Тема: Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог
Маҡсат: 1) телмәр ағышын тыңлау, ике кеше араһындағы һөйләшеүҙе күҙәтеү, кешеләрҙең нимә ярҙамында һәм нисек һөйләшеүен асыҡлау, ике кешенең һөйләшеүен дәфтәргә яҙыу тәртибе тураһындағы белемдәрҙе камиллаштырыу; 2) аралашыу оҫталығын үҫтереү; ҡара – ҡаршы һөйләшеү формаһын ғәмәли үҙләштереү; аралашыу өсөн яғымлы һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыу, уларҙы туплау; 3) яғымлы, мөләйем, йөкмәткеле һөйләшә белеү – мәҙәнилектең төп сифаты булыуына төшөнөү; үҙеңдә шул сифаттарҙы тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: презентация, ноутбук, MyTest программаһы буйынса төҙөлгән тест, нетбуктар, “Тирмәкәй” әкиәтен сәхнәләштереү өсөн битлектәр, декорация, микрофон.
Дәрес барышы
1. Психологик көйләү.
- Һаумыһығыҙ, балалар!
- Һаумыһығыҙ!
- Кәйефтәрегеҙ нисек?
- Иртәнге ҡояш кеүек!
- Шәп кәйефтәребеҙҙе дуҫтарыбыҙ менән бүлешәйек, хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға өләшәйек.
- Афарин! Бик яҡшы! Әйҙәгеҙ, иртәнге ҡояшты сәләмләйек.
- Ҡояш нурын уйнатты,
Шулай иртә уятты.
Мин иртәсел былай ҙа,
Әллә шуға яратты.
- Ултырығыҙ. Ҡояш һеҙҙе иркәләп уятты һәм йылы нурҙарын һипте. Барығыҙға ла яҡшы кәйеф, уңыштар теләне. Һеҙ ҙә бер-берегеҙгә уңыштар теләгеҙ!
2. “Уңыш” ситуацияһы тыуҙырыу
- Һеҙгә өйҙә “Тирмәкәй” әкиәтенә Paint программаһында иллюстрациялар эшләргә бирелгәйне. Бына ниндәй матур эштәр килеп сыҡҡан. (слайдта балаларҙың эштәрен күрһәтәм).
- Икенсе төркөм уҡыусылар әкиәттән өҙөктө сәхнәләштерергә әҙерләнгәндәр. Рәхим итегеҙ, балалар!
(“Тирмәкәй” әкиәтен сәхнәләштереү)
3. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү
Балалар, нисек уйлайһығыҙ, бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?
Һөйләшеү.
Дөрөҫ, бөгөнгө тема “Һөйләшеү” тип атала. Дәрестә нимә эшләрбеҙ?
(Дәрестә һөйләшеү ҡорорбоҙ. Һөйләшеүҙе яҙырбыҙ.)
( Һөйләшеүҙе дөрөҫ ҡорорға, һөйләшкәндә серле һүҙҙәр ҡулланырға өйрәнергә)
- Тимәк, “Һөйләшеү” темаһын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.
4. Матур яҙыу минуты
- Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ, бөгөнгө числоны яҙығыҙ.
Зз
зинһар
“зинһар” һүҙенең мәғәнәһе аңлашыламы?
Ҡайһы ваҡытта был һүҙҙе ҡулланалар?
(Берәй нәмә тураһында һорағанда, үтенесте белдергәндә.)
Данил ошо тылсымлы һүҙ тураһында Ф. Туғыҙбаеваның шиғырын ятлап килгән. Рәхим ит, Данил.
ЗИНҺАР!
- Миңә дарыу бирегеҙ! – тип,
Эй аҡыра бер бәрәс
Аптекала.
Аптырай ул,
Бер кем дарыу бирмәгәс.
Шунан матур ғына итеп,
Былай тиеп ѳндәшә:
- Дарыу бирегеҙсе, ЗИНҺАР!
- Бына алсы! Һау йәшә!
(Ф.Туғыҙбаева)
- Ни өсөн бәрәскә аптекала дарыу бирмәгәндәр?
Сөнки ул ҡысҡырып һораған.
Шунан ул нисек өндәшә?
Матур ғына итеп, зинһар, тип өндәшә.
Бына ниндәй тылсым көсөнә эйә матур һүҙҙәр. Бындай шиғырҙарҙы интернет селтәрендә “Башҡорт балаһы мин” төркөмөндә табырға мөмкин.
5. Ғәмәли эштәр.
- Дәреслектең 34 - се битен асығыҙ, 2 – се күнегеүҙе табығыҙ.
“Айҡыйғаҡ” әкиәтенән өҙөк уҡып ишеттерәм.
1) өлгөлө уҡыу;
2) мәғәнәһен аңлау кимәлен асыҡлау:
- Әкиәттәге ҡыҙ оҡшанымы? Ни өсөн?
- Һеҙ уға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
3) Үҙ аллы уҡыу
– Әкиәттән өҙөк ниндәй формала бирелгән? (Өҙөк һөйләшеү формаһында бирелгән)
- Ҡайҙан белдегеҙ? (Сөнки һер кемдең әйткән һүҙе яңы юлдан яҙылған, ә алдынан һыҙыҡ ҡуйылған)
- Һөйләшеүҙе үҙ аллы уҡып ролләп уҡырға әҙерләнегеҙ (парлы эш).
3) ролләп уҡыу;
4) күнегеүҙең биремен үтәү;
- Һөйләшеүҙән күрше ҡыҙының ғына һүҙҙәрен табып уҡып күрһәтегеҙ.
( Һыуға үҙем генә барып киләйем, апай.)
- Әсәһе күрше ҡыҙына нимә тип яуап биргән икән? (Рәхмәт, аҡыллым!)
- Күрше ҡыҙы менән әсәһенең һөйләшеүен ике һөйләм менән яҙайыҡ. Интерактив таҡтала һәм дәфтәрҙә яҙыу.
- Һыуға үҙем генә барып киләйем, апай.
- Рәхмәт, аҡыллым!
6. Ял минуты
7. Ғәмәли эштәрҙе дауам итеү
- Әсәйҙәрегеҙ һеҙгә ниндәй эштәр ҡуша?
(һауыт-һаба йыуырға, һеңлемде ҡарарға һ.б.)
-Йомош ҡушҡанда ул һеҙгә нисек өндәшә?
- Һеҙ нисек яуап бирәһегеҙ?
- Әсәйегеҙ менән һөйләшеүҙе диалог итеп яҙығыҙ.
3 – сө күнегеү (диалогты 1-2 уҡыусы уҡып ишеттерә)
2) Сканворд сисеү
- Афарин. Бына ниндәй шәп минең уҡыусыларым. Һеҙҙең кеүек тәрбиәле балаларға тағы ла ниндәй сифаттар хас, сканвордты сисеп белерһегеҙ.
(интерактив таҡтала эш)
| т | ы | р | ы | ш | ы |
| з | и | р | ә | к | ә |
| у | ң | ғ | а | н | р |
| а | ҡ | ы | л | л | ы |
| о | т | ҡ | о | р | т |
| е | г | ә | р | л | е |
| б | ө | х | т | ә | е |
| | | | | | |
4) “Интервью” уйыны
Дәрестә һөйләшеү ҡағиҙәләрен үҙләштерҙекме икән? Районыбыҙҙағы “Осҡон” тапшырыуының йәш хәбәрселәре ролендә республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән ҡунаҡтарыбыҙ менән һөйләшеү ҡорайыҡ.
- Хәйерле көн!
- Мин – Илүзә. Һеҙ кем булаһығыҙ?
-
- Ҡайҙан килдегеҙ?
- Беҙҙең район тураһында нимә әйтерһегеҙ?
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Тыуған район тураһында мәғлүмәт.
Районыбыҙҙың ғорурлығы булған 12 мөғжизәһе тураһында беҙҙең уҡыусылар ошондай эҙләнеү эшен башҡарҙылар.
(Хәйбулла районы тураһында видеояҙма күрһәтелә)
3) MyTest программаһында балаларҙың белемдәрен тикшереү
Тест өсөн һорауҙар
1. Һөйләшеү нисек яҙыла? Хаталы яуапты тамғала:
а) Һәр әйткән һүҙ алдынан һыҙыҡ ҡуйыла.
б) Һәр кемдең әйткәне яңы юлдан башлап яҙыла.
в) Һәр кемдең әйткән һүҙҙәре алдынан һыҙыҡ ҡуйыла.
2. Һөйләшкәндә ниндәй һүҙҙе ҡулланырға ярамай?
а) Рәхмәт, һинең менән осрашып һөйләшеүемә бик шатмын.
б)Күп һөйләп, ваҡытты алдың!
в) Ғәфү ит, мин ашығам. Аҙаҡ шылтыатырмын. Яраймы?
3. Бирелгән әкиәттәрҙә ниндәй персонаждар араһында һөйләшеү бара?
а) “Йомро икмәк”: Йомро икмәк һәм Төлкө
б)“Шалҡан”: Мыяубикә һәм Сысҡан
в)“Төлкө менән әтәс”: ҡуян һәм әтәс
8. Рефлексив анализ.
9. Йомғаҡлау.
10. Баһалау.
9. Өйгә эш.
1. “Башҡорт теле” дәреслегенә эш дәфтәре. 1 – се киҫәк. 29 – сы бит, 4 – се бирем.
2. Әҙәби әҫәрҙән һөйләшеү табып ксереп яҙырға.
3. “Китапханала” темаһына һөйләшеү төҙөргә.