СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Задания для олимпиады по башкирскому языку

Нажмите, чтобы узнать подробности

Для подготовки к олимпиаде по башкирскому языку

Просмотр содержимого документа
«Задания для олимпиады по башкирскому языку»

2015/2016 уҡыу йылында башҡорт (дәүләт) теленән

район кимәлендә уҙғарылған олимпиада өсөн һорауҙар


Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (9 класс)

  1. Мәғәнәләре буйынса ҡушма һүҙҙәр табып яҙығыҙ.

  1. Алма бирә торған ағас. …

  2. Күлдә йәшәүсе аҡ төҫтәге күсмә ҡош. ….

  3. Өҫтәлгә япма. ….

  1. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә берәр миҫал яҙығыҙ.

  2. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙығыҙ.

  1. Эш оҫтанан …

  2. Күл тамсынан …

  3. Аҙ һөйлә, күп …

  1. Йылға, күлдәр ниндәй районда урынлашҡан? Уҡ менән күрһәтегеҙ.

Асылыкүл Дәүләкән

Кандракүл Мәләүез

Эйек Туймазы

Йүрәҙән Күгәрсен

Нөгөш Салауат

Һаҡмар Баймаҡ

  1. Буш шаҡмаҡтарға тейешле хәрефтәрҙе яҙығыҙ.

    б

    ы



    л

    б


    й


    к

    ҡ

    ы



    ҡ

    т

    е



    н



    л

    ғ

    а

    м

    у



    л

  2. Үҙегеҙҙең дуҫығыҙ тураһында 5 һөйләм яҙығыҙ.

  3. Уҡытыусыма” шиғырының авторы кем?

  4. Һөйләмдәргә һорауҙар уйлап яҙ.

  1. Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәйем.

  2. Башҡортостандағы иң ҙур күл – Асылыкүл.

  3. Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.









Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән текст (9 класс)


Үҙ тыуған яғығыҙҙы өйрәнегеҙ, яратығыҙ!

Беҙҙең Тыуған илебеҙҙең тәбиғәте бик матур. Унда төрлө –төрлө хайуандар һәм үҫемлектәр бик күп. Китаптарҙан һәм уҡытыусыларҙың һөйләүенән, һеҙ Каспий диңгеҙендә ниндәй балыҡтар булыуын, Себерҙә ниндәй ағастар үҫеүен, Урал ниндәй файҙалы ҡаҙылмаларға бай булыуын беләһегеҙ.

Ә һеҙ, уҡыусылар, үҙ тыуған яғығыҙҙы беләһегеҙме? Һеҙ йәшәгән яҡтарҙың урмандарында ниндәй хайуандар һәм ҡоштар барлығын, унда ниндәй ағастар үҫеүен, күл һәм йылғаларҙа ниндәй балыҡтар йөҙөүен беләһегеҙме? Һеҙҙең тыуған яғығыҙҙа ниндәй үҫемлектәр үҫеүен билдәлеме? “Үҙегеҙҙең тыуған яғығыҙҙы яратығыҙ! Үҙегеҙҙең тирә-яғығыҙҙағы тәбиғәтен күҙәтегеҙ, өйрәнегеҙ һәм һаҡлағыҙ!”

(Академик С.И.Вавиловтан)



















Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (10 класс)


  1. Яңы йыл менән ҡотлап, класташығыҙҙың электрон почтаһына ебәреү өсөн ҡотлау хаты яҙығыҙ.

  2. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

  3. Түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә сифат булып килгән һүҙҙәр аҫтына тулҡынлы, рәүештәр аҫтына бер һыҙыҡ һыҙығыҙ.

Яҡшы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, матур сәскә, яҡшы китап, тырышып эшләй, тырыш уҡыусы, аҡ ҡағыҙ, матур йырлай.

  1. Тәбиғәт менән бәйле һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн буш шаҡмаҡтарҙы тултырығыҙ.


у


м




м



р



с


ә

ҡ




у


о



т



  1. Ҡылымдарҙы тейешле формала яҙығыҙ.

Мин ҡышты яратам…

Һин ҡышты …

Ул ҡышты…

Беҙ ҡышты …

Һеҙ ҡышты …

Улар ҡышты …



  1. Үҙегеҙҙең ҡасан, ҡайҙа тыуғанығыҙҙы, атай-әсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың, олатай-өләсәйегеҙҙең исемен яҙығыҙ.

  2. “Кем өсөн?” шиғырының авторын яҙығыҙ.

  3. Яҙыусы һәм шағирҙарҙың берәй әҫәренең исемен яҙығыҙ:

М.Кәрим-

Р.Бикбаев –

М.Аҡмулла -

9. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде?




Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

текст (10 класс)


Ватаным

Ватаным минең йөрәгемдә ниндәй ҙә булһа айырым өлөштәре менән түгел, ә үҙенең бөтә киңлектәре, төҫ-буяуҙары, бөтә дәүерҙәре, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән йәшәй. Ватанды өлөштәргә, киҫәктәргә бүлеп яратыу мөмкинме һуң?

Тауҙарҙағы йәшен йәшнәүе лә, сабый бала көлөүе лә, далалағы яңғыҙ убала, республикам өҫтөндә елберләгән өс төҫлө байраҡ та – улар бөтәһе лә минең Ватаным.

Ватаным тиһәк, ергә уны үҙҙәренең эш-фекере менән биҙәү өсөн килгән, был донъяла әллә күпме байлыҡтар ҡалдырып киткән ата-бабаларыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ватан тиһәк, беҙ хәтер, мөхәббәт һәм хыялды аңлайбыҙ.

Уның үткәндәре менән ғорурланам, хәсрәтләнәм дә мин, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында тулҡынланып уйлайым. (М.Кәримдән)



















Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән

олимпиада һорауҙары (11 класс)


  1. Ҡышҡы каникулдар етеп килә. Иптәшегеҙҙән ҡайҙа ял итеүен һәм нимәләр эшләүе тураһында белеү өсөн һорауҙар яҙығыҙ.

  2. Һөйләмдең баш киҫәктәре аҫтына һыҙығыҙ.

Мин алыҫ сәйәхәттән ҡайтып киләм.

  1. Нығынған һүҙбәйләнешенә ике миҫал яҙығыҙ.

  2. Күренекле шәхестәр исемлеге араһынан һәр төркөмгә тура килгән исемдәрҙе һайлап алып яҙығыҙ.

Тимер Йосопов, Нурия Ирсаева, Айҙар Ғәлимов, Рәшит Нурмөхәмәтов, Рәми Ғарипов, Муса Гәрәев, Әхмәт Лутфуллин, Роберт Заһретдинов, Шайморатов Генерал, Арыҫлан Мөбәрәков, Даян Мурзин, Ноғман Мусин, Александр Филиппов, Шәһит Хоҙайбирҙин, Светлана Арғынбаева, Владислав Меос, Абдулхаҡ Игебаев, Илдар Абдразаҡов, Ҡәҙим Аралбаев, Сергей Аксаков.

Яҙыусылар –

Сәнғәт оҫталары –

Рәссамдар –

Батырҙар –


  1. Башҡортостандағы халыҡ яҙыусыларының исемдәрен һәм уларҙың бер әҫәренең исемен яҙығыҙ.

  2. “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырының авторы кем? Шиғыр нимә тураһында? Яҙығыҙ.

  3. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында белгәндәрегеҙҙе яҙығыҙ.

  4. Башҡортостанда Республикаһында ниндәй газета, журналдар сыға һәм ниндәй телдә?

  5. Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһында ниндәй йыл тип билдәләнде? Һеҙ ниндәй сараларҙа ҡатнаштығыҙ?


Рус мәктәптәре өсөн башҡорт (дәүләт) теленән текст (11 класс)

Башҡортостан

Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил үҙенең тауҙары, бер ил үҙенең далалары, өсөнсөһө һыуҙары, дүртенсеһе урмандары менән дан тота. Ә Башҡортостанда шуларҙың барыһы ла бар.

Урал... Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан ташҡа һикереп аҡҡан һалҡын шишмәләр, сәскәле аҡландар, таҫма-таҫма булып һуҙылған тау юлдары килеп баҫа.

Урал... Унан көс алып, урау-урау юлдар үтеп, беҙҙең данлыҡлы Ағиҙелебеҙ, тынғыһыҙ, етеҙ Ҡариҙелебеҙ киң далаларға ашыға.

Уралдың йөрәгенә күҙ һалайыҡ. Ниндәй генә хазиналар юҡ унда! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер...

Шуларҙың бөтәһе лә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит. (М.Кәрим)