СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2015-2016 учебный год. 7 класс

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был эш програмаһы уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     7-се  класс  уҡыусылары  өсөн.

Дәреслек:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2007.

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2015-2016 учебный год. 7 класс»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №1 с. КАРМАСКАЛЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН







РАССМОТРЕНО

на заседании ШМО

Протокол №_1 от28.08.2015г

СОГЛАСОВАНО

зам.директора по УВР

_________Гареевой З.А.

1.09.2015г.


УТВЕРЖДЕНО

Директор школы:

____________Ахтямов Д.Ф.

Приказ №315 от 1.09. 2015г.





Рабочая программа

по предмету «Башкирский язык»

на 2016-2017 учебный год

7 класс

Уровень обучения базовый


Составитель: учитель башкирского языка Шамсутдинова Г. Г.














с. Кармаскалы – 2016

  1. Аңлатма яҙыу.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  • Рәсәй Федерацияһының 29.12.2012 йылғы №273-Ф3 бүлегендәге «Мәғариф тураһында» законы;

  • Төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы 2010 йылдың 17 декабрендә №1897-се номеры менән Рәсәй Федерацияһының фән һәм Мәғариф министрлығы бойороғо;

  • Ҡырмыҫҡалы ауылының 1-се һанлы Ҡырмыҫҡалы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең белем биреү программаһы;

  • 2015-2016 йылға мәктәптең уҡыу планы;

  • Мәктәптең Уставы;

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

  • Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.


Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дүләт теле булып һанала. Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә, белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бйләнештә тораһәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиналь һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.

Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттыры:

  1. Башҡорт теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; башҡорт теленең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

  2. Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү;үҙ телмәреңде камиллаштырыу.

  3. Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү;яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен һәм телмәр этикет нормаларын үҙләштереү.

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. 6 - 9 кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға ике сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү бергә алып барыла.

  3. Башҡорт тел мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә.

Программалағы темаларҙы тyбәндәге блоктарға берлeштерергә мөмкин: күп милләтле Башkортостан Республикаhы, уның халkы, башkорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башkорт халkының тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, халыkтың үҙенсәлекле йолалары, күренекле шәхестeре, башkорт еренең байлығы, үҫемлектәр hәм хайуандар донъяhы тураhындағы, әҙәби әҫәрҙәр, төрлө характерҙағы текстар, белешмәләр тәkдим ителә.

Һүҙҙәр менән эш.

Башҡорт телендә һөйләшеү, аралашыу, уҡыу, яҙыу өсөн, балаларҙың билдәле кимәлдә һүҙлек запасы булырға тейеш. Шунлыҡтан һәр класта башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү буйынса дауамлы һәм системалы эш алып барырға кәрәк.Һүҙлек өҫтөндә эш алымдары күп төрлө:

  1. Әҙәби текста, диалогтарҙа яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү.

  2. Һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау һәм аңлатыу.

  3. Һүҙҙәрҙе һөйләмдә, телмәрҙә ҡулланыу аша аңлатыу.

Фонетика, грамматика һәм телмәр үҫтереү.

Программала башҡорт теленең үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе ҡайһы бер белешмәләр биреү күҙ алдында тотола: өндәр һәм хәрефтәр, һуҙынҡылар һәм тартынҡылар, һүҙҙең фонетик төҙөлөшө, уның ижектәргә бүленеше, баҫым үҙенсәлектәре, һүҙ төркөмдәре һ. б. Әммә бында шуға иғтибарҙы йүнәлтеү кәрәк: бөтә был лингвистик төшөнсәләрҙе балаларҙан механик ятлатыу ҡәтғи тыйыла, ул мәғлүмәттәр фәҡәт практик ҡулланыу йәһәтенән сығып аңлы үҙләштерелергә тейеш.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү башҡорт теле дәрестәренең төп бурысы. Ә һөйләшеү – һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләп, телмәр төҙөү һәм шуның менән бергә билдәле бер фекер белдереү тигән һүҙ.

Тел буйынса тәҡдим ителгән төшөнсәләр балаларҙың актив телмәр эшмәкәрлегендә ҡулланылырға тейеш. Был йәһәттән уҡыусыларҙың орфоэпик һәм орфографик нормаларҙы үҙләштереүҙәренә, һөйләмдәрҙе телмәр ситуацияһына ҡарап, дөрөҫ интонация менән әйтеүҙәренә, һүҙҙәрҙә урынлы ҡулланылыуына,башҡа кешенең телмәрен аңлай алыуҙарына ирешергә кәрәк.










  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Дәреслек:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2007.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. К.К. аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; төрлө төрҙәге һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив –универсаль уҡыу эшмәкәрлеге; танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ; регулятив уҡыу эшмәкәрлеге. Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белм биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.


3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.

Йыллыҡ уҡыу планына ярашлы эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.


  1. Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.


“Башҡорт теле” программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләр булып түбәндәгеләр тора:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли –мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү:

  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу, төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты үҙләштереү;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге; төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу.

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты һәм диалог үҙләштереү;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау;

  1. алынған белемде һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;

  2. аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуцияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең, башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында , тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле;функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

  5. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6. Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарында ярашлы ҡулланыу;

  7. Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен, һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  8. Тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

  9. Телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.


7 класс уҡыусыларына ҡарата талаптар:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  • Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  • Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 7-8 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  • Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

  • Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

  • Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

  • Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

  • Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.


5.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Яңынан мәктәпкә (5 сәғәт)

5-6-сы кластарҙа алған белемдәрҙе тулыландырыу. Был тема буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу. Диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә. Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала. Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла. Көҙ, көҙгө эштәр, уңыш йыйыу темаһы төп урындарҙың береһен алып тора.

Мәктәп, уҡыу, китап, икмәк, уңыш, емеш-еләк тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар менән танышыу.

Грамматика:

6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Уҡыу материалдары.

М. Кәрим. Тормош һәм ижад юлы.

З. Биишева. Тормош һәм ижад юлы.

К. Кинйәбулатова. Тормош һәм ижад юлы.

М. Кәрим. Уҡытыусыма.

З. Биишева. Мәктәпкә тәү барған көн.

В. Баймырҙина. Дуҫлыҡ.

Т. Дәүләтбирҙина. Миҙгелдәр.

З. Биишева. Башҡорт теле.

Т. Йосопов. Япраҡтар бураны.

К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс

Ауыл тормошо (8 сәғәт)

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым, һүҙбәйләнеш, һөйләм төҙөлөшө.

Уҡыу материалдары.

Т. Йосопов. Тормош һәм ижад юлы.

Н. Мусин. Тормош һәм ижад юлы.

Алтын башаҡтар. (әкиәт)

К. Булат. Мин-ярҙамсы.

Д. Булгакова. Илһам донъям.

Т. Йосопов. Икмәк еҫе.

Ҡан-ҡәрҙәш. (әкиәт)

Башкортостан буйлап сәйәхәт (7 сәғәт)

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.

Уҡыу материалдары.

Р. Ғарипов. Тормош һәм ижад юлы.

М. Кәрим. Башҡортостан.

Урал . (Башҡорт халыҡ йыры)

Х. Назар. Урал имәне.

Арҡайым.

Тәбиғәт һәйкәлдәре.

Ә. Арсланов. Лев Толстой башҡорт далаларында.

Спорт. Спорт кәрәк-ярактары (10 сәғәт)

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.

Уҡыу материалдары.

Н. Иҙелбай. Беҙҙең катокта. (ятларға)

Беҙҙең ғаилә ярышта.

Футбол.

Ф. Мәҡсутов. Осоусы.

Р. Әйүпов. Милли уйындар.

Башҡортостан ҡалаларында спорт.

Ғ. Рамазанов. Яңы йыл менән.

Т. Яблонская. Иртә. Картина.

Мин һәм беҙҙең ғаилә (8 сәғәт)

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

Уҡыу материалдары.

К. Шафикова. Әсәй күҙҙәре.

Әсә һүҙе. Башҡорт халыҡ ижады.

Ҡошҡа әйләнгән әбей. (әкиәт)

Ҡ. Даян. Атай кәңәше.

С. Әлибаев. Матур көн.

В. Меос. Ярҙамсы. Картина.

Ф. Исмәғилев. Йылға буйында. Картина.

Әсәйҙәр байрамы. (2 сәғәт)

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.

Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

Уҡыу материалдары.

Ф. Рәхимғолова. Тормош һәм ижад юлы.

Й. Солтанов. Тормош һәм ижад юлы.

Ф. Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. (ятларға)

З. Воскресенская. Әсә.

Етегән йондоҙ.

Ш. Бикҡол. Атай менән өләсәй.

Й. Солтанов. Ҡәнәфер сәскәһе.

Сәнғәт оҫталары. (7 сәғәт)

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

Уҡыу материалдары.

Х. Әхмәтов. Тормош һәм ижад юлы.

Р. Туйсина. Тормош һәм ижад юлы.

Р. Заһретдинов. Тормош һәм ижад юлы.

С. Юлаев. Тормош һәм ижад юлы.

Х. Әхмәтов. Тыуған ауылым.

Г. Галина. Һай, ҡумыҙы, ҡумыҙы.

Г. Галина. Р. Заһретдинов.

С. Юлаев. Егеткә.

А. Игебаев. Тумыртҡа.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы (5 сәғәт)

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

Уҡыу материалдары.

Исемдәрҙә – ил тарихы.

А.Григорян. Апрель менән.

Борон-борон заманда... (5 сәғәт)

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:

Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Уҡыу материалы.

Ф. Туғыҙбаева. Тормош һәм ижад юлы.

Б. Бикбай. Тормош һәм ижад юлы.

С. Әлибаев. Тормош һәм ижад юлы.

БХӘ. Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы.

Мәҡәл, йомаҡ, көләмәстәр.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ (8 сәғәт)

Иң төп темаларҙың береһе -берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. .Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Уҡыу материалы

Б. Бикбай. Тормош һәм ижад юлы.

С. Әлибаев. Тормош һәм ижад юлы.

Б. Бикбай. Тыныслыҡ кәрәк.

К. Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. (ятларға)

Г. Юнысова. Умырзая.

Р. Мөхәммәтов. Тауышһыҙ Талип.

С. Әлибаев. Ҡайын һыуы.

М. Ғафури. Болон.

А. Гессен. Пушкин һәм китаптар.

Йәмле йәй (5 сәғәт)

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

Уҡыу материалдары.

З. Ҡотлогилдина. Йәмле йәй.

Б. Байым. Ямғыр яуа.

Үҙе сәскә, үҙе сәғәт.

М. Дилмөхәмәтов. Сәскә менән күбәләк. (ятларға)

Н. Ҡотдосов. Х. Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар.


Уҡыу-тематик план


Тема

Сәғәттәр һаны

1

Яңынан мәктәпкә!

5

2

Ауыл тормошо.

8

3

Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

7

4

Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары

10

5

Мин һәм беҙҙең ғаилә.

8

6

Әсәйҙәр байрамы.

2

7

Сәнғәт оҫталары.

7

8

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Исемдәрҙә – ил тарихы.

5

9

Борон-борон заманда.

5

10

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

8

11

Йәмле йәй.

5































Тематик план


7 класс

Темалар

УУЭ

План

Факт

иҫкәрмә


Яңынан мәктәпкә.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү,М.Кәримдең тормошо һәм ижадын өйрәнеү, мәктәпкә, уҡыуға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, “Дуҫлыҡ” темаһына ҡараған һүҙҙәрҙе белеү, сифат дәрәжәләренең һөйләмдәге ҡулланылышын үҙләштереү.




1

1 сентябрь-Белем байрамы. 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2.09



2

М. Кәрим. “Уҡытыусыма» шиғыры. Сифат . Сифат дәрәжәләрен ҡабатлау.

5.09



3

З.Биишева. Башҡорт теле. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

9.09



4

«Ҡара алтын. » Контроль диктант.

12.09



5

К.Кинйәбулатова. Көҙҙәр еткәс. Ҡылым замандары. Хаталар өҫтөндә эш.

16.09




Ауыл тормошо.

Ауыл тормошона, икмәккә ҡараған лексиканы үҙләштереү, терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөү, текстың темаһын, төп фекерен билдәләү, Т.Йосопов, Н.Мусин ижадтарына ҡағылышлы мөһим факттарҙы өйрәнеү. Башҡорт балы тураһындағы мөғлүмәттәрҙе системалаштырыу, изложение яҙырға өйрәнеү.




6

Алтын башаҡтар. Ҡылым төркөмсәләре. Исем ҡылым.

19.09



7

Икмәк үткән юл. Сифат ҡылым.

23.09



8

Д. Булгакова. Илһам донъям.

26.09



9

Т.Йосопов. Икмәк еҫе. Үткән заман сифат ҡылым.

30.09



10

Н.Мусин. Тәбиғәтте һаҡлау-беҙҙең бурыс. Уртаҡ ҡылым.

3.10



11

Башҡорт балы. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау.

7.10



12

Башҡортостан йылғалары. Исем

9.10



13

М.Кәрим. Башҡортостан. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исем.

14.10




Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

Башҡортостан тураһында, башҡорт халыҡ йырҙары хаҡында хәбәрҙар булыу, Р.Ғариповтың һәм Х.Назарҙың тормошона ҡағылышлы мөһим факттарҙы үҙләштереү, Башҡортостан Республикаһының суверенитетына бәйле даталарҙы, дәүләт символдарын белеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу, сифат ҡылымдарҙы текстан таба белеү һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.




14

Башҡорт халыҡ йыры. Урал. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

17.10



15

Башҡортостан ҡалалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

21.10



16

Контроль диктант.

24.10



17

Башҡортостан байлыҡтары. Сифат ҡылым.

28.10



18

Р.Ғарипов. Урал йөрәге. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яһалышы.

7.11



19

Боронғо башҡорт ҡалаһына сәйәхәт. Сифат ҡылымдарының яһалыу юлдары.

11.11



20

Тыуған илем – Башҡортостан. Сифат ҡылымдың яһалыу юлдары.

14.11




Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары.

Спорт темаһына ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү, үҙеңдең көн режимы тураһында һөйләй белеү,Башҡортостандан сыҡҡан билдәле спортсылар тураһында хәбәрҙар булыу, футбол темаһына ҡағылышлы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Т.Яблонскаяның “Иртә” картинаһының йөкмәткеһен үҙләштереү. Һорау һәм өндәү һөйләмдәрҙе айыра алыу һәм һөйләмдәр төҙөй белеү.




21

Спорт- ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ. Сифат ҡылым.

18.11



22

Башҡортостанда спорт төрҙәре. Ҡылым төркөмсәләрен ҡабатлау.

21.11



23

Н. Иҙелбай. Беҙҙең катокта. Киләсәк заман сифат ҡылым.

25.11



24

Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр. Киләсәк заман сифат ҡылым.

28.11



25

Изложение.

2.12



26

Милли уйындар. Сифат ҡылым.Хаталар өҫтөндә эш.

5.12



27

Башҡортостан ҡалаларында спорт. Сифат ҡылым.

9.12



28

Диктант.Йәйәнән атыу.

12.12



29

Башҡортостан -чемпиондар иле. Сифат ҡылым.

16.12



30

Спорт. Һөйләм. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

19.12




Мин һәм минең ғаилә.

Темаға ҡағылышлы лексиканы үҙләштереү. Ҡылымдарҙың дөрөҫ ҡулланылышын, һанын, заманын билдәләп дөрөҫ тәржемә итеү, тексҡа яҡын итеп һөйләү. Үҙ шәжәрәңде белеү, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.




31

Кәүсәриә Шафиҡова. Әсәй күҙҙәре. Сифат.

23.12



32

“Әсә һүҙе»(Башҡорт халыҡ ижадынан) Ҡылым. Хаталар өҫтөндә эш.

26.12



33

Башҡорт халыҡ әкиәте. Ҡошҡа әйләнгән әбей. Ҡылым.

16.01



34

Дуҫым, серҙәшем. Хәл ҡылым.

20.01



35

Шәжәрә. Хәл ҡылым.

23.01



36

Туғанлыҡты белдереүсе һүҙҙәр. Хәл ҡылым.

27.01



37

Т.Ү. Ф. Исмәғилевтың “Йылға буйында» картинаһы буйынса инша яҙыу.

30.01



38

“Мин һәм беҙҙең ғаилә темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

3.02




Әсәй, әсәкәйем…

Ф.Рәхимғолованың ижады хаҡында хәбәрҙар булыу,текста теркәүестәрҙе табыу һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.




39

Ф. Рәхимғолова. Беҙҙең әсәй. Теркәүестәр.

6.02



40

Етегән йондоҙ.Әкиәт. Теркәүестәр. Йыһат Солтанов. Ҡәнәфер сәскә.

10.02




Сәнғәт оҫталары.

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары хаҡында һөйләй белеү.Ҡумыҙсы Р.Заһретдиновтың тормошо хаҡында хәбәрҙар булыу. Бирелгән темаларға ярашлы лексиканы үҙләштереү.




41

Х. Әхмәтов. Тыуған ауылым. Эйәртеү теркәүестәре

13.02



42

Изложение.

17.02



43

З. Исмәғилев. Эйәртеү терҡәүестәре.Хаталар өҫтөндә эш.

20.02



44

Р.Заһретдинов-ҡумыҙсы. Эйәртеү теркәүестәре.

24.02



45

Рәшиҙә Туйсина-бейеүсе. Һүҙбәйләнеш.

27.02



46

С. Юлаев –шағир. Эйәртеү теркәүестәре.

2.03



47

Һорауҙарға яуап яҙыу. « Сәнғәт оҫталары » темаһы буйынса үтелгәнде ҡабатлау.

5.03




Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Исемдәрҙең кеше тормошондағы әһәмиәтен аңлау, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу. Телмәрҙә бәйләүестәрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү.




48

Исемдәрҙең мәғәнәһе. Исемдәрең матур икән. Хаталар өҫтәндә эш.

9.03



49

Диктант.

12.03



50

Исемдәрҙә- ил тарихы. М. Шайморатов. Бәйләүес. Хаталар өҫтөндә эш.

16.03



51

Ер-һыу атамалары. «Ҡәнифә юлы». Бәйләүес.

19.03



52

« Башҡорт » һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?

23.03




Борон-борон заманда…

Яратҡан әкиәтеңдең йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләй белеү. Киҫәксәләрҙе табып мәғәнәһен билдәләй белеү.




53

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? « Исемдәрҙә- ил тарихы темаһы » буйынса үтелгәнде ҡабатлау. Ирәндек (I бүлек)

6.04



54

«Ирәндек»әкиәте. II бүлек.

9.04



55

“Ирәндек»әкиәте. III бүлек.

13.04



56

Ф. Туғыҙбаева. Тайыш табан ниңә уйнарға сыҡманы? Киҫәксәләр тураһында төшөнсә.

16.04



57

Инша. “Яҙ килә.”

20.04




Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

Ш.биҡҡолдоң тормошо хаҡында хәбәрҙар булыу, ысын дуҫлыҡ тураһында һөйләй белеү. Кешеләрҙең ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләй белеү, ымлыҡтарҙы телмәрҙә дөрөҫ тәржемә итеү, ҡуллана белеү.




58

Ш. Бикҡол. Тыныслыҡ кәрәк..Хаталар өҫтөндә эш.

23.04



59

К. Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп. Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

27.04



60

Р. Мөхәммәтов.Тауышһыҙ Талип..Мөнәсәбәт һүҙҙәр.

30.04



61

С. Әлибаев. Ҡайын һыуы.Ярҙамсы һүҙҙәр.

4.05



62

Яҙ сәскәләре. Ымлыҡтар.

7.05



63

Районыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре.

11.05



64

Кластан тыш уҡыу дәресе. Ғ. Рамазанов. Бөйөк Еңеү.

14.05



65

Контроль диктант.

18.05




Йәмле йәй.

Йәй миҙгеле тураһында һөйләй белеү, лексиканы үҙләштереү,йәйгә ҡағылышлы һынамыштарҙы һәм юрауҙарҙы белеү, телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.




66

Хаталар өҫтөндә эш.З. Ҡотлогилдина. Йәй.Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр.

21.05



67

Н. Ҡотдосов, Х. Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

25.05



68

Йәй тураһында шиғырҙар. М. Дилмөхәмәтов. Сәскә менән күбәләк.

28.05



69

Беҙҙең ауыл тормошо.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.




70

Йомғаҡлау дәресе.








7.Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу

буйынса материаль- техник ҡулланмалар ҡулланмалар


  1. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

  3. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.

  4. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  5. Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.

6.Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.

7.Башҡортостан энциклопедияһы. Шәкүров Р.З. – Өфө, Китап, 1997.

8.Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 2008

9.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

10.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

11.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

12.«Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.


13.Компьютер.

14.Проектор.

15.Электрон дәреслектәр.


Предмет һөҙөмтәләре

1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.

3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.

5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.

6.Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).





V-IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. үтелгәнде үҙ аллы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. Яуаптың телмәр төҙөлөшө,әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсөлөренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсөлөрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы ҡоролған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениелар6ы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эшт2 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

  4. һүҙлеге ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ғына һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә,уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла


Контроль яҙыу эштәре күләме:

Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуаптар – 1

Диктант – 4

Изложение – 2

Инша – 2.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.


Баһалар

Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк