МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ
ОСНОВНАЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.ТАКТАГУЛОВО
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАКАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Рассмотрено и принято на заседании педагогического совета Протокол №___ от _______ 20__ г. | Согласовано. Зам. дир. по УВР_____Раянова Н.Г. «_____»____________20__г. | Утверждаю. Директор школы: __________ Галлямов В.К. Приказ №____ от «___»__________20__г. |
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ
7 класс
ДЛЯ ОБУЧАЮЩИХСЯ ОСНОВНОГО ОБЩЕГО ОБРАЗОВАНИЯ
Срок реализации рабочей программы: 20__-20__ учебные годы
Программы по башкирскому языку . Составители: В.Ш. Псянчин, Ю.В. Псянчин Программы по башкирскому языку для V-XI классов. Ижевск: КнигоГрад, рекомендованной Министерством Образования Республики Башкортостан.
Закона Республики Башкортостан «О Республиканском комплекте учебников для общеобразовательных учреждений» (в ред. №367-з от 03.11.2006 г.)
ООП ООО МОБУ ООШ с. Тактагулово – IIступень обучения;
Составитель: Раянова Нурия Гаделяновна
Год составления рабочей программы: 20__ г.
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең предмет-ара һөҙөмтәләре:
Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте аңлап ҡабул итеү(тема, фекер, мәғлүмәттәр);
уҡыу күнекмәләре (эҙләнеү, ҡарап сығыу, өйрәнеү), стиль, жанрҙар;
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәт һайлап алыу күнекмәләре;
тәғәйен материалды системаға килтереү;
фекерҙе сағыштыра белеү, һөйләү һәм яҙыу
уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы әйтеп йә яҙып бирә белеү;
текст менән эш: план, һөйләү, конспект, аннотация;
төрлө телмәр тибында һәм стилендә яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә алыу;
монолог һәм диалог төрҙәрен үҙләштереү (этикет, диалог-һорашыу, аралашыу, диалог-фекер һ.б.);
аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, стилистик, орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы һаҡлап, телмәр ҡора белеү;
доклад, реферат менән сығыш яһау, бәхәстә аргументтар ҡулланып, проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта һәм предмет-ара ҡуллана белеү;
телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм ролен аңлау;
тел ғилеменең бүлектәре; тел һәм телмәр; һөйләү һәм яҙма телмәр; монолог һәм диалог, уларҙың төрҙәре; текст төрҙәре, стилдәр, телдең берәмектәре;
лексика һәм фразеологияның стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәре: фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ;
тел-һүрәтләү сараларын ҡулланыу;
туған телдең функцияһын таныу, телмәрҙең эстетик ҡиммәтен баһалау.
Предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге
Шәхси сифаттарҙы үҫтерергә:
- уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырырға; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булырға;
- мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырырға;
- тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем бирергә;
-һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштерергә.
2. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үтенес менән уҡытыусыға класташыңа өлкәндәргә өндәшергә:
уҡыу объектыын өйрәнеү процесында күҙәтергә, сағыштырыға анализларға һәм һығымта яһарға:
аралашыу оҫталығын шымартыу: тыңларға , яуап бирергә; һорарға, кеше фекерен ихтирам итергә;
диалог, монолог ҡора белергә;
мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белергә; алған мәғлүмәтте эшкәртә белергә, маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға ;
мәғлүмәт алыу маҡсатында һорау һөйләм ҡорорға;
парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен күҙәтергә;эште планшатырырға , уны тормошҡа ашырырға
Шәхси үҫеш кимәле.
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәи әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятивһәм коммуникатив эшмәкәрлег, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
Предмет- ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материлдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау(тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡвғиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
-йәмғиәттәге тәртип һәм әхләҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу,
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
-уҡыу техникаһын үҙләштереү;
- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- интерпретацияның төп элемнттарын үҙләштереү;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,
- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Тел тураһында әңгәмә.
Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәре кабатлау.
Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст, һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше.
I. Һүҙбәйләнеш, уның һөйләмдән айырмаһы, һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре тураһында төшөнсә, һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ. һүҙбәйләнештәрҙә баҫым, һөйләмдәге һүҙҙәр араһында теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре; башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү, эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнеше. Текст һәм уның өлөштәре, унда һөйләмдәрҙең уҙ-ара бәйләнеү юлдары.
II. һүҙбәйләнештәрҙе фразеологик берәмектәр менән сағыштырырға, улар араһында айырманы танырға өйрәтеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Синтаксис һәм пунктуация хаҡында төшөнсә, һүҙбәйләнеш.
Ике составлы ябай һөйләмдәр.
Ике составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәнең ябай һәм ҡушма һүҙҙәрҙән килеүе.
Ябай һәм ҡушма хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Кылымдарҙан, исем һәм кылымдан килгән ҡушма хәбәрҙәр. Эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнешенең үҙенсәлектәре: укыусылар яҙалар, уҡыусылар яҙа, мин килдем, беҙ килдек һ.б.
Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар, улар эргәһендә тыныш билдәләре. Өҫтәлмәлек. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Тура һәм ситләтелгән тултырыусы. Мәҫәлән, кәләм алдым; Ғәлимә менән килдем. Тура тултырыусылар билдәле һәм билдәһеҙ төшөм килештә килә ала.
Хәлдәр. Мәғәнә яғынан хәлдәрҙең төрҙәре: ваҡыт, урын, сәбәп, маҡсат, рәүеш, шарт, күләм-дәрәжә, кире хәлдәр, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Башҡорт һәм рус теле һөйләмдәрендәге һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу.
Өҫтәлмәлектәрҙе, тиң булмаған аныҡлаусыларҙы, тура һәм ситләтелгән тултырыусыларҙы телмәрҙә ҡулланырға, эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡуйылған һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация һәм пауза менән уҡырға өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Әйтелеү маҡсаты һәм хис-тойғоно сағылдырған хәбәр, һорау, бойороҡ һәм өндәү һөйләмдәр.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (V класс). Синтаксис һәм пунктуация, һөйләм. Әйтелеү маҡсатын һәм хис-тойғо биҙәген сағылдырған хәбәр, бойороҡ, өндәү һәм һорау һөйләмдәр.
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә.
Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре: а) хәбәр составынан ғына тороусы бер составлы һөйләмдәр: билдәле эйәле һөйләм, билдәһеҙ эйәле һөйләм, эйәһеҙ һөйләм; б) эйә составынан ғына тороусы бер составлы һөйләм: атама һөйләм.
Бер составлы һөйләмдәрҙе, уларҙы стилистик мөмкинлектәрен, үҙенсәлектәрен билдәләргә, шуға ярашлы уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.
Эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләмдәр менән алмаштыра белергә һәм уларҙы телмәрҙә файҙаланырға, тәбиғәтте тасуирлағанда, урынды, ваҡытты һүрәтләгәндә атама һөйләмдәрҙе ҡуллана белергә өйрәтеү.
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Кәм һөйләмдәрҙең телмәрҙәге стилистик роле. Кәм һөйләмдәрҙең бер составлы һөйләмдәрҙән айырмаһы.
Кәм һөйләмдәрҙе ҡулланып, хикәйәләр, диалог төҙөргә, изложение яҙырға өйрәтеү. Диалогтарҙы тасуири уҡырға өйрәтеү.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Ике һәм бер составлы кәм һөйләмдәр. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Йыйнаҡ һәм тарҡау бер составлы һөйләмдәр.
Тиң киҫәкле һөйләмдәр.
Интонация менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр, теркәүестәр менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр. Улар араһында тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә күплек, килеш, эйәлек заты ялғауҙарының иң аҙаҡҡы киҫәккә генә ҡушылыуы. Мәҫәлән, Китап, кәләм, дәфтәрҙәреңде портфелеңә һал һ.б. Дөйөмләштереүсе һүҙҙәре булған тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү (ҡарттар, ҡатындар, балалар - бөтәһе лә эшкә киткәндәр һ.б.). Тарҡау тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе ҡуллана белеү, тиң киҫәктәргә дөйөмләштереүсе һүҙ һайларға өйрәтеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (V класс).
Синтаксис һәм пунктуация. Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәр, тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (IV класс). Синтаксис һәм пунктуация. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.
Өндәш һүҙе, инеш һүҙе, инеш һөйләме һәм ымлыҡтары булған һөйләмдәр.
Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәрҙең мәғәнәүи үҙенсәлектәре, уларҙың һөйләмдәге урындары. Өндәш һүҙҙәр янында тыныш билдәләре. Инеш һүҙле, инеш һөйләмле һөйләмдәр. Ымлыҡтар. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Өндәш һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр, инеш һөйләмдәр һәм ымлыҡтар булған һөйләмдәрҙе, текстарҙы дөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтеү. Яҙыуҙа тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (V класс). Синтаксис һәм пунктуация. Өндәш һүҙле һөйләмдәр. Тыныш билдәләре. Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Өндәш һүҙле, инеш һүҙле һөйләмдәр. Өндәш һүҙ. Өндәш һүҙҙең һөйләмдәге урыны. Өндәш һүҙле һөйлөмдәрҙә тыныш билдәләре.
Һөйләмдең айырымланған киҫәктәре.
Айырымланыу тураһында төшөнсә. Эйәрсән киҫәктәрҙең айырымланыуы. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Хәл әйтемдәре эргәһендә тыныш билдәләре. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр менән айырымланған хәл әйтемдәре араһында оҡшашлыҡ һәм айырма.
Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәрҙе төҙөй белергә һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү. Йәнле һөйләү телмәрендә һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәрен интонация менән сағылдырырға, яҙма телмәрҙә тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйырға өйрәтеү.
Ябай һөйләмдәрҙе айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр менән алмаштыра белергә.
Предмет эсендәге бәйләнеш. Башҡорт теле. (VI класс). Хәл ҡылым. Уның төрҙәре.
Предмет-ара бәйләнеш. Рус теле (VII класс). Айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр: аныҡлаусының, өҫтәлмәлектең, хәлдәрҙең айырымланыуы. Рус теле (VI класс). Хәл ҡылым. Хәл әйтеме, уның айырымланыуы
Тура һәм ситләтелгән телмәр.
Тура телмәр. Тура телмәр эсендә автор һүҙҙәре. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Ситләтелгән телмәр, уның тура телмәрҙән айырмаһы. Цитата. Уның янында тыныш билдәләре. Диалог.
Уҡығанда автор һүҙен айырып әйтә белеү. Тура телмәр һәм диалогтар булған текстарҙы, драма әҫәрҙәрен дөрөҫ интонация менән тасуири уҡыу. Тура телмәрҙе ситләтелгән телмәргә өйләндереү. Инша һәм төрлө эш ҡағыҙҙары яҙғанда цитаталар һәм эпиграф ҡулланырға өйрәтеү.
V-VII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
3. Дәрес һаны буйынса тематик планлаштырыу
№ | Дәрес темалары | Һаны | Контроль эштәр |
1 | Тел тураһында әңгәмә. | 1 | |
2 | Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәре кабатлау. | 2 | |
3 | Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст, һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше. | 4 | 1 |
4 | Ике составлы ябай һөйләмдәр. Ике составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәнең ябай һәм ҡушма һүҙҙәрҙән килеүе. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. | 10 | 1 |
5 | Тулы һәм кәм һөйләмдәр. | 1 | |
6 | Тиң киҫәкле һөйләмдәр. | 2 | |
7 | Өндәш һүҙе, инеш һүҙе, инеш һөйләме һәм ымлыҡтары булған һөйләмдәр. | 3 | 1 |
8 | Һөйләмдең айырымланған киҫәктәре. | 4 | |
9 | Тура һәм ситләтелгән телмәр. | 2 | 1 |
10 | V-VII кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1 | |
| | 30 | 4 |
| Бөтәһе | 34 |
4. Календарь-тематик план
№ | Үткәрелеү ваҡыты | Дәрестең темаһы | | Иҫкәрмә |
кален | фактик |
1 | | | Башҡорт теле - беҙҙең туған телебеҙ. Фонетика, орфография, орфоэпия буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | |
2 | | | Морфология. Лексика | | |
3 | | | Тамыр һәм яһалма һүҙҙәр. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар | | |
4 | | | Синтаксистың төп маҡсаты. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һүҙбәйләнештәрҙә баҫым. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдары. | | |
5 | | | ТҮ Ә.Лотфуллиндың “Алтын көҙ” картинаһы буйынса инша. | | |
6 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре Ярашыу бәйләнеше. | | |
7 | | | Башҡарылыу, йәнәшәлек, һөйкәлеү бәйләнештәре. | | |
8 | | | Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Эйәртеүле бәйләнеш төрҙәре буйынса ҡабатлау | |
9 | | | Ябай һөйләм. Эйә менән хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. | | |
10 | | | Аныҡлаусы. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.Өҫтәлмәлек | | |
11 | | | Тултырыусы. Тура һәм ситләтелгән тултырыусы | | |
12 | | | Рәүеш һәм күләм-дәрәжә хәлдәре | | |
13 | | | Урын һәм ваҡыт хәлдәре | | |
14 | | | Шарт һәм сәбәп хәлдәр | | |
15 | | | Маҡсат һәм кире хәлдәр | | |
16 | | | Контроль диктант. “Ҡышлаусы ҡоштар”. | | |
17 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе | | |
18 | | | Ике составлы һөйләмдәр. Эйә составы. Ике составлы йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр | | |
19 | | | Бер составлы һөйләмдәр. Билдәле, билдәһеҙ эйәле, эйәһеҙ, атама һөйләмдәр. | | |
20 | | | Тулы һәм кәм һөйләмдәр. | | |
21 | | | Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре, дөйөмләштереүсе һүҙҙәр | | |
22 | | | Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәр тураһында үтелгәнде ҡабатлау. | | |
23 | | | Өндәш һүҙ. Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. | | |
24 | | | Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. | | |
25 | | | Өндәш һүҙ һәм инеш һүҙҙәр буйынса үтелгәнде ҡабатлау | | |
26 | | | ТҮ Изложение. “Әтәс һәм төрөк солтаны”. | | |
27 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Айырымланыу тураһында төшөнсә | | |
28 | | | Аныҡлаусылар менән өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы. | | |
29 | | | Хәл әйтемдәре һәм уларҙың үҙенсәлеге | | |
30 | | | Хәл әйтемдәренең айырымланыуы | | |
31 | | | Тура һәм ситләтелгән телмәр.Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. | | |
32 | | | Диалог. Цитаталар. | | |
33 | | | Контроль диктант. “Ирәмәл һырттары”. | | |
34 | | | Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау. Ябай һөйләм буйынса тест | | |