«Йомғаҡ урау» уйын

(Төн Б. урай, уның килеп сыҡмай.)

Төн Б.: Мин һеҙҙән күп нимәгә өйрәндем.Күңелле йырҙар ишеттем, йомғаҡ урарға өйрәндем. Мин һеҙгә бүләк яһарға теләйем.(өс сәпәкәй итә)

МУЗЫКА:Бәхет ҡошо осоп сыға.

Малай: Бәхет ҡошо бит был !

Төн Б.: Бәхет ҡошон, балалар,мин һеҙгә бүләк иттем.Һеҙҙең изге күңелегеҙ өсөн рәхмәт.Төн үтеп бара,яҡтыра,хушығыҙ!

(Төн Б. сығып китә)

Малай: Беҙ бөгөн бәхет илендә Бәхет ҡошон эҙләнек.Һәм беҙ уны таптыҡ. Һеҙгә әсәйҙәр бүләк итәбеҙ.

Ҡыҙ: Бәхет ҡошо әсәйҙәргә бәхет килтерһен.

Б.Ҡошо: Мин үҙемдең ҡошсоҡтарымды бөтәгеҙгә бүләк иттем. Бәхетле булығыҙ,әсәйҙәр, өләсәйҙәр,ҡунаҡтар..

Йыр “Тылсымлы ҡош”

А.Б.: Бына инде беҙҙең байрам бөттө, рәхмәт һеҙгә килгәнеғеҙ өсөн. Һеҙгә, ҡәҙерле ҡунаҡтар, бәхет,сәләмәтлек,шатлыҡтар теләйбеҙ.

Хушығыҙ! Һау булығыҙ!





























8 март ҠЫҘЫЛ КӘПӘС(Красная шапочка)

Музыка :кубик.ултыралар кескәйҙәр һәм өлкәндәр ярты түңәрәккә торалар яндарына.

А.Б.: Һаумыһығыҙ,ҡәҙерле ҡунаҡтар.Йәмле матур көн! Һеҙҙе ҡотларға бөгөн йыйылдыҡ бында.Әсәйҙәр, өләсәйҙәр,байрам менән!

БАЛА: Яҡты көн,нурлы көн-әсәйҙәр байрамы!

Бала: Йырлайбыҙ ҙа, бейейбеҙ ҙә – һеҙҙең өсөн!

Шиғырҙар ҙа һөйләйбеҙ һеҙгә!

(шиғыр)

Йыр “Яҡты көн”

А.Б.: Бөгөн байрам ,мөғжизә көн! Ишетәһегеҙ ме....

Музыка.Ҡыҙыл кәпәс килеп инә.

К.К.: Һаумыһығыҙ! Мин өләсәйемә китеп барам! Бөгөн байрам , уға бүләк бирәм. Бүре мине тотоп ашарға теләй,бүләкте талайым ти. Мин ҡастым. Ярҙам итегеҙ әле,бүренән ҡотҡарығыҙ.

Музыка-БУРЕ.

БҮРЕ: Һаумыһығыҙ! Байрам менән һеҙҙе! Куркма мин уйнап алдым һмнең менән,ҡасып киттең, Ҡыҙыл К. Миңә мөмкин ме һеҙҙең менән? Мин бит әйбәт,бер кемде лә ашамайым, мин тыңлайым һеҙҙе.

А.Б.: Ярар,бүре,ҡал беҙҙең менән,ә һинең өләсәйең бар мы?

Бүре: Бар,минең йырым гына уға бүләккә юҡ.

А.Б.: Беҙҙең бар өләсәйгә йыр,тыңла. Ҡыҙ.ҡ.,әйҙә беҙҙең менән йырларға.

Йыр “Өләсәй”

Бүре: Ниндәй матур сәскәләр,әйҙәгәҙ гөлләмә йыйып алабыҙ беҙҙең ҡыҙҙарға.

Уйын “Гөлләмә”

Буре: Шул матур сәскәләр менән бейеп алығыҙ ҡыҙҙар(сәск.ҡыҙҙарға бирә).

Бейеү “Сәскәләр”

Кыҙ.к.: Был матур йыпрымҙы әсәйемә бүләк иттем, ә һеҙ был йырҙы беләһегеҙме?

Йыр “Әсә ҡулы..”

Бүре: Ниндәй матур бәләкәстәр,минең ҙә бар кескәй ҡустым,ул бейергә лә йырларға ярата, ә һеҙҙең кескәйҙәр нимә беләләр?

Йыр “Ҡурсағым”

А.Б.: Эй күңелле беҙгә бергә бейеп алабыҙ бергә –бер алға баҫ,артҡа баҫып,әйләнеп та алабыҙ!

Полька “Бер алға баҫ...”

(Өләсәй килеп сыға.)

Өләсәй: Һиңә ҡаршы сыҡтым,бөгөн байрам ,мин һине ҡотлайым ,һеҙҙе лә ҡунаҡтар-күтәнәстәр һеҙгә.

Йыр “ Бөгөн байрам...”

А.Б.: Байрам бөтто,рәхмәт! Һау булығыҙ!











ЗОЛУШКА(выпуск)

Музыка артынан балалар парлашып керәләр,кескәйҙәрҙе ултырталар кубиктарға.

А.Б.: Һаумыһығыҙ!

Бала: Бөгөн оло байрам .

Беҙҙә ҙурҙар инде кубебеҙ,

Баҡса менән хушлашабыҙ,

Бөгөн һуңгы көнөбөҙ.

Бала: Беҙ сабый ғына саҡта

Ошо баҡсаға килдек

Ҡәҙерләндек, иркәләндек-

Бик күп нәмәләр белдек.

Бала: Ҡарарҙыҡ барыбыҙ ҙа,

Матур кейемдәр кейеп,

Беҙҙе ҡотларға бағсаға

Күпме ҡунаҡтар килде.

Йыр “Йәйге эҫе көндәрҙә лә..”

А.Б.:Эйе,матур беҙҙең баҡсала төрлө хәлдәр булды.мөғжизәле көндәр булды ла ...Бына бөгөн дә ниндәй көн була икән....

Музыка.Глашатай.

Глашатай: Иғтибар,иғтибар! Бөгөн балалар баҡсаһында байрам ,бөтәгеҙҙе лә саҡырам!

Музыка.Золушка.

Золушка: Һаумыһығыҙ! Мин дә бөгөн байрамға барам.

Үгәй әсә: Ҡыҙҙарым,әйҙәгеҙ,мин һеҙгә матур күлдәктәр,портфельдар алдым. Һеҙ мәктәпкә бараһыгыҙ бит! Ә һин,Золушка, эшең менән бул.

Золушка: Минең дә мәктәпкә баргым килә. Мине лә алығыҙ....(илай)

Үгәй әсә: Юҡ,эшең менән бул!(сығып китә)

Золушка бейеүе.

Музыка.Фея.

Фея: Нимә булды, илама,Золушка! Һиңә минең дуҫтарым ярҙам итәләр.

Бәләкәстәр бейеүе.

Фея: Бына эшең дә бөттө,әйҙә беҙҙең менән байрамға . Мин һиңә күлдәк матур бүләк итәм.

А. Б.: Күмәк эш бөткән эш. Бына Золушка байрамға килде.

Үгәй әсә: Минең ҡыҙҙарым да килде.

МОДА(ултыр.)

А.Б.: Байрам,бөгөн бөтәһе лә матур. Балалар баҡсаһында йырларға ла бейерғә лә йөрөйбеҙ.

Йыр “ Таҙа кейем кейдереп”

Кескәй бала: Ҡыҙығып ҡарап торабыҙ

Һеҙгә шулай үҫкәнгә,

Беҙ шулай үҫербеҙ микән,

Китенр ваҡыт еткәндә..

Кескәй б.: Беҙ әле бәләкәй генә,

Ә һеҙ ана ҡалай ҙур!

Беҙ мәктәпкә барыр инек

Ҙур булһаҡ һеҙҙең кеүек!

А.Б.: Афарин! Дуҫтар! Хәҙер һеҙгә кескәй генә ҡыҙҙар курсаҡ менән бейеп күрһәтәләр.

Йыр «Курсаҡ»

Фея: Ҡалай шәп булды, әйе бит. Ә минең һеҙгә һорауым бар,һеҙ нисек балалар баҡсаһында иртәне ҡаршылайһыгыҙ?

Үгәй әс.: Көн дә гимнастика эшләй минең ҡыҙҙарым.

РИТМИКА

Фея: Афариндар! Һеҙгә күңелле икән иртә менән .

Үгәй әс.: Ә минең ҡыҙҙарым бейей белә.

Уйынсыҡтар бейеүе

Фея: Ә мәктәпкә бит уйынсыҡ алмайҙар,кескәйҙәр уйнаһын! Шулаймы?

Золушка: Мин дә һөнәремде күрһәтәм.

Полька.Рус бейеүе.

Фея: Афарин!

А.Б.: Рәхмәт!

Ү.әсәй: Золушка,һин мине ғафу ит ...мин һине бер ваҡытта йәберләмәйем...

А.Б. : Бәләкәстәр шиғыр бүләккә һеҙгә!

Кескәй: Алып килдек һеҙгә бөгөн

Матур,матур теләктәр.

Кескәй: Дәфтәрең таҙа булһын.

Китабың көлөп торһон.

Кескәй: Һеҙҙең менән нисә йыл,

Бергә.бергә уйнаныҡ.

Ошо залда бергәләшеп

Күпме йырҙар йырланыҡ!

Йыр-бейеү-полька « Бир кулыңды дуҫҡайым»

Ү.әс.: Рәхмәт һеҙгә,балалар,уңыштар һеҙгә,мәктәпкә барығыҙ. Ә мин кескәйҙәрҙе үҙем менән алам. Минең ҡыҙҙарымды алығыҙ инде,зинһар өсөн. Хушығыҙ!!!(ү.әс һәм кескәйҙәр китә төркөмгә)

Фея: Бына шулай итеп белем иленә килеп тә еттек. Әйҙәгеҙ йыр йырлап алалйыҡ!

Йыр “Мәктәпкә”

Король ҡаршы сыға: Һаумыһығыҙ,балалар! Мәктәпкә бараһығыҙ икән,афарин,ҡарап торам һеҙҙең портфелегеҙюҡ икән! Һеҙгә портфель кәрәк ме?

Балалар: Әйе!

Король: Улайға, мине тыңлағыҙ. Минең өс шартым бар,әгәр дә үтәй алһағыҙ-портфель бүләк итермен. Беренсе-йомаҡтар:

Ҡат-ҡат ҡатлама аҡылың булһа,ташһа....

Ул уҡыә белмәһә лә,гүмере буйы яҙа....

Тура һыҙҙыра,үлсәй дә белә....

Афарин!

Икенсе: Ошо хәрефтәр менән төҙөгөҙ.

Уйын “һүҙ төҙө “

Афарин.

Өсөнсө: Бик матур йыр йырлап алағыҙ мы.?

Йыр “ Белгем килә”

Афарин,тимәк һеҙгә бүләк портфель итергә була. Ә хәҙер бейергә саҡырам.

Портфель бейеүе.

Король: Һау булығыҙ,аҡ юл һеҙгә!

А.б.: Портфель менән уйнап алайыҡ.

Уйын “ Портфель ”

А.Б.: Иғтибарығыҙга полонез!

ПОЛОНЕЗ

Бала: Һау бул, Баҡсабыҙ.беҙ һине онотмабыҙ!

Йыр “Һау бул,баҡсабыҙ!”

А.Б.: Хушлашыу вальс.

ВАЛЬС

А.б.: Һүҙ беҙҙең баҡсаһы мөдирә эльмирә Барый ҡыҙына бирелә.

...............................................................................................................

Ҡотлауҙар..................................

ХУШЫҒЫҘ!!!!!!!!!!!!!!!!!!

































День Республики.КУРАЙ.

Күңелле музыка. Балалар залга инеп теҙелә. Бәләкәстәр алда кубиктарға ултыра.

А.Б.: Һаумыһығыҙ,ҡунаҡтар!Беҙ һеҙҙең менән бөгөн Курай байрамына йыйылдыҡ, Башҡортостандың милли музыка ҡоралы курай тураһында һеҙ беләһегеҙме. Бына ул курай . Беҙҙең яҡташ шағырыйбыҙ Абдулхаҡ Илбаев былай тип яҙған:

Ерҙең йорәк тамырынан

Яралғанһың курайым

Шуға ла һин, Ер-әсәмдәй

Моңлоһоңдар, моғайын.

Нисә быуаттар буйына

Һайрайһың һин,курайым!

Моңдарыңды әҫәрләнеп

Тыңлағандар Арҡайым!

А.Б.: Балалар,ә хәҙер әҙерәк әнгәмәшеп алайыҡ-Курай һүрәтен ҡайҙа йыш куренә?

Балал.: Герб,флаг.

А.Б.:Афарин! Ә курайҙы нимәнән яһайҙар?

Балал.: Курай уләненән

А.Б.: Ҡайҙа уҫә?

Балал.: Урманда,тауҙа.Курай үҫеп ,бейек ултыра.Малай курай ҡыҡып теләһә...

Курай: Әй,аурта бит

Малай: Һөйләшәң?

Курай:Әйе,мине әкренгенә алалар,башта кулдарың менән бысаҡты алаң,ҡырҡаң.

А.Б.:Мөғжизә,курай һөйләшә лә,ул да йырлай,бейетә лә...

(шиғырҙар)

Йыр “Курай”

А.Б..Бейегеҙ,бейегеҙ,бейей торған көйөгөҙ...

ПАРЛЫ БЕЙЕҮ

А.Б.: Әйҙә,егет,һыҙгырт курайыңды.

МУЗЫКА, КУРАЙСЫ УЙНАЙ КУРАЙҘА.

(неожиданно появляется дейеү и крадет кураей и вед.(одну из восп.)).

А.Б.: Ни булды? Ҡайҙа курай? Алып бар.ла урҙаны.

МАЛАЙ: Курайҙы табырға кәрәк,А.Б.ҡотҡарырға кәрәк...

А.Б.:Әйҙәгеҙ,әҙләйбеҙ,дейеү ҡайҙа киткән,һорайбыҙ...

Һаумыһығыҙ! Уралтау!

Һин шундай бөйөк,изге тау.

Зинһар өсөн әйтегеҙсе ҡайһы яҡҡа китте икән Дейеү.?

ТАШ-УРАЛ-ТАУ: Дейеүҙең ҡайҙа киткәнен таштарым күргән улар әйтер. Әммә таштар телгә килһен өсөн өҙә баҫып күрһәтергә кәрәк.

Бәләкәйҙәр бейеүе.

Музыка.Камни оживают.

Таш: Һаумыһығыҙ.Бигерәк матур бейейһегеҙ.Рәхмәт,балалар!

Курайсы.Малай: Зинһар өсөн, әйтегеҙ,ҡайҙа курайым?

Таш: Ҡара, Дейеү ана торған тирмә яғына китте. Һеҙ унан һорағыҙ. Ул ярҙам итер.

А.Б.: Һаумыһығыҙ,тирмә!

Тирмә: Һаумыһығыҙ! Кескәй дуҫтарым!Яңғыҙым бөйөк,ултыра инем,бигерәк күңелле булып китте һеҙ килгәс. Ҡайҙа юл тотағыҙ?

А.Б.: Яуыҙ Дейеү курайҙы урҙаны. Уның артынан төштөк. Күрмәнегеҙме ҡайһы артынан яҡҡа китте?

Малай.Курайсы:Зинһар өсөн,әйтегеҙ..

Тирмә: Күрҙем,йылға буйлап китте,ул әйтер. Әлеге, бер аҙ ял итеп алығыҙ, артабан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ.

Уйын “ Ләүсәтин ”

А.Б.: Һау булығыҙ! Рәхмәт,тирмә!

Йылға бейеүе

Йылға: Һаумыһығыҙ! Мин йылға!

А.Б.: Һаумы, йылға! Хәлдәрең нисек?

Йылға: Яҡшы ғына,әммә юлымда ҙур таш ята,тыным ҡыҫыла. Ярҙам итмәҫһегеҙме?

А.Б.:Әйҙәгеҙ,балалар,ярҙам итәйек,уны алыр өсөн,моңло йыр кәрәк.

Йыр “Курай,моңло курай”

Йылға: Рәхмәт! Ҡайҙа бараһығыҙ?

А.Б.: Ошо яҡтан Дейеү үтте тиҙәр,ҡайһы яҡҡа китте икән?

Курайсы.Малай: Зинһар өсөн,әйтегеҙ..

Йылға: Һеҙгә ҡояш ярҙам итер,ул иң бейектә бар донъяны күрә.Унан һорағыҙ.

А.Б.: Рәхмәт, йылға кәңәшегеҙ өсөн. Һау булыгыҙ!

Йыр “Ҡояш”

Д.Хасаншин йыры.

Ҡыҙыү ҡояш,нурлы ҡояш

Моңло,бәхет ҡояшы!

Йылмайып тора йәйендә,

Йылмайып тора ҡышын.

Тыныслыҡ билдәһе итеп

Үҙем төшөрҙөм уны

Ҡойондорһон һәр баланы

Матур ҡояштын нуры.

(на втором куплете Ҡояш керә түңәрәккә)

Ҡояш: Һаумыһығыҙ! Мин алтын ҡояш!

А.Б.: : Һаумыһығыҙ!Ҡояш,һин иң юғарыла,бөтә донъяны күрәһең. Беҙҙең курай яуыҙ дейеү кулына эләкте,ҡайҙа китте икән?

Курайсы.малай:Зинһар өсөн,әйтегеҙ..

Ҡояш: Һеҙҙең курай Дейеүҙең батшалығында,таш һарай эсендә. Уның йоҙағын асыр өсөн моңло көй яңғыратырға ,бейеү бейергә кәрәк.

Курай бейеүе

(курай туңәрәктә ,бейеү булғанда табыла)

А.Б.:Рәхмәт,мине лә,курайҙы ла ҡотҡарҙығыҙ дейеүҙән.Афарин,балалар.Башҡортостан-беҙҙең матур тыуан ил! Шунда тыуған ,шунда үҫкән Башҡорт тиғән арыҫлан.

Йыр “Башҡортостан”

БЕРГӘ балалар: Дан һиңә,дан һиңә,ирекле Башҡортостан!

А.Б.: Рәхмәт! Һау булығыҙ!

Музыка.Вручение маленьких курайчиков гостям.



















Яңы йыл.

Ҡарһылыу”

(авей менән бабай,уларҙ.ҡыҙ.-ҡарһылыу бул....)

А.б.: Ап-аҡ кар шаҡый тәҙрәне ҡарлы ел менән. Ҡарһәм ел әйтә һымаҡ: “яңы йыл менән”. Беҙ гөрләйбеҙ,беҙ бейейбеҙ бөтә ил менән,дуҫтарға бәхет теләйбеҙ-яңы йыл менән!

Бала:

Бөгөн беҙҙә ҙур байрам,

Бөгөн яңы йыл инә,

Бөгөн күңелдәр бейергә

Һәм йырларға елкенә!

Бала:

Шыршы матур биҙәкләнһә ,

Ҡыш бабай ҙа ярата!

Ҡотло булһын яңы йыл,

Яңы йыл тип,

Бергә бүләк тарата.

А.Б.: Ҡарағыҙ әле ,шыршы ниндәй матур! Уйынсыҡтары төрлө, шарҙар ялтыр-ялтыр,ә уттары ниндәй.....!Шыршыға арнап йыр йырлайбыҙ!

Йыр “Шыршы”

Шыршы: Рәхмәт!Йырығыҙҙа,шиғырығыҙҙа матур икән үҙегеҙ кеүек.

А.Б.: Сеу , балалар ниңә был кем шулай һөйләшә беҙҙең менән.

Шыршы: Йәшел шыршы исемем.

А.Б.: Тыңлағыҙ әле,шыршыһөйләшә бит.Һин ҡайҙа үҫтең?

Шыршы: урманда.

А.Б.: Беҙҙең дә бараһыбыҙ килә.

Шыршы: Рәхим итегеҙ!

(куҙ.йом.музыка серле)

А.Б.: Асығыҙ күҙегеҙҙе,ҡарағыҙ әле ниндәй матур әкиәт иле.

Борон,борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай.Көндәрҙен бер көндө ҡыш еткәс оҙон кистәр ҙә улар ҡар яуғанын ,буран уйнағанын ,ҡар бөртөктәрен күҙәтеп ултырғандар үҙҙәре лә ҡарһылыу эштәргә уйлағандар.

Әбей менән бабай бейеүе

А.Б.: Әбей менән бабай ҡыуанғандар ти. Төн еткәс улар йоҡларға ятҡас Ҡарһылыу терелә башлай(серле көй). Ҡыуана шатлыҡ иге-сиге булмаған тотоп-тотоп,ҡарап ышанмайҙар. Шул ваҡытта һайыҫҡан сыға:

Шыҡырыҡ-шыҡырыҡ оса саҡырыу ҡағыҙҙы бирә.

Ҡарһылыу: Әбей менән бабай мине байрамға ебәрегеҙ.

Әбей менән бабай: Бар,һаҡ бул ҡыҙыбыҙ!

Ҡар бурандар бейеүе

Буранбикә: Һин минең менән йәшәргә тейеш һең.Мин һинең ике туган апайың булам.

(Алып китә Ҡарһылыуҙы)

А.Б.: Нимә булды,балалар? Ҡайҙа булды Ҡарһылыу?

МӘСКӘЙ инә.Бейей.

Мәскәй: Ниңә бойоғоп ултыраһығыҙ?

А.Б.: Башты ҡатырып йөрөмәгеҙ әле. Беҙҙә байрам Яңы йыл,ә Ҡарһылыуҙы алып китәләр. Нисек көймәҫкә? Беҙгә һин ярҙам итәһеңме?

Мәскәй:Ярай,итәм,күңелемде күтәреп,йырлап ебәрһәгеҙ?!

Йыр-бейеу-полька

Мәскәй: Бына һеҙгә рәхмәт.Ә һеҙгә йөмро йомғаҡ минең ярҙам итә.(китә).Хушығыҙ!!!

А.Б.: Ышанырға ма юҡ ма был Мәскәйғә?Йомро йомғагым нимәшләргә хәҙер?Ҡайһы яҡҡа тәгәрәр?

Йәнлектәр керә. Бейейҙәр.

А.Б.: Әйҙйгеҙ беҙҙең менән,ҡайҙа һеҙ ҡастығыҙ?

Музыка. Һунарсылар инде: Ҡайҙа йәнлектәр?Йомғаҡты таптыҡ!

А.Б.: Рәхмәт инде,йөмғаҡ ҡайҙа беҙгә барырға,күрһәт әле,зинһар өсөн!

(тәгәрәй йөмғаҡ,музыка)

А.Б.: Эҫе әле булып китте,ҡарайыҡ әле тирә яҡҡа,был бит Африка!

Танец дикарей

А.Б.: Рәхмәт,беҙҙә байрамда ҡалығыҙ,Африка ла булмай ҡар,шуға күрәлә ҡар күрергә килгәндәр. Беҙҙең йырҙа ҡар яуа тип атала.

Йыр “ Ҡар ”

А.Б.: Йомғаҡ беҙгә тура юл күрһәт әле,зинһар өсөн!

(за елку клубок,оттуда сосульки)

Танец сосулек

Музыка Ҡарһылыу

Бала: Ҡарһылыу,рәхим итегеҙ!

Ҡарһылыу: Әйҙәгеҙ минең менән бейергә,ҡар бөртөктәрем.

Ҡарбөртөктәр бейеүе.

А.Б.: Рәхмәт, һеҙгә ҡарбөртөктәре! Балалар,беҙгә кем етмәй хәҙер байрамда?

Балалар: Кыш бабай!

А.Б.: Ҡыш бабайға йыр йырларға кәрәк,ишетеп ул килеп етер.

Йыр “ Ҡыш бабай ”

Ҡыш бабай: Һаумыһыҙ! Балалар,ҡунаҡтар,Ҡарһылыу! Һеҙгә килдем,буләктәр килтерҙем,ә һеҙ мине ҡотлайһығыҙмы,арып киттем әле...уф..

А.Б.: Ҡыш бабай, : Һаумыһыҙ! Шиғырҙар һиңә,йыр.бейеүҙәр әҙерләғәндәр!!!!

Шиғырҙар

Йыр түңәрәктә “Яңы йыл һәм Ҡыш бабай”

Бейеү современный

А.Б. Үҙең беҙгә бейеп тә күрһәтәң ме?

Ҡыш бабай бейеүе

А.Б.:Афарин! Ҡыш бабай,рәхмәт! Матур бейеү! Ә бүләктәрең ҡайҙа?

Ҡыш бабай:Бына ҡайҙа йөгереп ҡаса,һин уйнап алырга теләйең ме ? Тотоғоҙ әле....

(живой мешок за дверь убегает,оттуда Ҡ.Б.заносит,поймал..)

Рәхмәт! Раздача подарков!

Һау булығыҙ Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу!




























Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!

Поделитесь с друзьями
ВКонтактеОдноклассникиTwitterМой МирLiveJournalGoogle PlusЯндекс