Батырлык дәресе
Максат.
-
Афған, Чечен һуғышы, уның асылы менән таныштырыу
-
Афганстанда, Чечняла хәрби хеҙмәттә булған егеттәргә ҡарата хөрмәт хистәре тәрбиәләү.
Кисә барышы.
1-се алып барыусы: . Хәйерле көн. Хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар. Бөгөн беҙ мәктәпкә Афган демократик еспубликаһынан Совет ғәскәрҙерен сығарыуға 33 йыл тулыуы һәм Совет Армияһы көнө айҡанлы ҡунаҡҡа Афган , Чечен һуғышы ветерандарын саҡырҙыҡ.
Сараны асыу өсөн һүҙҙе филиал етәксеһенә бирәйек.
Моратшин Ф.Ф.
2-се алып барыусы:
Күгебеҙ аяҙ, көндәребез имен булһа, ерҙә иген дә игелә, нефть та табыла, йәндәребеҙ тыныс, табындарыбыҙ мул була. Ә беҙҙең иминлегебеҙҙе һаҡлап, Ватаныбыҙ һағында ҡыйыу йөрәкле, ыласындай ир-егеттәребеҙ тора. Ләкин бөгөн дә доңъя күгенең тыныс булғаны юк әле. Афған, Чечня һуғыштарында шактай ир-егеттәр мәңгегә ятып ҡалды.
1-се алып барыусы: . Һалдат һуғышты һайламай һәм уны иғлан итмәй. һалдат халык һәм Тыуған ил алдындағы бурысын үтәй. Афған ерендә совет һалдаттары, беренселәрҙән булып, халыҡ-ара терроризм менән күҙгә-күҙ осраштылар. Көньяҡ ситләребеҙҙең тыныслығын тәъмин иттеләр. Афганстанда совет һалдаттары беренсе тапҡыр оппозиция көстәренә ҡаршы көрәштеләр, халыҡ хуҗалығы һәм хәрби объекттарҙы һаҡланылар. һуғыш ваҡытында тарихи һәм мәҙәни объекттар емерелмәне. Афганстанда безҙең хәрби көстәр еңмәне лә, еңелмәне лә, ә үҙҙәренең конституцион һәм гражданлыҡ бурысын үтәнеләр.
-
Батырлык.Был ҡупшы һүҙ түгел, Ғәҙилә
Хәтерҙәрҙән тиҙ йыуыла торған.
Мәғәнә - асылында, мәңгелеккә
Күңелдәргә - йәнгә уйыла торған.
-
Ҡайһы тауҙың таштарынан икән
Батырлыҡка һәйкәл ҡуяһы?
Осорҙар еле таштарҙы ла яра,
Тик мәңгелек хәтер ҡаяһы!
-
Батырлыҡ тип күпме һөйләп йөрөмәйек,
Күпме уны күккә күтәрмәйек,
Ише бармы бөйөклектең һалдат
Ҡылған батырлыҡка тиңләрлек?
2-се алып барыусы:
Иғтибар итһәгеҙ, беҙҙең бөгөнгө кисәбеҙҙә һүҙ моң, һагыш, юғалтыу һәм батырлыҡ турында буласаҡ.
-
Ярҙәм һорап күп килделәр беҙгә Нүрзилә
Барыһына ла был ил булышты...
Тик беләһе ине -
Беҙ һуң тағын
Ҡайсы илгә күпме бурыслы?
-
“Интернациональ бурыс”, тинек,
Әллә нимә итеп һөйләнек.
Бурыстырмы ...-
Ниңә меңәрләгән
Кеше йәны менән түләнек?!
-
Йәп-йәш кенә килеш күпме ғәрип -
Әсәләрҙең йөрәк түҙемме?
Бурыс түләр өсөн егеттәрҙең
Аяҡ-ҡулы кәрәк инеме?
-
Илдә ниңә ҡәҙерһеҙләнделәр, Мәүсилә
“Бурыс” түләне бит улар ҙа?
Ахыр сиктә йөрәктәре ниңә
Граната булып ярыла?
-
Интернациональ бурыс имеш,
Табалманыҡ шунан башҡаны.
Ил “бурысы” булып,
Әсирлектә
Газап сигә кемдең баштары?
-
Тағын кемгә күпме “бурыслы” беҙ,
Ниңә белмәй халыҡ?
Бөгөнгө
Яңы быуын егеттәре үҫә -
“Бурыс” түләр өсен түгелме?
1-се алып барыусы: Афганстан. Был ил тураһында 1980 нсе йылдарҙа күпселек кеше дәреслекләрҙәге ҡысҡа ғына мәғлүмәтте укып беләләр: Майҙаны 647 км булган илдә әле 1982 йылда ла автомабиль юлдары ни бары 18 мең сакрым тәшкил итә. Илдә тимер юл бөтөнләй юҡ. 16 миллион халыҡтың ҙур күпселеге ярымкүсмә тормош алып бара. Төп һөнәре – терлекчелек. Кеше хакын тиндәр менән генә бәйләйҙәр. Нигеҙҙә феодализм осорында йәшәгән дәүләткә капиталистик мөнәсәбәт инеп кенә бара.
Бына ошы илгә совет һалдаттары индереү турындағы хәбәрҙе 1979 йылдың 27 декабрендә телевидение буйынса Леонид Ильич Брежнев үҙе хәбәр итә. Беренсе бәрелештәҙдә үк 86 совет һалдаты башын һала.
1980 елда Афганстан ерендә – 1500 гә,
1981 ҙә – 1300 гә,
1982 лә – 2000 гә яҡын совет һалдаты һәләк була, яраланусыларҙың һаны ундарса меңгә етә.
1983 йылда – 1500 гә, 1984 тә - 2400 гә якын совет һалдаты тыуған тупрағына ҡурғаш кәфенлеккә төрөнеп ҡайта.
Фәкәт 1988 йылдың 15 майында ғына сит илдәге граждандар һугышынан совет ғаскәрҙәре сығарыла башлай. Һәм, ниһәйәт, 1989 йылның 15 февралендә һуңғы совет һалдаты Афганстан сиген атлап сыга.
-
... Ил сакырғас, утлы дауыл аша Инсаф
Еңеү яулап алға барҙығыҙ.
Тамуҡ ғазаптары күргәндә лә
Ирҙәр булып ҡалдығыз
-
Ағайҙар! Беҙ һеҙҙең кеүек үк,
Ныҡ уяу булырға әҙербеҙ.
Һәм сеҙгә лайыҡлы алмаштар,
Данлыҡлы һалдаттар булырбыҙ.
-
Эстафета беҙҙең ҡулдарҙа,
Ныҡ, берҙәм сафтарҙа атларбыҙ.
Был изге азатлыҡ байрағын
Һактарбыҙ, һактарбыҙ! Һактарбыҙ!
2-се алып барыусы:
Йыл һайын 11 декабрҙә Рәсәй ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһы биләмәһенә “конституцион тәртип урынлаштырырға” инеүен, йәғни беренсе Чечен һуғышы башланыу көнөн билдәләнә. Быйыл уның 28 йыллығы. Чечен ерендәге һуғыш беҙҙең ил территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң иң ҙур хәрби бәрелеш була. Ауылыбыҙҙың тиҫтәләгән егете чечен ерендә хеҙмәт итеп, һуғыш һәм үлем менән күҙгә - күҙ осраша: Бына улар Әминев Кадир , Хөсәйенев Илдус, Әминев Самат, Тулыбаев Флюр,
-
Ҡурҡытмаҫ ауыр кәртәләр , Байрас
Осраһа ла беҙҙең юлдарҙа ,
Эстафета булыр һәр ваҡыт
Ҡорыстай ныҡ, сыҙам ҡулдарҙа.
-
Һеҙ батыр һалдат булғанһығыҙ,
Мин дә һалдат буласаҡмын.
Һһз тыныс ял итһен тейеп,
Ил сигендә торасаҡмын.
-
Вәғәҙәбеҙҙә ныҡ торорбыҙ,
Үтәрбеҙ ил ҡушҡанды.
Беребеҙ ҙә изге ергә
Ҡул һуҙҙырмаҫ дошманды.
-
Был һуғыштарҙы онытырға хакыбыҙ юҡ.
Сит–ят ерҙә киләсәкте раҫлап,
Башын һалды йәп–йәш ҡыйыу һалдат.
Халыҡ хәтеренән һис бер кем дә
Юя алмаҫ уны, юя алмаҫ.
1-се алып барыусы:
Тыныслыҡ! Донъяла унан да изгерәк нимә бар микән? Тыныслык ул – ата-әсәләрҙең тырыш хеҙмәте, аяҙ күк йөҙө, бер-беребеҙгә булған яҡшылыҡ, беҙҙең яҡшы уҡыуыбыҙ.
2-се алып барыусы:
Илдәр тыныс булһын. Тыуған яҡтарҙан ситкә китергә тура килһә лә, иҫән-һау үҙ яғыбыҙға әйләнеп ҡайтырға яҙһын!.
1-се алып барыусы:
Хөрмәтле дуҫтар! Иҫән ҡайтҡан афғансылар, Чечен Республикаһында хәрби бурыстарын үтәп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ арабыҙҙа йәшәй. Улар беҙҙең арала эшләй, өйләнә, балалар үҫтерә.
Төндәрен улар ҡабат- ҡабат шул һуғышты төштәрендә күрә. Уларҙың хәтерендә бөгөн дә меңәрләгән машиналар яна, дуҫтары , полкташтары һәләк була.
Йылдар уҙа, донъяға яңы быуындар килә. Әммә ҡан ҡойғос һуғыштар тураһында беребеҙҙең дә оноторға хаҡы юҡ!
Хәҙер һүҙҙе уларға бирәйек.
(Уҡыусыларҙың ҡунаҡтарға һорауҙары)
2-се алып барыусы:
Кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерен дә ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә һәләк булған, армия сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән Башҡортостан улдарының яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен!
Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын. Һау булығыҙ!