СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Урман ситендә дәрес

Нажмите, чтобы узнать подробности

3-кластар өсөн дәрес планы

Просмотр содержимого документа
«Урман ситендә дәрес»

Тема: Урман ситендә. Ш. Бикҡол.

Маҡсат: 1.Урман ситендә хикәйәһенең йөкмәткеһе өҫтөндә эште дауам итеү;

2.Уҡыу төрҙәрен нығытыу,тасуири уҡыу күнекмәләрен, уйлау, фекерләү,һәләтен, телмәрен үҫтереү һәм һүҙ байлығын арттырыу;

3.ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, ярҙамсыллыҡ тойғоһо уятыу, тәбиғәттең матурлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:ҡоштарҙың һүрәттәре, ҡар бөртөктәре,тәбиғәт дуҫтары танытма.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле. Психологик инеш.

-Хәйерле иртә теләп,ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл,ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем;

Хәйерле иртә һеҙгә, балалар!

-Кем икән был апай?-тип аптырап ҡалдығыҙмы? Әйҙәгеҙ танышайыҡ! Ошо гимназияла һеҙҙең кеүек аҡыллы,тырыш балаларҙы уҡытам. Мин Эльвира Рамазановна. Ә һеҙҙең менән дәрес барышында танышырбыҙ.

II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

МАТУР КӨН


Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,


Ғәжәп матур көн бөгөн.


Ҡулға тотоп алғы килә


Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.


Бәүелеп- бәүелеп төшә,


Ҡар яуа- матур ниндәй!


Әйтерһең дә, кемдер күктә


Ҙур иләктән он иләй.


- Ҡыш нимәһеҙ булмай?

-Әлбиттә, ҡыш ҡарһыҙ булмай.

-Һеҙгә,уҡытыусығыҙ үҙегеҙгә ҡар бөртөктәре эшләп килтерергә ҡушҡайны.

-Өйҙә эшләгән ҡар бөртөктәрегеҙҙе теләктәр теләп таҡтаға элә барайыҡ.(Көн уңышлы үтһен,бишле билдәләрен алайыҡ,кәйефтәр яҡшы булһын)

-Бына ниндәй матур ҡар бөртөктәре, әйтерһең дә күктән ҡар яуа!Ҡар бөртөктәре беҙҙең барыбыҙға ла матур теләктәр теләй.

III.Дәрестең маҡсатын билдәләү.

-Ҡарағыҙ әле,серле конверттар эсендә йомаҡтар ҙа йәшеренгән.Әйҙәгеҙ, йомаҡтарҙы бергәләп сисәйек.Башлай беренсе төркөм.

-Иғтибар менән тыңлап,ҡулдарҙы күтәреп кенә яуап бирәбеҙ.

1.Йомаҡтар ҡойоу. 

а) Ҡойроғон ҡайсылап,

Ауыҙын тамсылап,

Ағасһыҙ, мөйөшһөҙ

Өй һалды, еүешләп. (Ҡарлуғас).

б) Ағас башы туҡылдыҡ

Туҡый –туҡый,туҡ булдыҡ. (Тумыртҡа).

в)Ҡулдан эшләнгән йорто,эсендә тора йырсы.(Сыйырсыҡ.)

д) Үҙе йомортҡа баҫмай,

Балаһын да баҡмай. (кәкүк)

е)Ҡыҙыл ситектәрен кейгән

Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.

Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле

Әйтегеҙсе, кем икән? (күгәрсен)

-Был йомаҡтарҙа нимәләр тураһында һүҙ бара?

-Афарин, балалар.

-Тағы хикәйәлә ниндәй ҡоштар осраны (Ҡарабаш турғай,ҡыҙылтүш турғай һәм мышар турғайы.)

-Ҡоштарҙы ҡарап, ниндәй ике төркөмгә бүлергә мөмкин?

-Дөрөҫ, күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштарға.

-Әйҙәгеҙ әле ,бергәләп ошо ҡоштарҙы күсмә һәм ҡышлаусы ҡоштарға бүләйек.

-Ниндәй ҡоштар күсмә ҡоштар бергәләп уҡыйык.


-Ә хәҙер ҡышлаусы ҡоштарҙы әйтәйек.


IV.Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

-Әйҙәгеҙ әле,телдәрҙе эшкә әҙерләп алайыҡ.

Тар-тар-тар – яһаныҡ тағараҡтар

Ҡа-ҡа-ҡа – элеп ҡуйҙыҡ ағасҡа

Ны-ны-ны – ҡоштар килеп ашаны

Ға-ға-ға – ем оҡшаны ҡоштарға

-Яҡшы,телдәрҙе эшкә әҙерләнек.

-Ә хәҙер,тын юлдары өсөн дә күнекмәне лә эшләргә кәрәк,тик был ябай түгел.

-Ҡарағыҙ әле,һеҙҙең парталарҙа аҡ ҡағыҙ өҫтөндә ҡар бөртөктәре ята.Бергәләшеп аҡ ҡағыҙҙы алып ҡар бөртөктәренә өрәбеҙ.Баҫтыҡ.

-Шул тиклем ихлас итеп өрҙөгөҙ,хатта бирелгән һүҙҙәр ҙә ижектәргә бүленеп киттеләр.

-Әйҙәгеҙ ,ошо ижектәрҙән һүҙҙәр төҙөп ҡарайыҡ.

-Ниндәй һүҙҙәр килеп сыҡты?

-Эйе,Урман ситендә.

-Был һүҙҙәр һеҙгә танышмы?

-Эйе,һеҙ танышһығыҙ был хикәйә менән,өйҙә уҡып килдегеҙ.

-Авторы кем инде?

1.Хикәйә буйынса эш.

--Уҡыусылар, хикәйәләге ҡайһы бер һүҙҙәрҙе кем нисек аңлаған ҡарап сығайыҡ.Таҡтала бирелгән һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ,һәр һүҙҙең мәғәнәһен аңлатайыҡ.

а) Һүҙлек эше. 

Тарма-киндер,конопля

мөһим-әһәмиәтле,важный

ҡәнәғәт-ризалыҡлы, довольный

мышар-рябина

мышар турғайы-дрозд

тарма турғайы-коноплянник


V. Физминутка.

-Матур итеп баҫтыҡ ял итеп алайыҡ.


Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!

Ҡыш килһә асыға (атлайҙар).

Бойоға күгәрсен (сүгәләйҙәр).

Турғай ҙа елкенеп ( ҡул болғайҙар).

Ем эҙләй, күрәһең (әйләнәләр).

Уларға шаярып,

Атмағыҙ йәйәнән (бармаҡ янайҙар).

Һаҡлағыҙ уларҙы

Үлемдән, аслыҡтан (ҡулдарҙы йәйәләр). 


в)Йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү.

-Ял итеп алдыҡ,эште дауам итәбеҙ.

- Хикәйә оҡшанымы һеҙгә?

-Хикәйәнең төп геройҙары кем? (Вәли менән Таңһылыу).

-Улар тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? Ниндәй улар? (Тырыштар. Ҡоштарға ярҙам итәләр, тағараҡ эшләнеләр)

-Тағараҡты ҡайҙа ҡуйҙылар? (Урман буйындағы ҡарт шыршы төбөнә)

-Ни өсөн Таңһылыу менән Вәлиҙең өйҙәре урман ситендә урынлашҡан? (Сөнки уларҙың атаһы урман ҡараусыһы булып эшләй).

-Балалар тағараҡҡа нимә һалдылар? (тарма, икмәк валсыҡтары, миләш емеше)

-Тағараҡҡа ем ашарға ниндәй ҡоштар осоп килде? (Ҡарабаш турғай, ҡыҙылтүш, мышар турғайы).

-Ҡоштарҙан башҡа тағы ла нимәне күҙәттеләр улар? (тейенде).

- Бик һәйбәт, афариндар!

е)Карточкаларҙа эш

л итеп алдыҡ төркөмдә эшләүҙе дауам итәйек.

-Мин һеҙгә карточкалар таратам бергәләп эшләйһегеҙ.

-Был юлдар кем тураһында?

1)Яуапты һыҙыҡ менән тоташтыр.

2)Шул һөйләмде текстан табып уҡырға

.....өҫтәл яһап,ҡарт шыршы төбөнә ҡуйҙы ҡарабаш турғай

.....аҡ ботаҡта ике ҙур ҡыҙыл гөл сәскә Вәли

атып ултырамы ни!

.....нәҙек кенә суҡышы менән икмәк ҡыҙылтүш

киҫәген эләктереп алды.

.....йыуантыҡ бер һорғолт ҡошсоҡ мышар турғайы

-Ә хәҙер бергәләп хикәйәнән тейен тураһында яҙылған абзацты табып уҡыйыҡ әле.

-Йәгеҙ ,кем тиҙерәк табыр икән?

-Афарин уҡыусылар.

-Тейен ни өсөн тағараҡҡа килде икән?(Тейен асыҡҡан булһа кәрәк.)

-Ә хәҙер ошо һөйләмде төрлө интонация менән уҡырға кәрәк буласаҡ.

-Тейен асыҡҡан булһа кәрәк!

-Тейен асыҡҡан булһа кәрәк

-Тейен асыҡҡан булһа кәрәк

-Тейен асыҡҡан булһа кәрәк

-Тейендең дә тамағы туйҙы.Вәли менән Таңһылыу яҡшы,изгелекле эштәр эшләнеләр.

-Ә һеҙ балалар ҡоштарға ҡарата ниндәй эштәр эшләгәнегеҙ бар?(тағараҡ,сыйырсыҡ оялары,ашарҙарына һалабыҙ.)

-Эйе уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән мәктәп баҡсаһына тағараҡтар,сыйырсыҡ оялары эшләп ҡуябыҙ.

-Афариндар,был эште лә еңеп сыҡтыҡ.



VI. Йомғаҡлау.

- Был хикәйә беҙҙе нимәгә өйрәтә?

-Ҡоштарға, хайуандарға ҡарата иғтибарлы булырға..

- Беҙҙең Башҡортостанда 300-ләп ҡош бар. Ҡоштар-тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең төрлө тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндерә, тормошто биҙәй. Тәбиғәткә һиҙелерлек зыян килтереүсе бер генә ҡош та юҡ.Улар арымай- талмай беҙҙең урмандарҙы, йәшелсә - емеш баҡсаларын, иген баҫыуҙарын ҡоротҡос бөжәктәрҙән, ваҡ кимереүселәрҙән һаҡлай, уңышты арттыра; тирә - йүнде төрлө органик ҡалдыҡтарҙан таҙарта. Беҙ ҡоштарға һаҡсыл булырға, уларҙы яратырға бурыслыбыҙ.

-Ә һеҙ уҡыусылар, асыҡҡанығыҙ, өшөгәнегеҙ бармы?

(балаларҙың һөйләүе).

ФИЗМИНУТКА

-Әйе, ысынлап та ҡышын ҡышлаусы ҡоштарға еңел түгел.Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә ҡоштар ҙа ҡаты һалҡындан ыҙа сигә,аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса алмайҙар.

-Был ваҡытта уларға ярҙам итергә кәрәк. Күп ҡоштар, хайуандар, үҫемлектәр “Ҡыҙыл китапҡа” ингән.

-“Ҡыҙыл китап”ҡа инмәгән ҡош һәм йәнлектәрҙе лә һаҡлағыҙ! Уларҙың ғүмере һеҙҙең ҡулда!(Таҡта яныны килеп)

VlI. Дәресте йомғаҡлау.

1.-Уҡыусылар, һеҙ бөгөнгө көндән “Тәбиғәт дуҫтары”.Республикабыҙ президенты Радий Хабиров быйылғы йылды «Йәнтөйәк өсөн файҙалы эштәр » йылы тип иғлан итте.

-Һеҙ,тәбиғәткә һаҡсыл булырға, тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе яратыусы кешеләр булып үҫегеҙ.

VIII.Өй эше.

-Өйҙә, балалар,дәфтәрҙә эш:9-сы бит,4-се эште эшләргә.

Ысын тәбиғәт дуҫтары булараҡ беҙ һеҙҙең менән буямдарҙы өйҙә буяп подъезд ишектәренә элеп ҡуйырға..

IX.Рефлексия.

-Уҡыусылар,һеҙгә дәрес оҡшанымы?

-Дәрес оҡшаһа үҙегеҙҙең кәйефегеҙҙе түңәрәктәр ярҙамында күрһәтегеҙ.

-Йәшел-дәрес оҡшаны

-Ҡыҙыл-оҡшаманы

-Һары-уртаса

X.Баһалау.

-Бөтәгеҙгә лә бөгөн яҡшы билдәләре ҡуям.

-Дәресебеҙҙе Урал батыр эпосынан алынған юлдар менән тамамлайым.

Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ.

-Һәр ваҡытта кеше булып ҡалайыҡ,изгелекле булайыҡ.

Һеҙгә уҡыуығыҙҙа уңыштар, аҡыллы балалар булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Дәрес өсөн рәхмәт. Һау булығыҙ!