Просмотр содержимого документа
«Визитка На конкурс учитель года.»
Көҙгө елдәр сәләм биреп,
Ер ҡойонғас алтын нурға.
Матур Үҙбәк ауылында
Мин тыуғанмын был донъяға.
Гөлфирә тип исем биргән
Атай-әсәй мине һөйөп.
Изге теләк теләгәндәр
Бәхетле бул, балам, тиеп.
Атай-әсәй абруйлы
Кешеләре ауылымдың.
Туғандарым – ғорурлығым
Уларға мин гел һоҡландым.
Үҙбәгемдә белем алдым,
Тамамланым урта мәктәп.
Уҡытыусы апайҙарым
Тора ине гелән маҡтап.
Ауылымдың хозурлығы
Илһам бирҙе күңелемә.
Изге уйлы кешеләре
Хистәр һалды йөрәгемә.
Уҡытыусы булыу ине
Бала саҡта уй-хыялым.
Һәм ирештем хыялыма,
Институт тамамланым.
Яуаплы һәм изге һөнәр
Һайлағанға үкенмәйем,
Балаларға белем биреү
Бәхет ул тип иҫәпләйем.
Ғаиләм минең – ҡәлғәм минең,
Үҫеп килә ике улым.
Тәүфиҡ менән үтһә ине
Икеһе лә тормош юлын.
Һағынып ҡайтыр кешем дә бар,
Ул һәр ваҡыт миңә терәк.
Шуға уңа һәр эшем дә,
Ауырлыҡтар килә һирәк.
Бөгөн Бурлы мәктәбендә
Балаларға белем бирәм.
Йәшәүемдең асылын да
Балаларға бәйле күрәм.
Әсәй – йырлай, атай шиғыр яҙа.
Икеһенән күскән әҙерәк.
Йырлайым да, шиғырҙар ҙа яҙам,
Уҡытыусыға һуң ни кәрәк!?
Балаларҙа туған телгә, илгә
Ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятам.
Дәрестәрҙә, тема аңлатҡанда
Күргәҙмәлектәр ҙә ҡулланам.
Дәрестән тыш үткән сараларҙа
Һәр ваҡыт та әүҙем ҡатнашам.
Семинармы, йә шәжәрә байрам –
Мөнәжәт әйтеп, йырын да һуҙам.
Гелән генә мәктәп тормошонда
Ҡайнап үтмәй минең ғүмерем.
Курстарҙа булам, белем алам,
Ғүмер буйы уҡыу - фиғелем.
Бәйгелә лә ҡатнашыуым бөгөн
Белгәнемде һеҙгә еткереү.
Башҡаларҙың оҫталығын күреү,
Дуҫтарымдың һанын арттырыу.