Башкирский язык, 4 класс
Тема: Минең ғаиләм. Сифат. Моя семья, имя прилагательное
Маҡсаттар: 1. “Сифат” һүҙ төркөмөн ҡабатлау. Ниндәй? һорауын үҙләштереү;
2. Башҡорт телендә һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
3. Ғаиләгә ҡарата ихтирам,һөйөү тәрбиәләү, шәжәрә менән таныштырыу.
Йыһазландырыу: слайдтар, карточкалар, шәжәрә схемаһы, Quizlet программаһы
Дәрес барышы.
I. Артикуляцион күнегеү.
Әсәйемдең ҡосағында
Миңә рәхәт, күңелле!
Атай менән тышта йөрөү
Йәнгә рәхәт, күңелле!
II. Өйгә эште тикшереү.
Дәреслек, 14-се бит, 1-се күнегеү. Шиғырҙы яттан һөйләү.
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Таҡтала магнитлы карточкаларҙа һүҙҙәр бирелгән. (атай, әсәй, олатай, өләсәй, ағай, апай, һеңле, ҡусты; тырыш, ярҙамсыл, аҡыллы, ялҡау, батыр, көслө)
-
Уҡыусылар, таҡталағы һүҙҙәрҙе ниндәй ике төркөмгә бүлергә була?
-
(бер уҡыусы таҡтаға сығып, һүҙҙәрҙетөркөмләй)
-
Беренсе төркөмдәге һүҙҙәр ниндәй темаға ҡарай? Икенсе төркөм?
(беренсе төркөм – ғаилә, исем һүҙ төркөмө, икенсе төркөм - сифат).
Тимәк, беҙҙең дәрестең темаһы ниндәй булыр? (ғаилә, сифат)
IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.
-
Уҡыусылар, әйҙәгеҙ ошо сифаттар һәм “Ғаилә” темаһына ҡараған һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк, мәҫәлән, аҡыллы әсәй, ярҙамсыл ҡусты, тырыш апайым һ.б
-
Давайте вспомним, что такое имя прилагательное? (Нимә ул сифат?) Имя прилагательное обозначает признак предмета, отвечает на вопросы какой? (ниндәй?). Запомните! В башкирском языке у прилагательных нет множественного числа. (Например, матур ҡыҙ, матур ҡыҙҙар).
-
24-се бит, 1-се күнегеү. Һүҙҙәрҙе уҡыу, таныш булмағандарын һүҙлеккә яҙыу . Quizlet программаһы ярҙамында https://quizlet.com/ru/733420234/Ғаилә-flash-cards/?funnelUUID=fd2bd39d-2de6-4e22-9268-641eaee6f128 ссылкаһы буйынса) яңы һүҙҙәр менән танышыу, ҡабатау .
-
3-сө күнегеү.(25-се бит) Текст өҫтөндә эш.
-
Тексты сылбырлы уҡыу;
-
Тәржемә итеү;
-
Текстан ниндәй? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе табыу.
-
Атай тураһында әңгәмә ҡороу, атайҙар көнө тураһында һөйләшеү.
-
Шәжәрә менән таныштырыу. Шәжәрә – нәҫел ағасы тигән һүҙ! Ябай ғына бер һүҙ һымаҡ. Ә уның аҫылына төшөнһәң, ни ҡәҙәр мөғжизә. Ете быуынын белгән кеше элек-электән ысын кеше тип иҫәпләнгән. Был һис тә юҡҡа түгел. Бөтә халыҡ та өйрәнә үҙенең шәжәрәһен. Башҡорттар 7 быуынға тиклем нәҫелен белергә тейеш. Ғаиләлә шәжәрә ир кеше яғынан төҙөлгәне борондан уҡ билгеле.
-
Ял минуты.
V. Белемде яңы ситуацияла ҡулланыу.
2. «Эш дәфтәре»ндәге күнегеүҙәрҙе башҡарыу. (1,2 –се күнегеүҙәр, 15-се бит)
3. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙ. (Вставьте пропущенные буквы.)
Һөйләмдәрҙе руссаға тәржемә ит. Сифаттарҙың аҫтына һыҙырға.
Минең атайым аҡыллы, к_слө.
Әс_йем тырыш, матур.
Ҡустым Айнур ярҙамсыл.
Минең бәл_кәй генә һе_лем бар.
Ағайымдың исеме Ринат, ул батыр һәм к_слө.
II. Өй эшен биреү. «Ғаилә» темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе ҡабатларға.
-
. «Минең ғаиләм» темаһына ҡараған һүрәт төшөрөү .
-
«Эш дәфтәре»ндәге 3–сө күнегеү (16-сы бит). Һөйләмдәрҙе тултырып яҙырға.
-
Шәжәрә эшләргә.
VIII. Баһалау. Рефлексия.