СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Башҡорт теленән программа (5-9)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Башҡорт теленән программа (5-9)»


Уҡыу п Башҡортостан республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт теленән эш программаһы (5-9)

редметын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләре


Шәхси һөҙөмтәләре:

- Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау; башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәтен аңлау;

- башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте менән танышыу сараһы булыуын аңлау;

- үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

- атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына ҡарата һаҡсыл булыу;

- тыуған илде,тыуған ерҙе,тәбиғәтте, дуҫтарҙы яратыу һәм ҡәҙерләү,

- тыуған ерҙе һаҡлау;

- үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

- һаулыҡты нығытыу;

- йәмәғәт урындарында әҙәпле булыу;

- кеше менән аралашыу этикетын үҙләштереү;

Метапредмет һөҙөмтәләре:

- уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

  • төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация схема, таблица);

  • текстарҙы үҙләштереүҙә уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу(текст менән күҙ йүгертеп уҡыу,текстың йөкмәткеһен белеү өсөн аңлап уҡыу, мәғлүмәт табыу өсөн эҙләнеп уҡыу һ.б.);

  • һүҙлектәр, белешмә материал менән файҙалана белеү;

  • теге йәки был матеиал буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, презентация эшләй белеү;

  • ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн үҙенең эшмәкәрлегенә төҙәтмәләр индерә белеү;

  • уҡытыусы менән берлектә билдәләнгән баһалау критерийҙарына ярашлы үҙенең һәм иптәштәренең эшенә баһа биреү;

  • төрлө телмәр ситуацияларына ярашлы телдән һәм яҙма телмәр өлгөләре төҙөй белеү;

  • телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

  • башҡаларҙы ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды үҙгәртә алыу;

  • үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү;

- диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау;

- төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;

- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;

- мәҙәни аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу;

Предмет һөҙөмтәләре:

- уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу, тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау, текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;

- тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү. Текстың планын төҙөү;

- ғәҙәти темпта тәҡдим ителгән мәғлүмәтте (радио һәм телевидение дикторы телмәре) аңлау;

- текст менән мәғлүмәт сығанағы булараҡ эш итә белеү;

- өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.);

- бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү, уҡыу , ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу;

- өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу;

- географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү. Кешенең исеме, фамилияһы, географик атамаларҙың дөрөҫ яҙылышын практик үҙләштереү;

- бирелгән һүҙҙәргә таянып ҙур булмаған текст төҙөү;

- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре;

- алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү;

- текст фрагменттарын рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеү.


































Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе

Мәктәп.

1 сентябрь – Белем көнө. Мәктәп, уҡыу, белем алыу. Мәктәп директоры, класс етәксеһе. Яратҡан дәресем, яратҡан уҡытыусым. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу, көҙгө тәбиғәт. Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр. Һынамыштар.

Белем, тел, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе Һөйләмдең баш киҫәктәре. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе Һөйләмдең баш киҫәктәре. Һүҙ. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе. Күп мәғәнәле һүҙҙәр, омоним, синоним, антоним. Һүҙбәйләнеш.

Тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу.Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү, план төҙөү. Сифат.

Үҙем тураһында.

Үҙем тураһында,минең ғаилә ағзалары, яҡындарым. Сифат.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. [к-г], [ҡ-ғ] тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре.

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары. Күрһәтеү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме?

Республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге. Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, проект эштәр башҡарыу.

Башҡортостан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре. («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б.).

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары, билдәле урындар.

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена.

Кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

Яңы йыл менән!

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотлау, байрамдың үҙенә генә хас күренештәре. Проект эшләү. Ҡылым. Ябай һәм ҡушма ҡылымдар. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Өй. Магазин. Баҙар.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамалары, һатып алыу этикеты,. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр. Әсәй донъяла иң ҡәҙерле кеше, уны ихтирам итеү, яратыу, ҡәҙерләү. Ҡотлау открыткалары яҙыу, ҡотлау һүҙҙәрен белеү. Проект эшләү. Антоним.

Яҙ. Яҙғы эштәр.

Яҙ билдәләрен күреү һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ. Осоп килеүсе ҡоштар. Омоним. Еңеү көнө. Һуғыш ветерандары. Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре. Яҙғы эштәрҙең яҙ ваҡытында эшләнеүе, Һан.

Йәмле йәй.

Йәмле йәй айҙары. Йәй айҙарында үткәрелгән байрамдар. Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәре. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу.

Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы .

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү. Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр, мәҡәлдәр.

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуҫлык, тыныслыҡ. Кешеләр араһындағы дуҫлыҡ, халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр.

Ҡыш.

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре. Ҡыш көнө ҡоштар һәм хайуандар донъяһы. Ҡышҡы байрамдар. Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре. Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре.

Телефондан дөрөҫ һөйләшеү, хат яҙыу ҡағиҙәләре. Ялғауҙар һәм уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар, яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙыу.

Башҡортостандың йылғалары, күлдәре.

Республикалағы йылға, күлдәр атамалары. Атамаларҙың мәғәнәһе, килеп сығышы. Экология мәсьәләһе. Һан. Ябай һәм ҡушма һандар.

Ауыл тормошо.

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте. Игенсе эшенең нескәлектәре. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы.

Текст. Текстың атамаһы, текстың төп билдәләре (өлөштәргә айырылыуы

мәғәнәүи берҙәмлек, бәйләнешлек). Текст өлөштәренең һәм һөйләмдәренең бәйләнеш саралары.

Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары.

Кеше сәләмәтлегенә спорт менән шөғөлләнеүҙең әһәмиәте. Уҡыусыларҙың спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары ҡулланыу.Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Ғаилә.

Ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләү. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булыу. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Сәнғәт оҫталары.

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Яратҡан йырым, йырсым. Проектэше башҡарыу.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Кеше, тау, ер, һыу атамалары. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләр. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу.

Борон-борон заманда...

Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр, һынамыштар, йырҙар, йомаҡтар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Ф.Туғыҙбаева «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?». Халыҡ әкиәте, автор әкиәте. Киҫәксә тураһында төшөнсә.

Көҙгө эштәр, көҙгө тәбиғәт.

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр. Һынамыштар. Һүҙбәйләнеш. Һүҙбәйләнеш төрҙәре.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө. Уның иҫтәлекле урындары. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре.

Хеҙмәт төбө – хөрмәт.

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары.. Ниндәй һөнәр оҡшай. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр. Хеҙмәт, һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Салауат Юлаев – милли батыр.

С. Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙары.. С. Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр (проект) эшләтеү.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ.

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡаралата ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Ай Уралым, Уралым!

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө. Республикабыҙҙың күренекле урындары. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре. 8-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Атамалар ни һөйләй?

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле. Ономистика. Ономистика тармаҡтары: антропонимика, этнонимика, милли халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

Тыуған ер, йәшәгән ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләре. Атамаларҙа ил тарихы, ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолаларының сағылыуы.

Башҡорт театры.

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге. Стәрлетамаҡ театрҙары. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы.Театрҙың күренекле артистарының тормошо һәм ижады. Театрҙың үткәне һәм киләсәге. “Минең яратҡан актерым” проект эше

Башҡорт халыҡ ижады.

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә.Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт. Башҡорт халҡының эпостары. “Урал батыр” эпосы. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Башҡорт халыҡ йырҙары. Башҡорт халыҡ йолалары.Йола байрамдары.

Башҡорт аты.

Башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим роле. Ат- тоғро дуҫ, ярҙамсы. Йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүе. Башҡорт аты хәрби хеҙмәттә. Ат менән дауаланыу

Башҡорт халыҡ милли аштары.

Башҡорт халҡының милли аштары. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәре. Башҡорт милли аштары тураһында текстар.



Тематик планлаштырыу



5

6

7

8

9

Мәктәп

4

4

2

4

3

Үҙем тураһында

3





Йыл миҙгелдәре

4





Башҡортостанды беләһеңме?

4

9

6


4

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена

3





Яңы йыл менән!

3





Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Баҙар.

3





Һигеҙенсе март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө

2





Яҙ. Яҙғы эштәр

7

6


3

4

Йәмле йәй

1

4

3



Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.


3

3



Ҡыш


6


4

3

Башҡортостандың йылғалары, күлдәре


2




Ауыл тормошо



2



Спорт



4



Ғаилә



4



Сәнғәт оҫталары



6



Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?



2



Борон-борон заманда



2



Көҙгө эштәр, көҙгө тәбиғәт




5


Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы




5


Хеҙмәт төбө – хөрмәт




4


Салауат Юлаев – милли батыр




3


Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ




3


Ай, Уралым, Уралым!




3


Атамалар ни һөйләй?






5

Башҡорт театры





3

Башҡорт халыҡ ижады





4

Башҡорт аты





4

Башҡорт халыҡ милли аштары





4


34

34

34

34

34