СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Әсәлек хисен нимә бөтөрә? ("Йәшлек" гәзитенән)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 2005 йылда 133034, 2012 йылда 74724 бала ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған. 2007 йылда 20864 сабый уллыҡҡа бирелгән, 2012 йылда – 13055. Ошо йылда ғына 2604 баланы сит ил граждандары тәрбиәләүгә алған. Шуларҙан АҠШ – 646 (71 инвалид сабый), Италия – 762 (53 инвалид бала), Испания – 502 (28 инвалид бала). Ҡаты бәғерле әсәләр бар. Был – бөтәһенә лә билдәле. Шул уҡ ваҡытта әсәләренә ҡарата ҡанһыҙлыҡ күрһәткән балалар ҙа етерлек. Балаһы тарафынан ҡыйырһытылыу­сы әсәләр ғәйепте башлыса үҙҙәренән күрә. Сабыйы өсөн борсолоп, хоҡуҡ һаҡлаусыларға ла мөрәжәғәт итмәй. Һуңғы йылдарҙа үҙ балалары тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән ата-әсәләр тураһында күп ишетелә. Ата-әсәһенең спиртлы эсемлектәр ҡулланып йыш ғауға ҡуптарыуын күреп үҫкән егет, ир ҡорона еткәс, әсәһенә лә ҡул күтәреүе мөмкин. Быны ул, шулай кәрәк, тип уйлаясаҡ… Көндән-көн ер йөҙөндә "йәшел йылан" менән дуҫлашыусылар һаны арта. Эскеселек йәмғиәтебеҙҙең алдында торған ҙур бер хәл ителмәҫлек мәсьәләләрҙән һанала. Шуныһы асыҡ: бала әсәһенә күп осраҡта иҫерек булғанда ҡул күтәрә. Ғөмүмән, ғаилә ыҙғыштарының 90 проценты эскелек арҡаһында килеп сыға. Хәлде нисек үҙгәртергә һуң? Ни өсөн әсәнең, балаһын тапҡас, уны ташлап китергә хоҡуғы бар? Ҡатын балаһын ҡалдыра икән, быға үтә етди сәбәбе булырға тейеш. Үҙең тыуҙырған сабыйың өсөн яуаплылыҡ бөтә кешегә лә берҙәй бирелә. Сабыйын үлтереүселәргә ҡарата ла законды ҡәтғиләштерергә кәрәк. Ғәзизкәйен ташлап китеп тә, бер ни булмағандай йәшәп ятҡан ҡатынға ниндәйҙер яза булырға тейеш тә баһа!

30.10.2017 13:19


Рекомендуем курсы ПК и ПП