СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 16.06.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Сценарий "Әлифба байрамы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

1 класс өсөн әҙерләнгән байрам сценарийы шиғырҙарҙан, йырҙарҙан, уйындарҙан тора.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий "Әлифба байрамы"»

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының муниципаль автономиялы Дөйөм белем биреү учреждениеһы Аҡъяр ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе филиалы

Сәғит ауылының Башланғыс дөйөм белем биреү мәктәбе





«Әлифба байрамы»

(1 класта үткәрелгән байрам сценарийы)











Уҡытыусы Абдуллина С. З.

башланғыс кластар уҡытыусыһы

















2018



Тапшырабыҙ һеҙгә бөгөн

Бөтә килгән ҡунаҡтарға

1 класс уҡыусыларынан

Ҡайнар сәләм! (хор менән)

Уҡытыусы: Күскәнме был залға донъяның бар йәме,

Күңелдәр түрендә Әлифба байрамы.

Был матур байрамға ҡушыл дуҫ, әйҙә әле,

Донъяны гөрләтһен әлифба байрамы.

Бергә. Байрам бөгөн, байрам беҙҙә!

Көттөк һине йыл буйы.

Ҡотло булһын, ҡотло булһын,

Беҙҙең Әлифба байрамы!

Илгизәр. Бөгөн беҙҙә тантана

Моңһоу ҙа ул, йәмле лә,

Әлифбабыҙ китә беҙҙән

Был көн ҡалыр хәтерҙә.

Данила. Башланып китте уҡыуҙар

«А» тигән хәреф менән.

Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең

Башлаған ана шунан.

Ғәҙелйән. «Я» тигән һуңғы хәрефкә

Барып еттек беҙ бер саҡ.

Бөтә серҙәрен һөйләргә

Асылды беҙгә китап.

Данила. Алтын   яуған көҙгө көндә

Тыйнаҡ үттек беҙ класҡа

Әлифбаны ҡулға алдыҡ

Әй  һөйөндөк  шул саҡта

Уҡытыусы: Бына һеҙҙең тәүге тапҡыр мәктәпкә килгән көнөгөҙ. Атай-әсәйҙәр һеҙҙең менән бик ҡыуаналар.

(фотоларҙан слайдшоу)

  

Илгизәр. Хәҙер  әсәй  мин  ҙур  үҫтем-

Уҡый-яҙа  беләмен.

Әлифбаның  шиғырҙарын

Яттан һөйләп  бирәмен.

Данила. Әлифба тигән китапты

Ҡулыбыҙға алғайныҡ,

Серле хәрефтәргә ҡарап

Бик аптырап ҡалғайныҡ.

Тик хәрефтәр шаян икән

Тыңлашмайса йөҙәтте.

Илгизәр. Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә,

Хәрефтәрҙе беләбеҙ.

Матур, яғымлы һүҙҙәрҙе

Аҡ ҡағыҙға теҙәбеҙ.

Уҡытыусы: Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Хәрефстан” тигән илгә сәйәхәткә сығабыҙ. Унда һеҙгә инде таныш булған 42 бер туған хәреф йәшәй. Улар барыһы ла бик эшсән, матур, аҡыллы. Был поездға ултыраһы станцияның исеме әлегә билдәле түгел.

Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел,

42 ул теп-теүәл.

Тәртип менән теҙегеҙ,

Рәттән әйтеп бирегеҙ.

Уны белә һәр бала,

Был рәт ни тип атала?(Алфавит)

Уҡытыусы: Бына хәҙер юлға ҡуҙғала алабыҙ. Ә беҙҙе “Хәрефстан” тигән илдә кем ҡаршылар икән? Был һорауға яуапты үҙебеҙ табырбыҙ.

Ә хәрефе. Ҡайҙа барһаң, күҙ алдыңда,

Һәр саҡ күңелдә йәшәй!

Ул – беҙҙең иң яҡын кеше

Ул кеше – беҙҙең ... (әсәй).

Л хәрефе.   Кем китап ярата,

Кем ҡурсаҡ уйната? (Ләлә)

И хәрефе.   Өйрәндегеҙ күп хәрефтәр,

Тырышып, тирҙәр түгеп.

Әйтегеҙ әле миңә,

“И” хәрефенә башлана

Ҡайһығыҙҙың исеме?  (Илгизәр)

Ф хәрефе. Ҡоштар – беҙҙең дуҫтарыбыҙ,

Улар оса һәр ҡайҙа.

Килтерәләр ағастарға,

Баҫыуҙарға күп ...  (файҙа)

Б хәрефе.       Күрәһегеҙме букет итеп,

Алһыу нурҙар бәйләмен,

Беҙ ҡотлайбыҙ март айында

Әсәйҙәрҙең ... (байрамын.)

А хәрефе. Оҡшаған ул ракетаға,

Ул урамда бағана ла.

Уны белә һәрбер бала:

Ул алфавитты башлай ... (“А”)

Уҡытыусы: Был хәрефтәрҙән ниндәй һүҙ төҙөлдө?

Бергә. Әлифба!

Уҡытыусы. Белемгә юл асыусы,

Тәрән серҙәр һарайына

Тәүге асҡыс биреүсе,

Беренсе ҡат шул һарайға

Беҙҙе алып кереүсе

Тик бер китап. Уға тиңдәш

Ниндәй китап бар тағы?

Беләһегеҙме, ул ниндәй китап?

Бергә: Ул - Әлифба китабы!

Илгизәр. Белдем, Әлифба –

Телдең асҡысы,

Белем иленең

Тәүге баҫҡысы.

Баҫҡысҡа баҫып,

Юғары менәм.

Фән нигеҙенең

Серҙәрен беләм.

I туҡталыш “Тапҡырлыҡ” станцияһы.

Кем зирәк, тапҡыр икән,

Һынап ҡарайыҡ, әйҙәгеҙ.

Ә мин йомаҡ әйтәмен.

Һеҙ яуаптар  табығыҙ,

Уҡытыусы.

Юк, аяғы, юҡ күҙе,

Һөйләй, өйрәтә үҙе.

Телгә унан оҫта юҡ,

Унан яҡын дуҫ та юҡ.          (Китап)

Сумка тотоп инәһең,

Белем тейәп  сығаһың.       (Мәктәп)

Төрлөһө төрлө төҫтә,

 Барыһы ла бер эштә.         (Буяу ҡәләмдәре)

Аҡ яланда ҡара малай,

Ҡыҙыу йөрөп, эҙ яһай,

Эҙ яһамай, һүҙ яһай.  (Ручка)

Үҫкәндә япрағын ашайҙар,

Үҫеп еткәс үҙен ашайҙар.(һуған)

Ултыра бер аҡ сүлмәк

Өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк.(кәбеҫтә)

Түңәрәк - ай түгел,

Һары - ҡояш түгел,

Тәмле - шәкәр түгел,

Ҡойроҡло - сысҡан түгел.(шалҡан)

Тышы йәшел, эсе ҡыҙыл,

Йылы яҡтарҙа үҫә.

Бигерәк тәмле, бигерәк һутлы!-

Исемен әйт әле белһәң!(ҡарбуз)

Бер нәмә тегә белмәй,

Энәләр тағып йөрөй.(терпе)

Үҙе ул бал ярата,

Ҡыш буйы йоҡлап ята.(айыу)

Һоролор төҫө,

Үткерҙер теше,

Урманда йөрөй.

Быҙауҙар эҙләй.(бүре)

Береһе көндө ярата,

Береһе төндө ярата.

Икеһе лә донъяға

Яҡты нурҙар тарата.(Ай һәм Ҡояш)

Алмаш-тилмәш өс күҙ яна:

Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

Урамда иҫән йөрөргә

Булыша ул көн оҙон.(Светофор)

Ултырабыҙ урманда

Ап-аҡ эшләпә кейеп.

Киптерә лә, ҡыҙҙыра ла

Кешеләр беҙҙе йыйып.(бәшмәк)

Уҡытыусы: Афариндар.


Хәрефстан иле”

Уҡытыусы: Балалар! Иғтибар! Алдыбыҙҙа “Хәрефстан иле”. Бында беҙҙең яратып уҡыған Әлифбабыҙ йәшәй.

Әлифба: Һаумыһығыҙ, балалар! “Хәрефстан” иленә рәхим итегеҙ! Был илдә мин һеҙгә өйрәткән бик шуҡ, бик шаян хәрефтәр йәшәй. Әгәр улар һеҙҙең ғүмерлек юлдашығыҙ булһын тиһәгеҙ, үҙ һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле.

Әлифба: Әлифба китабынан тик һеҙҙең өсөн генә яҙылған матур-матур шиғырҙар ятланығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә һүрәттәр күрһәтәм, һеҙ шуларға ярашлы шиғырҙар ятлап күрһәтегеҙ.

Уңған тауыҡ.

- Ҡытаҡ-ҡытаҡ!!!

Йомортҡа һалдым байтаҡ!

Инде килеп алығыҙ,

Тик миңә ем һалығыҙ! (Ф.Рәхимғолова.)

Көсөк.

Әллә уйнап, әллә ысын,

Өрә йфйфп бөтә көсөн,

Өрә күркә, әтәскә,

Өрә ҡара бәрәскә. (Ш. Анаҡ)

Мин терпе.

Мин терпе, энәле йомғаҡ,

Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.

Дуҫтарға күстәнәс, тип,

Энәмә алма элдем. (Ә.Таһирова)

Әлифба: Афариндар. Ә кем бирелгән хәрефтәрҙең шиғырҙарын иҫләй икән? Әйҙәгеҙ, кемдең хәтере шәп икән!

  1. Рәхәтләнеп рәсем яһай

Дәфтәрендә Рәшиҙә.

  1. Йәшенләп яуҙы ямғыр,

Йәшендә тыуҙы йәйғор.

  1. Төлкө бешерҙе бутҡа,

Торна килде ҡунаҡҡа.

  1. Юртаҡ атта елдереп,

Юл йөрөп ҡайтты егет.

  1. Щёткаланым кейемде,

Шуға Әмир һөйөндө. (З.Биишева)

Артыҡ хәрефте тап:

  • ӘАОУЫ

  • НРЖЛМҢЙ

  • ДФКТСПҪ

  • Ж –Ш, З – С, Г – К, Ғ – Ҡ, М –Л.

  • ИҮЫӘӨ

Хата тап:

  • Көняк

  • Иляс

  • йуртаҡ

  • Йаға

  • Йэләк

Әлифба: Афарин, балалар. Ә ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

 Китап- белем шишмәһе.

Белеме барҙың- ҡәҙере бар.

 Ике уйла, бер һөйлә.

 Әйткән һүҙеңдә тора бел.

 Әҙәпкә ғәҙәтләнһәң - әҙәм булырһың,

яманға ғәҙәтләнһәң - әрәм булырһың.

  Бәхет башы - әҙәп.

Эш һөймәгән көн итмәҫ.

Егәрленең ҡулы ете.

Еренә күрә еләге.

Ерһеҙ кеше – илһеҙ кеше.

Йыр “Мин башҡорт балаһы


Әлифба: Афарин! Кескәй дуҫтарым, рәхмәт һеҙгә хәрефтәремде уҡый белгәнгә. Ниндәй  ҙур шатлыҡ! Һеҙ мине уҡырға өйрәндегеҙ. Рәхмәт, һеҙгә балалар!

Ғәҙелйән. Әлифба,Әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Зур байрам шикелле.

Данила. Матур итеп һөйләргә,

Аңлайышлы уҡырға,

Йомаҡтарҙы сисергә

Өйрәттең һин, Әлифба.

Илгизәр. Өйрәттең, Әлифба, беҙҙе

Тәбиғәтте һөйөргә.

Кес кенә дуҫтарыбыҙға

Бул һин дуҫым, тиергә.

Ғәҙелйән. Ә малайҙарҙы, Әлифба,

Өйрәттең ныҡ булырға.

Батыр, ҡыйыу кешеләрҙән

Үрнәк алып торорға.

Данила. Өйрәттең таҙа булырға,

Бөхтәлекте һаҡларға,

Уҫал, йәмһеҙҙәрҙән беҙгә

Кескәйҙәрҙе яҡларға.

Илгизәр. Мин был китапты яраттым,

Хәрефтәрен өйрәндем.

Шуға күрә әйтәм уға:

Рәхмәт, һиңә, Әлифба!

Ғәҙелйән. Тел асҡысы – әлифбаға

Бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ

Тырышып, матур уҡырға

Һүҙ бирәбеҙ бөтәбеҙ.

Уҡытыусы:  Ҙур ярҙам итәр беҙгә

Дәрестә алған белем.

Таяныс булыр юлда

Әлифба биргән белем.

Әлифба:Рәхмәт, кескәй дуҫтарым! Миңә китергә ваҡыт етте. Һау булығыҙ.

Бергә. Һау бул, Әлифба!

Уҡытыусы: Ҡәҙерле балалар! Әлифбаны өйрәнеүҙә ата-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамы ҙур булды. Әйҙәгеҙ уларға рәхмәтебеҙҙе белдерәйек.

Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт! байрам-барыбыҙҙың да уртаҡ байрамы. Һеҙ ҙә, хөрмәтле ата-әсәләр, улар менән өр-яңынан башлап тағы бер ҡат әлифбаны уҡып сыҡтығыҙ. Уҡыуҙы, энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән бик ҙур эш башҡарғанбыҙ.

Илгизәр. Хәҙер әсәй мин ҙур үҫтем

Уҡый-яҙа беләмен.

Әлифбаның шиғырҙарын

Ятҡа һөйләп бирәмен.

Данила. Һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе

Еткерәбеҙ һәммәбеҙ.

Оло ярҙамығыҙ өсөн

Башыбыҙҙы эйәбеҙ!

Уҡытыусы: Ә хәҙер һүҙҙе үҙҙәренең балаларына еткерәһе килгән теләктәрен әйтер өсөн ата-әсәйҙәргә бирәбеҙ.

Ата-әсәйҙәрҙең ҡотлауы

Йыр “Әсәйем”


Уҡытыусы:  Уҡыусылар, сәләмәт булығыҙ, ата-әсәйҙәрегеҙгә игелекле балалар булып үҫегеҙ. Уҡыуығыҙҙа һәм тормошоғоҙҙа ҙурҙан ҙур уңыштарға ирешегеҙ.

Бөгөн һеҙҙең ҡулығыҙға әлифба дәреслеген уҡып бөтөрөүегеҙҙе раҫлай торған таныҡлыҡтар тапшырабыҙ. Бының өсөн мәктәбебеҙҙең мөдирен Зилә Өмөтбаевнаны саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ.

Таныҡлыҡтар тапшырыла.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, бына беҙ бөгөн Әлифбабыҙ менән хушлаштыҡ. Ул да һеҙгә рәхмәтле, сөнки барығыҙ ҙа әлифба китаптарығыҙҙы таҙа итеп тоттоғоҙ. Ә уға алмашҡа яңы дәреслектәр килә.

Башҡорт теле, әдәби уҡыу китаптары тапшырыла.


Уҡытыусы: 

Ер өҫтөндә ни яҡшы ?

Урал тигән тау яҡшы.

Уралдың итәгендә

Башҡорт иле - шул яҡшы.

Ер өҫтөндә ни яҡшы ?

Тыуған ерем – шул яҡшы.

Мин тыуып үҫкән ерем -

Сәғит ауылым яҡшы.

Ил өҫтөндә ни яҡшы ?

Тыуған өйөм - шул яҡшы.

Мине һөйөп үҫтергән

Атам- әсәм бик яҡшы.

Ил өҫтөндә ни яҡшы ?

Тыуған телем – шул яҡшы.

Уҡый - яҙа белгәнгә

Минең күңелем яҡты.


Йыр «Ерем, илем, телем» Р.Шәкүр һүҙҙәре, М.Сәлимов муз.


1.Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

2.Туған телем, һин халҡымдың

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.

3. Киң Уралым йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.




Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!

Поделитесь с друзьями
ВКонтактеОдноклассникиTwitterМой МирLiveJournalGoogle PlusЯндекс