Йөкмәткеһе
Инеш..............................................................................................................3-4
Проект эшенең паспорты................................................................................5
Төп өлөш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу.....................................................................6-12
3. Йомғаҡлау...............................................................................................13-14
4. Ҡулланылған әҙәбиәт...................................................................................15
Инеш
Хәҙерге тормош, яңы иҡтисади шарттар һәм мөнәсәбәттәр һәр кемдән тәрбиәле, юғары мәҙәниәтле, тарихты һәм халыҡ тормошон белеү йәһәтенән мәғлүмәтле булыуҙы талап итә. Шуға күрә лә йәш быуынды даими үҙгәреш һәм конкуренция шарттарында йәшәй алырҙай инициативалы, белемле, бөтә яҡлап үҫешкән кеше итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ошо мөһим бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу мөһим роль уйнай.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестән тыш эшмәкәрлек уҡыусыларҙың лингвистик аң даирәләрен киңәйтеп, туған телгә мөхәббәт, уны өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, ынтылыш тәрбиәләү, һөйләгән һәм яҙған саҡта һәр әйтелгән, яҙылған һүҙ өсөн яуаплылыҡ хисен тойорға күнектереү, фекерҙе аңлайышлы, күңелдәге хистәрҙе матур һәм үтемле итеп бирә белеү, һүҙҙең тылсымлы көсө тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу һәм ижади эшләй белеүҙең барлыҡ мәҙәниәтле кеше өсөн дә кәрәкле икәнлеген төшөндөрөү – хәҙерге көндә һәр уҡытыусы алдында торған бурыстар. Дәрестән тыш эшмәкәрлек уҡыусыларҙың әҙәбиәт тарихы һәм әҙәбиәт теорияһы буйынса белемен киңәйтә, дәрестә үтелгәндәрҙе үҙ аллы ҡабатларға ярҙам итә.
Проекттың актуаллеге:
Һуңғы ваҡыттарҙа Берҙәм дәүләт имтихандары, яңы стандарттар ҡуйған талаптар бер ни тиклем дәрестән тыш эшмәкәрлекте һүлпәнәйтте. Уҡыу сифаты, һөҙөмтәле имтихандар менән мауығыу тәрбиәүи эшмәкәрлекте икенсе планға ҡыҫырыҡлап сығара бара. Ошо шарттарҙа тәҡдим ителгән проект эше шәхесте төрлө яҡлап формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай һәм ул эффектлы сара һанала.
Хеҙмәттең маҡсаты: уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу нигеҙендә ҡайhы бер hығымталар яhау тора.
Бурыстары:
1. Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороуҙың эффектив алымдары, методтары, формаларын ҡулланыу.
2. Дәрестән тыш сараларҙа белем кимәлен асыҡлау мөмкинлектәренә иғтибар итеү.
3. Тыуған яҡты өйрәнеү эшен ойоштороу.
Яңылығы:
Дәрестән тыш сараларҙы, эшмәкәрлекте Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шарттарында ойоштороу.
Эштең предметы булып проект методы тора.
Эштең объекты – алдынғы педагогтарҙың методтары, алымдары, практик һөҙөмтәләре.
Тикшереүҙең методологик hәм теоретик нигеҙе итеп хәҙерге педагогика, психология, методика фәндәре ҡаҙаныштары, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен практик уҡытыусыларҙың проект методикаһына ҡағылышлы хеҙмәттәр алынды.
Проект эшенең паспорты
№ | Бүлектәр | Йөкмәткеһе |
1 | Проект эшенең исеме | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу |
3 | Маҡсаты | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу нигеҙендә ҡайhы бер hығымталар яhау |
4 | Бурыстар | – проект темаһын асыҡлау; – эшләнәсәк проекттың йөкмәткеһе; – был тема буйынса ниндәй практик үҙенсәлектәр барлығын барлау; – эште башҡарыу этаптарын асыҡлау |
5 | Проект һөҙөмтәһе | Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу алымын ҡулланыу ярҙамында балаларҙа телгә, әҙәбиәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуын, белем сифатын күтәреүен иҫбатлау |
6 | Проект эшенең этаптары | 1) әҙерлек этабы; 2) планлаштырыу; 3) проектты эшләү; 4) проектты яҡлау; 5) эште баһалау |
7 | Эш һөҙөмтәләре | – башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу алымын ҡулланыу отошло булыуын асыҡлау |
Төп өлөш. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу
Уҡытыусы уҡыусыларға мәктәп программаһы талап иткән ғәмәли күнекмәләргә өйрәтеүсе генә булырға тейеш түгел. Билдәле педагог Л.И.Занков: “Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәшеп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”, - тип белдерә. Уҡыусы белемгә ҡыҙыҡһыныу булғанда ынтыла. Ошо ҡыҙыҡһыныуҙы дәрестән тыш сарларҙа булдырырға мөмкин.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестән тыш сараларҙа белем һәм тәрбиә биреүҙе берҙәм ағым итеп ғәмәлгә ашырыу бөгөнгө көндә мөһим бурыстарҙың береһе һанала. Уларға түбәндәгеләр инә:
Дәрестә үҙләштерелгән теоретик белемде: башҡорт теленең төҙөлөшөн, яһалышын, үҙгәрешен, уның ғәйәт бай булыуын тел түңәрәктәрендә, туған тел һәм әҙәбиәт аҙналыҡтарында, кисәләрҙә һәм башҡа сараларҙа нығытыу, тәрәнәйтеү һәм тормошта ҡуллана белеү.
Уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләтен үҫтереү. Туған телгә арналған төрлө дәрестән тыш сараларҙа әүҙем булыу, унда сығыш яһау өсөн материалдар туплау, грамматика буйынса үткәрелгән уйындарҙа ихлас ҡатнашыу, уҡыусыларҙы уйланырға, тикшеренергә, етеҙерәк фекерләргә өйрәтеү, һығымта яһай белеү күнекмәләре тәрбиәләү.
Дәрестән тыш сараларҙа баларҙың уҡыу һәм һөйләү мәҙәниәтен үҫтереү. Уҡыусыларҙың логик яҡтан бәйләнешле, стилистик яҡтан дөрөҫ һөйләп һәм яҙып аңлата белеүен тормошҡа ашырыу.
Уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Уларҙа туған телгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, улар менән ғорурланыу тойғоларын байытыу, үҫтереү.
Дәрестән тыш сараларҙа туған телгә арналған иртәлек, кисә, аҙналыҡ үткәргәндә бергәләп ҡатнашыу, тапшырылған эште намыҫ менән үтәп сығыу, бер-береңә ярҙам итеү, коллектив менән бергә эшләргә һәм йәшәргә өйрәтеү.
Докладҡа, фәнни-ғәмәли конференцияларға материалдар йыйыу, сығыш яһарға өйрәтеү. Уҡыусыларҙың шәхси һәләтлектәрен үҫтереү.
Шулай итеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестән тыш сараларҙа белем һәм тәрбиә биреү берҙәм алып барылғанда ғына ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеп була.
Дәрестән тыш эшмәкәрлек дөйөм дидактик принциптарға нигеҙләнеп ойошторола. Һуңғы йылдарҙа донъя күргән методик әҙәбиәттәргә нигеҙләнеп, түбәндәге принциптарҙы билдәләргә мөмкин:
Дәрестән тыш сараларҙың дәрестәр менән үҙ-ара тығыҙ мөнәсәбәттә булыуы. Уҡыусыларҙа туған телдең серҙәрен, уның мәғәнә биҙәктәрен тәрәнерәк өйрәнеү теләге дәрестә башлана, ә дәрестән тыш сараларҙа ойошторолған эштәрҙә улар артабан үҫтерелә, тәрәнәйтелә. Дәрестән тыш саралар дәрестәрҙең йөкмәткеһен ҡабатламаһалар ҙа, уҡыусыларҙың дәрестә алған белемдәрен киңәйтәләр һәм нығыталар.
Үткәрелгән сараларҙа уҡыусыларҙың үҙ ирке менән ҡатнашыуын, ҡыҙыҡһыныуын булдырыу. Был иһә дәрестән тыш сараларҙың бай йөкмәткеле булыуына, ҡатнашыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек мауыҡтырғыс итеп ойоштороуына бәйләнгән. Һайлап алынған тел материалы йәнле һүҙ, ижади фекер сығанағы булырҙай һәм уҡыусыларҙың хис-тойғоларына тәьҫир итерҙәй булыуы менән отошло.
Дәрестән тыш сараларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуы булған бөтә уҡыусыларҙы ла йәлеп итеү.
Башҡорт теле буйынса үткәрелгән дәрестән тыш сараларҙа предмет-ара бәйләнеш булыуы. Уҡыусылар менән эшләгәндә тарих, география, йыр, биология һәм башҡа фәндәрҙе файҙаланырға була.
Тел күренештәре, факттары, законлыҡтары дөйөм бер системаға буйһондоролған. Шуға күрә тел өйрәнеү бер система менән алып барыла. Мәҫәлән, “Исем” һүҙ төркөмөн өйрәтмәй тороп, “Сифат” темаһы өйрәтелмәй. Сөнки предмет төшөнсәһен аңлатмай тороп, уның билдәһе, төҫө, тәме тураһында һүҙ алып барып булмай.
Дәрестән тыш сараларҙың практик йүнәлештә булыуы. Уҡыусылар доклад әҙерләйме, фәнни-ғәмәли конференцияларға әҙерләнәие – быларҙың барыһы ла уҡытыуҙың практик йүнәлешен үҫтерергә һәм көсәйтергә булышлыҡ итә. Һәр бер планлаштырылған эштәрҙә уҡыусыларҙың дөрөҫ, матур һөйләү, сығыш яһау, стилистик грамоталы яҙыу күнекмәләрен булдырыу күҙ уңында тотола.
Дәрестән тыш сараларҙы төрләндереп үткәреү.
Дәрестән тыш эшмәкәрлектең йөкмәткеһе, ғәҙәттә, программа материалына нигеҙләнә. Әммә был дәрестә үтелгәнде ҡабатлау түгел, ә ҡыҙыҡлы формала уҡыусыны ошо үтелгән теманы өйрәнеүгә этәргес булырға тейеш. Дәрестән тыш эшмәкәрлекте программа материалына нигеҙләнеп ойоштороу – ул уҡыусының белемен төрлө мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, ҡыҙыҡлы грамматика мәсьәләләре, тел, әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән байытыу, лекция, әңгәмә, уйындар ярҙамында теоретик белемде тәрәнәйтеү, тормошта ҡулланыу күнекмәһе алыу ул.
Уҡыусыларҙа эҙләнеү, тикшеренеү сифаттары тәрбиәләү күҙлегенән, дәрестән тыш сараларҙың йөкмәткеһе өсөн гәзит, журнал, китаптарҙан кәрәкле материалдарҙы йыйып барырға өйрәтеү кеүек эштәр айырыуса мауыҡтырғыс була һәм уҡыусы өҫтәмә материал менән эшләү күнекмәһе ала.
Мәктәп практикаһынан күренеүенсә, дәрестән тыш эшмәкәрлекте, нигеҙҙә, ике терлө итеп, системалы йәки даими рәүештә һәм эпизодик рәүештә үткәрәләр.
Системалы рәүештә алып барылған эшмәкәрлек төрҙәренә тел һәм әҙәбиәт, йәш хәбәрселәр түңәрәге, гәзит сығарыу, кластан тыш уҡыу, әҙәби әңгәмәләр, үҙ аллы ижади эштәр һәм башҡа төрҙәр инергә мөмкин.
Эпизодик характерҙағы эшмәкәрлек төрҙәренә тел иртәлектәре, кисәләре, аҙналыҡтар, олимпиадалар, китап уҡыусылар конференцияһы, әҙәби диспут, экскурсияларҙы күрһәтергә мөмкин.
Дәрестән тыш сараларҙың тематикаһы бик бай. Ул уҡытыусының ижади эшләүенә, ойоштороу һәләтенә бәйләнгән.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бер-нисә төр дәрестән тыш эшмәкәрлек бар. Мин үҙем, уҡыусыларға халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын еткереү, уны һаҡлау маҡсатында, “Хазина” түңәрәген алып барам.
Беҙ уҡыусыларға халыҡ ижады ынйыларын танып белеүҙе, өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш, сөнки халыҡ ижады, халыҡ хәтере – ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты.
Йыл һайын даими рәүештә уҡыусылар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр менән бергәлектә “Шәжәрә байрамы” ойошторабыҙ. Балалар үҙ ырыу тарихын, нәҫелен белһен өсөн уҙғарылған был байрам уҡыусылар, ата-әсәләр күңеленә хуш килә.
Дәрестән тыш сараларҙа “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһенә әҙерләнеү балаларға бик оҡшай. Халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереү, уны уйнау уҡыусыларҙың актерлыҡ һәләтен үҫтереп кенә ҡалмай, халыҡ ижадына ихтирам, ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тыуҙыра.
Уҡыусыларҙың фәнни- тикшеренү эшенә лә ҙур иғтибар бүләм. Бөгөнгө көн уҡыусыһы мәктәптә белем алыусы, материалды пассив үҙләштереүсе генә түгел, ә эҙләнеүсе һәм кәрәкле мәғлүмәтте таба белеүсе лә булырға тейеш. Уҡыусыны тикшеренеүсе кимәленә еткереү – уҡытыусының бурысы. Эште ҡайҙа, нимәнән башларға, уҡыусыларҙы фәнни эшкә нисек ылыҡтырырға?
Был эш дәрестән һуң бер нисә этапта ойошторола:
эҙләнеү эшенең актуаллеген асыҡлау;
эштең маҡсатын билдәләү;
уға ирешеү өсөн эш планын төҙөү;
ғилми әҙәбиәт ҡулланырға өйрәтеү;
тема буйынса йыйылған материалды тәртипкә килтереү;
ғилми эштең тел-стиль үҙенсәлектәренә бәйле берҙәм талаптар менән таныштырыу;
фәнни хеҙмәтте дөйөм талапҡа ярашлы төҙөргә һәм уҡыусыны аудитория алдында доклад менән сығыш яһарға өйрәтеү.
Әгәр ҙә мультимедиа проекторы ҡулланыла икән, күрһәтелгән слайдтар доклад темаһын тулыраҡ яҡтыртыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Балаларҙа китаптар, гәзит-журналдар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу маҡсатында, дәрестән тыш сараларҙа матбуғатҡа яҙылыу акцияһы ойошторабыҙ. Шулай уҡ конкурс формаһында ла уҙғарабыҙ. Яҙылған гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙып, үҙҙәрен яҙған мәҡәләләрәен, хикәйә, шиғырҙарын уҡыуҙары ла уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.
Матбуғат биттәрендә фольклорға, тарихҡа, арҙаҡлы шәхестәребеҙгә, матди һәм рухи мәҙәниәткә ҡағылышлы бик күп материалдар осратырға була. Уларҙы дәрестәрҙә, дәрестән тыш сараларҙа системалы рәүештә иркен файҙаланырға мөмкин. Уҡыусыларҙы ижад эшенә, әҙәбиәткә, журналистикаға ылыҡтырырға ла булышлыҡ итә.
Дәрестән тыш эшмәкәрлектә балаларҙың телмәр байлығын, ҡыйыулығын арттырыу, аң-белем даирәһен киңәйтеү, хәтерен, зиһенен үҫтереү, яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям.
Уҡыусыларҙың тасуири һөйләү оҫталығын арттырыу өҫтөндә лә бик күп эшләйем. Йыл һайын уҡыусыларым район һәм ҡала күләмендә уҙғарылған “Илһам” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, төрлө призды урындарға эйә була.
Һуңғы ваҡытта дәрестән тыш сараларҙың әүҙем һәм үҙенсәлекле төрҙәрен уңышлы файҙаланып, уҡыусыларҙа туған телдең байлығын өйрәнеүгә ҡарата теләк, ҡыҙыҡһыныу уятыла. Шундай сараларҙың береһе – иртәлектәр. Иртәлек – ул уҡыусыларҙың иртәнге ваҡытта берәй иҫтәлекле датаға йәки темаға ҡарата үткәрелгән байрам сығышы. Икенсе төрлө әйткәндә, иртәлек – мәктәп программаһы менән тығыҙ бәйләнештә алып барыла торған һәм шулай уҡ бөтә уҡыусылар тарафынан үткәрелергә тейеш булған дәрестән тыш сараларҙың бер төрө.
Иртәлек – системалы рәүештә уҙғарыла торған эштәр төркөмәнә ҡарай. Мәктәп алдына уҡытыуҙың сифатын күтәреү, әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙе яҡшыртыу бурыстары ҡуйылған осорҙа төрлө темаларға иртәлектәр үткәреү бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уны ойоштороуҙың маҡсаты – уҡыусыларҙың дәрестә алған белемдәрен нығытыу, тулыландырыу, тәрәнәйтеү, шәхесте төрлө яҡлап тәрбиәләү, уҡыусының аҡылын, зиһенен, уй-тойғоһон, телмәрен үҫтереү.
Иртәлеккә әҙерлек эше алып барыла. Уҡыусылар менән берлектә иртәлектең планы төҙөлә. Иртәлектәрҙе дәрестәр менән тығыҙ бәйләнештә алып барырға кәрәк. Ул йөкмәткеһе яғынан бай, формалары яғынан күп төрлө һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуына яуап бирергә тейеш. Күҙәтеүҙәрҙән сығып, шуны әйтергә кәрәк, дәрестән тыш эшмәкәрлектең был төрөн төрлө формаларҙа үткәрергә мөмкин. Мәҫәлән: монтаж формаһында, әҙәби-музыкаль композиция, әңгәмә, ярыш, викторина, инсценировка һәм башҡалар.
Күреүебеҙсә, үткәреү формалары төрлө-төрлө, бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле. Иртәлектәр ни тиклем төрлө формаларҙа үтһә, уҡыусыларға шул тиклем ҡыҙыҡлыраҡ була. Мәҫәлән, ниндәй ҙә булһа яҙыусы йәки шағир ижадына бағышланған әҙәби-музыкаль композиция үткәргәндә, уҡыусылар яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың әҫәрҙәрен ятлап, сәхнәләштереп, йырҙарын йырлап ҡына ҡалмайҙар, уларға арналған видеояҙма ҡарап, улар менән һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо ла кисерәләр.
Иртәлектәр әҙерләгәндә, залды яҡшыраҡ йыһазландырыуға айырыусы ихтибар итергә кәрәк. Унда яҙыусының йәки шағирҙың портреты, уның ижадына арналған гәзит, журнал, альбомдар, уҡыусыларҙың иншалары урынлаштырыла. Залға шулай уҡ һайланған темаға ярашлы бөйөк кешеләрҙең әйткән һүҙҙәре, төрлө китаптарҙан алынған цитаталар эленә.
Юғарыла әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, иртәлектәргә булған талаптарҙы һанап китәйек:
Иртәлектәр уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән тәрән уйланылған, формаһы яғынан ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булырға тейеш.
Дәрестәр менән тығыҙ бәйләнештә ойошторолорға, уларҙан айырмалы булараҡ, үҙаллылыҡҡа ҙур иғтибар бирелә.
Иртәлектәрҙә ҡатнашыу ирекле рәүештә, йәғни туған телгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу, уны яратыу нигеҙендә хәл ителергә тейеш.
Ҡуйылған эш тәрҙәре, уларҙың маҡсаты һәм йөкмәткеһе уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә ярашлы булыуы шарт.
Иртәлектәрҙе мөмкин тиклем коллектив менән үткәрергә.
Туған телдән иртәлектәр үткәргәндә рәсем һәм йыр уҡытыусылары менән ныҡлы бәйләнеш булырға тейеш.
Тимәк, тик яҡшы ойошторолған иртәлектәр уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтә, эстетик тәрбиә бирә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу үҫтерә. Уҡыусыларҙы матур, ябай, аңлайышлы тел менән сығыш яһарға өйрәтә.
Йомғаҡлау
Мәктәптәрҙә белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын күтәреү, уҡытыуҙың тормош менән бәйләнешен нығытыу, уҡыусыларҙы тормошҡа өйрәтеү һәм йәмғиәттә файҙалы хеҙмәткә әҙәрләү бөгөнгө көндөң төп бурысы һанала.
Билдәле булыуынса, йәмғиәтебеҙ бик ҡатмарлы осорҙо кисерә. Тормош ауырлаша, ләкин, икенсе яҡтан ҡарағанда, ошо ауыр тормош шарттарында халҡыбыҙҙың милли үҙаңы уяна бара. Беҙ уҡыусыларҙа үҙ асылына, йәғни ғәҙәти кешелек сифаттарына, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаларына, бай традицияларына өйрәтеүҙе, уҡыусыларҙың ижади һәләтлектәрен, даими һәм системалы рәүештә уҡыу, үҙ аллы белем алырға өйрәнеү күнекмәләрен һәм милли үҙаңын үҫтереүҙе беренсе планға ҡуйырға тейешбеҙ.
Һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында күрә белеп, артабан үҫтереү – ата-әсәләр менән уҡытыусыларҙың яуаплылығында. Минең өсөн һәр уҡыусы – ижади, ҡабатланмаҫ шәхес. Бала күңеле аҡ ҡағыҙ. Уға ниҙәр яҙыу, уны биҙәү иһә уҡытыусынан тора. Халҡыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡалып, беҙ сәсән телле, тура фекерле, йор һүҙле, зирәк аҡыллы быуын үҫтерергә бурыслыбыҙ. Әгәр дәрестә уҡытыусы предметын фән булараҡ ҡына өйрәнеп, грамматик һәм теоретик ҡанундарға баҫым яһап ҡына эш итһә, баланың телмәре аша дөйөм кимәлен үҫтереү, уның коммуникатив мөмкинселектәрен камиллаштырыу, дөйөм әхлаҡ нормаларына яуап бирерлек шәхес тәрбиәләү мөмкин түгел. Башҡорт телендә яҡшы ойошторолған дәрестән тыш саралар алда ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеп кенә ҡалмай, ә уҡыусыла үҙ теле, иле менән ғорурланыу тойғоһон тыуҙырырға тейеш. Шул осраҡта ғына уҡыусыларыбыҙҙың киләсәк тормошта үҙ урынын таба алырына ышаныс бар.
Дәрестән тыш саралар, кластағы дәрес үҫеше булып, яңы дәрестәргә ыңғай йоғонто яһарға, уларҙың балаларға йоғонтоһон, тәьҫир итеү көсөн күтәрергә тейеш.
Төплө белем биреүгә булышлыҡ итеүсе дәрестән тыш эшмәкәрлектә яңы йүнәлештәр булдырып, яңылыҡлы алымдарҙы үҙләштереп, заман менән бергә атлаһаҡ, үҙебеҙҙең туған телебеҙ - башҡорт теле менән ғорурланыусы, төбәктең, илдең данын арттырыусы, милләтебеҙҙең лайыҡлы вәкилдәре булыр шәхестәр тәрбиәләрбеҙ.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С., Шарапов И.Ә., Толомбаев Х.А., Ғафаров Б.Б., Бикҡужина Т.Ә. 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. – Өфө: “Китап”, 1996.
Бикҡужина Т.Ә. Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. – Өфө: “Китап”, 1997.
Вәхитова С.С. Һәләтле балалар менән ижади эшләү тәжрибәһенән. - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №8, 2010.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: “Китап”, 2008.
Ғималова М.Ғ. V-XI кластарҙа башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. – Өфө: “Китап”, 1994.
Йәндүрина Г.Р. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү. – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №8, 2008.
Ниғмәтуллин Р.Х. Әҙәбиәт буйынса кластар тыш эштәр. – Өфө: “Китап”, 1983.
Әхмәтшина Г.Х. “Һәләтле балалар” программаһы: бурыстар һәм уңыштар. - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №5, 2011.
Яруллина С.С. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен асыуҙа дәрестән тыш сараларҙың роле. - “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, №8, 2012.
9