Просмотр содержимого документа
«Утлы йылдар ауазы»
Утлы йылдар ауазы
Башҡарҙы:Әхәтова Әминә Сәфәрғәли ҡыҙы
Маҡсат
- Һуғышта һәләк булған яҙыусылар тураһында һөйләшеү, иҫкә алыу.
- Яҙыусылар менән ғорурланыу, әҫәрҙәрен уҡыу.
- Патриотик тәрбиә биреү, тоғролоҡ, тыуған илде яратыу хисе тәрбиәләү.
- Шағирҙарҙың шиғырҙарын тасуири уҡыуҙы ойоштороу.
Эпиграф
“ Батырҙарын иҫкә алғанда
Онотмаҫын мине лә
Тыуған ил! ”
М.Харис.
Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан яҙыусылары ойошмаһының етәксеһе , прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: “…Кәрәк булһа, пероны штыкка алмаштырырға ла әҙербеҙ,” - тип яҙғайны. Икенсе бер әҙип – шағир Бәҙрүш Моҡамай шул йылдарҙа
“ Бөгөн илгә йөрәгемде бирҙем, кәрәк булһа , ғүмерем бирермен, ” - тип йырланы.
- Абдуллин Маҙһар (1921-1942)
- Али Карнай(1904-1943)
- Баязит Дим
- Ғамир Дәүләтшин(1923-1944)
- Ғәли Әхмәти(1920-1941)
- Зиннәт Катип(1918-1944)
- Зөфәр Мансуров(1909-1941)
- Ғайса Йосопов(1905-1941)
- Ҡәрип Низам(1905-1942)
- Ҡунаҡбаев Хөсәйен(1912-1943)
- Сабир Кинйәбай(1919-1945)
- Сәғит Мифтахов(1907-1942)
- Хәй Мөхәмәтйәров(1911-1942)
- Бәҙрүш Моҡамай(1909-1944)
- Мәлих Харис(1915-1944)
- Нур Исмәғилев(1919-1942)
- Төхфәт Морат(1906-1944)
- Фазыл Хәбир(1918-1941)
- Ханов Сыңғыҙ(1915-1941)
- Хәйретдин Мөжәй(1901-1944)
- Хөрмәт Хәйри(1920-1941)
- Әхмәт Шакири(1920-1941)
Мәҡәлдәр
- Батыр үлһә лә, даны ҡалыр.
- Батыр үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлә.
- Сәсән егет - дау күрке, батыр егет - яу күрке.
- Дошманын еңгән мәңгелек дан алған.
- Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ мең үлә.
- Дошманыңдан ҡурҡып, тупһаңды ташлама.
- Ил яҙмышы – ир яҙмышы.
- Халыҡҡа хыянат –Ватанға хыянат.
- Иле бар батыр хур булмаҫ.
- Батыр ир – ил таянысы.
Синквейн
Синквейн биш юлдан торған шиғыр.Француз теленән тәржемә иткәндә , биш уңыш - успех, биш илһам – вдохновение тигәнде аңлата. Синквейн – яңылыҡты , ҡатмарлы идеяны, тойғоно һәм күренеште бер нисә һүҙ менән бирә белеү оҫталығы.
Ҡаһарман яҙыусылар хаҡында шиғыр яҙыу:
1-се юл - Бер һүҙҙән тороусы исем.
2-се юл – сифат, сифат.
3-сө юл - ҡылым, ҡылым, ҡылым.
4 – се юл – (4 һүҙҙән тороусы фраза),фразеологик берәмек, мәҡәл булырға мөмкин.
5 - се юл –исем йәки сифат.
« Барына риза булыу, фронт тормошоноң бөтә ауырлыҡтарын һәм ҡыйынлығын кисерә алыу, үҙен ҡорбан итергә әҙерлек – бына башҡорт егеттәренең уртаҡ сифаты,” - тип яҙҙы Шайморатов һәләк булғандан һуң Башҡорт атлы дивизияһы менән етәкселек иткән генерал Г.А. Белов.
” Был еҙ ҡурай һуғыш яландары буйлап бик ауыр һәм оҙон юл үтте. Бына хәҙер был ҡурай Өфөләге Тыуған яҡты өйрәнеү музейында тора.”
Сашаның башында ҡыйыу һәм тәүәкәл уй тыуҙы:
«Автоматтан ата алмайым, сөнки дискылар буш… Гранаталарҙы ырғытып бөттөм… Ләкин минең ғүмерем бар бит әле. Дзот яп-яҡын. Йүгереп барып етеп, шул ҡәһәр һуҡҡан амбразураны ҡаплап була ла баһа!..»
Атаев үҙ командалығындағы кешеләрҙе аҙаҡҡы тапҡыр йыйҙы.
Дуҫтарым, - тип өндәште ул уларға. - Беҙҙең сафта ни бары алты һуғышсы ҡалды. Беҙҙең һәр беребеҙ икешәр дошман танкыһы, унарлаған – фашист һалдаты тура килә. Әммә беҙҙең сигенергә хаҡыбыҙ юҡ! Беҙ аҡтыҡ минутыбыҙға саҡлы ғәзиз тыуған еребеҙ өсөн алышырға бурыслыбыҙ!
Ышан, атай , һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙ атым минең абынмаҫ.
Йәшең тамған был ҡылысты , әсәй ,
Һуғарырмын дошман ҡанында.
Шатлыҡлы хәбәр тиҙ тарала икән.Күҙ асып йомғансы урам халыҡ менән тулды ла ҡуйҙы.Кешеләр бер-береһен ҡотлайҙар, илайҙар. Миҙхәт тә башҡа балалар менән көнө буйы урамда сапты. Күптән ишетелгә был ҡыуаныслы хәбәрҙе өйҙән-өйгә йөрөп, ҡабат-ҡабат һөйөнсө алдылар.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!