МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Рассмотрено и принято на заседании педагогического совета Протокол №___ от _______ 20__ г. | Согласовано. Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г. «_____»____________20__г. | Утверждаю. Директор школы: __________ Галлямов В.К. Приказ №____ от «___»__________20__г. |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ
6 класс
ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ
Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы
Программы по башкирскому языку . Составители: В.Ш. Псянчин, Ю.В. Псянчин Программы по башкирскому языку для V-XI классов. Ижевск: КнигоГрад, рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.
Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)
ООП ООО МОБУ ООШ с. Тактагулово – IIступень обучения;
Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна
Год составления рабочей программы: 20__ г
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте аңлап ҡабул итеү(тема, фекер, мәғлүмәттәр);
уҡыу күнекмәләре (эҙләнеү, ҡарап сығыу, өйрәнеү), стиль, жанрҙар;
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт һайлап алыу күнекмәләре;
тәғәйен материалды системаға килтереү;
фекерҙе сағыштыра белеү, һөйләү һәм яҙыу
уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы әйтеп йә яҙып бирә белеү;
текст менән эш: план, һөйләү, конспект, аннотация;
төрлө телмәр тибында һәм стилендә яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә алыу;
монолог һәм диалог төрҙәрен үҙләштереү (этикет, диалог-һорашыу, аралашыу, диалог-фекер һ.б.);
аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, стилистик, орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы һаҡлап, телмәр ҡора белеү;
доклад, реферат менән сығыш яһау, бәхәстә аргументтар ҡулланып, проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта һәм предмет-ара ҡуллана белеү;
телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм ролен аңлау;
тел ғилеменең бүлектәре; тел һәм телмәр; һөйләү һәм яҙма телмәр; монолог һәм диалог, уларҙың төрҙәре; текст төрҙәре, стилдәр, телдең берәмектәре;
лексика һәм фразеологияның стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәре: фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ;
тел-һүрәтләү сараларын ҡулланыу;
туған телдең функцияһын таныу, телмәрҙең эстетик ҡиммәтен баһалау.
Предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
- уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;
- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;
- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә;
-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.
2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үтенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә:
уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға:
аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға , яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;
диалог, монолог ҡора белергә;
мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға ;
мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;
парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;эште планшатырырға , уны тормошҡа ашырырға
Шәхси үҫеш кимәле.
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәи әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятивһәм коммуникатив эшмәкәрлег, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡвғиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
-йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
-уҡыу техникаһын үҙләштереү;
- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- интерпретацияның төп элемнттарын үҙләштереү;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,
- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Туған тел тураһында әңгәмә. 5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Лексика. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы: төп башҡорт һүҙҙәре, рус, ғәрәп, фарсы телдәоенән, рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр.
Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре. Халыҡ-ара һүҙҙәр. Кәсеп-һәнәр (профессиональ) һүҙҙәр. Иçкергән һүҙҙәр, яңы һүҙҙәр, диалект һүҙҙәре. Башҡорт теле һүҙлек составының үҙгәреп, байығып тороуы һәм уның юлдары.
Нығынған һүҙбәйләнештәр (фразеологик берәмектәр).
Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе, диалект һүҙҙәрен таный белергә һәм уларҙы телмәрҙә дөрөç ҡулланырға өйрәтеү, һөйләмдәргә, текстарға лексик анализ яҙау.
Бүлек буйынса бөтә үтелгәндәрҙе тәртипкә килтереү һәм йомғаҡлау.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдең ялғауһыҙ ҙа күплек мәғәнәһен белдереүе (ул колхозда һыйыр һауа)
Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Туғанлыҡты белдереүсе исемдәрҙең өсөнсө зат формаһы (ата-һы, әсә-һе, аға-һы һ.б.). Эйәлек мәғәнәһенең –тыҡы, -теке, -дыҡы, -деке, -ҙыҡы, -зеке, -ныҡы, -неке ялғауҙары менән бирелеүе: китап атай-ымдыҡы; был баçыуҙар фермерҙыҡы һ.б.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килештәрҙең мәғәнәләре, һорауҙары, ялғауҙары. Килеш ялғауҙарының үҙҙәре ҡушылып килгән исемдәрҙе икенсе бер һүҙҙәргә бәйләү вазифаһын үтәүе (үҙгәртеүсе ялғауҙар булыуы). Эйәлек ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә килеш ялғауҙарының дөрөç яҙылышы һәм әйтелеше.
Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы: эшсемен, эшсеһең, ул эшсе; беҙ эшсе-беҙ, эшсеһегеҙ, улар эшселәр.
Исемдәрҙең эйәлек заты менән хәбәрлек формаһы араһындағы айырманы билдәләргә өйрәтеү. Хәбәрлек ялғаулы һүҙҙәрҙе дөрөç баçым менән уҡырға күнектереү.
Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән исемдәрҙе дөрөç баçым менән уҡырға күнектереү (зарядка, эемляника һ.б.)
Уҡыусыларҙа фекерҙе дөрөç һәм асыҡ аңлатыу өсөн телмәрҙә синоним формалары ҡулланыу күнекмәләре булдырыу.
Уҡыусыларҙың һүҙьяһалыш, исемдәрҙең яһалыу юлдары буйынса алған белемдәрен үçтереү, күнекмәләрен нығытыу өçтөндә эштәрҙе дауам итеү. Исемдәргә телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм тәртипкә килтереү.
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы. Сифаттарһың яһалыу юлдары – ҡушыу, һүҙҙәрҙе парлау, һүҙҙәрҙе бәйләү.
Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре: төп дәрәжә (аҡ, ҙур); сағыштырыу дәрәжәһе (ағыраҡ, ҙурыраҡ); артыҡлыҡ дәрәжәһе (ап-аҡ, йәп-йәшел, уғата ҙур, үт сәйер, бик матур);аҙһытыу дәрәжәһе (аҡһыл, зәңгәрһыу, һарғылт, күгелйем)
Сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе, хәбәрлек формаһын ҡабул итә алыуы (матурын һайланым) . Исемгә күскән сифаттар (һыйыр ағынан өҙөлмәйбеҙ ).
Сифаттарҙың исемдәргә бәйләнеп килеү үҙенсәлектәре.
Телмәрҙә синоним, күсмә мәғәнәле сифаттарҙы ҡулланырға өйрәтеү. Сифаттарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары. Ябай һәм ҡушма һандар: уларҙың
дөрөç яҙылышы. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙың һәм уларҙың ялғауҙарының дөрөç яҙылышы.
Һан төркөмсәләре: 1) төп һандар (өс, ун, бер);2) тәртип һандары (икенсе, өсөнсө, ун алтынсы);3) бүлем һандары (икешәр, өсәр); 4) сама һандары (иллеләп, өс-дүртләп); 5) йыйыу һандары (алтау, унау); 6) кәсер һандары (биш бөтөн алтынан бер).
Һөйләмдәрҙә һандарҙың башҡа һүҙҙәргә бәйләнеп килеү үҙенсәлеге( өçтәлдә китаптар ята).
Һандарҙың исемләшеп килеү осраҡтары, ул саҡта уларҙың һан, килеш, эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул итеүе(берәүҙәр ҡайтып килә).
Һыҙыҡ аша яҙыла торған ҡушма һандарҙы дөрөç яҙыу күнекмәләрен нығытыу. Һүҙ һәм цифрҙар менән бирелгән һандарҙы (даталарҙы белдереүсе) дөрөç яҙырға өйрәтеү. Һандарҙың фразеологик берәмектәрҙәге роле менән практик таныштырыу.
Һандарға телдән һәм яҙып морфологик анализ яһарға өйрәтеү. Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре: 1) зат алмаштары (ҡабатлау); 2) күрһәтеү алмаштары; 3) һорау алмаштары; 4) билдәләү алмаштары; 5) билдәһеҙлек алмаштары; 6) юҡлыҡ алмаштары.
Алмаштарҙың һан һәм килеш менән үҙгәреүе. Билдәһеҙлек һәм юҡлыҡ яһалышы.
Бер һүҙҙе күп ҡабатлауҙан ҡотолоу өсөн телмәрҙә алдмаштарҙы ҡулланырға өйрәтеү. Алмаштарҙы телдән һәм яҙып тикшерә белеү.
Бүлек буйынса үткәндәрҙе тәртипкә һалпу.
Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Ҡылым төркөмсәләре:
Исем ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы (барыу, килеү, төшөү, ҡарап тороу, килеп сығыу).Исем ҡылымдың исемгә күсеүе (көтөү ҡайтты). Исем ҡылымдың исемгә оҡшаш яҡтары: уның һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе (уҡыуҙар башланды). Исем ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формаһы (көлөү-көлмәү). Исем ҡылымдарҙың һөйләмдәге роле.
Уртаҡ ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы (барырға, килергә, тоторға). Уртаҡ ҡылымдың юҡлыҡ формаһы (бармаçҡа, килмәçкә); синтаксик вазифалары.
Сифат ҡылым: уның мәғәнәһе. Сифат ҡылымдың заман формалары: 1) үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (осҡан ҡош).2) киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары ( ятыр урын); 3) хәҙерге заман сифат ҡылым, уның яһалышы, һөйләмдәге вазифалары (уҡыусы кеше).
Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, уларҙың исем грамматик категорияларын алыуы (ашаған белмәй, тураған белә).
Хәл ҡылым: уның мәғәнәһе. Хәл ҡылымдың төрҙәре:
–ып, -еп,-оп, -өп, -п.(ҡарап, барып)
–ғас, -гәс, -ҡас,-кәс (барғас, килгәс)
–а-а, -й-й,-әә(тора-тора)
–ҡансы, -кәнсе, -ғансы, - гәнсе ( ҡайтҡансы)
–ҡанса, -кәнсә,-ғанса, ғәнсә (ҡушҡанса)
Хәл ҡылымдың барлығы һәм юҡлығы (барып – бармайынса).
Ҡылым йүәлештәре: практик танышыу 1) төп йүнәлеш (йыуа, кейә); 2)ҡайтым йүнәлеше (йыуына, кейенә); 3) төшөм йүнәлеше (йыуыла, кейелә); 4) уртаҡлыҡ йүнәлеше (йыуыша, кейешә); 5) йөкмәтеү йүнәлеше (йыуҙырт).
Исем ҡылымдар, уртаҡ ҡылымдар менән һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөй белеү; фекерҙе тулы һәм асыҡ сағылдырыу маҡсатында синоним ҡылымдарҙы ҡулланыу.
Ҡылымға дөйөм морфологик анализ яһай белеү.
Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре. Синтаксик вазифалары.
Рәүеш төркөмсәләре: 1) төп рәүештәр (тиҙ, шәп, һыбай); 2) ваҡыт рәүештәре (иртәгә, бөгөн); 3) урын рәүештәре (юғары, алыç); 4) оҡшатыу рәүештәре (айыуҙай (атлай); 5) күләм-дәрәжә рәүештәре (күп, аҙ); 6) сәбәп-маҡсат рәүештәре (юрамал, бушҡа).
Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. Рәүеш дәрәжәләре: төп дәрәжә (шәп, алыç, һуң); сағыштырыу дәрәжәһе (алыçыраҡ, шәберәк); артыҡлыҡ дәрәжәһе (бик шәп,иң элек).
Рәүештәрҙең яһалышы. Тамыр һәм яһалма рәүештәр. Ҡушма рәүеш. Рәүештәрҙең яһалыу юлдары:
Һүҙгә ялғау ҡушыу юлы менән (русса, баласа)
Һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менән (бөгөн)
Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән (арлы-бирле)
Һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән ( аяҡ-өçтө)
Һүҙҙәрҙе ҡабатлау юлы менән (шәп-шәп).
Рәүештәрҙең мәғәнәһен, морфологик билдәләрен аңлата белеү.
Һөйләмдәрҙә рәүештәрҙе дөрөç яҙыу һәм ҡуллана белеү күнекмәһе. Рәүештәргә морфологик анализ яһай белеү.
Теркәүестәр. Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше: теҙеү теркәүестәре: йә, йәки, ләкин, һәм, тик, юҡҡа, әллә ( менән бәйләүесенең теркәүес булып та йөрөүе), шулай уҡ, йә иһә, әммә, ә, юғиһә, тағы, тағы ла, әле…әле, бер…бер, берсә, йәнә, да-дә, та-тә, ҙа-ҙә, ла-лә, бәлки. Эйәртеү теркәүестәре: сөнки, тимәк, шуға күрә, хатта, шунлыҡтан, шуға ла, шуның өсөн, шул арҡала, әгәр, әгәр ҙә, гүйә, гәрсә
Теркәүестәрҙең морфологик, синтаксик ролен аңлата белеү күнекмәһе. Теркәүестәрҙе ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә урынлашыу һәм телмәрҙә ундай һөйләмдәрҙе ҡулланыу күнекмәләре булдырыу. Теркәүестәре булған һөйләмдәрҙе анализлау күнекмәһен үçтереү.
Бәйләүестәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы. Уларҙың бүленеше: 1) төп һәм эйәлек килеште талап итеүсе бәйләүестәр (менән, өсөн,кеүек, шикелле, төçлө, һымаҡ, арҡылы, аша, тураһында); 2) төп һәм төбәү килеште талап итеүсе бәйләүестәр (тиклем, саҡлы, хәтле, ҡәҙәр, ҡаршы, табан, ҡарай, ҡарамаçтан, ҡарағанда, ҡарата, тартым); 3) сығанаҡ килеште һорап тороусы бәйләүестәр (башҡа, бүтән, бирле, элек, өүөл, башлап, һуң, тыш)
Бәйләүестәрҙең синтаксик ролен билдәләй белеү. Бәйләүестәрҙе исемдәр янында ҡуллана белеү.
Киçәксәләр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Киçәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифалары. Мәғәнәләренә ҡарап, киçәксәләрҙең бүленеше. 1) көçәйтеү-раçлау киçәксәләре: та баһа, да баһа, ҙа баһа, ла баһа; иң, ап-, һап-,ҡап-, бит, -сы, -се, -со, -сө.2) сикләү киçәксәләре: ғына-генә, ҡына-кенә, уҡ-үк; 3) тиҙлек киçәксәләре: да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә; 4) икеләнеү-билдәһеҙлек киçәксәләре: -дыр, -дер, -тыр, -тер, -ҙыр,-ҙер, -лыр, -лер; 5) һорау киçәксәләре: -мы, -ме, -мо, -мө, -мы ни, -ме ни, -мо ни, -мө ни.
Киçәксәләрҙең морфологик һыҙҙаттарын, синтаксик вазифаларын билдәләй белеү. Киçәксәләрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү. Да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә, та-тә ярҙамсы һүҙҙәрҙең теркәүес тә, киçәксә лә була алыуын, ниндәй ҡулланылышта улар теркәүес, ҡайһы ҡулланылышта киçәксә булыуҙарын билдәләргә, шуға таянып, улар эргәһендә тыныш билдәләрен ҡуйырға өйрәтеү. Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен бер-береһе менән сағыштырыу, уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙең синтаксик роле. Кәрәк, тейеш, мөмкин, бар, юҡ, түгел,буғай, ярай мөнәсәбәт һүҙҙәренең мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы, уларҙың исем урынында килә алыуы.
Телмәрҙә мөнәсәбәт һүҙҙәрҙе дөрөç ҡулланырға өйрәтеү.
Ымлыҡтар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифалары. Ымлыҡтарҙың төрҙәре:1) көйөнөүҙе, үкенесте белдереүсе ымлыҡтар: ай-ай; 2) ғәжәпләнеүҙе, шикләнеүҙе белдереүсе ымлыҡтар: ай-бай, ай-һай, атаҡ; һоҡланыуҙы, тынысһыҙланыуҙы, оялыуҙы белдереүсе ымлыҡтар: аһ, аһ-аһ, аһа; 3) оҡшатыу һүҙҙәре: а) өноҡшаш һүҙҙәр: бип-бип, сылтыр-сылтыр, селтер-селтер, йым-йым; в) саҡырыу һүҙҙәре: һәү-һәу, бәр-бәр, кәз-кәз, бес-бес, деге-деге-деге (ҡаҙ саҡырыу).
Ымлыҡтарҙан һүҙҙәр яһалыу (уфтаныу, аһаһайлау).
Ымлыҡтарҙы телмәрҙә ҡулланырға һәм дөрөç интонация менән уҡырға өйрәтеү, уларҙың хис-тойғо биҙәген билдәләү. Оҡшатыу һүҙҙәре аңлатҡан һындарҙы һүрәтләй белеү һәм телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһен үçтереү.
5-6-сы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
3. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу
№ | Дәрес темалары | Һаны | Контроль эштәр |
1 | Туған тел тураһында әңгәмә. 5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | |
2 | Лексика. | 3 | |
3 | Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. | 5 | 1 |
4 | Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. | 3 | |
5 | Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. | 2 | 1 |
6 | Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. | 4 | |
7 | Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. | 5 | 1 |
8 | Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | |
9 | Теркәүестәр. | 1 | |
10 | Бәйләүестәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | |
11 | Киçәксәләр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | |
12 | Мөнәсәбәт һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | |
13 | Ымлыҡтар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. | 1 | 1 |
14 | 5-6-сы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Эш ҡағыҙҙары менән эш. | 1 | |
| | 30 | 4 |
| Бөтәһе | 34 |
4. Календарь-тематик план
№ | Үткәрелеү ваҡыты | Дәрестең темаһы | | Иҫкәрмә |
кален | фактик |
1 | | | Туған тел тураһында әңгәмә. 5-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
2 | | | Лексика. Башҡорт теленең һүҙлек составы Һүҙҙәрҙең килеп сығышы буйынса төркөмләнеүе. | | |
3 | | | Башҡорт телендә дөйөм һәм тар ҡулланылышлы һүҙҙәр | | |
4 | | | Иҫкергән һәм яңы һүҙҙәр. Фразеологик берәмектәр | | |
5 | | | Исем.Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | | |
6 | | | Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Күплек ялғауҙарының дөрөç яҙылышы | | |
7 | | | Исемдәрҙең эйәлек, хәбәрлек заты | | |
8 | | | Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.Килештәрҙең мәғәнәләре.Төп килеш. Эйәлек килеш | | |
9 | | | Төшөм, төбәү, урын-ваҡыт, сығанаҡ килештәр. Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
10 | | | Инша «Минең ғаиләм» | | |
11 | | | Сифаттарҙың исем урынында килеүе һәм һөйләмдәге роле. Яһалышы | | |
12 | | | Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре | | |
13 | | | Сифаттарҙың дөрөҫ язылышы. Синоним сифаттар. Сифат тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
14 | | | Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һанда. Һан төркөмсәләре | | |
15 | | | Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Үлсәү һүҙҙәре. Һан тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
16 | | | Контроль диктант «Ҡышкы сәскәләр» | | |
17 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Алмаш тураһында төшөнсә. Алмаш төркөмсәләре | | |
18 | | | Мин, һин, ул, был, шул алмаштарының килеш менән үҙгәреше | | |
19 | | | Минеке, һинеке, уныҡы, үҙ(е) алмаштарының килеш менән үҙгәреше | | |
20 | | | Кемдер, ниҙер, тегелер алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Алмаш тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
21 | | | Ҡылым.Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ҡылым төркөмсәләре | | |
22 | | | Исем ҡылым. Мәғәнәһе һәм яһалышы. | | |
23 | | | Уртаҡ ҡылым. Мәғәнәһе һәм яһалышы.Уртаҡ ҡылымдың юҡлыҡ формаһы. | | |
24 | | | Сифат ҡылымдың мәғәнәһе. Үткән, хәҙерге, киләсәк замандары. | | |
25 | | | Хәл ҡылым. Хәл ҡылымдың төрҙәре. Ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау | | |
26 | | | Изложение «Ер һатыу» | | |
27 | | | Рәүеш тураһында төшөнсә. Төркөмсәләре, сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары Рәүеш дәрәжәләре, яһалышы, дөрөҫ яҙылышы | | |
28 | | | Терҡәүес тураһында төшөнсә. Теркәүестәрҙең бүленеше, дөрөҫ яҙылышы | | |
29 | | | Бәйләүес тураһында дөйөм төшөнсә. Бәйләүестәрҙең бүленеше | | |
30 | | | Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше, дөрөҫ яҙылышы | | |
31 | | | Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә | | |
32 | | | Ымлыҡ тураһында төшөнсә, дөрөҫ яҙылышы Оҡшатыу һүҙҙәре тураһында төшөнсә | | |
33 | | | Контроль диктант «Матурлыҡ» | | |
34 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Эш ҡағыҙҙары менән эшләү. 5-6-сы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу | | |