СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Хуш киләһең, Яңы йыл"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Хуш киләһең, Яңы йыл"»

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Яңы йыл кисәһе өсөн сценарий.

Ҡатнашалар:

Алып барыусы.

Мәскәй әбей

ҡыш бабай,

ҡарһылыу

яңы йыл



Байрамса зал. Уртала биҙәлгән шыршы, музыка уйнай. Төрлө йәштәге,төрлө кейемдәге балалар йыйыла.



Алып барыусы.

Аҡбуҙ аттар сабып килә

Минең тыуған яҡтарҙан.

Дуғаһына еҙ ҡыңғырау,

Дуғаһына йөҙ ҡыңғырау

Таҡҡан етеҙ аттарҙа.

Шулай килә ҡыштың туйы

Аҡ ялан юлдарынан.

Уңға- һулға ҡарҙар оса

Үрелгән ялдарынан.

Хөрмәтле тәрбиәселәр, уҡытыусылар, ҡыҙҙар һәм малайҙар, Яңы йыл кисәһен башлайыҡмы?

“Яңы йыл килә “ йырын йырлайҙар.

Ҡапыл һыҙғырып ,үҙенең һеперткеһендә осп ,Мәскәй әбеә килеп инә:

-Минһеҙ байрам үткәреп йөрөйһөгөҙмө?Килеп сыҡмаҫ был эшегеҙ!

Алып барыусы:

-Әле генә Ҡыш бабай шылтыратты,юлға сыҡҡандар,хәһер килеп етәләр

Мәскәй әбей:

-Ҡыш бабай? Ха-ха-ха!Мин уны сихырланым!

Алып барыусы:

-Ҡыш бабай?Стхырланғандар?Нишләргә?

Мәскәй әбей эре генә шыршы тирәләй йөрөй.



Мәскәй әбей:

-Тәк-тәк ,минһеҙ байрам итмәксе булдығыҙмы?Килеп сыҡмаҫ!

Алып барыусы:

-Мәскәй әбей,зинһар , байрамды боҙма,балалар йыл буйына әҙерләнделәр,көттөләр.Сихырыңды кире ҡайтарсы!

Мәскәй әбей:

-Ярай,сихырымды кире алам,тик минең шартым бар,әгәр шул шарттарымды теүәл үтәһәгеҙ-сихырымдә кире ҡайтарам.Ризамы?

Бөтәһе лә: Риза,риза!

Мәскәй әбей:

  1. се шартым: мин бейергә яратам,тик матур бейей ҙә белмәйем.Мине бейергә өйрәтегеҙ!



Алып барыусы:

-Әйҙәгеҙ,балалар,бейеп алайыҡ ( Буги-Вуги бейеүе,Полька)

Мәскәй әбей:

Үәт ,булды,шәп!Хәҙер 2-се шартымды ла үтәгеҙ инде!Мин йырҙар яратам,миңә йырлап ишеттерегеҙ әле!

Яңы йыл йырҙарын йырлау

Алып барыусы:

-Шарттарыңды теүәл үтәнек.Хәҙер сихырыңды ҡайтар инде,беҙгә Ҡыш бабайҙы ебәр инде

Мәскәй әбей сихырланған Ҡыш бабай,Ҡарһылыуҙы индерә

Мәскәй әбей:

-Әйҙәгеҙ ,минең менән бергә һанайыҡ әле.

Бөтәһе лә: 1,2,3

Шул саҡ шыршыла уттар яна,барыһы ла ҡул саба,

Алып барыусы:

-Мәскәй әбейҙең сихыры бөттө.

Ҡыш бабай:

-Ҡайһылай оҙаҡ йоҡлап киткәнмен бит.

Тирә-яғына ҡарап:

-Һаумыһығыҙ, балалар!Яңы йыл менән!

Мәскәй әбей:

-Зинҙар,олатай ,ғәфү ит ,яңылышҡанмын.Миңә лә байрамда ҡалырға рөхсәт итһәңсе.Мин башҡаса бер ҡасан да насарлыҡ эшләмәйәсәкмен.

Ҡыш бабай:

-Нишләйбеҙ,балалар?Ғәфү итәйекме?

Бараһы ла: Эйе

Ҡыш бабай:

-Ярай,балалар менән бергә күңел ас.Башҡа бер ҡасан да насарлыҡ эшләмә!

Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙҙе һағынып, бына, көскә килеп еттек. Яңы йылды ла үҙебеҙ менән алып килдек. Ул әлегә бик йәш әле, бер йылдан ул да минең кеүек ҡартайып китер.

Ҡарһылыу. Олатайым, ҡарасы, шыршы нисек матур биҙәлгән, ә күпме ҡунаҡтар, матур-матур кейемле малайҙар-ҡыҙҙар.

Ҡыш бабай:

-мин буш ҡул менән ҡунаҡҡа килмәнем.Алып килдем мин һеҙгә иң ҙур бүләк-Яңы йыл

( Яңы йылды етәкләп.)

Әлегә исемең һан ғына,

Әлегә юҡ даның, дәрәжәң.

Илемдә исемде эш бирә,

Рәхим ит, Яңы йыл, хужа бул!

Яңынан-яңы уныштар теләйем һинә. Ҡаршы алдылар ҙурлап. Рәхмәт хөрмәтегеҙгә.

Алып барыусы:

Рәхмәт,олатай!Байрамды дауам итәйцек!

(йырҙар,бейеүҙәр)

Ҡыш бабай:

Бына инде һеҙҙең менән айырылышыу ваҡыттары етте. Сөнки беҙҙе башҡа ауыл-ҡалаларҙа икенсе дуҫтар-туғандар көтә. Һау булығыҙ, бәхетле булығыҙ, дуҫтар-туғандар, киләһе йылға тиклем!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән хушлашайыҡ, балалар.

Бергә:

-Һау бул,Ҡыш бабай!

-Һау бул,Ҡарһылыу!