Просмотр содержимого документа
«Аҡмулланың тормошо һәм ижады»
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла
1831 йылдың декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се
Башҡорт кантоны, Күлиле Мең оло ҫ оноң
(Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.
Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе
Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы - икеһе лә аҫаба башҡорттар.
1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, м ү лдәкә булып таныла.
Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин Аҡмулла мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй.
Әҙип 1895 йылдың 8 (20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле рәүештә һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Аҡмулла - XIX быуат башҡорт поэзияһында үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ т о рмошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән.
Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы ғына баҫылып сыға. Ул 1892 йылда Ҡазанда сыҡҡан “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе ” тигән китап.
Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе - 1904, икенсеһе - 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы 1981 йыл Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыға. Уның китаптары татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе.