Башҡортостан Республикаһы
Мәғариф министрлығы
Яңауыл районы муниципаль район мәғариф идаралығы ҡаҙна учреждениеһы
Прогресс ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Тема: Утлы йылдар ауазы. “Дәрес – иҫкә алыу.”
Төҙөнө: юғары категориялы
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Әхәтова Әминә Сәфәрғәле ҡыҙы
2019 йыл
Министерство образования Республики Башкортостан
Муниципальное казенное учреждение “Управление образования муниципального района” Янаульский район Республики Башкортостан
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа с.Прогресс муниципального района Янаульский район Республики Башкортостан
Тема: Утлы йылдар ауазы. “Дәрес – иҫкә алыу.”
Выполнила: учитель башкирского
языка и литературы
Ахатова Аминя Сафаргалиевна
2019 год
Тема: Утлы йылдар ауазы. “Дәрес – иҫкә алыу.”
Маҡсат:
1.Һуғышта һәләк булған яҙыусылар тураһында һөйләшеү, иҫкә алыу.
2.Яҙыусылар менән ғорурланыу, әҫәрҙәрен уҡыу.
3. Патриотик тәрбиә биреү, тоғролоҡ, тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләү.
4.Шағирҙарҙың шиғырҙарын тасуири уҡыуҙы ойоштороу.
Дәрестең эпиграфы: “Батырҙарын иҫкә алғанда
Онотмаһын мине лә
Тыуған ил! ”
М.Харис.
Инеш һүҙ.
1. Бөйөк еңеү байрамының 75 йыллығы яҡынлаша. Халҡыбыҙ уны ҙур тантана менән билдәләргә әҙерләнә.Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы, башҡа һөнәр кешеләре менән бер рәттән, яҙыусылар ҙа көрәште.
(«Священная война “йырының көйө ишетелә).
1941 йылдың 22 июнендә немец фашист илбаҫарҙары беҙҙең илгә һуғыш башлағас, бөтә ил халҡы бер кешеләйТыуған Ватанды һаҡлау өсөн көрәшкә күтәрелде. Беҙҙең республиканан 700 мең кеше һуғышҡа китә.Һәр өсөнсөһө һәләк була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан яҙыусылары ойошмаһының етәксеһе , прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: “…Кәрәк булһа, пероны штыкка алмаштырырға ла әҙербеҙ,” - тип яҙғайны. Икенсе бер әҙип – шағир Бәҙрүш Моҡамай шул йылдарҙа
“ Бөгөн илгә йөрәгемде бирҙем, кәрәк булһа , ғүмерем бирермен, ” - тип йырланы.
Һәм ошо ант һүҙҙәрен бойомға ашырыр көн килде.
Һуғыштың тәүге көндәренән үк башҡорт яҙыусыларының күбеһе үҙҙәре теләп фронтҡа китә. Тыуған ер өсөн, тыуған ил азатлығы өсөн,беҙҙең тыуасаҡ таңыбыҙ матур, аяҙ булһын өсөн башҡорт яҙыусылыры ҡәләм менән дә, штык менән дә илде һаҡлау өсөн көрәштеләр. Күптәре һуғыш ялананда ятып ҡалды.
Был һуғышта бөтәһе 200 яҙыусы һәләк була, ә уларҙың 22 башҡорт яҙыусыһы. Кемдәр һуң улар?
Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан , ижад иткән яҙыусылар һәм шағирҙар тураһында һөйләшербеҙ, шиғырҙарын уҡырбыҙ, иҫкә алырбыҙ.
2.Ошо таблицаға иғтибар итегеҙ, унда һеҙ изге һуғышта башын һалған әҙиптәребеҙҙең исемлеген күрәһегеҙ:
1. Абдуллин Маҙһар (1921-1942)
2. Али Карнай(1904-1943)
3. Баязит Дим
4. Ғамир Дәүләтшин(1923-1944)
5. Ғәли Әхмәти(1920-1941)
6. Зиннәт Катип(1918-1944)
7. Зөфәр Мансуров(1909-1941)
8. Ғайса Йосопов(1905-1941)
9. Ҡәрип Низам(1905-1942)
10. Ҡунаҡбаев Хөсәйен(1912-1943)
11.Сабир Кинйәбай(1919-1945)
12. Сәғит Мифтахов(1907-1942)
13. Хәй Мөхәмәтйәров(1911-1942)
14.Бәҙрүш Моҡамай(1909-1944)
15.Мәлих Харис(1915-1944)
16. Нур Исмәғилев(1919-1942)
17.Төхфәт Морат(1906-1944)
18. Фазыл Хәбир(1918-1941)
19.Ханов Сыңғыҙ(1915-1941)
20.Хәйретдин Мөжәй(1901-1944)
21.Хөрмәт Хәйри(1920-1941)
22. Әхмәт Шакири(1920-1941)
Эйе, шуларҙың араһында Мәлих Харис та бар.
Мәлих Харис Саҡмағош районы Яңы Күл ауылында тыуа. Бәләкәй сағынан етем ҡалған, көтөү көтә.1941 йылда БДПИ тамамлай.Ижады бик ҡыҫҡа.Сәскә атып өлгөрмәй өҙөлөп ҡала. “Йөрә к тауышы” китабы үҙе үлгәндән һуң, 1944 йылда баҫылып сыға. “Хат”, “Онотмаһын мине Тыуған ил” шиғырҙарын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙа.
“Хат “ шиғырын мин һеҙгә яттан һөйләп ишеттерәм.
Ә хәҙер һүҙҙе һеҙгә бирәм. Һәр берегеҙҙең алдында шиғыр йәки әҫәрҙән өҙөк шуларҙы уҡып , шағирҙарҙы иҫкә төшөрәйек.
Беҙ бөгөн бәхетле тормош өсөн изге һуғышта батырҙарса һәләк булған йәш шағирҙарҙың ижады менән ҡыҫҡаса ғына булһа ла таныштыҡ.
Тыуған илгә ҡайнар һөйөү, дошманға әсе нәфрәт, көрәштәге ҡаһарманлыҡ темалары һәм фекерҙәре уртаҡ булһа ла, был замандаш шағирҙарҙың һәр ҡайһыһының үҙенә генә хас поэтик тауышы бар ине. Һуғыш уларҙың уй-хыялын селпәрәмә килтерҙе, ижадын өҙҙө.Әммә ярты юлда бүленеп ҡалған йырҙары ла, килер быуындарға өлгө булырҙай героик ғүмерҙәре лә һаман яҡтыртып, алға әйҙәп тора, ә шәхестәре мәңге тереләр рәтендә иҫкә алына.
Шағир Мөхәмәтйәров һүҙҙәре менән әйткәндә:
Һуңғы һулышҡаса бәхетлеләр –
Үлеүселәр көрәш утында.
Улар йәшәр үҙҙәренән һуң да
Ерҙә тыуған яңы быуында.
Әйҙәгеҙ, батырлыҡ тураһында әйтемдәрҙе, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрәйек.
Төркөмдәр менән эшләп алайыҡ.
се төркөм: батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр иҫкә төшөрә.
Батыр үлһә лә, даны ҡалыр.
Батыр үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
Сәсән егет - дау күрке, батыр егет - яу күрке.
Дошманын еңгән мәңгелек дан алған.
Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.
Дошманыңдан ҡурҡып, тупһаңды ташлама.
Ил яҙмышы – ир яҙмышы.
Халыҡҡа хыянат –Ватанға хыянат.
Иле бар батыр хур булмаҫ.
Батыр ир – ил таянысы.
2- се төркөм: мәғәнәһе, яңғырашы буйынса мәҡәлдәрҙең дауамын таба.
Батыр кәрәк яу килгәндә айғыр күрке ял менән
Ат үлер - майҙан ҡалыр даны ҡалыр
Дандың төбө- хөрмәт батыр үлер-дан ҡалыр
Батыр үлһә лә хөрмәт төбө- хеҙмәт
Егет күрке дан менән түрә кәрәк дау килгәндә
3- сө төркөм: мәҡәлдәрҙең рус телендәге варианттарын таба.
Күмәкләгән яу ҡайтарған .
Һуғыштан һуң йоҙроҡ төйнәмәйҙәр.
Дандың төбө хөрмәт-,
Хөрмәт төбө-хеҙмәт.
Бахыр алдында батыр,
Батыр алдында үҙе бахыр.
Храбрость после боя и гроша не стоит.
Один в поле не воин.
После драки кулаками не машут.
Не храбрись на медведя, а храбрись при медведе
По труду и честь.
Синквейн яҙҙырыу.
Синквейн биш юлдан торған шиғыр.Француз теленән тәржемә иткәндә , биш уңыш - успех, биш илһам – вдохновение тигәнде аңлата. Синквейн – яңылыҡты , ҡатмарлы идеяны, тойғоно һәм күренеште бер нисә һүҙ менән бирә белеү оҫталығы.
Ҡаһарман яҙыусылар хаҡында шиғыр яҙыу:
1-се юл - бер һүҙҙән тороусы исем.
2-се юл – сифат, сифат.
3-сө юл - ҡылым, ҡылым, ҡылым.
4 – се юл – (4 һүҙҙән тороусы фраза),фразеологик берәмек, мәҡәл булырға мөмкин.
5 - се юл –исем йәки сифат.
1 – се юл – Яҙыусылар -
2 – се юл - Батырҙар, рухлылар,
3- сө юл – Яҙғандар, ышанғандар, еңгәндәр.
4- се юл – Ғорурланабыҙ илебеҙҙең батыр улдары!
5- се юл – Ҡаһармандар!
Һеҙҙең өҫтәлегеҙҙә карточкалар ята .Унда программала үтелгән әҫәрҙәрҙән һәм шиғырҙарҙан өҙөктәр яҙылған. Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән, авторҙары кем:
«Барына риза булыу, фронт тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын һәм ҡыйынлығын кисерә алыу, үҙен ҡорбан итергә әҙерлек – бына башҡорт егеттәренең уртаҡ сифаты,” - тип яҙҙы Шайморатов һәләк булғандан һуң башҡорт атлы дивизияһы менән етәкселек иткән генерал Г.А. Белов.
Рамазан Өмөтбаев «Башҡорттар китте һуғышҡа” , «Генерал Күсимов” әҫәренән өҙөк.
“Был еҙ ҡурай һуғыш яландары буйлап бик ауыр һәм оҙон юл үтте. Бына хәҙер был ҡурай Өфөләге Тыуған яҡты өйрәнеү музейында тора.”
Нур Ғәлимов “Яуҙан ҡатҡан ҡурай.”
Сашаның башында ҡыйыу һәм тәүәкәл уй тыуҙы:
«Автоматтан ата алмайым, сөнки дискылар буш… Гранаталарҙы ырғытып бөттөм… Ләкин минең ғүмерем бар бит әле. Дзот яп-яҡын. Йүгереп барып етеп, шул ҡәһәр һуҡҡан амбразураны ҡаплап була ла баһа!..»
Әнүәр Бикчәнтәев “Бөркөт һауала үлә”
Атаев үҙ командалығындағы кешеләрҙе аҙаҡҡы тапҡыр йыйҙы.
Дуҫтарым, - тип өндәште ул уларға. - Беҙҙең сафта ни бары алты һуғышсы ҡалды. Беҙҙең һәр беребеҙ икешәр дошман танкыһы, унарлаған – фашист һалдаты тура килә. Әммә беҙҙең сигенергә хаҡыбыҙ юҡ! Беҙ аҡтыҡ минутыбыҙға саҡлы ғәзиз тыуған еребеҙ өсөн алышырға бурыслыбыҙ!
Яныбай Хамматов «Башҡорттар китте һуғышҡа…”
Ышан, атай , һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ.
Йәшең тамған был ҡылысты , әсәй ,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Мостай Кәрим “Мин фронтҡа китәм иптәштәр! ”
Шатлыҡлы хәбәр тиҙ тарала икән. Күҙ асып йомғансы урам халыҡ менән тулды ла ҡуйҙы. Кешеләр бер - береһен ҡотлайҙар, илайҙар. Миҙхәт тә башҡа балалар менән көнө буйы урамда сапты. Күптән ишетелгә был ҡыуаныслы хәбәрҙе өйҙән-өйгә йөрөп, ҡабат-ҡабат һөйөнсө алдылар.
Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге”.
Мин һеҙгә яҙыусыларҙың портреттарын күрһәтәм, ә һеҙ ул яҙыусының кем икәнен һәм берәй шиғырын йәки әҫәрен атарға тейешһегеҙ.
Мостай Кәрим
Назар Нәжми
Кадир Даян
Яныбай Хамматов
Рәшит Ниғмәти
Ғайнан Әмири
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙыусылар ҡәләмдәрен штыкка алмаштырҙылар.
Еңеү көнөн тик ҡайһы берәүҙәре генә иҫән - һау ҡаршы ала. Бөгөнгө бәхетле һәм матур тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ һуғышта ҡатнашыусыларға һәм һәләк булыусыларға бурыслыбыҙ һәм был турала онотмаҫҡа тейешбеҙ.”Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай ” тигән ҡанатлы һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тап килә. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарың ҡаһарманлығын онотмайыҡ.