Ерҙә һәр тел – Бөйөк хазинаһы халыҡтың
Маҡсат:
Уҡыусыларҙа туған телдәренә ҡарата һөйөү,ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү;
Тыуған илебеҙҙең патриоттарын үҫтереү;
Телгә,тарихҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Сәхнәлә 4 класс ҡыҙҙары йырлай.
Алып барыусылар
Бүләк
Еркәйемдең тарих һөйләмәгән
Юҡ һуҡмағы , һыуы,юҡ тауы.
Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,
Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.
Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,
Күпме наҙ бар дала елендә!
Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,
Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар
Быуындарға ялғап быуындарҙы,
Илде тотҡан телем,һүҙем бар.
Алһыу
Күңелең киң,рухың бөркөткә тиң,
Моңоң тәрән һинең ,башҡортом,
Тел ҡеүәһе ниндәй,һүҙ ҡеүәһе!
Йөрәгемде шулар яҡтыртты.
Шәжәрәмде мең- мең йылдар буйы
Изге һаҡлаған аҡ тирмәләр
Юғалмаған – илдә юл ҡалһа ла,
Юя алмаған яуҙар, төрмәләр.
Айһылыу
Моң шишмәһе һандәғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һи н,
Аллы – гөллө сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй илһамлы,эй хөрмәтле башҡорт теле.
Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, эирәк һин,
Эй һөйөклө,эй ҡәҙерле башҡорт теле.
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,
Айға – көнгә тиңләмәйем, гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем – ғорурһың һин.
Эй хикмәтле,мәрхәмәтле башҡорт теле.
Азат
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән...
Тел – тере шишмә үлмәгән,
Бөгөнгә еткән.
Шул тел менән тыуҙым,үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем – тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы.
Ерҙә халыҡ йәшәй икән –
Теле лә йәшәй
Телен асҡанда һәр бала
Әйтәсәк:”Әсәй!”
Айгиз
Эй туған тел,эй матур тел, атам –әсәмдең теле!
Донъяла күп нәмә белдем һин туған тел арҡылы.
Иң элек был тел менән әсәм бишектә көйләгән,
Ә унан төндәр буйы әбкәм бишектә көйләгән.
Эй туған тел! Һәр ваҡытта ярҙамың менән һинең
Кескенәнән аңлашылған шатлығым,ҡайғым минең.
Әлфизә
Тел ғаиләне дуҫ итә,
Бер – береһенә беркетә,
Беләйексе рус телен
Һәм онотмайыҡ үҙ телде.
Һөйләгеҙ туған телдә,
Туйғансы һөйләщегеҙ!
Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы
Кешегә өләшегеҙ!
Туған телде һуҡалама,
Һөйөү менән уҡала.
Уныү менән йөрәктәр ҙә
Йөрәктәрҙән ут ала.
Лилиә
Хәйерле көн! Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар,уҡыусылар!.Һеҙҙе байрам тантанаһында күреүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ!
Бөгөн 21 февраль.Ул ябай көн түгел,1999 йылдан алып ЮНЕСКО тәҡдиме менән Халыҡ – ара туған тел көнө тип иғлан ителә.
Донъяла һәр саҡ халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар.Ул тел. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.Тел, туған тел – уның ҡәҙере, милләттәр яҙмышындағы , кеше тормошондағы урыны ҡыҫҡа һәм мәғәнәле, йыйнаҡ һәм тәрән йөкмәткеле афоризмдарҙа сағыла.
Азат
Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған бөйөк хазинаһы халыҡтың ( Мәүлит Ямалетдинов)
Бүләк
Һәр кем үҙ телендә уҡый – яҙа белергә тейеш ( М.Ҡулаев)
Айгиз
Телдән дә көслө нәмә юҡ ( Ғайса Хөсәйенов)
Әлфизә
Тел милләтте милләт иткән иң мөһим шарт ( Шамил Анаҡ)
Бүләк
Туғанынан яҙған – ярты йәтим , туған теленән яҙған – мең йәтим ( Рауил Бикбаев)
Әлфизә
Тел халыҡтың мәңге тере тарихы ( Ғайса Хөсәйенов)
Йыр “ Башҡорт телендә һөйләшәм”
Лилиә
Республикабыҙҙа туған тел темаһын күтәреп ғилми хеҙмәттәр яҙыусы , әҫәрҙәр ижад итеүсе арҙаҡлы шәхестәребеҙ байтаҡ.Улар араһынан Рәми Ғарипов,Зәйнәб Биишева,Ғайса Хөсәйенов, Зиннур Ураҡсин кеүек ил апай- ағаларын әйтеп китәйек.
Илъяс
Районыбыҙҙа ла был йәһәттән танылыу тапҡан ағинәй,аҡһаҡалдарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Телем ,халҡым, илем тип яныусы Мәрйәм Бураҡаева, Марат Түләбаев ейәнсураларҙың оло ихтирамына лайыҡ шәхестәр.
Йыр “ Башҡортостан”
Лилиә
Өҫкәлек буйы ғалимы,уҡытыусы – остаз, профессор, 120- ашыу ғилми хеҙмәт уҡыу әсбаптары авторы,яҡташыбыҙ, бөйөк шәхес исеменә эйә булыусы – Ғафаров Булат Баҡый улы.
Булат Баҡый улы Ғафаров 1938 йылдың 27 авгусында Ейәнсура районының Өмбәт ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте үҙ ауылында тамамлап, Абзан урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә.
1957 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға инә.
1962 йылда Булат Баҡый улы Баймаҡ районы Түбә мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.Директор урынбаҫары булараҡ тәжрибә туплай.
Илъяс
Булат Баҡый улы Ғафаров бөтә ғүмерен үҙ халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлай.40 йыл Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында фиҙәҡәр эшләй.Филология факультетында декан урынбаҫары, декан вазифаларында , 1997 йылдан алып башҡорт филолгияһын етәкләй.
Остаз тураһында хәтирәләр менән бүлешер өсөн һүҙҙе яҡын туғаны,элекке студенты,хәҙер хаҡлы ялдағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сырлыбаеы Ихсан Мостафа улына бирәбеҙ.
Лилиә
Төған телебеҙҙе, башҡорт әҙәбиәтен һаҡлап ҡалыуҙы, үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған телсе ғалим Булат Баҡый улы ғүмере буйы телде,әҙәбиәтте өйрәнеп,тарих,мәҙәниәт өлкәһен байҡап,аҡыл төбө булыр бай тәжрибә туплай.Үҙенең фәнни эштәрен мәктәп һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына бағышлай
Тимур
Бөйөк ғалим- педагог тырыш хеҙмәте өсөн хөкүмәт тарафынан ҙур наградаларға лайыҡ.Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,Рәсәйҙең Юғары профессиональ белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре,педагогоия һәм социаль фәндәр академияһының ағзаһы.
Лилиә
17 декабрь 2013 йылда Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында Булат Баҡый улы Ғафаровтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған Халыҡ – ара ғилми -ғәмәли конференция үтә. “Төркиәт һәм Башҡорт филологияһын өйрәнеү һәм уҡытыу проблемелары” тип аталған сарала мәғрифәтсе Булат Баҡый улы хаҡында коллегалары, шәкерттәре тик йылы һүҙҙәр м енән хәтерләй. Беҙ уны атай һымаҡ күрҙек, Яҡтылыҡ таратыусы шәм инең,һеҙҙең һүҙҙәр бөгөн дә заманса яңғырай,уҡытыусым хаҡында оло ихтирам менән,йөктөң иң ауыры һеҙҙең өҫтә ине.
Тимур
Ә хәҙер һүҙҙе бөтә ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә бағышлаған, тел нескәлектәренә юл күрһәтеүсе уҡытыусы – ветерандар,күренекле шәхестең шәкерттәре Зилә Хәйерзаман ҡыҙы һәм Гәүһәр Хөсәйен ҡыҙына бирәбеҙ.
Лилиә
Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайы делегаты Булат Баҡый улының йәшәү принцибы күптәргә таныш.”Наҙан халыҡ милләт яҙмышын хәл итә алмай” тигән һүҙҙәр менән ул халҡын белем туплауға, тел һаҡлауға, милләттәр татыулығына өндәгән.
Тимур
Үкенескә күрә башҡорт телен,әҙәбиәтен һаҡлап ҡалыуға, үҫтреүгә юнәлтелгән ғилми эштәр авторы күптән инде беҙҙең араларҙа юҡ.Әммә
Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың фәнни - мәҙәни, әҙәби үҫешенә тос өлөш индергән , үҙенең хеҙмәтен, ғүмерен бағышлаған яҡташыбыҙҙы оло ихтирам менән иҫкә алабыҙ һәм киләһе быуындарға еткерергә бурыслыбыҙ.
Булат Баҡый улының яҡты иҫтәлегенә арналған Рита Фәтҡуллина ижады
Көндө- төнгә, төндө- көнгә ялғап
Зыр әйләнгән Ерҙең туҡтауы-
Йәшәлмәгән мәлдең,
Уйланмаған уйҙың,
Әйтелмәгән һүҙҙең һыҡтауы
Өнһөҙ шаңдау булып йәндә йәшәй,
Уйсан ҡараш ала имтихан:
“ Аҙ ваҡытта күпкә өлгөрҙөк беҙ,
Нимә алыр һинән был Заман “
Һеҙҙең дәүер үҙе олпат булған,
Олпатыраҡ булған кешеләр,
Уйы,эше менән көслөләр.
Заман,имеш, алға бара хәҙер,
Тиҙлектәр ҙә күпкә юғары,
Тик үҙебеҙ кесерәйгән һайын,
Кесерәйә бара Ер шары.
Рухыбыҙға көс бир,Заманым, тим
Һынауҙарҙы һинең үтерлек.
Йәшәлмәгән мәлде терелтерлек,
Әйтелмәгән һүҙҙе әйтерлек.
Лилиә
Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап шуны әйткем килә.Тыуған ил, халыҡ, милләттәр татыулығы, тел ҡәҙере киләсәктә юғалып ҡалмай ҙур төшөнсәгә эйә булып, мәңге йәшәһендәр ине.
Рәми Ғәриповтың шиғыр юлдары ятлана ( 5,6,7,8 класс уҡыусылары)