СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Заман башҡорт теле дәрестәренә дөйөм талаптар

Нажмите, чтобы узнать подробности

Заман башҡорт теле дәрестәренә дөйөм талаптар.

Просмотр содержимого документа
«Заман башҡорт теле дәрестәренә дөйөм талаптар»


Заман башҡорт теле дәрестәренә дөйөм талаптар


Билдәле булыуынса, уҡытыусы үҙенең һөнәри эшмәкәрлеге дәүерендә егерме биш меңдән ашыу дәрес бирә. Уҡыусы иһә мәктәптә ун меңдән ашыу дәрестә ултыра.

Әлбиттә, уҡытыусы һәм уҡыусы эшмәкәрлегенә һан яғынан ғына түгел, сифат яғынан баһа биреү дөрөҫ һәм мөһим. Уҡыу ваҡытының туҡһан һигеҙ проценты дәрескә сарыф ителгән был осраҡта башҡорт теле дәресе ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш һуң?

Бөгөнгө көндә дәрестә бала күңеленә ни һалыу һәм нисек һалыу айырыуса мөһим. “Уҡытыусы һөйләй, бала тыңлай, аңлағанын һөйләп бирә” тигән ҡараш хәҙер иҫкерҙе инде. Дәрестә эшмәкәр мөнәсәбәт, мөхит юҡ икән, ул ваҡытты, шуға тәғәйен материалды әрәм итеү тигән һүҙ. Дәрес – ул һабаҡ. Һабаҡ үҙ сиратында тәрән асылға һәм күп мәғәнәгә эйә [1, 3-сө бит].

Методик әҙәбиәттә дәрескә күп һанлы билдәләмә бар, әммә улар дәресте белем биреү формаһы булараҡ дөйөм рәүештә генә ҡылыҡһырлай.

Профессор Р.Ғ. Аҙнағоловтың хеҙмәттәрендә дәрескә йөкмәткеһе яғынан түбәндәге билдәләмә бирелә: “баланың һәләтен асыусы, кешелек сифаттарын формалаштырыусы, рухи үҫешенә йүнәлеш биреүсе, аң-белем кимәлен үҫтереүсе тәрбиә берәмеге дәрес тип атала” [1, 46-сы бит]. Был билдәләмә, һис шикһеҙ, автор тарафынан башҡорт теле дәрестәрен күҙ уңында тотоп бирелгән, беҙҙеңсә.

Һәр яңы дәрестең уҡыусының белемен арттырырға, үҫешен бер баҫҡысҡа күтәрергә, аҡыл һәм әхлаҡи мәҙәниәтен формалаштырырға булышлыҡ итергә тейешлеге бәхәсһеҙ, әлбиттә. Дәрестең асылын билдәләүҙә уҡытыусы эшмәкәрлегенең роле баһалап бөткөһөҙ, хатта төп күрһәткес. “Дәрес – уҡытыусының дөйөм һәм педагогик мәҙәниәтенең, интеллектуаль байлығының үлсәме, белем һәм эрудицияһының күрһәткесе,” – тигән В.А. Сухомлинский [2].

Бөгөнгө көндә икенсе быуын федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы хәҙерге башҡорт теле дәрестәренә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  • дәрестең бөтә этаптарында ла уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүен тәьмин итергә;

  • уҡытыусыға мәғлүмәт биреүсе ролендә түгел, ә ойоштороусы булараҡ сығыш яһарға;

  • дәрестә рефлексияның булыуы мотлаҡ;

  • уҡыусыларҙың телмәр әүҙемлеге юғары кимәлдә булыуына ирешергә.

Башҡорт теле дәрестәренең үткәреү маҡсаты, йөкмәткеһе яҡынан төрҙәре күп төрлө. Әммә был мәҡәләлә беҙ улар тураһында тәфсирләп яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуймайынса, дәрестең структур элементтарына туҡталабыҙ.

Билдәле булыуынса, һәр дәрес төрөнөң үҙенә генә хас структур элементтары була, беҙ уларҙың дөйөм (һәр дәрестә лә булырға тейешлеләрен) күрһәтеп үтәбеҙ:

  • мобилизациялау этабы – уҡыусыларҙы әүҙем интеллектуаль эшмәкәрлеккә йәлеп итеү;

  • маҡсат билдәләү – түбәндәге схема буйынса уҡыусыларҙың дәрестең маҡсатын әйтеүе: иҫкә төшөрөргә – белергә – өйрәнергә;

  • булған белемдәрҙе барлау һәм белемдең етешмәгәнлеген аңлау;

  • коммуникация;

  • бер-береңде тикшереү;

  • рефлексия – уҡыусының дәрестә ниндәй яңылыҡ белеүе һәм нимәгә өйрәнеүе тураһында әйтеп биреүе.

Традицион һәм хәҙерге дәрес этаптарын сағыштырып ҡарайыҡ.

Традицион дәрес

1. Ойоштороу мәле.

2. Өйгә эште тикшереү

3. Яңы материалды аңлатыу.

4. Нығытыу.

5. Дәресте йомғаҡлау.

6. Өйгә эш биреү.

Хәҙерге дәрес

1. Уҡыусыларҙы әүҙем эшкә йәлеп итеү этабы.

2. Уҡыусыларҙың күҙаллау аша үҙҙәренә маҡсат билдәләүе.

3. Булған белемдәрҙе барлау һәм белемдең етешмәгәнлеген аңлау.

4. Яңы материалды өйрәнеү һәм нығытыу.

5. Рефлексия.

Дәрес материалы аңлайышлы, фәнни яҡтан тәрән һәм тулы булһын өсөн, дәрестәге эштәргә талаптар ҙа юғары булырға тейеш:

- уҡыусыға ҡатмарлы, проблемалы һәм эҙләнеүҙе талап иткән эштәр тәҡдим итергә;

- төрлө бүлек материалын белеп, уларҙы комплекслы ҡулланыуҙы күҙ уңында тотҡан эш төрҙәре файҙаланырға. Мәҫәлән, мобилизациялау этабында уҡыусы эшмәкәрлеге:

1) уҡытыусы ҡушҡан өлөшләтә эҙләнеү характерындағы эште үтәп, дәрес темаһын билдәләй;

2) терәк схема файҙаланып, дәрестең маҡсаттарын асыҡлай, уларҙы бойомға ашырыу юлдарын күрһәтә;

3) ғәмәлдә ҡулланып, алған белемдәрен актуалләштерә.

Уҡытыусыға талаптар:

1) асыҡ һәм дөрөҫ итеп эштәр бирә;

2) уҡыусыға яңы белемде әҙер килеш кенә бирмәй;

3) эште 2 тапҡыр ҡабатламай;

4) уҡыусыларҙың яуаптарына комментарий бирмәй, уларҙы төҙәтмәй, ә был эштәрҙе уҡыусыларҙың үҙҙәренә ҡуша;

5) уҡыусылар әйткәнде ҡабатламай;

6) уҡыусыларҙың ҡыйынһынғанын күреп, дәрес барышында эштәрҙе алмаштыра;

7) комплекслы эштәр һайлай.

Шулай итеп, дөйөм педагогик һәм методик, заман талаптары нигеҙендә ижади кимәлдә ойошторолған башҡорт теле дәрестәре генә юғары мәҙәниәтле, грамоталы, һәр яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүселәрҙе әҙерләп сығарыуға булышлыҡ итәсәк.

Әҙәбиәт

1. Аҙнағолов Р.Ғ. Хәҙерге дәрес: уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: БашДУ, 2012. – 155 бит.

2. Сухомлинский В.А. Как воспитать настоящего человека. – Киев, 1975.







Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!