СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Карта урока по башкирской литературе для 3 класса.

Нажмите, чтобы узнать подробности

 Әҙәби уҡыу дәресенән өсөнсө (3) класс өсөн Сәрүәр Суринаның "Ни өсөн айыу  ҡыш көнө йоҡлай" әҫәре буйынса технологик карта.

Просмотр содержимого документа
«Карта урока по башкирской литературе для 3 класса.»

Класс: 3

Предмет: әҙәби уҡыу

Тема: С.Сурина “Ни өсөн айыу ҡыш көнө йоҡлай?.

Дәрес һаны: 37.

Маҡсаттар:

Предмет өлкәһендәге үҫеш: драма әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү, хайуандарҙың ҡышҡы тормошо менән танышыу.

Үҫтереүсе маҡсат: сәхнә әҫәрен дөрөҫ интонация менән килештереп уҡыу һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат: матур сәнғәткә ынтылыш, образдар системаһы аша үҙ-ара һыйышып йәшәү серҙәрен өйрәтеү, балаларҙың эмоциональ торошон көйләү.

Дәрес барышы:

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

Дәрескә психологик комфорт тыуҙырыу

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ.

“Дүрт”ле, “биш”ле билдәләрен

Көн һайын арттырабыҙ.

-Сәләмләйҙәр.Эшкә йүнәлеш алалар.

Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу

Ш.Бикҡол “Урман ситендә” хикәйәһенең йөкмәткеһен план буйынса һөйләтеү.

- өй эшен һөйләйҙәр, баһа ҡуялар.

Дәрестең маҡсатын билдәләү.Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

Йомаҡ сисеү:Айыу тураһында.

-Ә һеҙ айыу тураһында нимә беләһегеҙ?

-Тимәк дәрестә ниндәй хайуан тураһында уҡырбыҙ?

-Дәреслектән уҡыясаҡ әҫәрҙең исемен һәм авторын уҡығыҙ. Нимә тураһында һүҙ барыр?

-Ниндәй жанрҙа яҙылған?

-йомаҡ яуабын табалар.



-Дәрескә маҡсат ҡуялар.


-әҫәрҙең исемен уҡыйҙар.

- фаразлайҙар


-Жанрын билдәләйҙәр.

Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү

-Әҫәрҙә нисә герой (персонаж) ҡатнаша?

-Был йәнлектәргә ниндәй сифаттар хас? Уларҙың һөйләшен ниндәй тауыш менән уҡыр кәрәк тип уйлайһығыҙ?

-Беренсе күренеште үҙ аллы уҡытыу.

-Кемдәр һөйләше бирелгән? Нисә герой һөйләшә?

-Ролдәргә бүлеп уҡытыуҙы ойоштороу.

-Анализ: Айыуҙы нимә борсой? Айыу ниндәй фарман бирә? Төлкө кем фарманы тураһында әйтә? Айыу Төлкө яуабын нисек ҡабул итә? Ниндәй әмер-бойороҡ бирә айыу?

-Икенсе күренеште үҙ аллы уҡыуҙы ойоштороу.

- Ролдәргә бүлеп уҡытыуҙы ойоштороу.

Анализ:Айыу йәнлектәрҙе нисек ҡаршылай? Ниндәй фарман еткерә урман хужаһы? Йәнлектәрҙең ниндәй теләге бар?Һәр береһенең фекерен һанап бирегеҙ.

Айыу нисек ҡабул итә был теләктәрҙе?

- 3-5-се күренештәрҙе үҙ аллы уҡыуҙы ойоштороу.

-Һорауға яуап бирәләр.






-Үҙ аллы уҡыйҙар.

-Һорауҙарға яуап бирәләр.


-Беренсе күренеште ролдәргә бүлеп уҡыйҙар.

-Анализлайҙар.





Икенсе күренеште үҙ аллы уҡыйҙар.


Ролдәргә бүлеп уҡыйҙар.



-Икенсе күренеште анализлайҙар.







-3-5-се күренештәрҙе үҙ аллы уҡыйҙар.

Йомғаҡлау. Рефлексия.

-Дәрестә нимә тураһында уҡыныҡ? Ниндәй жанрға ҡарай был әҫәр?

Был әҫәр буйынса ниндәй һығымта яһанығығыҙ?

-Үҙ эшегеҙгә баһа бирегеҙ.

-һығымта яһайҙар.




-рефлексив анализ.

Өй эше биреү.

Әкиәтте сәхнәләштерергә әҙерләнергә. (Ролдәрҙе бүлеп биреү)

Көндәлеккә яҙалар.