СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Туған телдән эш программаһы (1-4)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Туған телдән эш программаһы (1-4)»

Туған (башҡорт) теле предметын үҙләштереүҙең һөҙөмтәләре


Шәхсән һөҙөмтәләр:

    • башҡорт теле – кешеләрҙең аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә;

    • башҡорт теле һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә;

    • туған телдә һөйләшеү кимәлен баһалай белә;

    • аралашыу маҡсатына, шартына ҡарап, әңгәмәселәрҙең башҡарған ролдәренә ярашлы уй – фекерҙе һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр аша дөрөҫ ҡора алә;

    • әңгәмәсенең телмәрен, мәғәнәһенә төшөнөп, әйтелеү маҡсатын һиҙемләп , һорауҙар биреп асыҡлай белә;

    • уҡытыусы ярҙамында әйтелгән фразала терәк һүҙҙәрҙе табырға тырышыу, интонация аша һөйләмдең йәки текстың тамамланыуын һиҙемлй;

    • уй – фекерҙе һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр аша телдән һәм яҙма ҡорорға өйрәнә;

    • уй – фекер әйтелешендә өндәрҙең дөрөҫ яңғырауына ирешә;

    • һөйләшкәндә телмәр этикетын һаҡлап, бер – береһенә ҡарата иғтибарлы булырға, һәр кемдең фекерен тыңлап, кәңәшләшеп эшләргә өйрәнә.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

    • туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белә;

    • башҡорт телендә диалог ҡора белә;

    • һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә, һорауҙар бирергә , үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белә;

    • уй- фекерен тулыһынса еткерә белә;

    • һорауҙар бирә һәм бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтара белә;

    • һорау, өндәү, хәбәр һөйләмдәр ярҙамында һөйләшеүҙе дауам итә йәки диалогты башлай белә;

    • тейешле ҡағиҙәләрҙе һаҡлап, бирелгән эштәрҙе башҡарә;

    • башҡорт теленән үҙ эшен үҙ аллы тикшереп, баһалай белә.


Предмет һөҙөмтәләре:

-башҡорт телендә әйтелгәнде тыңлап аңлай;

-өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек

тел берәмектәрен таба, сағыштыра, анализлай белә;

-һөйләү телмәре һәм яҙма телмәрҙең айырмаларын белә;

-телмәр этикетын һаҡлап һаулыҡ һораша, хушлаша, ғәфү үтенә, рәхмәт әйтә,

ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт итә белә;

-тамыр һүҙҙе билдәләй белә. Һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар ярҙамында

яңы һүҙҙәр төҙөй белә;

-һүҙ төркөмдәренә (исем, сифат, алмаш, ҡылым, һан) һорау ҡуя, уларҙың грамматик

билдәләре тураһында ябай ғына төшөнсәләргә эйә була;

-исемгә, сифатҡа, алмашҡа, ҡылымға, һанға программала бирелгән кимәлдә

грамматик анализ эшләй белә;

-һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе таба белә;

-төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһалау, кәрәк

булһа, хатаһын төҙөтә белеү эштәрен үтәй ала;

-һүҙҙе билдәләй белә. Һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар ярҙамында яңы

һүҙҙәр төҙөй белә;

-һүҙ төркөмдәренә (исем, сифат, алмаш, ҡылым, һан) һорау ҡуя, уларҙың грамматик

билдәләре тураһында ябай ғына төшөнсәләргә эйә була;

-исемгә, сифатҡа, алмашҡа, ҡылымға, һанға программала бирелгән кимәлдә

грамматик анализ эшләй белә;

-һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе таба белә;

-һөйләмдә эйәрсән киҫәктәрҙе таба, уларҙың ниндәй һүҙ төркөмдәренән килеүен

асыҡлай, һыҙыҡтар менән билдәләй белә;

-тексты төрҙәре буйынса (уҡып өйрәнеү тексы, фәнни-популяр, әҙәби текстар)

айыра белә;

-тексты өлөштәргә бүлеү, уларҙы исемләү өҫтөндә үҙ аллы эшләй белә;

-тексҡа план төҙөп, план буйынса уның йөкмәткеһен һөйләй белә;

-башҡортсанан рус теленә йәки, киреһенсә, рус теленән башҡорт теленә тәржемә

итә ала;

-төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһалау, кәрәк

булһа, хатаһын төҙөтә белеү эштәрен үтәй ала;

-аңлатма, орфографик һүҙлектәр ҡуллана белә;

-яҙыу барышында хәрефтәрҙең, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын тикшереп, хатаны

төҙәтә белә;

-хәрефтәрҙе автоматик рәүештә матур һәм дөрөҫ яҙырға тырыша, үҙенең,

иптәшенең яҙма эшен дөрөҫ баһалай белә;

-проект эштәрен башҡарғанда мәғлүмәтте үҙгәртә, сағыштыра, һуңында һығымта

яһай белә.


































Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе

Фонетика һәм орфоэпия. Графика.

Телмәр өндәре. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Парлы-парһыҙ тартынҡылар. Тартынҡыларҙың сиратлашыуы, ҡуш тартынҡыларҙың әйтелеше һәм яҙылышы. Үҙенсәлекле өн – хәрефтәрҙе уларҙың яҡын өн – хәрефтәре менән сағыштырыу. Ике өндө белдереүсе хәрефтәр. Баҫым. Ижек. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Һүҙҙәрҙә өндәрҙе, ижектәрҙе айырыу. Баҫымлы ижек. Тауыш ярҙамында һөйләмдәрҙе әйтә һәм айыра белеү (хәбәр һөйләм, өндәү һөйләм, һорау һөйләм. Оо, Ыы, Ээ өн-хәрефтәренең ике телдә лә дөрөҫ әйтелеше, яҙылышы. Вв хәрефенең өс өндө белдереүе [в],[у],[ү]. Уу-Үү, Әә-Ее, Оо-Өө, Кк-ҠҠ, Хх-Һһ, Зз-Ҙҙ, Гг-Ғғ, Нн-ң, Сс-ҫ хәрефтәрен яҙма телмәрҙә айырыу. Өн һәм хәреф. Хәреф өндөң билдәһе. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе аңлатҡан хәрефтәрҙең функцияһы. Башҡорт алфавиты. Һүҙҙәрҙең өн һәм хәреф анализы.

Һөйләм.

Һүҙ – телмәр берәмеге булараҡ өйрәнеү объекты. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһе. Һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һөйләм. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше. Һөйләм киҫәктәре менән танышыу. Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Һөйләм төрҙәре. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы. Тултырыусы. Хәлдәр. Ейәрсән киҫәктәренең һөйләмдә ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүе. һөйләмдә тиң киҫәктәр. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр. Ябай һөйләмгә синтаксик анализ.

Һүҙ төркөмдәре.

Кем? Нимә? һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр.Хәрәкәтте белдергән һүҙҙәр. Ҡайҙа? Ҡайҙан? һорауҙары. Эйәлек заты ялғауҙары. Юҡлыҡты аңлатҡан ялғауҙар ( -ма, -мә ялғауҙары). Күплек ялғауҙарын өйрәнеү.Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр менән танышыу. Ҡайҙа? Ҡайҙан? Һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр менән танышыу. Ярҙамсы һүҙҙәр.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем. Исем тураһында төшөнсә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе. Килештәрҙең атамаһы, килең тәртибе, һорауҙары. Предметты аңлатҡан һүҙҙәрҙә эйәлек заты төшөнсәһе, уның ялғауҙары. Исемгә морфологик анализ.

Сифат. Сифат тураһында төшөнсә. Тамыр һәм яһалма сифат. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифатҡа морфологик анализ.

Алмаш. Алмаш тураһында төшөнсә. Зат, эйәлек алмаштары. Алмаштарҙың һан менән үҙгәреүе. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреүе.

Һан. Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар. Төп һәм рәт һандары. Һандың килеш менән үҙгәреүе.

Ҡылым.Ҡылым тураһында төшөнсә. Ҡылымдың хәрәкәтте, торошто, хәлде аңлатыуы. Ҡылымдарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары. Зат, һан менән үҙгәреүе. Ҡылымдарҙың үткән, хәҙергә, киләсәк заман формалары. Ҡылымға морфологик анализ.

Лексика.

Һүҙҙең лексик мәғәнәһе. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр менән танышыу. Синонимдар,антонимдар, омонимдар менән танышыу. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Һүҙ составы.

Тамыр һүҙ. Яһалма һүҙ. Ҡушма һүҙ. Һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Тамырҙаш һүҙҙәр.

Текст.

Текстың төҙөлөшө. Текст төрҙәре. Текстың темаһы, төп фекере. Абзац. Текст планы.

Үтелгәндәрҙе системаға һалыу, ҡабатлау.





Тематик планлаштырыу



Класс

1

2

3

4

Бүлек





Фонетика һәм орфоэпия. Графика

26

10



Һөйләм

6

4

10

10

Һүҙ төркөмдәре


18

6

10

Лексика



12

4

Һүҙ составы




6

Текст



5

3

Ҡабатлау

1

2

1

1

Бөтәһе

33

34

34

34