СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Өҫтәмә белем биреү . Эссе “Мин –педагог.”

Нажмите, чтобы узнать подробности

Мин – Педагог! Яҡтылыҡҡа, белемгә, әҙәп-әхлаҡҡа әйҙәүсе мөғәллимә! Минең уң яҡ ҡанаттарым ғаиләм, туғандарым булһа, ә һул яҡ ҡанатым – уҡытыусыларым, уҡыусыларым.

Ә уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү миндә кескәй саҡтан тәрбиәләнде. Сөнки мине уратып алған мөхиттең, туғандарымдың, уҡытыусыларымдың һәм, әлбиттә, әҙәбиәттең роле һанап бөткөһөҙ. Бер яҡтан улар миңә өлгө булһа, ә икенсе яҡтан тормошто яратырға, ҡәҙерләргә, матурлыҡты һөйөргә һәм уға ынтылырға, донъя серҙәрен асырға ярҙам итте, һәм педагог, уҡытыусы, тәрбиәсе булырға юл күрһәтте.

Педагог булыу бик изге һәм яуаплы һөнәр, сөнки ул кешелек алдында баланың, уҡыусының киләсәге, өмөтө, һәләте өсөн яуап бирә, уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль башҡара.

Кем баланы әҙәбиәт, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт менән таныштыра? Кем баланы туған халҡының тарихы, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштыра? Кем уны ысын кеше, ысын шәхес итеп тәрбиәләй? Был, әлбиттә, педагог: уҡыусы тормошоноң ярҙамсыһы һәм иптәше.

Шуға күрә беҙҙең уҡыусылар, йәмғиәт, кешелек алдында яуаплылыҡ бик ҙур. Ә педагогик эшебеҙҙе атҡарғанда беҙ нимәгә таянабыҙ? Бала кешене тәрбиәләүҙә беҙгә нимә ярҙам итә?

Әлбиттә, туған телебеҙ, сөнки кеше үҙ туған мөхитендә генә милли рухлы, аңлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, ҡотло итеп тәрбиәләнә. Ағас тамырһыҙ йәшәй алмаған кеүек, кеше лә үҙ тамырҙарынан айырылып йәшәй алмай. Балаларҙы тәрбиәләүҙә фольклор айырыуса ҙур урын ала. Фольклор улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш – һынауҙар борон – борондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып килгән.

Донъя күләмендә глобализация барғанда, заман талаптарына яраҡлашыу мәлендә, интернет селтәренең үҫешкән дәүерендә балаларҙа милли рух тәрбиәләүҙә, теленә ҡарата ихтирам, хөрмәт, һөйөү булдырыуҙа, уның бар нескәлектәрен аңлатыу, байлыҡтары менән таныштырыуҙа педагогтың роле ифрат ҙур.

Ә быларҙың барыһын да тормошҡа ашырыуҙа миңә әҙәбиәт, сәнғәт һәм тарих сығанаҡтары, халҡым ҡомартҡылары ярҙам итә. Сөнки улар элек-электән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булған. Шуға ла телде әҙәбиәтһеҙ, әҙәбиәтте тарихһыҙ, сәнғәтте әҙәбиәтһеҙ, мәҙәниәтте сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Педагог үҙенең эшмәкәрлегендә шуларҙың барыһын да үрелдереп, милли традицияларға таянып, тығыҙ бәйләнештә ҡулланғанда ғына таҙа рухлы, аңлы, ғәмле, ырыҫлы, моңло, аҡыллы, киң ҡарашлы, әхлаҡлы, белемле шәхес тәрбиәләй ала. Шуның өсөн өҫтәмә белем биреү педагогы яңы технологияларҙы үҙләштереп, алдынғы педагогик тәжрибәләрҙе туплап, системалы рәүештә камиллашыу өҫтөндә эшләргә тейеш.

Мин педагог булыуым менән ғорурланам! Әҙәп-әхлаҡҡа, белемгә, яҡтыға, яңы үрҙәргә әйҙәүсе, заман менән заманды бәйләүсе, уны һәм йәмғиәтте төҙөүсе, ысын кешене, шәхесте тыуҙырыусы уҡытыусы мин!

Минең киләсәктә - үтелмәгән юлдар, таныш булмаған офоҡтар. Башҡортостанымдың һәм халҡымдың киләсәге өсөн хеҙмәт итеү минең изге бурыс.

Категория: Внеурочка
20.01.2018 19:51


Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!