СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ
Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно
Скидки до 50 % на комплекты
только до
Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой
Организационный момент
Проверка знаний
Объяснение материала
Закрепление изученного
Итоги урока
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы технологиялар ҡулланыу.
Ижади эшләүсе уҡытыусы традицион методтар, алымдар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмай. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ яңы алымдарҙы әҙерләргә, уҡыусыларҙың үҙҙәрен эҙләнергә мәжбүр иткән дирижер булырға тейеш уҡытыусы.
Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен өсөн, унда ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш төрҙәре, төрлө алымдар ҡулланыу предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Теләп башҡарылған, күңелгә ятыш эш иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Әгәр материалды үҙләштереү ҡыйын,ялҡытҡыс, бер төрлө икән, уҡыусының күңеле һыуына, активлығы кәмей һәм телде өйрәнергә булған теләге бөтөнләй һүнергә мөмкин. Шуға күрә уҡытыусы яңы ысулдар, эш алымдары уйлап тапҡанда йәки ижади эшләгәндә генә балалар ҙа ижади фекер йөрөтә аласаҡ.
Балаларҙа башҡорт телен уҡыуға ҡыҙыҡһындырыу тәрбиәләү өсөн компьютер технологияларын ҡулланыу һуңғы йылдарҙа иң мауыҡтырғыс сара булып иҫәпләнә. Сөнки уҡыусылар,үҙҙәрен уҡытҡан уҡыусыларҙан айырмалы рәүештә, донъяны танып белеүҙә компьютерҙың мөмкинселектәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, был “машинаның” серҙәренә тиҙерәк төшөнөргә тырыша. Хәҙер был заман талабы. Тик компьютерҙы урынлы һәм дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Минеңсә, компьютерҙы түбәнге осраҡтарҙа ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы:
Уҡытыу процесында компьютер ҡулланыу өлгөрөштөң сифатын күтәрергә лә ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса электрон дәреслектәрҙе, методик ҡулланмаларҙы дәрестә оҫта ҡулланыу уҡытыусыға яңы теманы аңлатыуҙы еңеләйтһә, уҡыусыға ҡыҙыҡһыныу уята.
Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесен тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда, әлегә тиклем билдәле булғандарын белеү, берләштереү, таныш булғандарын күҙ уңында тоторға тейеш.
© 2020, Баймуратов Альберт Махмутович 761