СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Таш сәскә. Р.Гарипов

Нажмите, чтобы узнать подробности

Таш сәскә

Мөғжизә юҡ, тиҙәр, мөғжизә бар: Әкиәттә түгел — тормошта. Үҙ күҙҙәрең менән күрмәй тороп, Ышанмайһың уға тәү башта.

Мин Мәскәүҙә ҡарап йөрөгәндә Сикһеҙ хазинаһын халыҡтың, Күҙ алдымда, күҙҙең яуын алып, Ғәжәйеп бер сәскә ҡалҡты.

Мең-мең сәскәләрҙән күркәмерәк, Ем-ем нурын һирпә тажынан. Ышанмайым уны таш тигәнгә, Яһалһа ла Урал ташынан!.

Кем үҫтергән һине шулай итеп? Был ергә һуң һине кем сәскән? — Ҡайҙа тамырың? — тип һорағас мин, Телгә килде аҫыл Таш сәскә:

— Күк Уралда күкрәп тамыр йәйҙем, Үҫтерҙе, — ти, — тыуған тупрағым. Ил бәхете — күркәмлегем минең, Ил йәшлеге — йәшел япрағым.

Шуға ла мин бөгөн ил түрендә Шиңмәҫ сәскә булып ҡалҡындым: Ташты ла бит сәскә аттырырлыҡ Ғәжәп ҡулдары бар халҡымдың!

13.11.2017 18:09


Рекомендуем курсы ПК и ПП