СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Классный час на тему Семья-это...

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ғәилә – ул.

(Класс сәғәте. )

Маҡсат: уҡыусылар менән ғаилә ҡиммәттәрен билдәләү, уларҙың асылына төшөнөү.

Бурыстар:

• үҙ-ара аралашыу, фекерҙәрен әйтә белеү һәләттәрен үҫтереү;

• тема буйынса ыңғай хис-тойғолар, тәьҫораттар булдырыу.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу этабы.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Бөгөн класс сәғәтендә “Ғаилә - ул …” тигән темаға һөйләшәсәкбеҙ. “Ғаилә кәрәҙен” бергәләп төҙөрбөҙ.

II. Төп өлөш.

- Ғаилә тип әйтһәк, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килә?

(Ассоциатив схема төҙөү: атай, әсәй, өләсәй, олатай, балалар,…,бәхет, дуҫлыҡ, берләшмә, мөхәббәт, хөрмәт, шатлыҡ, бәхет һ.б.)

- Бына ошо бөтә һеҙ һанап киткәндәрҙе, нимә тип атайҙар? (Ғаилә ҡиммәттәре)

- Ғаилә ҡиммәттәренә тағы ла нимәләр инә икән? Бөгөн мин һеҙгә бер серле ҡумта алып килдем. Унда ҡыҙыҡлы һүрәттәр. Кем үҙенә беренсе һүрәтте һайлай?

- Нимә төшөрөлгән?

- Был һүрәт-символ һеҙҙә ниндәй уйҙар тыуҙыра? (Һәр һүрәт буйынса әңгәмә).

(“Йөрәк”, “Тарих”, Ҡәлғә”, “Йола”, “Дуҫлыҡ”, “Дәүләт”)(“Йөрәк” – ата-әсәйгә, туғандарға һөйөү. Ғаиләнең нигеҙендә мөхәббәт ята.

“Тарих” – һәр ғаиләнең тарихы бар. Тарих – ул ғаилә шәжәрәләрендә сағылыш таба.

“Ҡәлғә” – һәр кем өсөн үҙ ғаиләһе – ул ҡәлғә. Ул унда терәк, таяныс таба, ата-әсәләрҙең ярҙамын, ҡурсалауын, йылыһын тойоп йәшәй.

“Йола” – һәр бер ғаиләнең байрамдары, үҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бар."

Дуҫлыҡ” – ғаиләнең нигеҙендә шулай уҡ ғаиләне бер бөтөн иткән үҙ-ара дуҫлыҡ, ихтирам, иғтибар тойғолары.

“Дәүләт” – беҙҙең дәүләтебеҙ, тыуған илебеҙ - Башҡортостан. Республикабыҙҙа халыҡтар бик күп, төрлө-төрлө. Улар ҙа бер ғаилә кеүек дуҫ, татыу йәшәй. Ғаилә – ул йәмғиәтте, дәүләтте барлыҡҡа килтерә торған берләшмә. Ғаиләләребеҙ ныҡ, дуҫ, татыу булһа, илебеҙ ҙә көслө буласаҡ.)

- Һәр һүрәттең артында мәҡәлдең башы бирелгән, уны дауам итергә кәрәк.

(Мәҡәлдәр: Ата-әсәһен хөрмәт иткән, үҙе лә хөрмәтле булыр. Ғаиләһеҙ кеше – тамырһыҙ ағас. Минең ғаиләм – минең ҡәлғәм. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән. Татыу ғаилә – ил күрке. Ныҡлы ғаилә – ил терәге.)

(Уҡыусылар һүрәттәрҙе таҡтаға элә баралар, “Ғаилә кәрәҙе” барлыҡҡа килә).

III. Йомғаҡлау.

- Шулай итеп, таҡтала нимә барлыҡҡа килде?

- Ни өсөн кәрәҙ? Ул нимәне хәтерләтә?

- Ғаилә - ул нимә?

- Һеҙгә бөгөн дәрестә нимә ҡыҙыҡ булды?

- Йәшәү бәхете – илең булыуы

Атаң һәм әсәң, телең булыуы,- тигән шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә татыулыҡ, именлек, бәхет теләйем.

- Бөгөн миңә һеҙҙә ҡунаҡта булыу бик оҡшаны. Рәхмәт. Һүрәттәрҙе һеҙгә ҡалдырам, унда матур теләктәр ҙә яҙылған. Һау булығыҙ

17.11.2016 19:45


Рекомендуем курсы ПК и ПП