СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

«Башланғыс класс уҡыусыларының һөйләү телмәрен үҫтереү» исемле проект эше

Нажмите, чтобы узнать подробности

Инеш

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, унда нимә “яҙаһың, һалаһың”, шул уның йәшәйеш йөкмәткеһенең, мәғәнәһенең нигеҙен тәшкил итә, ғүмерлеккә уға йәшәү ҡанундары булып хеҙмәт итә, тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ ролен үтәй. Кеше телдән, телмәрҙән башҡа белем ала алмай, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. Телмәр ни тиклем үҫешкән, камиллашҡан, тыңлаусы шул тиклем тиҙерәк аңлай. Һөйләү телмәре уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн генә түгел, мәктәптә уңышлы уҡыр өсөн дә кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа телевизор (IP), компьютер (интернет, контакт, ватсап) күп иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусылар һаны бик аҙ, йәш үҫмерҙәр араһында юҡ та тиерлек. Шунлыҡтан әҙәби һөйләү телмәр кимәле түбән. Был уҡыусыларҙың ғына түгел, ә глобаль заман проблемаһы. Ошонан сығып, мин үҙемдең эшемдең проблемаһын билдәләнем:уҡыусыларҙың һөйләү телмәтен үҫтереү.

Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәсьәләһе – тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә актуаль һанала. Был факттар мине «Башланғыс класс уҡыусыларыны һөйләү телмәрен үҫтереү» темаһы буйынса проект өҫтөндә эшләргә этәрҙе.

Һөйләү телмәрен үҫтереүҙә минең педагогик эшмәкәрлегемдең маҡсаты:рус мәктәптәрендә башҡортса һөйләм, һөйләү телмәренә өйрәтеү проблемаһын тикшереп, һөйләү телмәрен үҫтереүҙең ғилми нигеҙҙәрен асыҡлау, уҡыусыларҙың башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеүҙә төрлө метод һәм алымдар ҡулланыу.

Маҡсаттан сығып бурыстар билдәләнде:

  • Үҙ фекереңде әйтә алыу күнекмәләрен формалаштырыу (элементар диалог төҙөргә өйрәтеү);
  • Уҡыу процесында яңы технологиялар һәм методтар ҡулланыу.

Проекттың һөҙөмтәһеуҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү телмәрен үҫтереү тип алдым. Үткәреү вакыты 2017-2018 йылдар.

Проект эшемдең этаптары: I этап (эҙерлек этабы): бөйөк педагогтарҙың, практик уҡытыусыларҙың хеҙмәтен өйрәнеү, яңы технологиялар, алымдар үҙләштереү, башланғыс класс уҡыусылары тураһында мәғлүмәт туплау.

II этап (эксперементаль этап): практик эш башҡарыу.

Проект эшендә көтөлгән һөҙөмтәләр: уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтә белә һәм һөйләү телмәренең үҫеше.

Педагогик проектта ҡатнашыусылар итеп башланғыс класс уҡыусыларынһайланым.

05.01.2021 10:44


Рекомендуем курсы ПК и ПП