СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Тема: Шалҡан. Әкиәт.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Икенсе яртыйыллыҡта ҡулланыуға әзәби уҡыуҙан дәрес планы. Тема: "Шалҡан" әкиәте .

Просмотр содержимого документа
«Тема: Шалҡан. Әкиәт.»



Тема: Шалҡан.Әкиәт.

Маҡсат: Уҡыусыларҙыы яңы әкиәт менән таныштырыу, балаларҙы аңлы тасуири уҡырға өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу, ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.



Йыһазландырыу. интерактив таҡта.

Дәрес барышы

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Психологик комфорт булдырыу.


Ҡыңғырау шылтырағас,
урындарға ултырҙыҡ.
Әҙерләндек, тынысландыҡ,
Һәм уҡырға тотондоҡ.


Дәрескә әҙерләнеү.

Уңыш ситуацияһын ойоштороу.


1.Тын алыу юлына гимнастика.

Дикция өҫтөндә эш. Тел төҙәткес: бер үк һүҙҙе шәп ҡабатлап икенсе һүҙҙе ишеттереү.
Айыу - йыуа, алабута - бутала, ауыл - ылау, йоҡо - ҡойо, баҡа - ҡаба, баҡса - сабаҡ, тапар - парта.

2.Өй эштәрен тикшереү.


Һүҙҙәрҙе шәп – шәп ҡабатлап әйтәләр..

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу ситуацияһы.


Шалҡан тураһында йомаҡ ҡойошоу.
Үҙе йомро - ай түгел,
Төҫө һары - май түгел. (шалҡан)

-Улар тураһында нимәләр беләһегеҙ.

-Бөгөн дәрестә нимәләр эшләрбеҙ.





Интеллектуаль ҡаршылыҡ ситуацияһы.

«Шалҡан ” шиғырмы, әкиәтме?

-Ни өсөн?

Йомаҡты сисеү.

Иғтибарлы итеп тыңларға өйрәнә, йомаҡта йәшерелгән предмет билдәләрен айырып әйтә.


Уҡытыусы һөйләгәнен иғтибар менән тыңларға, уның мәғәнәһенә төшөнөргә.
Уҡыу диалогында ҡатнаша.Иғтибарын уҡыу мәсьәләһенә йүнәлтә.



Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.


Әкиәт өҫтөндә эш.
-Әкиәт менән танышыу: уҡыусыларҙың сынйырлап уҡыуы.

Һүҙлек өҫтөндә эш. –интектереү, харап итмә, хәле мөшкөл, ахмаҡ.

Йөкмәткеһе буйынса һорауҙар.
-Әкиәттә нимә тураһында һүҙ бара?
-Әкиәт нимә менән бөтә?



Ял минуты.

Уҡытыусының телмәрен ихтибар менән тыңларға.



Һөйләмдең яңғырашын тыңларға, уның йөкмәткеһен аңларға тырышыу.





Төрлө хәрәкәттәр яһайҙар.

Ғәмәли эштәр.


1.Китап буйынса эш.

«Шалҡан ” әкиәтен ролдәргә бүлеп уҡыу.

2.. Төркөмдәрҙә эш. Әкиәттең дауамын уйларға.




Әкиәтте тасуири итеп уҡырға өйрәнәләр. Ә дауамын үҙҙәре уйлап дауам итәләр.






Рефлексив анализ. Баһалау.


Бөгөн эште нимәнән башланыҡ?

Ниндәй проблема килеп тыуҙы?

Тағы нимәләр эшләнек?

Балаларҙың йоғаҡлауы.