СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Категория: Внеурочка

Нажмите, чтобы узнать подробности

Яңы йыл кисәһе өсөн сценарий. Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.

Просмотр содержимого документа
«Хуш киләһең, Яңы йыл!»

Хуш киләһең, Яңы йыл!

Яңы йыл кисәһе өсөн сценарий.

Ҡатнашалар:

Алып барыусы.

Ҡуяндар.

Айыу.

Шайтан.

Әбйәлил.

Бүре.

Сусҡа балалары.

Терпе.

Әтәс.

Тауыҡтар.

Төлкө.

Мәскәй.

Ҡыш бабай.

Ҡарһылыу.

Яңы йыл.

Байрамса зал. Уртала биҙәлгән шыршы, музыка уйнай. Төрлө йәштәге,төрлө кейемдәге балалар йыйыла.


Алып барыусы.

Аҡбуҙ аттар сабып килә

Минең тыуған яҡтарҙан.

Дуғаһына еҙ ҡыңғырау,

Дуғаһына йөҙ ҡыңғырау

Таҡҡан етеҙ аттарҙа.

Шулай килә ҡыштың туйы

Аҡ ялан юлдарынан.

Уңға- һулға ҡарҙар оса

Үрелгән ялдарынан.

Хөрмәтле тәрбиәселәр, уҡытыусылар, ҡыҙҙар һәм малайҙар, Яңы йыл кисәһен башлайыҡмы? Әллә урмандан киләсәк ҡунаҡтарҙы көтәйекме? (Башлайыҡ- тигән тауыштар.)

Ике ҡуян йүгереп килеп инә.

Ҡуяндар. Киләләр, барыһына ла әйттек! Хәҙер киләбеҙ,тинеләр.

Айыу (инә). Нимә тип мине был Шешҡолаҡ ҡыш уртаһында йоҡонан уятып йөрөй?

Ҡуяндар. Беҙ бит һине байрамға, Яңы йыл байрамына, саҡырҙыҡ.

( Ҡулына арҡан тотҡан Әбйәлил килә, артынан Шайтан инә.)

Шайтан. Әбйәлил, зинһар, аҫма инде күлемде. Мин нимә эшләрмен, минең балаларым, туғандарым ҡайҙа уйнарҙар? Улар бит унда көн дә сумып- сумып уйнайҙар.

Әбйәлил. Юҡ, аҫам, күккә аҫып ҡуям. Торһон балыҡтары ҡойолоп. Юҡһа һеҙ беҙҙең балаларҙы ҡурҡытаһығыҙ, йә һыу инәһе булаһығыҙ, йә ҙур балыҡ булып ҡыланаһығыҙ.

Шайтан. Әбйәлил, бына бит күреп тораһың, минән бер бала ла ҡурҡмай. (Балаларҙы ҡосаҡлап яратырға итә.) Мин һиңә ни теләһәң, шуны бирермен, ни ҡушһаң, шуны эшләрмен. Бына ниндәй һөнәрҙәрем бар! ( Тәкмәс атып, бейеп, йығылып, тәгәрәп күрһәтә.)

Әбйәлил. Эй, Шайтан, шулмы һөнәрең? Ярай бөгөнгә аҫмай торам, бөгөн Яңы йыл байрамы! Шулай бит, балалар? Бөгөнгә бөтәбеҙ ҙә Шыршы байрамын ҡарайыҡ. Әгәр тағы шайтанланып йөрөһәгеҙ, күлегеҙҙе күккә аҫам.

( Шул ваҡыт сырылдашып йүгерешеп Сусҡа балалары инә, улар артынан Бүре йүгерә.)

Алып барыусы. Ни эшләп йүгерешәһегеҙ, йомро морондар, кемдән ҡурҡаһығыҙ?

Сусҡалар. Бүре килә! Бүре артыбыҙҙан ҡыуа. Ул беҙҙе ашай!

Алып барыусы. Ни эшләп Бүребай һин уларҙы ҡурҡытаһың?

Бүре. Юҡ, мин ҡурҡытмайым, уларҙы Шыршы байрамына саҡырырға иткәйнем. Улар үҙҙәре ҡурҡып ҡастылар.

Алып барыусы. Һеҙ йүгерешеп килеп бик һәйбәт иткәнһегеҙ, хәҙер бында байрам- Шыршы байрамы башлана. Шуға күрә бөгөн бер кем бер кемде лә ашамай, туҡмамай, бер кем бер кемде лә рәнйетмәй.

Терпе йүгереп килеп инә.

Терпе. Киләләр! Киләләр! Ҡунаҡтар килә. Урман-ҡырҙарҙан ғына түгел, ауылдан да киләләр.

Ки-ки-ри күк- тигән тауыш.

Әтәс. Беҙ ҙә килергә булдыҡ шыршы байрамына. Төлкөнән, Ябалаҡтан да ҡурҡып торманыҡ... Ки-ки-ри-к-к-к, көт-көт-кө! (Йүгерешеп тауыҡтар инә.) Башым тараҡ, ҡойроғом ураҡ, ҡулымда салғы. Төлкөнән ҡурҡмайбыҙ.

Төлкө инә.

Төлкө. Ҡурҡмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, хөрмәтле күршеләрем. Һеҙ булмаһағыҙ, мин ни эшләрмен. Күпме халыҡ йыйылған шыршы байрамына. Ә шулай ҙа иң яҡшы хәбәрҙе мин алып килдем...

Алып барысы. Ниндәй хәбәр ул?

Төлкө. Ә һөйөнсөһөнә миңә ҡыҙҙырылған тауыҡ бото!

Әтәс. Нимә?!

Төлкө. Юҡ, юҡ, тауыҡ бото-окорочканы яратмайым да, кәрәкмәй ҙә, һуңғы ваҡыт миңә ҡоймаҡҡа уралған, ҡаймаҡҡа манылған ҡаҙ бото оҡшай башланы.

Алып барыусы. Һөйөнсө хаҡын һорап алмайҙар, хәйләкәр! Нимә бирәләр, шуға риза булалар. Ниндәй һөйөнсө?

Төлкө. Оҙаҡламай бында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килә.

Алып барыусы. Ҡайҙан беләһең, ҡайҙа күрҙең уларҙы?

Төлкө. Күрмәнем... Ана бит, шыршы ултыра, биҙәлгән... Оҙаҡламай Яңы йыл етә, шулай булғас, килерҙәр инде.

Алып барыусы. Ах һин, хәйләкәр! Был бит һөйөнсө булмай. Уларҙың килере былай ҙа билдәле. Йә, ярай, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнсе бындағы йыйылған ҡунаҡтар менән йырлашып, бейешеп алайыҡ, әйҙәгеҙ әле, тотоношайыҡ. Шыршы, Яңы йыл тураһында йырҙар йырлайыҡ, шиғырҙар уҡыйыҡ, табышмаҡтар әйтәйек.

Шыршы тирәләй әйләнеү. Йырҙар, бейеүҙәр, төрлө уйындар. Геүләгән тауыш ишетелә. Мәскәй әбей килеп инә.

Мәскәй. Эй-й, һеҙ бындамы ни, ә мин һеҙҙе урмандан осоп эҙләнем, яландарҙы үттем, һеҙ бында икәнһегеҙ, әлдә үҙемдең осҡосом бар! (Һеперткеһен күрһәтә.) Был булмаһа, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кеүек ҡарҙа, буранда ҡалған булыр инем. (Һеперткеһен үбә.) Эй, онотоп торам! Һеҙгә бит телеграмма ебәрҙеләр!

Алып барыусы. Ҡәҙерлеләрем! Беҙ бер-ике көндән килеп етербеҙ. Буран юлға ҡалын ҡар һалған, самолет осмай. Аттар арыны. Ҡар санаһы саҡырттым. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай.

Мәскәй. Бына шул-шул. Һеҙ бында рәхәтләнеп байрам итеп, йырлап, бейеп йөрөйһөгөҙ.

Төлкө. Бөтә күстәнәстәрҙе үҙҙәре генә ашап бөтә инде.

Айыу. Һин, хәйләкәр, юҡты һөйләмә әле.

Бүре. Былай булмай бит инде, йәмәғәт, ни эшләйбеҙ?

Ҡуян. Әллә мин саптырып ҡына барып киләйемме? (Барыһы ла уйлайҙар.)

Терпе. Таптым, таптым, уйлап таптым.

Айыу. Йә, һөйлә, Энәбай.

Терпе. Мәскәй инәй бар бит әле бында, ул һеперткеһе менән осоп ҡына барып, юлдарын һепереп, юл күрһәтеп бында алып килһен.

Айыу. Һай, Энәбай, үҙеңдә лә баш бар икән...

Бүре. Мин энәгә генә баймы тиһәм, аҡылға ла бай икән.

Мәскәй. Юҡ, юҡ. Мин бармайым, телеграмма килтергән дә еткән, заправкам да юҡ, етмәһә, йәмһеҙмен...

Айыу. Бигерәк сибәр, бигерәк һылыуһың инде, Мәскәй, ул йөҙөң, ул танауың, ул һеперткең. (Мәскәй быға иреп китә, ул шат.)

Мәскәй. Йә, ярай инде, шул тиклем маҡтағас, остом, көтөгөҙ! (Бейеп сығып китә.)

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, дуҫтар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнсе беҙ ҙә йырлашып, бейешеп алайыҡ. (Музыка,йыр, бейеү, һөнәрҙәр.)

( Мәскәй шыжлап килеп инә.)

Мәскәй. Һөйөнсө! Киләләр!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, дуҫтар, беҙ уларҙы саҡырайыҡ, йә икенсе яҡҡа үтеп китерҙәр. (Ҡыш бабайҙы саҡырыу, төрлө тауыштар, музыка... Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Яңы йыл килеп инәләр. Шыршыны ҡарап әйләнеп сығалар, ҡунаҡтар менән иҫәнләшәләр.)

Ҡыш бабай.

Илем менән күсә-күсә,

Төрлө ерҙәрҙе үттек.

Ҡар бурандарҙы туҙҙырып,

Бында ла килеп еттек.

Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, дуҫтарым минең! Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән ҡотлайым! Һеҙҙе һағынып, бына, көскә килеп еттек. Яңы йылды ла үҙебеҙ менән алып килдек. Ул әлегә бик йәш әле, бер йылдан ул да минең кеүек ҡартайып китер.

Ҡарһылыу. Олатайым, ҡарасы, шыршы нисек матур биҙәлгән, ә күпме ҡунаҡтар, матур-матур кейемле малайҙар-ҡыҙҙар.

Ҡыш бабай. Ҡыҙым, беҙ нисек йырлай инек әле?

Ҡарһылыу. Ә-ә, иҫемә төштө, олатай, былай.

Йәшел шыршы матурлана,

Уйынсыҡтар тағылһа.

Алтын-көмөштәй нурлана,

Киске уттар ҡабынһа.

Тирәһендә әйләнәбеҙ,

Күмәкләшеп йырлайбыҙ.

Ҡыш бабай ҙа йырлай бергә,

Бергәләшеп уйнайбыҙ.

Ҡыш бабай. Дөрөҫ, ҡыҙым, әйҙә әле, тәүҙә шыршының уттарын ҡабыҙайыҡ, унан бергәләшеп уйнарбыҙ, йырларбыҙ.

Ҡарһылыу. Дөрөҫ, олатай, әйҙә, тылсымлы таяғыңды эшкә ҡуш. (Ҡыш бабай таяғы менән шыршыға ҡағыла, уттар тоҡана.) Йәгеҙ әле, дуҫтарым, хәҙер бергәләп йырлап, бейеп алайыҡ. Кемдең ниндәй һөнәре бар, шуларҙы күрәйек, кем ниндәй кейемдәр кейгән, шуларға баһа бирәйек.

Ҡарһылыу.

Үҙебеҙҙе көтә ауыл, ҡалаларҙа

Йәштәре лә, ололар ҙа, балалар ҙа.

Беҙ килһәк шыршыларҙа шаулап уттар яна,

Эй, шатланып, шаулап дуҫтар ҡаршы ала.

Уйындар, конкурстар, табышмаҡтар.

Алып барыусы. Йә, әйтегеҙ әле, балалар, Ҡыш бабайҙан тағы нимәләр көтәһегеҙ. (Төрлө тауыштар.) Дөрөҫ, дуҫтарым, Ҡыш бабай Яңы йыл бүләктәре менән килә. Кем күрҙе икән уларҙы, эҙләп алайыҡ әле. ( Ҡыш бабай Яңы йыл күстәнәстәре тарата.)

Ҡыш бабай ( Яңы йылды етәкләп.)

Әлегә исемең һан ғына,

Әлегә юҡ даның, дәрәжәң.

Илемдә исемде эш бирә,

Рәхим ит, Яңы йыл, хужа бул!

Яңынан-яңы уныштар теләйем һинә. Ҡаршы алдылар ҙурлап. Рәхмәт хөрмәтегеҙгә.

Бына инде һеҙҙең менән айырылышыу ваҡыттары етте. Сөнки беҙҙе башҡа ауыл-ҡалаларҙа икенсе дуҫтар-туғандар көтә. Һау булығыҙ, бәхетле булығыҙ, дуҫтар-туғандар, киләһе йылға тиклем!

Алып барыусы. Йәгеҙ әле, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән хушлашайыҡ, балалар. Рәхмәт, Ҡыш бабай, рәхмәт, Ҡарһылыу! Хуш булығыҙ! Киләһе йылға һеҙҙе тағы көтәбеҙ!



Байрамда үткәрелгән уйындар, конкурстар.


  1. Ҡыш бабайҙы эшлә! конкурсы.

Ун кешенән торған ике команда ҡатнаша. Ҡыш бабай төшөрөлгән ике һүрәт стенаға эленә. Тик һүрәттә Ҡыш бабайҙың башы һәм кәүҙәһе генә бар. Ә ике күҙе, танауы, ауыҙы, һаҡалы, ике аяғы, ике ҡулы, тоғо пластилиндан эшләнеп, тәрилкәгә һалына. Күҙе бәйләнгән ҡатнашыусы тәрилкәлә ятҡан ағзаны табып, һүрәттәге Ҡыш бабайға йәбештерергә тейеш. Ҡайһы команда алдан бөтә һәм кемеһенең һүрәте теүәлерәк- шул енеүсе.

2. Алтын ҡапҡа уйыны.

Ике кеше, һыңар ҡулдарын күтәреп, тотоношоп, ҡапҡа булып тора. Балалар түңәрәк яһап,музыкаға, шул ҡапҡа аҫтынан үтергә тейеш (ҡапҡа булған бер кеше-түңәрәктең эсендә, икенсеһе тышында тороп ҡала).Өҫкә күтәрелгән ҡулдар ҡапыл аҫҡа төшөрөлә, музыка туҡтатыла. Кем эләгә, шуға наказ бирелә.

3. Ҡар осороу.

Балаларға кескәй мамыҡ киҫәктәре таратып бирелә. Улар уны тартҡылап, ҡар әүәләй һәм башланыҡ-тигәс, уны аҫтан өҫкә өрөргә тейеш. Кемдең ҡары оҙағыраҡ һауала эленеп тора-шул еңеүсе.

4. Шарҙар менән бейеү.

Уртаға биш пар(биш малай, биш ҡыҙ) саҡырыла.Һәр парға шар таратып бирелә. Шарҙы ике маңлай уртаһына, артабан- арҡа араһына ҡуйып музыкаға бейергә кәрәк буласаҡ. Кем шар менән оҙағыраҡ бейей - шул еңеүсе.

5. Уртаға быйма ултыртып, шунда ҡар (ҡағыҙ) ташлау.

Ете- һигеҙ бала ҡатнаша.Уйнатыусы балаларға аҡ ҡағыҙҙар таратып бирә. Уртаға ҙур быйма ултыртыла. Ым бирелгәс тә, балалар ҡағыҙҙы, йәғни ҡарҙы, йомарлап, быйма эсенә ташларға тейеш. Кем күберәк мәрәй йыя- шул еңеүсе.

6. Уйынсыҡты таны!

Балалар тоҡ эсенә ҡулдарын тығып, унда ниндәй уйынсыҡ ятҡанын танырға тейеш. Дөрөҫ әйтһә, шул уйынсыҡ уға эләгә.

7. Мандаринлы ожмах.

Ете- һигеҙ кешенән торған ике команда ҡатнаша. Уларға берәр мандарин бирелә. Алып барыусы уйынды башлап ебәреүгә барыһы ла мандаринды таҙартырға һәм янындағы кешене һыйларға тейеш. Беренсе кеше икенсене, икенсе өсөнсөнө һ.б. Мандаринды беренсе булып ашап бөтөүсе команда- еңеүсе.

8.Епкә эленгән бүләктәрҙе күҙ бәйләнгән килеш ҡырҡыу.

Ҡатнашыусылар һаны бүләктәрҙең күпме булыуына ҡарап билдәләнә.


Раҫлайым

Дәүләт бюджет дөйөм белем биреү

учреждениеһы В.И. Ленин исемендәге

2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты

директоры

____________________ И.М. Ҡәйепҡолов












Хуш киләһең, Яңы йыл!

(Яңы йыл кисәһе өсөн сценарий)










Эшләне:

11б класы тәрбиәсеһе

Арылбаева Г.Ф.











2016 йыл