Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
Хәсәнова Н. Р.
Учалы -2018
.
Рецензент:
БашДу-ның Учалы вәкиллеге уҡытыусыһы А. С. Ғарипов.
Был йыйынтыҡта Учалы ҡалаһы 5-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәсәнова Нәркизә Робес ҡыҙының эш тәжрибәһе тупланған. Йыйынтыҡ уҡытыуысылырға һәм студенттарға тәғәйенләнә.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рухи- әхлаҡи тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
Хәсәнова Нәркизә Робес ҡыҙы,
Учалы ҡалаһы 5-се һанлы урта дөйөм белем мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында бөгөнгө көндә ниндәй бурыс тора һуң? Һәр дәрескә әҙерләнер алдынан үҙемә шундай һорау бирәм. Беҙ, тел уҡытыусылары, балаға белем биреү менән генә сикләнмәй, уларҙы туған телгә, туған халҡына һөйөү аша ысын шәхес итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Халыҡ ижады ынйыларыбыҙ, халҡыбыҙҙың тормошон яҡтыртҡан әҫәрҙәребеҙ, иҫ киткес бай тарихыбыҙ, бөйөк шәхестәребеҙ менән һоҡланабыҙ икән, балаларҙы ла илен, телен һөйгән, халҡын хөрмәт иткән шәхес итеп тәрбиәләргә бурыслыбыҙ. Шуға ла мин белем кимәлен үҫтереү өсөн тема һайлағанда , һис икеләнмәйсә “Балаларҙа рухи - әхләҡи тәрбиә биреү үҙенсәлектәре ” темаһына туҡталдым.
Үҙ телеңде һаҡлау, башҡа телдәрҙе өйрәнеү - бөгөнгө заман кешеһенең, милләттең бурысы. Заман менән бергә атлау өсөн һәр яҡлап үҫешергә, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекереңде иҫбатлай белергә кәрәк. Быға, тәү сиратта ,тел һәм әҙәбиәт дәрестәре өйрәтә. Шуға ла әҫәрҙе уҡып сыҡҡас дәрес- диспуттар, дәрес- хөкөмдәр үткәреү яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Уҡыусылар үҙ фекерен иҫбатларға өйрәнә,образдарға характеристика биргәндә иһә синквейндар төҙөү телмәр үҫешенә булышлыҡ итә.
Ғаилә , бала тәрбиәләү проблемалары күтәрелгән әҫәрҙәрҙе бөгөнгө көн менән бәйләп үткәреү уңышлы. М. Ямалетдиновтың “Ҡыҙыл итектәр” хикәйәһен үткәндә бөгөнгө көн, балалар йорто, эскелек проблемалары тураһында һөйләшеп, һәр уҡыусы был проблемаларҙы сисеү юлдары тураһында уйланып, ижади эштәр бащҡаралар,
Патриотик тойғолар тәрбиәләү өҫтөндә эшләгәндә лә төрлө сығанаҡтарға таяныу мөһим. Мәҫәлән, Р. Ниғмәтиҙең “Үлтер улым фашисты” поэмаһын уҡығандан һуң, Башҡортостанда төшөрөлгән “Кластан тыш дәрес” фильмын күрһәтеү уҡыусыларға көслө тьәҫир итә, улар поэманы бөгөнгө көн менән бәйләйҙәр, фильм менән сағыштыралар, , проблеманы билдәләйҙәр, уны сисеү юлдарын эҙләйҙәр.
Газета һәм журналдарҙа баҫылған материалдарға ла өҫтөнлөк бирергә кәрәк.. Был , беренсенән , башҡортса баҫмалар менән таныштырһа, икенсенән, ундағы торрмошсан материалдар балаларҙы уйландыра, эҙләндерә, реаль тормош менән бәйләй.
Халыҡ ижады ынйылары – балаларҙың иң яратып өйрәнгән темалары. Бында инде ерле материалдарға таянып эш итеү отошло. Беҙҙең яҡта сыҡҡан риүәйәт , легендаларҙы өйрәнеү булһынмы, өләсәйҙәр һөйләгән әкиәттәрҙән китаптар төҙөү булһынмы, үҙҙәре әкиәт уйлаһындармы, йомаҡтар сисһендәрме - быларҙың барыһын да уҡыусылар теләп башҡара.
Тағы ла Шәжәрә байрамдары үткәреү уҡыусыларҙа ғына түгел, ата-әсәләрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, ғаиләләр үҙҙәре ҙур эҙләнеү эштәре башҡара. Ете быуынға тиклем шәжәрәһен төҙөп килтергән ғаиләләр ҙә бар.
Грамматик материалдарҙы үткәндә лә уҡылған әҫәрҙәр менән бәйләргә тырышырға кәрәк.. Исем темаһын үткәндә иҫтә ҡалған ыңғай һәм кире геройҙарҙы иҫкә төшөрөү, ҡылым темаһын үтеәндә уларҙың нимә эшләгәнен билдәләү, сифаттарҙы үткәндә образдарҙы характерлау, рәүеш темаһында ҡылған ҡылыҡтарын баһалау - тел дәрестәрен әҙәбиәт менән бәйләргә мөмкинлек бирә..
Сит милләт балалары менән эшләгәндә, уларҙың һүҙлек байлығының бик ярлы булыуын иҫәпкә алып, күберәк бәләкәй генә текстар менән эшләүгә, уны аңлауға , һөйләүгә, һорауҙар төҙөүгә нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк..
Уҡыусылар менән эшләү алымдары күп һәм класына ҡарап төрлөсә. Ә дәрестә эшлекле атмосфера булдырыу, уҡыусылар менән уртаҡ тел табыу- иң мөһиме. Уҡыусы менән уҡытыусы араһында үҙ –ара бәйләнеш юҡ икән, һинең дәресеңә берәү ҙа атлығып тормаясаҡ. Эмоциональ булмаған, ҡоро дәрестәр балаларҙы бөгөнгө тормошҡа әҙерләйме? Дәрес аҙағында һәр уҡыусы уйланһын, нимәгә был әҫәрҙе өйрәндек, был дәрес мине нимәгә өйрәтте тигән һорауҙар ҡуйһын. Һәр уҡыусы һығымта яһаһын, үҙ фекерен әйтһен, раҫлаһын, бәхәсләшһен. Бына нимәгә кәрәк ул беҙгә тел һәм әҙәбиәт дәрестәре.
Тәрбиәнең башы ғаиләлә. Әгәр ҙә өйҙә туған телдә аралашыу юҡ икән, уҡытыусының ғына тырышлығы әллә ни мул емеш бирә алмай. Шуға ла тел уҡытыу - ата- әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙан, туған телдең кәрәклеген, мөһимлеген аңлатыуҙан башланырға тейеш. . Бының өсөн ата- әсәләр менә берлектә Шәжәрә байрамдары, Мөғжизәләр яланы, Тыуған көндәрҙе , Туған тел байрамдарын үткәреүҙе һәр саҡ күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Шуға ла күп кенә ата- әсәйҙәрҙә телде өйрәнеүгә
көндән - көн ҡыҙыҡһыныу арта бара, улар туған теледең кәрәклеген төшөнәләр, һәм туған башҡорт теле дәрестәрен һайлаған уҡыусылар һаны кәмемәүе, киреһенсә йылан –йыл арта ғына барыуы телебеҙҙең киләсәгенә ҙур өмөттәр уята.
Асыҡ дәрес өлгөләре.
Тема : М. Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһы буйынса дәрес- хөкөм. (10-сы класс өсөн)
Маҡсат: М. Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһын ентеклерәк өйрәнеү, Тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ тойғолары тәрбиәләү, һөйләү телмәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: М.Кәримдең китаптары күргәҙмәһе, портреты, слайдтар.
Ҡатнашалар: Судья ролендә уҡытыусы , Ғәйепләүселәр, Яҡлаусылар, Шаһиттар төркөмө.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу.
Уҡытыусы: Башҡорт халҡында әхлаҡи ҡиммәттәр борондан юғары баһаланған. Выждан, намыҫ, ғәҙеллек , кеше яҙмышына битараф булмау, изгелек, мәрхәмәтлелек- кешегә иң кәрәкле сифаттар. Бындай сифаттарға беҙ үҙебеҙҙе уратып алған мөхиттән, ата- әсәләрҙән , сәнғәттән, әҙәби әҫәрҙәрҙән өйрәнәбеҙ. Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо -Мостай Кәримдең әҫәрҙәре намыҫ, миһырбанлылыҡ ,тоғролоҡтоң иң юғары өлгөләре булып тора. ( 1-се слайд М. Кәримдең портреты)
Уҡытыусы:Уның ниндәй әҫәрҙәре менән таныштыҡ?
Уҡыусылар : “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ”, “Өс таған” , Әлфиә хикәйәләре , “Айгөл иле” драмаһы, “Ай тотолған төндә трагедияһы”, “Ҡара һыуҙар” поэмаһы.
( 2-се слайдта китаптарының тышлыҡтары сыға.)
Уҡытыусы: Ошо әҫәрҙәрҙән ниндәй геройҙары бигерәк тә күңелегеҙгә яҡын?
Уҡыусылар: Кендек, Әсғәт, Оло инәй , Айҙар , Зөбәржәт, Йәмил, Оксана һәм башҡалар.
Уҡытыусы: Ни өсөн был геройҙар иҫегеҙҙә ҡалды?
(Балаларҙың яуаптары )
Уҡытыусы: Дөрөҫ уҡыусылар. Ә бөгөн беҙ әҙиптең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы буйынса һөйләшеүгә йыйылғанбыҙ. Мостай Кәрим был поэмаһында һуғыштың бар аяуһыҙлығын, аяныслығын һүрәтләп биреүгә өлгәшкән. Беҙ бөгөн поэма геройҙарына үҙ хөкөмөбөҙҙө сығарып ҡарайыҡ. (3-сө слайдта «Ҡара һыуҙар» поэмаһының тышлығы)
Дәресте башлайыҡ. Иң тәүҙә бөгөнгө эш барашында кәрәкле һүҙҙәр менән танышып үтәйек. (4-се слайдта һүҙлек һүҙҙәре сыға)
Хөкөм итеүсе - судья.
Ғәйепләүселәр – обвинители.
Яҡлаусылар – защитники.
Шаһиттар – свидетели.
Суд – хөкөм.
Ҡарар – решение.
Хөкөм ҡарары- судебный приговор.
Аҡлау – оправдать.
Ярлыҡау – помилование.
(Һүҙҙәрҙе уҡыу һәм мәғәнәләрен аңлатыу)
Яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ. Эшебеҙҙе башлар алдынан класты төркөмдәргә бүләбеҙ.
Беренсе төркөм- Ғәйепләүселәр, икенсе төркөм – Шаһиттар, өсөнсө төркөм- Яҡлаусылар. Судты мин алып барам.
2. Төп өлөш.
Судья: Поэмала төп геройҙар кем?
Уҡыусылар: Ҡатын , ҡарт Яугир һәм Яҡуп.
Судья: Ә хәҙер эш материалдары менән таныштырып китәм. Ямғырлы көҙгө төн. Ҡарт Яугир эргәһенә ҡара шәл бөркәнгән лыс һыу тол Ҡатын килә. Ул –Сыҙамлыҡ. Яу ҡырында хәбәрһеҙ юғалған һөйгән йәрен эҙләй ул. Бар өмөтө ҡарт Яугирҙа. Ул ғына әйтә ала Яҡуптың ҡайҙа икәнлеген.
Шаһиттар төркөмөнә һүҙ. Ҡарт Яугир исеменән килгәндәр, уның исеменән һөйләйҙәр: Һуғыштың тәүге йәйе. Сигенеү тигән яманатты күтәрһәк тә, күңелдәрҙә еңеүгә ҡарата бер ниндәй ҙә шик юҡ ине. Бер көн эсендә етенсе ҡат беҙгә фашистар ябырыла. Беҙҙең рәттәр шул тиклем һирәгәйҙе ,тик беҙ ныҡ торорға тырышабыҙ. Шул саҡ берәү ҡурҡып артҡа ҡасты. Уға пуля тейҙе. Кеше ауҙы. Төндә яу ҡыры тынды. Тик бер ыңғырашҡан тауыш ишетелә.
Ҡарт Яугир уны барып тапты. Был теге ҡурҡаҡ ине. Ләкин ул уны ташлап китмәне. Ун көн буйы иңендә йөкмәп килтерҙе ул уны. Ҡара урман йәшел һарай булды, әкиәттәге Сәмреғоштоң килеп ҡотҡарырына ышаныс көслө ине. Ун беренсе кистә оло юлға яҡынлаштылар. Яугир ойоп киткән. Һиҫкәнеп килеп торғанда , эргәһендә Яҡуп юҡ ине , тирә - яғына ҡараһа, ни күрә , ике ҡулын күтәреп ,Яҡуп фашист танкылары эҙе лә кипте. Бына шулар тураһында һөйләне беҙгә ҡарт Яугир.
Судья: Шаһиттарҙы тыңлағандан һуң һүҙҙе Яҡлаусылар төркөмөнә бирәйек. Һеҙ үҙегеҙҙең геройҙы аҡларлыҡ сәбәптәр таптығыҙмы?
Яҡлаусылар төркөмө: (5 –се слайд)
Яҡуп үҙ-үҙен аҡлар өсөн былай ти:
Әсир төшөп тере ҡалыу
Йөҙ ҡат артыҡ, мең ҡат артыҡ;
Тереләй тотоп ашамаҫтар,-
Дошман да бит әҙәм заты.
Кемгә файҙа иртәгә кис
Ҡоҙғон ҡунһа һөйәгемә?
Мин үҙемә кәрәк түгел,
Мин кәрәкмен һөйгәнемә.
Аңлайһыңмы, һөйгәнемә?
Ул үҙенсә, тере ҡала алһа, һөйгәне уны барыбер ҡабул итер, мөхәббәт бөтә нәмәгә ҡарағанда ла көслөрәк, мөхәббәт бөтәһен дә ғәфү итер,- тип уйлай.
(Яҡлаусыларҙың яҡынса яуабы, төркөм төрлөсә фекерҙәр әйтеүе мөмкин)
Судья : Ғәйепләүселәр, һеҙ ниндәй ҡарар сығарырға йыйынаһығыҙ?
Ғәйепләүселәр: Тыуған илен һатҡан кеше аҙаҡ мөхәббәтенә тоғро булырмы? Тыуған илһеҙ нисек матур тормошта йәшәүгә өмөтләнмәк кәрәк?
Башҡорт халҡын быуаттар буйы теҙләндерергә тырышыусылар ҙа булған.
Тик беҙҙең халыҡ аҡтамыр кеүек -тамырын бер ерҙән сабып өҙөргә тырышһалар, ул икенсе ерҙән шытып килеп сыҡҡан. Француздар һуғышында Наполеон һуғышсыларын дер ҡалтыратҡан төньяҡ амурҙарына, батырлыҡ өлгөләре булған Салауатҡа , Шайморатовҡа- ғөмүмән бөтә башҡорт халҡына тап төшөрҙө хыянатсы - ҡурҡаҡ Яҡуп. Бер ниндәй ҙә ярлыҡау юҡ уға. Ундайҙарҙың хатта ҡәбере лә булырға тейеш түгел.
Судья: Кешене хөкөм итеүе һәр ваҡыт еңелерәк кеүек. Ғәйепләүселәр һеҙгә һорау:(6 –сы слайд) Яҡуп урынына үҙегеҙҙе ҡуйып ҡаранығыҙмы , һеҙ шундай осраҡта нимә эшләр инегеҙ?
(Ғәйепләүселәр төркөмөнөң яуаптары)
Судья: Шаһиттарға шундай һорауым бар: (7 - се слайд) Яҡуптың дошманға әсир төшөргә теләүен белһә лә ,юлдашы уны ташламай ,яраларын бәйләй.Уның урынында һеҙ ни эшләр инегеҙ?
(Шаһиттар төркөмөнөң яуаптары )
Судья: Яҡлаусылар төркөмө һеҙгә һорауым: Яҡуптың һуғышта тере ҡалырға тейешлеген һөйгәненә кәрәклеге менән аңлаттығыҙ. Яҡуп юлдашы менән ун көн көнсығышҡа ҡарай килә, шул арауыҡта ла уның сабырлығы шартлап һына. Ә һөйгәне ғорур , ул- сыҙамлыҡ өлгөһө, ул һуғыштан һуң ун йыл буйы һөйгәнен тоғро рәүештә көтә. (8 -се слайд) Тик ғорур Ҡатын тере ҡалған хыянатсыны ҡабул итер инеме икән? Һөйөү бар ерҙә нәфрәт тә бар. Бәлки нәфрәт уты, Тыуған илгә һөйөү мөхәббәттән дә көслөрәктер. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
(Яҡлаусылар төркөмөнөң яуаптары)
Судья: (9 сы слайд) Хатта дошмандарҙың ҡәбере бар,
Өңөлһә лә, әрем баҫһа ла,- тип әйтә автор. Ә ни өсөн Яҡуптың ер йөҙөндә ҡәбере юҡ? Әйҙәгеҙ, Ғәйепләүселәр ҙә , Яҡлаусылар ҙа, Шаһиттар ҙа үҙ фекерҙәрен әйтһендәр.
(Төркөмдәрҙең яуаптары.)
Судья: Үлем менән үлем араһында ла айырма бар. Хыянатсы ,ҡурҡаҡ, Тыуған илен һатҡан бәндәләрҙең хатта ҡәбере лә булмай был донъяла. Тыуған илһеҙ кеше бер кем дә түгел.
Төркөмдәргә тағы ла бер һорауым бар: (10 -сы слайд) был фажиғәнән һуң тол ҡатынға артабан нимә эшләргә, йәшәргә ҡайҙан көс табырға?
(Төркөмдәрҙең яҡынса яуаптары)
Урынынан торҙо ҡатын,
Ләкин һис ни өндәшмәне.
Иңбашынан аҡрын ғына
Шыуып төштө ҡара шәле.
Ҡунаҡ ҡапыл боролдо ла
Сығыр яҡҡа атлап китте,
Иҙәндәге лысма еүеш
Ҡара шәлен тапап китте.
Ул –сабыр. Ул- ғорур. Ул- Сыҙамлыҡ. Тимәк, ул артабан йәшәйәсәк Ҡара һыуҙар ҙа ағып бөтөр, ҡара ҡайғыларҙы ла йыуыр. Йәшәү дауам итер.
Судья: Бөйөк Ватан һуғышы күптәр өсөн батырлыҡҡа, тоғролоҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынау булды. Яуҙа үҙ ғүмерҙәрен аямай алға барған, хатта хыянатсы бәндәләрҙе лә яу яланында ташлап китмәгән яугирҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Тыуған ил тойғоһо булмаған әҙәмдәрҙең генә кешеләрсә үлә белмәүҙәре хаҡында һөйләштек беҙ бөгөн. Судыбыҙ аҙағына яҡынлаша. Хөкөм ҡарары ҡабул итер ваҡыт та етте. Хәҙер һәр төркөм геройҙарға үҙ ҡарарын сығара. Ҡарарҙы синквейн рәүешендә төҙөргә тәҡдим итәм. Ғәйепләүселәр төркөмө Яҡупҡа, Яҡлаусылар Ҡатынға ,Шаһиттар Яугирға ҡарата үҙ ҡарарҙарын сығаралар. (Синквейн рәүешендә)
Ғәйепләүселәр ( Яҡынса синквейн)
Яҡуп.
Ҡурҡаҡ, ҡурҡыныс.
Һатыла , тубыҡлана, иҙелә.
Ундайҙарҙың йәшәүгә лә, ҡәбергә лә хоҡуғы юҡ.
Хыянатсы.
Яҡлаусылар. (Яҡынса яуап.)
Ҡатын.
Түҙемле, тоғро.
Һағына, көтә, эҙләй.
Ул бәхетле булырға хаҡлы.
Сыҙамлыҡ.
Шаһиттар төркөмө (Яҡынса яуап)
Яугир.
Ҡыйыу , көслө.
Өмөтләнә, ярҙамлаша, ерәнә.
Ундайҙарға һәйкәл ҡуйырға.
Батырлыҡ.
Судья: Һәр төркөм үҙ ҡарарын сығарҙы. Һеҙҙең хөкөмөгөҙ менән мин дә килешәм. Судыбыҙ шуның менән тамам.
3.Йомғаҡлау.
Уҡытыусы: (11 -се слайд) Заман башҡа ,заң башҡа, - тип әйтәләр халыҡта. Заман үҙгәреү менән Тыуған ил тойғоһо тигән төшөнсә лә үҙгәрәме икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?, Нимә ул һеҙҙең өсөн Тыуған ил тойғоһо?
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
Тыуған ил тойғоһо минең өсөн- (уҡыусы дауам итә)
Судья: Тыуған ил берәү генә була. (12 - се слайд) Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, -ти халыҡ . Һеҙ ҙә Тыуған илебеҙгә, тыуған еребеҙгә кәрәкле кешеләр булырһығыҙ, ниндәй генә заманда йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, Ватанға тоғролоҡ төшөнсәһен юғары ҡуйырһығыҙ тип ышанам. Ә Яҡупҡа килгәндә, ул үҙ язаһын алған, хатта ер йөҙөндә уның ҡәбере лә юҡ ,ҡәберең дә булмау- шунан да ҙурыраҡ яза бармы икән.
4. Баһалау.
Ә хәҙер төркөмдәр бер- берегеҙгә баһа ҡуяһығыҙ. Һәр төркөм үҙ ролен башҡарып сыға алдымы, етерлек дәлилдәр килтерҙеме?
(Ғәйепләүселәр төркөмөн баһалайбыҙ)
(Шаһиттар төркөмөн баһалайбыҙ)
(Яҡлаусылар төркөмөн баһалайбыҙ)
Уҡытыусы: Һеҙҙең бөгөнгө эшегеҙ менән мин дә ҡәнәғәтмен. Бик актив эшләнегеҙ ,ентекле дәлилдәр килтерҙегеҙ.
5.Өйгә эш: Тыуған ил темаһына синквейн төҙөргә.
Тема: С. Рахманғоловтың “Сәскә атыр саҡта кипкән гөл” статьяһы буйынса әхлаҡ дәресе.(10- сы класс өсөн)
Маҡсат: республикала башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡыусыларҙы ҙур тормошҡа әҙерләү, фекерҙәрҙе дәлилләй белергә, бәхәс аша дөрөҫлөктө табырға өйрәтеү.
Дәрес төрө: әхлаҡ дәресе.
Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә,һорау-яуаптар, мәҡәл, әйтемдәр ҡулланыу, һүҙлек менән эш, тасиури уҡыу алымдары,ИКТ ҡулланыу, ижади эш.
Предмет буйынса нәтижәләр: туған телдең матурлығын аңлау, телмәрҙе байытыу.
Шәхси нәтижәләр: ғаилә ҡәҙерен аңларға, ғаилә культураһына өрәнеү, ихтыяр көсө тәрбиәләү.
Предмет-ара бәйләнеш: халыҡ ижады , тарих менән бәйләү.
Йыһазландырыу: республикала сыҡҡан башҡорт телендәге гәзит журналдар, проектор.”Йәшлек” 2010й. 30 октябрь
Класта парталар түңәрәк өҫтәл рәүешендә ҡуйылған, уҡыусылар менән һөйләшеү түңәрәк өҫтәл артында бара.
Дәрес барышы.
1. Инеш.
-Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Беҙ бөгөн ябай дәрескә генә түгел, ә бөтәбеҙ өсөн дә бик мөһим булған һөйләшәүгә йыйылғанбыҙ. Һөйләшеүебеҙҙе башлар алдынан кластағы күргәҙмәгә күҙ һалайыҡ.
Нимәләрҙе күрәһегеҙ?
(Республикала сыҡҡан гәзит –журналдар)
Беҙҙең республикала балалар өсөн дә, йәштәр өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә башҡорт телендә күп баҫмалар донъя күрә.
-Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ белгәндәрен һанап китегеҙ.
(слайд)
(Балалар үҙҙәренә таныш гәзит журналдарҙы һанай баралар , уҡытыусы күргәҙмәнән дә алып күрһәтә, слайдтарҙа ла сыға)
-Ошо газеталарҙың араһынан ҡайһыларын алдыраһығыҙ?
(Уҡыусыларҙың яуабы)
-Балалар, мин дә күп баҫмалар араһынан үҙемә иң оҡшағанын әйтәйем әле. (слайд. “Йәшлек”) гәзитен уҡырға яратам мин. Бында журналистар бик актуаль мәсьәләләрҙе күтәрәләр, беҙҙе уйланырға мәжбүр итәләр. Учалынан Б. Ҡаһарманова матур статьялар яҙа. С. Рахманғоловтың статьялары ла бик фәһемле.
(слайд. “Бөтә бәхетле ғаиләләр ҙә бер – беренә оҡшаш, һәр бәхетһеҙ ғаилә үҙенсә бәхетһеҙ”), - тигән бөйөк рус яҙыусыһы Л. Н. Толстой.
“ Йәшлек” хәбәрсеһе С. Рахманғолов та үҙ статьяларында тормошобоҙҙағы бик сетерекле мәсьәләләргә туҡтала,уларҙы төҙәтеү юлын эҙләй. Шуларҙың береһе – ғаилә мәсьәләләре. Ғаилә, ундағы тәрбиәгә башҡорт халҡында борон – борондән ҙур иғтибар бүленгән. Һеҙгә үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға ла ваҡыт етеп килә. Үҙегеҙҙең буласаҡ ғаиләгеҙҙе күҙ алдына баҫтырып ҡарағанығыҙ бармы? Ул ниндәй булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
-Балалар, һеҙ барығыҙ ҙа матур ,татыу ғаилә тураһында хыялланаһығыҙ. Был тик маҡтауға ғына лайыҡ. Тик бының өсөн хыялланыу ғына етмәй, ә арымай – талмай ошо хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Әҙәбиәт дәрестәре, гәзит биттәрендә баҫылған статьялар беҙҙе оло тормошҡа әҙерләй, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, кешеләргә лә, үҙеңә лә ышанысты юғалтмаҫҡа өндәй.
2.Төп өлөш.
-Уҡыусылар, бөгөнгө дәрескә эпиграф итеп халыҡ әйтемен алдым .
(слайд. Кешенекен күҙәт, үҙеңдекен төҙәт).
- Әйҙәгеҙ ,ҡысҡырып уҡыйыҡ.
-Беҙ бөгөн дәрестә С. Рахманғоловтың “Йәшлек” гәзитендә баҫылған” Сәскә атыр саҡта кипкән гөл” сатьяһына байҡау яһап, үҙ һығымталарыбыҙҙы эшләп ҡараясаҡбыҙ. Һеҙ уйлап, бер фекергә килеп ултырығыҙ: атай – олатайҙарыбыҙ дөрөҫ әйткәнме? Ни өсөн кешенекенә ҡарап ,үҙебеҙҙекен төҙәтергә тейешбеҙ һуң?
-Иң тәүҙә статьяның йөкмәткеһен иҫкә төшөрәйек.
( Бер- нисә уҡыусы йөкмәткене һөйләй)
-Уҡыусылар, автор был статьяһына ниндәй проблемаларҙы күтәргән? (ғаиләләге мөнәсәбәттәр, эскелек, ата- әсәнең йүнһеҙлеге арҡаһында балаларҙың ыҙалауы)
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
-Дәрескә әҙерләнгәндә “Ғаилә һүҙен нисек аңлайһығыҙ,”- тигән һорауҙы өлкәндәргә лә, балаларға ла, хатта кескәйҙәргә лә биреп ҡараным. Видеояҙманан уларҙың фекерҙәрен тыңлайыҡ.
(Яҙманы тыңлау.)
-Нисек кенә булмаһын, ғаилә- бөтәһе өсөн дә атай- әсәй, бер- берен яратҡан , аңлаған кешеләр. Һүҙлектә ғаилә һүҙенә бындай аңлатма бирелгән, әйҙәгеҙ, ҡысҡырып уҡыйыҡ.
(слайд “Ғаилә- бәләкәй бер дәүләт, бер- береһе менән рухи һәм матди яҡтан бәйләнгән кешеләр берлеге”)
-Уҡыусылар, беҙ Диананың ғаиләһен ысын мәғәнәһендә ғаилә тип атай алабыҙмы?
- (ғаилә тип әйтеп булмай , әйтергә теләгән ваҡытта ла иң бәхетһеҙ ғаиләләрҙең береһе)
(Слайд.” Атай ғаилә тотҡаһы”), -тип әйтәләр халыҡта. Диананың атаһын ғаилә тотҡаһы , ил терәге була алырлыҡмы ул?
- (ысын ирҙәр физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө булырға тейештәр. Диананың атаһы иң ихтыярһыҙ кешеләрҙең береһе, ил шундай ирҙәргә терәлеп ҡалһа , харап булырға ла күп кәрәкмәй)
- Уҡыусылыр , беҙҙең халыҡ күпте күргән, күпте кисергән халыҡ ҡына түгел , ә тапҡыр һүҙле булыуы менән дә айырылып тора. Борон – борондан ҡатын , әсә ғаилә усағын һүндермәүсе, балаларҙа күркәмлек, рухи байлыҡ орлоҡтарын сәсеүсе булып дан алған. Башҡорт ирҙәре ниндәй генә яуҙарҙа ҡатнашмаған, ҡайҙа ғына походтарға йөрөмәгән, уның күңеле тыныс булған: өйҙә әсә кеше донъя тотҡаһы булған.
(Слайд. “Донъя күрке – изге әсәләр”) , - тигәндәр шуға ла беҙҙең халыҡта.
Тик Диананың әсәһе изге әсә, күркәм ҡатын исеменә лайыҡмы һуң?
-(уҡыусыларҙың яуаптары төрлө булыуы мөмкин , һәр уҡыусы үҙ фекерен иҫбатлай)
(Слайд) Бәхет теләй кеше,
Бәхет көтә,
Бәхет көтә бала саҡтан уҡ.
Бәхет шул ул:
Атай - әсәй тиеп
Әйтә алһам һәр саҡ шатланып.
- Балалар, шиғыр юлдарын уҡығас, һеҙ үҙегеҙҙең ғаиләгеҙҙе, атай- әсәйегеҙҙе күҙ алдына баҫтырғанһығыҙҙыр, моғайын.Үҙегеҙ үҫкән ғаилә тураһында һөйләп китһәгеҙ бик яҡшы булыр ине. Өйҙә “ Ғаилә фотоальбомы” төҙөргә биргән инем. Рәхим итегеҙ.
(Бер- нисә уҡыусы үҙ ғаиләһе хаҡында һөйләй.)
- Рәхмәт, уҡыусылар. Һеҙ , ысынлап та , бик бәхетле балалар, тик ҡәҙерен генә белегеҙ. Хәҙер инде Диананың бала сағын үҙегеҙҙеке менән сағыштырып ҡарағыҙ, уның бала сағын бәхетле тип әйтә алабыҙмы?
- (Юҡ)
-Уның бәләләрендә кем ғәйепле тип уйлайһығыҙ ?
(слайд. “Башҡаларҙан ғибрәт алған кеше- бәхетле”)
–Уҡыусылар был юлдар бөтәгеҙҙең дә тормош девизына әйләнһен. Насарлыҡтан ғибрәт алып, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәүегеҙ тормошоғоҙҙоң төп маҡсаты булһын.
-Инде ғаиләләге мөнәсәбәттәр тураһында һөләшеп алайыҡ. Андрейҙың ҡатынына булған мөнәсәбәтен һеҙ нисек баһалайһығыҙ? Ғөмүмән ир кеше ҡатынына ҡул күтәреп һуғырға тейешме? Ундай ирҙәрҙе көслө заттар иҫәбенә индерергә буламы?
- (һәр уҡыусы үҙ яуабын иҫбатлай)
(Слайд. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр)- ти халыҡ мәҡәле. Ата һөйөүен , әсә наҙын татып үҫмәгән Диананың тормошо – оло фажиғә. Асыу- нәфрәтен , бар бәхетһеҙлеген Андрейҙан күреп, уны сәнсә. Тик шундай фажиғәнән һуң да фәһем алырға теләмәй, ә упҡынға тәгәрәгәндән –тәгәрәй. Донъяла ниндәй генә ҡыйынлыҡтарға осраһаң да ихтыяр көсөң, теләгең була икән, ҡуйған маҡсаттарға ирешергә мөмкин. Ауыр хәлдә ҡалған ҡатындарға ярҙам итеү үҙәктәре лә, төрлө ышаныс телефондары ла эщләй беҙҙең республикала. Бәлки, ғаиләһендә таяныс тапмағас, ярҙам һорап йәмғиәтебеҙгә мөрәжәғәт итергә кәрәк булғандыр. Тик үҙеңдә көс табып эскелек һаҙлығынан сыға алырға, артабан матур итеп йәшәргә кәрәк. Диана ҡайҙа хаталанды икән, уҡыусылар?
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
(Слайд . Ныҡлы ғаилә - ил терәге) , -тиҙәр башҡорт халҡында. Быны һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
-Диана үҫкән ғаилә илгә терәк булырлыҡмы ул?
(Яуаптар)
-Уҡыусылар, ни өсөн мин бөгөнгө дәрескә (слайд. “Кешенекен күҙәт, үҙеңдекен төҙәт” ) тигән эпиграф алдым һуң. Һеҙ үҙегеҙгә ниндәйҙер һығымталар яһанығыҙмы?
-(уҡыусыларҙың дәрескә һығымталарын тыңлау. Һәр уҡыусы берәр һөйләм менән үһ һығымтаһын әйтһә, бигерәк тә һәйбәт)
- Шулай , балалар. Башҡаларҙан ғибрәт алған кеше- бәхетле. Тик Диана әсәһенән ғибрәт алырға теләмәй, киреһенсә уның хаталарын ҡабатлай.
Бөгөн йәмғиәтебеҙҙә ошондай ғаиләләр ҙә йыш осрай. Быға беҙҙең ауыр тормош, матди ауырлыҡтар, бөтмәҫ- төкәнмәҫ проблемалар ғәйеплеме, әллә барыһы ла кешенең үҙенән торамы. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ.
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Диананың артабанғы тормошон юлға һалыр өсөн үҙенең генә көсө етерме икән?
- (уҡыусыларҙың яуабы)
-Автор һуңғы тапҡыр Диананы бик насар ҡиәфәттә иҫерек ирҙәр менән күреп, шаңҡып ҡалыуы тураһында яҙа. Шулай булһа ла , уҡыусылар, өмөттәребеҙҙе өҙмәйек, , беҙ ҙә Дианаға үҙебеҙҙең изге теләктәребеҙҙе еткерәйек.
(Уҡыусылар үҙ теләктәрен әйтәләр)
-
Йомғаҡлау.
- Мин дә , уҡыусылар, Дианаға ла, һеҙгә лә тик изге теләктәр геә теләйем. Донъяла яҡшы кешеләр бөтмәгән ниндәй генә ауыр хәлдә лә , берәү ярҙам итмәһә , икенсеһе итер. Ьер ваҡытта ла кешеләргә булған ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ, кешеләрҙекен күҙәтегеҙ, яманына ғибрәт алығыҙ, яҡшыһының артынан эйәрегеҙ. Ихтыяр көсөгөҙ ҡаҡшамаһын, илебеҙгә терәк булырһай ғаиләләр ҡороғоҙ.
Слайд. (күмәкләп уҡыу) Ерҙә миңә ни кәрәк?
Атай һәм әсәй кәрәк.
Ерҙә миңә ни кәрәк?
Беҙ йәшәгән өй кәрәк.
Ерҙә миңә ни кәрәк?
Тыуып –үҫкән ил кәрәк.
Ерҙә миңә ни кәрәк?
Мәңге имен ил кәрәк.
Атай һәм әсәй кәрәк. – тигән теләктәр менән дәресебеҙҙе тамамлайбыҙ. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ тыныс, ғаиләләребеҙ ныҡлы, балалар бәхетле булһын. Дәрестә бик тос фекерҙәр яңғыраны, барығыҙ ҙа бик әүҙем эшләнегеҙ , үҙегеҙ ҙә матур ғаиләләр ҡорорһоғоҙ тигән ышаныста ҡалам. Дәрестә ғаилә, атай- әсәйҙәр, тыуған ил тураһында миҫал итеп алынған күп тапҡыр һүҙҙәр – халҡыбыҙҙың бөтмәҫ – төкәнмәҫ хазинаһы. Атай- олатайҙарыбыҙҙың күҙәтеүсәнлегенә, оло аҡылына ишара.
-
Баһалау.
-Бөгөн ,уҡыусылар, беҙ бик фәһемле фекер алыштыҡ,ә һеҙҙең тарафтан яңғыраған матур фекерҙәр һеҙгә оло баһа. Йылдар үтеү менән һеҙҙең матур ғаиләләрегеҙ, тормошҡа ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеүегеҙҙе ишетһәм, бөгөнгө дәрес юҡҡа үтмәгән тигән һығымта яһармын да , мин дә үҙемде баһалармын.
5. Өйгә эш. Ғаилә, әхлаҡ тураһында тапҡыр һүҙҙәр яҙырға.
Тема : Н. Мусиндың” Йыртҡыс тиреһе” әҫәрендә йыртҡыслыҡ проблемаһы.(8-се класс өсөн)
Маҡсат: Н. Мусиндың ижады менән яҡынданыраҡ танышыу;
уның әҫәрҙәрен төптәнерәк өйрәнеү;
һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ фекреңде иҫбатларға өйрәнеү;
уҡыусыларҙа намыҫ, ғәҙеллек, әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү.
Дәрес төрө: йомғаҡлау дәресе.
Уҡытыу методы: аңлатыу, эҙләнеү методтары,бәхәс.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек эше, тәржемә итеү,тасиури уҡыу алымдары, ИКТ ҡулланыу , ижади эш.
Предмет буйынса нәтижәләр: Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин әҫәрҙәренең проблематикаһын асыу.
Шәхси нәтижәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау, төшөнөү,
Предмет-ара бәйләнеш: тәбиғәт менән бәйләү.
Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе,слайдтар
Уҡытыусы | Уҡыусылар |
Ойоштороу. –Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! -Дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Иң тәүҙә дәрестең эпиграфы менән танышайыҡ.(1-се слайд. -Кешелегеңде, намыҫыңды юғалтма, улым. Хәләл көс менән йәшә, донъяңда харам малдың остоғо ла булмаһын.Бүтән кешеләргә изгелекле, игелекле бул, әммә замана түрәләре ҡурайына бейемә) -Был юлдар кемдең ниндәй әҫәренән алынған? -Кем әйтеп ҡалдыра һуң бындай васыятты? -Хәҙер һеҙ балаларығыҙға шундай кәңәштәрегеҙҙе бирер инегеҙме? -Һәр кем үҙенсә уйлай. Һәм һәр кем үҙенсә дөрөҫ. Н. Мусин да тәбиғәт кешеләре , уларҙың тормошо аша тормошта нисек намыҫыңды юғалтмай йәшәргә һуң тигән һорауға яуап эҙләгән, беҙҙе лә уйланырға мәжбүр иткән бик күп әҫәрҙәр яҙған. Шуларҙың береһе “Йыртҡыс тиреһе” әҫәре. Төп өлөш. -Бөгөн беҙ дәрестә повеста күтәрелгән проблемаларҙың береһенә туҡталып китәсәкбеҙ. Иң тәүҙә төп образаздарҙы һанап сығайыҡ. -Һолтанбай менән Булашовҡа нимә тиреһе кәрәк? -Айыуҙы төп образдар иҫәбенә индерә алабыҙмы? - Ә һеҙ айыу хаҡында нимәләр беләһегеҙ? -Бик яҡшы. Ә хәҙер айыу тураһына белешмә уҡып китәйек. -Айыуҙы йыртҡыс йәнлек тип атағандар. Йыртҡыс һүҙен аңлатып ҡарайыҡ әле. -Һүҙлектә йыртҡыс һүҙенә ниндәй аңлатма бирелгән икән. -Уҡыусылар, был повеста йыртҡыс тик айыу ғынамы. Әллә һәр ҡайһыһы үҙ мәнфәғәтен уйлаған кешеләр ҙә йыртҡысмы икән? -Ғүмер буйы ата васыятына тоғро ҡалып, намыҫ һаҡлап йәшәгән Һолтанбайҙы нимә мәжбүр итә һуң айыу һунарына барырға? - Дәресебеҙҙең төп һорауына яуап эҙләпҡарайыҡ . Айыу тиреһе ниңә кәрәк? -Ә ниңә Һолтанбай ғүмер буйы тик үҙенә генә ышанып йәшәргә өйрәнһә лә , был юлы Булашовҡа ҡаршы тора алмай, айыу атырға барырға ризалаша? -Уҡыусылар, Һолтанбайҙың атаһы ниндәй кеше булған? -Яуымбай ниндәй генә ҡыйын мәлдәрҙә лә үҙенең йәшәү принцибина хыянат итмәй, ә Һолтанбайҙы атаһы һымаҡ көслө тип әйтә алабыҙмы? -Тик үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан Булашовтың леспромхоз директоры булып эшләргә хәленән килерлекме? ( Яуымбайға, Һолтанбайға, Булашовҡа характеристика төҙөү, синквейн рәүешендә.) -Һолтанбайҙың фажиғәле үлеменә урман йыртҡысы айыу ғәйеплеме, әллә кешеме? -Уҡыусылар , яҙыусы Яуымбай, Һолтанбай, Булашов образдары аша ниндәй проблеманы күтәргән. -Автор йыртҡыслыҡ проблемаһын нисек асып биреүгә өлгәшкән һуң? -Әҫәрҙә Һолтанбайҙы йыртҡыс тип атай алабыҙмы? Йомғаҡлау. -Уҡыусылар, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, беҙҙең тормошта кем йыртҡысыраҡ булып килеп сыға инде йыртҡыс айыумы әллә кешеме. (слайд 5. -Кешеләргә ышанысты юғалтыу- йәшәүгә ышанысты юғалтыу ) – тип әҫәрҙә кем әйтә? Һеҙ уның менән килешәһегеҙме? -Уҡыусылар, Яуымбайҙың һәр фекере шундай фәһемле. Уның менән килешмәү мөмкин түгел. Донъяла һәр ваҡыт яманлыҡ менән яҡшылыҡ бергә йөрөй, йыртҡыс булаһыңмы, мәрхәмәтле булаһыңмы- тик үҙеңдән генә тора. Әйҙәгеҙ, һәр берегеҙ берәр һөйләм менән бөгөнгө дәрестең һығымтаһын яҙып ҡуйһын. “Бөгөнгө дәрес мине нимәгә өйрәтте ?”- һорауына яуап рәүешендә яңғыраһын ул. -Бик матур фекерҙәр яңғыраны, тимәк беҙҙең бөгөнгө дәрес бушҡа үтмәгән. Баһалау. -Мин һеҙҙең барығыҙға ла яҡшы баһалар ҡуям, ә һеҙ үҙегеҙҙе нисек баһалар инегеҙ? Өй эше. Йыртҡыс темаһына синквейн төҙөргә. | Һаумыһығыҙ, һаумы әле! Шундай йылы һүҙ икән. Һәр күңелде иретерлек, һәр кемгә лә үҙ икән. Н. Мусиндың” Йыртҡыс тиреһе” әҫәренән. Һолтанбайға атаһы Яуымбай әйтә. һәр уҡыусы үҙ яуабын иҫбатлай (2- се слайд.Әҫәрҙең тышлығы слайдта сыға) Яуымбай, Һолтанбай, Булашов. Айыу тиреһе. Уҡыусылар яуаптарын әйтәләр. Яуаптар. Слайдтан бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.(3-сө слайд. Ҡушымта 1 ) Уҡыусылар үҙҙәренсә аңлата. Бер уҡыусы слайдтан уҡый.(4- се слайд. Йыртҡыс – 1.Башҡа хайуандарҙы тотоп, итен ашап йәшәгән хайуан. Бик ҡаты бәғерле, мәрхәмәтһеҙ кешегә ҡарата әйтелә.) Һәр уҡыусы үҙ фекерен әйтә. Уҡыусыларҙың яуабы. Һолтанбайға балаһын уҡырға кертер өсөн, Булашовҡа Өфөлә яҡшы эш урыны алыр өсөн тигән яуаптар әйтә. -Заманалар ҡатмарлы, бала һөнәр алһа , яҡшы булыр ине тип уйлай ул. Уҡыусыларҙың яуабы. Һәр уҡыусы үҙ фекерен әйтә. Яуаптар. Уҡыусылар синквейндарын уҡыйҙар. Йыртҡыс тиреһе ябынған кеше ғәйепле. Йыртҡыслыҡ проблемаһын. Айыу инстинктив рәүештә, үҙ ғүмерен һаҡлар өсөн кешегә ташланһа, Булашов кеүек йыртҡыс тиреһе ябынған кешеләр үҙ файҙаһы өсөн генә йыртҡыстарса ҡыланалар. -Ул да үҙенсә йыртҡыс. Ғүмер буйы һунарға йөрөгән, үҙен бер ҙә айыуҙан еңелмәҫтәй күргән, тик был юлы айыу- йыртҡыс кеше- йыртҡысты үлемесле яралап өлгөргән, ә икенсе кеше- йыртҡыс аңлы рәүештә ярҙам итмәгән, сөнки тирене тиҙерәк Өфөгә алып китергә кәрәк булған. Яуаптар. Яуымбай. Һәр кем үҙ фекерен әйтә. Уҡыусылар һығымталарын уҡыйҙар Яуаптар. |
Ҡушымта 1
Башҡортостандың таулы-урманлы райондарында һоро айыу йәшәй. Йыш ҡына ауылдарға яҡын киләләр. Улар хайуандарҙың итенән тыш, көртмәле, ҡурай еләге, миләш, балан һәм башҡа емеш-еләк менән туҡлана.
Ғәҙәттә, ҡар яуыу менән өңдәренә инеп яталар һәм апрель урталарына тиклем йоҡлайҙар. Һирәкләп кеше ашаусылары ла килеп сыға. Бынан бер нисә йыл элек Бөрйән районда бер айҙа дүрт кешене юҡ иткән йыртҡыс тураһында әле лә онотмайҙар.
Урал айыуҙарының ауырлығы ярты тоннаға етә. Балалары ҡышҡыһын тыуа. Әйткәндәй, был хайуандар өңдәрен ҡоро, ҡалҡыу урындарҙа ҡора. Аҫтарына ҡоро япраҡ, ваҡ ботаҡтар йәйәләр. Һунарсылар әйтеүенсә, айыу балалары тыуғанда бейәләй ҙурлыҡ ҡына, күҙҙәре йомоҡ, ҡолаҡтары ишетмәй, тешһеҙ була икән. Ә яҙын уяныуға 5 – 6 килограмға етәләр.
Йыртҡыс хайуан булһалар ҙа, улар дәүләт тарафынан һаҡлана. Рөхсәтһеҙ һунар иткән, атҡан өсөн ҙур күләмдә штраф һалына. Ситтән ҡарағанда аҡрын, яй күренгән айыу ысынында бик етеҙ, һығылмалы. Ул ат кеүек шәп йүгерә, оҙаҡ итеп һыуҙа йөҙә ала. Ә тырнаҡтары шундай осло. Алғы аяҡтары ныҡ үҫешкән. Бер һуғыуҙа оло кешенең умыртҡа һөйәген һындыра ала. Ҙур хайуандың ҡабырғаһын аҡтарып килтереп сығарыу йәки баш һөйәген онтау уға бер ни тормай, тиҙәр. Бына ниндәй көслө, ҡурҡыныс йыртҡыс ул.
(10-сы класс өсөн)
Тема: Мин рухымдың аҫыл хазинаһын,
Илем, һиңә биреп ҡалдырҙым. (З. Биишева)
Маҡсат: З. Биишеваның тормош юлы менән яҡындан танышыу, яҙыусы әҫәрҙәенә байҡау яһау, телмәр үҫтереү.
(З. Биишева)
Телдән әҙәби журнал.
(Проекторҙа З. Биишеваның ”Хәйерле көн” шиғыры. Шиғырҙы бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый).
Хәйерле көн һеҙгә, хәйерле көн,
Хәйерле көн ,дуҫтар, туғандар!
Хәйерле көн һеҙгә ,донъя йөгөн
Йөкләп барған ирҙәр ,уландар!
Хәйерле көн һеҙгә ,сос ҡатындар-
Донъя күрке -изге әсәләр!
Хәйерле көн һеҙгә, эшсән ҡыҙҙар
Ер биҙәге – алһыу сәскәләр!
Хәйерле көн, күңел күҙкәйегеҙ
Көн –ҡояштай яҡты, саф булһын
Хәйлә, мәкер ,яла – ялғандарҙан
Йәнегеҙ пак, азат, шат булһын.
Хәйерле көн һеҙгә, һәр ваҡытта
Кеше булып ҡалған Кешеләр!
Һеҙҙең ҡулда барлыҡ ил яҙмышы,
Һеҙгә таянып тора Кешелек!
Хәйерле көн, имен ,аманлыҡта
Гөрләп үтһен хеҙмәт йылығыҙ.
Һеҙҙең тырышлыҡтан ҡеүәт алып,
Балҡып торһон тыуған илебеҙ.
Уҡытыусы: Ошо матур юлдарҙың авторы З. Биишеваның 2013 йылда 105 йәше тулыуы айҡанлы республикабыҙҙа төрлө саралар үтә. Беҙ ҙә бөгөн әҙибәнең тормошона, ижадына байҡау яһап, башҡорт ҡатын –ҡыҙҙарының түҙемлек, сабырлыҡ, бөйөклөк өлгөһө булған Зәйнәп апай алдында тағы ла бер тапҡыр баш эйәйек.
-
Журналдың беренсе бите асыла. З. Биишеваның портеты һәм журналдың исеме.
«Мин рухымдың аҫыл хазинаһын
Илем һиңә биреп ҡалдырҙым.” -
тип атала беҙҙең журналыбыҙ.
2. Журналдың икенсе бите асыла.
Бала саҡ йылдары.
-тип яҙылған. Проекторҙа З. Биишеваның фотолары.
а) (Бер нисә уҡыусы яҙыусының бала сағы тураһында һөйләй.)
б ) “Кәмһетелгәндәр” романының тышлығының һүрәте һәм романдан өҙөктө бер уҡыусының проектор таҡтаһынан ҡысҡырып уҡыуы.
«Ошондай үтә күңелһеҙ көндәрҙең береһендә Байгилде ағай Уралға Ҡормош байҙарға көнлөкләп бесән эшләргә китмәне. Бибеш тә өйҙән сыҡманы.Улы Сәхиулла менән Сыуаҡай әбей ҙә, Бибекәйҙәрҙең атаһы Шаһиморат ағай менән Шәһит бабай ҙа бында. Улар ниндәйҙер артыҡ ҡайғылы, борсоулы төҫ менән өйгә әленән - әле инеп- сығып йөрөйҙәр. Өйҙә кемдеңдер мөңгөрәп ҡөрьән уҡығаны ишетелә. Йәнеш менән Емеш ,был ят күренеште күҙәтеп, ҡапҡа төбөндә бер аҙ торғандан һуң, ҡапыл нимәгәлер төшөнгән һымаҡ өйгә табан йүгерҙеләр.
Йәнеш менән Емеш йүгереп барып урындыҡҡа менделәр ҙә икеһе бер юлы:
- Әсәй!
-Әсәйем! – тип ҡысҡырып илап ебәрҙеләр.
- Әсәйегеҙ йоҡлай. Бар, ҡыҙҙарым, тышта йөрөп тороғоҙ, – тине Сыуаҡай әбей. Йәнеш өндәшмәне. Ә Емеш күҙҙәрен ғәҙәттән тыш ҙур асып, әсәһенә оҙаҡ- оҙаҡ йәшһеҙ – ниһеҙ текләп торҙо ла ниндәйҙер ғәжәп бер тыныс тауыш менән:
- Эйе йоҡлай һиңә! Әсәйем үлгән дә ул. Әсәйем юҡ инде минең - тине.»
Уҡытыусы: Бөтөнләй бала ғына көйөнсә әсәйһеҙ ҡалып , үгәй инә тәрбиәһендә донъяның бар ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған романдағы Емеш, ысынбарлыҡтағы Зәйнәп - оло үрҙәрҙе яулаған шәхес.
в) Проектор таҡтала З. Биишеваның «Үткән юлдар, уҙған йылдар» әҫәренән өҙөктө бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.
«Бала саҡ. Фажиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та, йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ. «Кәмһетелгәндәр» романын уҡыған кеше Емеш тигән кескәй ҡыҙ менән таныш инде. Емештең тормошо –ул минең бала сағым. Әлбиттә, ул бында әҙәби әҫәргә хас рәүештә үҙгәртеп, дөйөмләштереп алынған. Шуныһы факт - бында уйлап сығаралған деталь юҡ. Ғөмүмөн «Кәмһетелгәндәр» – ул автобиографик роман. Байгилделәр ғаиләһенең нигеҙендә беҙҙең ғаиләнең яҙмышы ята.» -тип яҙа З. Биишева.
Уҡытыусы: Емеш- Зәйнәптең үткер телле лә, ғорур ҙа ,шул уҡ ваҡытта нескә күңелле булып үҫеүен автор романда бик матур итеп тасуирлаған. Әйҙәгеҙ романдан бер өҙөктө ҡарап бының ысынлап та шулай икәнен иҫбатлайыҡ.
( Уҡыусыларҙың бер өҙөктө сәхнәләштереүе. Уҡытыусы ҡарамағында. Мин Таибә әбей килгәндә, үгәй әсәһенең кеше алдында һәйбәт булып күренергә тырышып, Емешкә бәләкәй генә май киҫәге биреүен, Емештең “Май ашаны икән ти”,- тип тороп киткән эпизодты сәхнәләштереү өсөн алдым)
Уҡытыусы: Бала сағы нисек кенә ауыр бумаһын, яҡтыға ,аң-белемгә ынтылыусы Зәйнәпте артабан уҡырға, кеше булырға тырышыу теләге мәктәпкә алып килә.
3. Журналдың өсөнсө бите асыла.
Мәктәп йылдары.
тигән яҙыу проекторҙа. Шулай уҡ З. Биишеваның төрлө йылдарҙа төшкән фотолары.
Уҡытыусы: Тәү башлап мин мәктәпкә 1920 йылда индем. – тип яҙа З. Биишева.
(Мәктәптә уҡыған йылдары тураһында бер нисә уҡыусының һөйләүе)
а) Проекторҙа «Оло Эйек буйында» китабының тышлығы.
Уҡытыусы:Ғүмере буйына кәмһетелеп, иҙелеп йәшәгән халыҡҡа Октябрь революцияһы уҡыуға, белем алыуға мөмкинлектәр аса.
«Оло Эйек буйында» романында автор ябай халыҡтың, шулай уҡ үҙенең дә аңының үҫеүе , кешеләрҙең тормошонда күп үҙгәрештәр булыуы, һәм шулай уҡ ерһеҙҙәргә ер, белемһеҙҙәргә белем ,Емеш кеүек етемдәргә аң – белемгә юл асылыу өсөн көрәштә үҙенең яҡындарын юғалтыуға ҡарамаҫтан, ғорур атлап алға барыуы хаҡында яҙа.
б) (Балалар Емеш менән Оло Эйектең диалогын сәхнәләштерә)
Емеш : Оло Эйек ,мин бында, Ҡуштирәк янында. Ул да ҡартайҙы.
Оло Эйек : Тамырынан йәш үҫенте сығып килә. Өмөтөңдө шуға күсер. Бәлки ул тағы ла күркәмерәк Ҡуштирәк булыр, донъяға тағы ла матурыраҡ илһам, дәрт бирер.
Емеш : Донъя һәр саҡ матур булыр Оло Эйек буйында , тик минең халҡым яңы ҡуштирәк янында йырлап- уйнап ,шатланып торор микән?
Оло Эйек: Быныһы инде халыҡтың үҙенән тора.
Уҡытыусы: Халҡыбыҙ Оло Эйектең ышанысын аҡланы. Артабан үҫеште, ә Зәйнәп , балаларын аң – белемгә өйрәткән , халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә өндәгән Бейеш тархан затынан булыуын үҙенең сағыу тормошо , халыҡсан рухлы әҫәрҙәре менән иҫбатланы.
в) ( Бер уҡыусы З. Биишеваның «Ҡырыҫ булды» шиғырын яттан һөйләй.)
4. Журналдың дүртенсе бите асыла.
(З. Биишеваның Каруанһарайҙа уҡыған йылдарҙа төшкән фотолары һәм дүртенсе биттең исеме яҙылған)
Каруанһарай.
Уҡытыусы: Каруанһарай башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәшендә ҙур роль уйнаған йорттарҙың береһе. Октябрь революцияһынан һуң был йортта башҡорт халҡының балаларын уҡытыу өсөн тәүге техникум асыла, һәм 1934 йылға тиклем Каруанһарай техникум вазифаһын үтәй. З. Биишеваға ла Ташлы балалар йортонан һуң был техникумда уҡыу бәхете эләгә.
а) ( Проекторҙа «Емеш» романының тышлығы.)
(Бер нисә уҡыусы З. Биишеваның Каруанһарайҙа уҡыған йылдары тураһында һөйләй.)
Уҡытыусы: “Емеш” романы тәүге ике романды тулыландырып, Емештең шәхес булараҡ үҫешеүен тасуирлаған әҫәр. Ул ваҡыт өсөн ябай башҡорт ҡыҙының техникум тамамлап сығып уҡытыусы булып эшләй башлауы ҙур ваҡиға ине. Шулай итеп, Зәйнәп – Емеш тәүҙә «Бер ғүмерҙең тарихы» тип исемләнгән трилогияһы менән Шәреҡ ҡатын - ҡыҙҙары араһында иң беренсе трилогия авторы булып танылды. Аҙаҡ «Яҡтыға» тип үҙгәртелгән был романдар циклы башҡорт халҡының тарихы, моңо, аҡылы, ҡаһарманлығы хаҡында.
б) ( Проекторҙа өс китабының да тышлығы күрһәтелә)
(Бер уҡыусы «Йырлайым» шиғырынан өҙөк һөйләй)
5. Журналдың бишенсе бите асыла.
Тәүге аҙым.
а) ( Бер уҡыусы З. Биишеваның техникумды бөткәс эшләүе, тәүге хикәйәһе хаҡында һөйләй.)
Проекторҙа «Гөрләүектәр араһында» тип яҙылған тышлыҡ сыға.
б) ( Ул ваҡыттағы Яҙыусылар Союзы председателе Низам Ҡәрипов менән Зәйнәп Биишева араһында редакцияла булған диалогты ике уҡыусының сәхнәләштереүе.)
Н. Ҡәрипов: Иптәш Биишева, һеҙҙе яҙыша тип әйтәләр. Ниңә беҙҙең журналға бер ни ҙә алып килмәйһегеҙ?
Зәйнәп: Яҙышырға теләк бар ҙа. Бер ниҙе лә бөтөрә алған юҡ.
Башланған да ташланған әйберҙәр бар. Бына « Өс кис» хикәйәһе.
(Ҡәрипов күҙ йүгертеп уҡый)
Ҡәрипов : Һин өлгөрөп еткән яҙыусы ла баһа. Ошондай хикәйә яҙа ала тороп яҙышмай ятырға оялмайһыңмы?!
Зәйнәп : Минең балаларым бар. Ваҡыт етмәй.
Ҡәрипов: Нисәү?
Зәйнәп : Өсәү. Иң ҙурыһына дүрт йәш. Иң бәләкәсе яңы тыуған.
Ҡәрипов: Тапҡанһың эш. Баланы уны бөтә ҡатын да таба. Ә бына бындай хикәйәне бөтә ҡатын да яҙа алмай. Һин – яҙыусы! Аңлайһыңмы шуны? Яҙыусы!
6. Журналдың алтынсы бите асыла.
Халыҡ яҙыусыһы.
а) ( видеоролик ҡарау. З. Биишеваның үҙе һөйләгән ролик булһа бигерәк тә һәйбәт)
б) Проекторҙа китаптарының тышлыҡтары сыға.
(Ижады тураһында бер уҡыусының һөйләүе)
Уҡытыусы: З. Биишеваның халыҡсан рухлы әҫәрҙәре -повесть, хикәйәт, драмалары һәм шиғырҙары - башҡорт милләтен уятыусы һәм уға ҡарата башҡаларҙың тейешле иғтибарын, ихтирамын тәрбиәләүсе. Уның ижады аша Башҡортостан тигән ил барын, башҡорт тигән халыҡ йәшәүен белделәр, ул халыҡтың күңел, тел байлығына ғашиҡ булдылар.
в) (Бер уҡыусы «Башҡорт теле» шиғырын яттан һөйләй.)
7. Журналдың етенсе бите асыла. Проекторҙа
Бейеш тархан нәҫеле.
Уҡытыусы: Бейешевтар нәҫеле - ил өсөн яуап тотҡан, илгә килгән ауырлыҡты үҙ иңендә күтәргән Бейеш тархан затына барып тоташа.
а) Проекторҙа З. Биишеваның яҡын туғандарының исемлеге сыға.
( Исемлекте бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.)
Уҡытыусы: Тормош төпкөлөнән, хеҙмәтсән халыҡ ҡатламдарынан сығып ,һоҡланғыс ижад бейеклектәренә күтәрелә алған Зәйнәп Биишева ысын – ысындан да халыҡ яҙыусыһы һәм был хәҡиҡәтте ул үҙенең тормошо, булмышы, ижады менән иҫбатланы.
б) Проекторҙа Яҙыусының наградалары исемлеге сыға.
(Наградаларын бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.)
8. Журналдың һигеҙенсе бите асыла.
Яҡтылыҡ йырсыһы.
а) (Бер уҡыусы проектор таҡталағы «Яҡтылыҡ йырсыһы» шиғырын яттан һөйләй.)
б) Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева 89- сы
йәшендә вафат булды. Уның бөтә ғүмере- туған халҡына хеҙмәт итеү булды. Ә инде һоҡланғыс ижады - беҙгә һәм киләсәк быуындарға ысын - ысындан да аҫыл хазина ул. Беҙҙең күңелдәрҙә Зәйнәп апай һәр саҡ яҡтылыҡ йырсыһы булып һаҡланасаҡ.
Тема: Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр.” (8 – се класс өсөн)
Маҡсат: Ж. Кейекбаевтың тормошо һәм ижады менән танышыу, уның ижадына хөрмәт тәрбиәләү;
Ҡобайырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү ,тасуири уҡырға өйрәнеү,бәйләнешле телмәр үҫтереү, үҙ фекереңде еткерергә өйрәнеү;
Тыуған ергә , тәбиғәткә һөйөү , хөрмәт тойғолары тәрбиәләү, илен, ерен һаҡларҙай йәш быуынды үҫтереү.
Дәрес төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Уҡытыу методы: күрһәтеү-аңлатыу, эҙләнеү методтары.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, һүҙлек менән эш,тәржемә,тасиури уҡыу алымдары,ИКТ ҡулланыу , ижади эш.
Предмет буйынса нәтижәләр: Ж.Кейекбаев тураһында тулы мәғлүмәт биреү.
Шәхси нәтижәләр: туған телебеҙҙең матурлығын аңлау, төшөнөү, Тыуған илгә һөйөү, хөрмәтләү тойғолары уятыу.
Предмет-ара бәйләнеш: тәбиғәт, халыҡ ижады , тарих менән бәйләү.
Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе,слайдтар.
Дәрес барышы:
Уҡытыусы. | Уҡыусылар. |
-
Инеш (сәләмләү) -Ә хәҙер, уҡыусылар , дәресте башлайыҡ. Иң тәүҙә таҡтала яҙылған өҙөктө ҡысҡырып уҡыйыҡ та жанрын һәм авторын билдәләйек. (1-се слайд) Ай Уралым, Уралым, Күгәреп ятҡан Уралым! Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым. - Дөрөҫ, уҡыусылар. Ә һеҙ ҡобайыр һүҙен нисек анлайһығыҙ? - Ни өсөн С. Юлаев Уралын шул тиклем маҡтай һун? 2. Төп өлөш. - Уҡыусылар, Урал образына мөрәжәғәт иткән яҙыусыларҙан тағы ла кемдәрҙе беләһегеҙ? - Бик дөрөҫ. Башҡорт яҙыусылары араһында Урал образын һынландырмай ҡалған яҙыусы юҡтыр ул. Һәм беҙ бөгөн шуларҙын тағы ла береһе менән танышып китәбеҙ.(2 слайд) Ул телсе, ғалим ,яҙыусы –Ж. Кейекбаев. -Өйҙә яҙыусынын ижады тураһында сығыштар әҙерләп килеүегеҙҙе һораған инем, әйҙәгеҙ, кемдәр һөйләргә теләй. -Афарин, уҡыусылар. Һеҙ бик матур сығыштар әҙерләгәнһегеҙ.Бөгөн дәрестә беҙ Жәлил Кейекбаевтын «Урал тураһында ҡобайыр» әҫәре менән танышырбыҙ. Теманы дәфтәргә яҙабыҙ. - Балалар, ни өсөн автор әҫәрҙе Урал тураһында ҡобайыр тип атаған? Әҫәрҙең исеменең мәғәнәһен анлатып ҡарайыҡ , әле. -Дөрөҫ. Ә һеҙ тыуған ил, тыуған яҡ төшөнсәләрен нисек анлайһығыҙ? - Ә хәҙер тексты уҡып ишеттерәйем. - Әҫәрҙе ысынлап та ҡобайыр тип атай алабыҙмы? -Ҡобайырҙы уҡығанда ниндәй тойғолар кисерҙегеҙ? -Ә күҙ алдығыҙға нимәләр килеп баҫты? -Автор Урал образын нисек һүрәтләй? -Ни өсөн Ҡарт Урал мәсхәрәгә сыҙай алмай? (3 слайд) Һүҙлек эше эшләү. - Уҡыусылар, ҡобайырҙа һирәк ҡулланыла торған һүҙҙәрҙе табып , мәғәнәләренә төшөнәйек. Анлашылмаған һүҙҙәрҙен мәғәнәләрен ҡайҙан табып уҡырға була? Сағыл – тауҙын көнгә ҡараған яланғас битләүе. Һыулау – Һыу буйынын көтөү төшөп ята торған урыны. Һыу ала торған урын. Суҡмар –йомро башлы күҫәк. Сөгөн- суйын. Ашаҡлау- ниҙәндер аша атлау, аша баҫыу. Ғазап- кешене физик яҡтан ныҡ интектергән, ыҙалатҡан тормоштағы ауырлыҡ. Үрәпсетеү – сапсынып, үрә һикереү. - Тағы ла текста кемгә ниндәй анлашылмаған һүҙҙәр осрай. Әйҙәгеҙ, бергәләп анлатайыҡ. - Әйҙәгеҙ , бергәләп ҡобайырҙын төп темаһын билдәләп ҡарайыҡ һәм тема менән идеяһын дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. - Төп идеяһы нимәлә? Боронғо башҡорт ҡобайырҙары идеяһына оҡшағанмы? - Инде әҫәрҙен ысынлап та ҡобайыр жанры икәнлеген иҫбатлайыҡ. -Ҡобайыр үлсәме. -Ҡайһы юл ҡабатланып килә? - Ә хәҙер ҡобайырҙан Уралдын байлығын һүрәтләгән юлдарҙы табып тасуири уҡыйыҡ. -Боронғо ҡобайырҙар менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын табайыҡ. - Шулай итеп, уҡыусылар, Ж. Кейекбаев беҙҙе нимәгә өндәй? - Уҡыусылар , мин хәҙер төркөмдәргә карточкалар таратып бирәм. Һәр төркөм үҙенен яуаптарын әҙерләй. (4 слайд) 1- карточка. Ҡобайырҙа ниндәй тарихи ваҡиғалар хаҡында һүҙ бара? 2- се карточка. Ҡобайырҙа халыҡ азатлығы өсөн көрәштә үҙҙәрен күрһәткән ниндәй батырҙар хаҡында әйтелә? 3- сө карточка. Ҡобайырҙа ниндәй тасуири һүрәтләү саралары бар? - Уҡыусылар, әгәр ҙә һеҙ рәссам булһағыҙ. Уралдын тәбиғәте , унын байлығы тураһында һөйләгәндә ниндәй төҫтәр ҡулланыр инегеҙ һәм ни өсөн? -Дошмандар тураһына һөйләгәндә ниндәй төҫтәр һәм батырҙарҙы ниндәй төҫ ярҙамында һүрәтләр инегеҙ? -Дөрөҫ. Дошмандар –ҡара , кире образдар булһалар, Батырҙар – аҡлыҡ, сафлыҡты һынландырыусы образдар. Ошондай ҡаршы ҡуйыуға ҡоролған алымды әҙәбиәттә нисек атайбыҙ. - Тексты ҡысҡырып уҡыр алдынан күмәкләп уйлайыҡ әле, тәбиғәтте , Уралды маҡтаған урындарҙы нисек уҡырға ла, Дошмандар тура- һында һәм батырҙар тураһында нисек уҡырға тейешбеҙ. -Әйҙәгеҙ, ҡобайырҙан өҙөктәрҙе тауышты дөрөҫ ҡуйып уҡып ҡарайыҡ. 3.Йомғаҡлау. -Афарин, уҡыусылар. Дәресебеҙ аҙағына ла яҡынлаша. Бөгөнгө һөйләшеүҙән һәр кемегеҙ ниндәйҙер һығымта яһағандыр, моғайын. Дәфтәрҙәрегеҙгә берәр һөйләм менән генә яҙып ҡуйығыҙ һығымталарығыҙҙы. -Һәр берегеҙ ҙә бик дөрөҫ фекерҙәр әйттегеҙ. Тыуған ерҙе һаҡлау, хөрмәтләү, үҫтереү –беҙҙең бурыс. Жәлил Кейекбаев та был әҫәре менән Уралыбыҙ күп ғазаптар аша бөгөнгө көндәргә килеп еткән икән , артабан уны һаҡларға тип иҫкәртә. Тик белемле, аңлы кешеләр генә быға һәләтле. Һеҙҙең дә тап шундай буласағығыҙға һис шигем юҡ. 4. Баһалау. - Уҡыусылар , әйҙә бөгөн һәр кем үҙенең нисек эшләгәненә ҡарап үҙен баһалаһын. 5. Өй эше. Урал темаһына синквейн төҙөргә. | (уҡыусыларҙың яуаптары) С. Юлаев. Жанры –ҡобайыр. Маҡтау йыры. Сөнки ул Уралын ярата . унын менән ғорурлана, уны һағына. (уҡыусыларҙың яуаптары) Ж.Кейекбаев тураһында уҡыусылар һөйләйҙәр. Уралтау, тыуған яҡ тураһында һүҙ барасаҡ, Уралға маҡтау йырланасаҡ. Уҡыусыларҙын яуаптары. Башҡорт теле һүҙлегенән. Уҡыусылар менән бергәләп эшләү. Уралға, уның батырҙарына дан йырлау. Уралды һаҡлау өсөн көрәш, тыуған ерҙе һөйөү. Уралға дан йырлана, ҡобайырға хас ҡабатлау алымы , шиғри размеры бар. 7-7, 7-8 Һай Уралы, Уралы! Уҡыусыларҙын уҡыуы. Илгә, батырҙарға дан йырланыуы менән оҡшаһа, бөгөнгө көндән сығып илден тарихына байҡау яһау. Яуаптарҙы тыңлау. ( төркөмдәрҙен яуаптарын тыңлау) Яуаптар. Антитеза. Яуаптар. Уҡыусыларҙын уҡыуы. Уҡысылар үҙ һығымталарын уҡыйҙар. |
Оҫталыҡ дәресе.
Тема: Әҙәбиәт дәрестәрендә синквейн төҙөү элементтарын ҡулланыу.
Маҡсат: М. Кәрим ижады аша фекерләү кимәлен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу , Тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләү,
Дәрес барышы.
-
Синквейн һүҙе француз теленән килеп ингән биш тигән һүҙҙе белдерә, беҙҙең осраҡта биш юллыҡ шиғыр тигәнде аңлата. Тик был үҙенсәлекле шиғыр айырым ҡағиҙәгә буйһоноп яҙыла.
1-се юл – Тема, бер һүҙҙән тора.
2-се юл – ике сифат
3-сә юл - өс ҡылым.
4-се юл – кешенең бирелгән темаға ҡарашы.
5 – се юл – һығымта, бер һүҙҙән тора
3. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресендә беҙ М. Кәримдең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы менән эшләп ҡараясаҡбыҙ. М. Кәрим тураһында кинофильм ҡарағандан һуң уҡыусылар синквейндар төҙөнөләр, береһен миҫалға килтерәм.
Мостай.
Бөйөк. талантлы
Ижад итә, уйландыра, ғорурландыра
Унһыҙ әҙәбиәтебеҙҙе күҙ алдына ла килтереп булмай.
Аҡһаҡал.
Бына ошолайыраҡ итеп күҙ алдына баҫтырҙылар балалар
М. Кәримде.
4.Бөтәбеҙгә лә билдәле “Ҡара һыуҙар”поэмаһын иҫкә төшөрөп китәйек бөгөн. Ҡара төн, шомло көҙгө ямғыр, ҡара шәл ябынған ҡатын- былар барыһы ла әҙәрҙең башынан уҡ ниндәйҙер көсөргәнешлек бирә.
Төркөмдәргә эш.
- Ә һеҙ ҡара һүҙен нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Әйҙәгеҙ синквейн ярҙамында сағылдырып ҡарағыҙ.
(Ҡара һүҙенә синквейндар төҙөү)
-Ысынлап та ҡара һүҙе ул ниндәйҙер шомлолоҡ, ҡайғы булып беҙҙең күҙ алдына баҫа. Тимәк поэмала ла һүҙ шатлыҡ тураһында булмаясаҡ тип балаларҙы темаға алып инәбеҙ. Поэманы уҡып сыҡтыҡ ,геройҙары менән таныштыҡ. Артабанғы бурысыбыҙ геройҙарға характеристика биреп ҡарау.
(Һорауҙарға яуаптар)
1.Поэмалағы төп геройҙарҙы һанап сығығыҙ.
2.Ҡатын ни өсөн ҡарт яугир эргәһенә килгән?
3. Яугир уға нимәләр тураһындә һөйләй?
4.Яҡуп үҙенең дошманға әсир төшөргә теләүен ниндәй сәбәптәр менән аңлата?
5. Ни өсөн Яҡуптың әсир төшөргә теләүен белһә лә юлдашы уны ташламай яу яланы буйлап һөйрәй?
6. Ниңә Яҡуптың хатта ҡәбере лә юҡ?
7. Ҡатын үҙен сыҙамлыҡ: тип таныштыра. Ни өсөн?
-Беҙ һеҙҙең менән поэманы ҡыҫҡаса иҫкә төшөрҙөк.
Ә хәҙер төркөмдәргә шундай эш: Яҡупты, Ҡатынды, Яугирҙы нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ. Синквейндар төҙөп ҡарайыҡ.
(Төркөмдәр синквейндар төҙөй)
5.Синквейндар ярҙамында беҙ геройҙарға ҡыҫҡаса ғына характеристика биреүгә өлгәштек.Дәресебеҙҙе йомғаҡлауға табан барабыҙ.
- Нисек уйлайһығыҙ М. Кәрим был поэманы ни өсөн яҙған, ниндәй төп идея һалырға теләгән икән?
-
Дөрөҫ, Бөйөк Ватан һуғышы күптәр өсөн батырлыҡҡа, тоғролоҡҡа, кеше яҙмышының Тыуған ил яҙмышына ни тиклем бәйле икәнлеген иҫбатлауға тағы ла бер һынау булды. Тыуған ил тойғоһо булмаған әҙәмдәрҙең генә кешесә үлә белмәүҙәре хаҡында һөйләштек беҙ бөгөн.
Тыуған ил. - Әйҙәгеҙ ошо темаға ла синквейндар төҙөп ҡарайыҡ.
(Төркөмдәр синквейндар төҙөй)
- Тимәк Тыуған илһеҙ беҙ бер кем дә түгел. Бөгөнгө тормошта кеше яҙмышы Тыуған ил яҙмышы менән шул тиклем бәйле, кешеләрҙең Тыуған илен ташлап китергә мәжбүр булып та, тик уларҙың бер нисек тә хыянатсы түгел, киреһенсә һуғыш ҡорбаны икәнлеген ниндәй миҫалда күрергә була.
-Дөрөҫ. Нисек кенә булмаһын, Тыуған ил берәү генә була. М. Кәрим Яҡуптың -Ватанға хыянат итеүсенең был донъяла бер кем дә түгел икәнлеген бик матур һүрәтләгән. Бөгөнгө көн күҙлегенән сығып ҡараһаҡ та, поэма үҙ көсөн юғалтмай: Тыуған ил, кеше яҙмыштары, хыянатсылар ,ҡорбандар, һуғыштарҙан табыш алған аҙғын нәфселә әҙәмдәр, тол ҡалған ҡатындар ,етем ҡалған балалар һәр ваҡыт булған һәм һаман да,туҡталырға уйламай кеүек. Ә “Ҡара һыуҙар” поэмаһы беҙгә һәр саҡ Тыуған ил бер генә УНЫ һаҡлағыҙ тип иҫкәртеп торһон.
6.Йомғаҡлау өлөшөндә “Ҡара һыуҙар” поэмаһы тигән темаға синквейндар төҙөйөк.
7.Өйгә эш. “Ни өсөн хыянатсыларҙың хатта ҡәбере лә булмай?” темаһына инша яҙырға.
Тема: Рауил Бикбаев ижадын һөйөүселәр
-
Тыуған йылың ҡайһы?
-
Халҡым тыуған йыл.
-
Ҡыуған юлың ҡайһы?
- Халҡым ҡыуған юл.
Маҡсат: Шағирҙың ил, тел яҙмышы хаҡындағы фекерҙәрен уҡыусыларға төшөндөрөү ,уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү, телмәр үҫтереү
Йыһазландырыу: Слайдтар , Р. Бикбаевтың китаптарының күргәҙмәһе.
Уйын барышы.
-
Уҡытыусының инеш һүҙе.
( 1-се слайд)
Һәр дәүерҙең үҙ иле, тыуған халҡы өсөн янып - көйөп йәшәгән ҡаһарман рухлы шәхестәре була. Бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең ғорурлығы – мәһшүр һүҙ оҫтаһы Рауил Бикбаев нәҡ ошондай баһаға эйә. Уның исеме республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙең башҡа тарафтарында ла киң билдәле.
-
Алып барыусы уҡыусыларҙың дауам итеп һөйләүе.
1-се алып барыусы . Ырымбур далаһы. Туҡсоран буйҙары. Заманында ошо ерҙәрҙә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары
М. Буранғолов ,Д. Юлтый, Ғ. Амантай донъяға килгән. Яҙыусы Р. Бикбаев та шулар иҫәбендә. Буласаҡ шағирға тормоштоң әсе- сөсөһөн иртә йәштән татырға тура килә. Дәһшәтле яуҙа атаһы һәләк була. Тик заманалар ни тиклем генә ауыр булмаһын, Рауил көслө рухлы ,сабыр холоҡло әсәһе тәрбиәһендә зирәк, отҡор, йыр – моңға ,әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә.
2-се алып барыусы. Р. Бикбаевтың тәү башлап ҡәләм тибрәтеүе студент йылдарына тура килә. Шиғырҙары республика гәзиттәрендә , “Йәш көстөр” альманахында донъя күрә. Р. Бикбаев ижады үҙәгендә - тыуған еребеҙ Башҡортостан , уның тарихи үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге.
(2- се слайд.)
-
се алып барыусы. Р. Бикбаев – заман шағиры. Ул үҙ осороноң һәр һулыш – хәрәкәтен һиҙгер тоя. Уның заманының иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған әҫәрҙәре киң билдәлелек яуланы. Алтмышынсы йылдар башынан уҡ Р. Бикбаев поэтик ижадын төплө фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. Ул Ш. Бабич, Р. Ғарипов әҫәрҙәрен өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды. (3-сө слайд)
-
се алып барыусы. М. Кәрим, Б. Бикбай, Р. Ниғмәти һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы ,башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын, башҡорт шиғриәте антологияһын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.
(4- се слайд)
1-се алып барыусы. Ул шулай уҡ матбуғатта әҙәби тәнҡит, публицистик мәҡәләләр, докладтар менән сығыш яһай.
Р. Бикбаевҡа 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.
2- се алып барыусы. Ул –Республикабыҙҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, С. Юлаев исемендәге Дәүләт, Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр, З. Биишева һәм Р. Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.
1- се алып барыусы. Р. Бикбаев бөгөнгө көндә лә ең һыҙғанып ижад итә. Шул уҡ ваҡытта йәш ҡәләмдәштәре менән әңгәмәләшергә лә форсат таба. Ғөмүмән, бар булмышы менән иле, халҡы, теле, заманы өсөн янып –көйгән шәхес ул - Р. Бикбаев.
(5 - се слайд)
-
Төп өлөш.
Уҡытыусы: Бөгөн ,уҡыусылар, беҙ яҙыусының ижады менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы, ул күтәргән проблемаларға битараф түгеллегебеҙҙе тағы ла бер тапҡыр иҫбатларға йыйылғанбыҙ. Әҙәби уйыныбыҙҙа командалар һәр береһе үҙенең төплө белемен күрһәтә алыр тип ышанам.
Иң тәүҙә жюри ағзалары менән таныштырып китәм.
Ә хәҙер уйыныбыҙҙы башлайбыҙ. Һәр ярыш төрөнән һуң ,жюри ағзалары, командаларҙың яуабына ҡыҫҡаса ғына анализ бирергә әҙерләнеп ултырығыҙ.
1-се алып барыусы. Һәр команда Р. Бикбаев ижадына бәйләп үҙенә исем, девиз уйлай һәм үҙе менән таныштырып китә. ( Был эш өсөн 5-10 минут ваҡыт тәҡдим ителә )
(Командалар үҙҙәре менән таныштыра.)
1- се алып барыусы. Командалар менән таныштыҡ , ә хәҙер һүҙҙе жюриға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ.
2- се алып барыусы. Хәҙер һәр командаға « Бөрйән ҡарағайы» шиғырының һүҙҙәрен таратып бирәм. 3 минут ваҡыт эсендә һеҙ һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәртиптә ҡуйып, шиғырҙы йыйырға тейешһегеҙ. Ваҡыт сыҡҡас, һәр команда үҙе йыйған шиғырҙы уҡып ишеттерә.
(Уҡыусылар үҙҙәре йыйған шиғырҙы уҡығанда, жюри ,проектор таҡталағы шиғыр менән сағыштырып ,дөрөҫлөгөн тикшереп ултыра.) ( Шиғыр проекторҙа сыға 6- сы слайд )
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы,
Еркәйендә ҡалған тамыры.
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы,
Сайыр йәшен юлға тамыҙып.
Барып етер Бөрйән ҡарағайы,
Күпме генә йәшен ағыҙма –
Иҫән сығыуҙар юҡ был цехтарҙан
Әйләнер ул ап – аҡ ҡағыҙға.
Кире ҡайтыа Бөрйән ҡарағайы,
Әйләнер ҙә ап- аҡ ҡағыҙға.
Ул ҡағыҙҙа Бөрйән урмандарын
Нығыраҡ ҡырырға тип яҙылған.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бергәләп шиғырҙа күтәрелгән төп проблеманы билдәләйек. (Тәбиғәтте, урмандарыбыҙҙы һаҡлау, уларға ысын хужа булыу проблемалары күтәрелгән) – Быйыл беҙҙә тирә- яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип бушҡа ғына иғлан ителмәне. Һеҙ, уҡыусылар, киләсәк быуын вәкилдәре ,ата- бабаларҙан ҡалған хозур тәбиғәтебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡларһығыҙ ,сит – яттарҙан тапатмаҫһығыҙ тип, ышанам мин.
2- се алып барыусы. Жюри ағзалары, әйҙәгеҙ, был ярышҡа ла үҙ фекерҙәрегеҙҙе белдереп үтегеҙ.
1-се алып барыусы. Ярышыбыҙҙың өсөнсө өлөшө: шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе. Һәр команданан бер уҡыусы алдан ятлап килгән шиғырын һөйләй. Бында инде тәү сиратта тасуири һөйләүгә, дөрөҫ әйтелешкә, һөйләүсенең сәхнәлә үҙен тотошона иғтибар итәбеҙ.Бәйгебеҙҙе башлайбыҙ.
(Уҡыусылар шиғыр һөйләйҙәр)
2-се алып барыусы. Һүҙ- жюри ағзаларына. Шиғырҙарҙы тыңлағандан һуң уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ.
2--се алып барыусы . Өйгә эш итеп һәр командаға Р. Бикбаевтың бер шиғырын анализларға бирелгән ине. Өй эшен тикшерергә лә ваҡыт етте. Иң тәүҙә шиғырҙы ҡысҡырып уҡыйһығыҙ ҙа, шунан анализ бирәһегеҙ. Командалар ,рәхим итегеҙ.
(Командалар алдан әҙерләп килгән шиғырға анализ бирәләр. Проекторҙа ла күрһәтергә мөмкин)
1-се алып барыусы. Хөрмәтле жюри! Өйгә эшкә ҡарата ла үҙ фекерҙәрегеҙҙе белдереп үтһәгеҙсе.
1-се алып барыусы. Уйыныбыҙҙың артабанғы төрө - яҙыусының тормошо һәм ижады буйынса викторина. Командаларға 5-әр һорау таратып бирелә. Һорауҙар бер төрлө. Яуаптарығыҙҙы ҡағыҙға яҙаһығыҙ ҙа , мин йыйып алам һәм һәр команданың яуабын ҡысҡырып уҡыйым. 5 минут ваҡыт бирелә. Яуаптарҙы проекторҙағы дөрөҫ яуаптар менән сағыштырып баһаларығыҙҙы ҡуйып ултырығыҙ, хөрмәтле жюри ағзалары.
(Һорауҙар проекторҙа сыға. 7- се слайд.)
1. Халҡыма хат поэмаһын яҙыуға нимә сәбәпсе була?
1989 йылда Салауат һәйкәле янында уҙған шиғыр байрамында Р. Бикбаевҡа башҡортса белмәгән ҡыҙҙың хатын тапшыралар. Ошо хат поэманы яҙыуға сәбәпсе була.
2. Үҙенең аяныслы бала сағын ниндәй әҫәрендә һүрәтләй?
«Балтырған» әҫәрендә.
3. Яҙыусының фәнни хеҙмәттәре нисек атала?
Хәҙерге башҡорт поэзияһының философик лирикаһы.
Ш. Бабич. Тормошо һәм ижады.
Замандың шиғри йылъяҙмаһы.
Время. Поэт. Народ.
Эволюция современной башкирской поэзии.
Ш. Бабич. Жизнь и творчество.
4. Вокзал поэмаһы ҡайҙа һәм нисәнсе йылда баҫыла?
Ағиҙел журналында. 1962 йылда.
5. 1967 ,1969, 1971, 1976, 1979 йылдарҙа нәшер ителгән поэтик әҫәрҙәр йыйынтыҡтары нисек атала?
Ҡош юлы.
Автобиография.
Лирика.
Ғүмер уртаһы.
Һөйөнсө.
2-се алып барыусы. Шағирҙың ижадына арналған викторинаны нисек башҡарып сыҡтылар икән командалар. Жюри ағзалары, һеҙҙең фекерегеҙ.
2-се алып барыусы. Ярышыбыҙҙың аҙағына ла яҡынлашабыҙ. Инде бәйгегә капитандарҙы саҡырабыҙ. Һәр капитан һорау әҙерләп килгән.
Бер капитан һорауын әйтә. Ҡалғандарының ҡайһыһының яуабы әҙер тиҙ генә карточкаһын күтәрә. Әгәр яуап дөрөҫ икән, артабан дауам итәбеҙ. Дөрөҫ булмаһа ,башҡа яуаптарҙы тыңлайбыҙ. Бөтөнләй дөрөҫ яуап булмаһа, һорау биргән капитан яуабын да үҙе әйтә инде. Әйҙәгеҙ, капитандар, башлайбыҙ ярышты.
(Капитандар бер-береһенә һорау бирәләр)
1- се алып барыусы. Һуңғы төр ярышты баһалау өсөн һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.
-
Йомғаҡлау .
Уҡытыусы: Шулай итеп ,уҡыусылар, уйыныбыҙ аҙағына ла яҡынлашты. Ярыш булғас, еңеүсеһе лә ,еңелеүсеһе лә була. Тик бөгөн мин ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ еңде тип әйтә алам. Сөнки бөгөнгө әҙәби уйыныбыҙҙа ҡатнашҡан уҡыусыларҙың береһе лә үҙ халҡының үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф түгелдер, ә инде халыҡсанлыҡ ,тормошсанлыҡ ,оҫталыҡ менән һуғарылған
Р. Бикбаев ижады беҙҙе берҙәм булырға саҡыра, һәр саҡ телем, илем тип янып йәшәргә көс бирә.
-
се алып барыусы. Дөйөм һөҙөмтәләрҙе билдәләү өсөн һүҙҙе жюри рәйесенә бирәбеҙ. (Һөҙөмтәләрҙе билдәләү һәм бүләктәр тапшырыу.
-
се алып барыусы. – Тыуған йылың ҡайһы?
1-се алып барыусы. – Халҡым тыуған йыл.
2-се алып барыусы.- Ҡыуған юлың ҡайһы?
1- се алып барыусы. – Халҡым ҡыуған юл.
2- се алып барыусы. Р. Бикбаев үҙенең тыуған йылын да, ҡыуған юлын да туған халҡына бәйләй. Беҙ ҙә унан үрнәк алып, илебеҙҙе, телебеҙҙе һөйгән шәхестәр булып үҫәйек, башҡортобоҙҙоң арҙаҡлы улдарына лайыҡлы алмаш булайыҡ. «Аҡ тирмә»лә киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!
1-се слайд.
2-се слайд.
3-сө слайд.
4-се слайд.
5- се слайд.
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы,
Еркәйендә ҡалған тамыры.
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы,
Сайыр йәшен юлға тамыҙып.
Барып етер Бөрйән ҡарағайы, 6-сы слайд.
Күпме генә йәшен ағыҙма –
Иҫән сығыуҙар юҡ был цехтарҙан
Әйләнер ул ап – аҡ ҡағыҙға.
Кире ҡайтыа Бөрйән ҡарағайы,
Әйләнер ҙә ап- аҡ ҡағыҙға.
Ул ҡағыҙҙа Бөрйән урмандарын
Нығыраҡ ҡырырға тип яҙылған
( Бөрйән ҡарағайы)
Хәҙерге башҡорт поэзияһының философик лирикаһы.
Ш. Бабич. Тормошо һәм ижады.
Замандың шиғри йылъяҙмаһы. 7-се слайд.
ВРЕМЯ. Поэт. Народ.
Эволюция современной башкирской поэзии.
Ш. Бабич. Жизнь и творчество.
-Тыуған йылың ҡайһы?
-Халҡым тыуған йыл? 8-се слайд.
-Ҡыуған юлың ҡайһы?
- Халҡым ҡыуған юл.
Йөкмәткеһе.
-
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рухи- әхлаҡи тәрбиә биреү үҙенсәлектәре.
-
Асыҡ дәрес өлгөләре.