СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Фразеологик берәмектәр

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Дәрес планы 6 кластар өсөн.  Тема: Фразеологик берәмектәр.

Просмотр содержимого документа
«Фразеологик берәмектәр»

ТЕМА:ФРАЗЕОЛОГИК БЕРӘМЕКТӘР.

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙы фразелогик берәмектәр төшөнсәһе менән таныштырыу, уларҙы табырға, танырға, ирекле һүҙбәйләнештәрҙән айырырға өйрәтеү. Фразеологизмдарҙың үҙенсәлектәрен, яһалыу юлдарын, һөйләмдә ҡулланышын аңлатыу.

  2. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эш: Телдән һәм яҙып күнегеүҙәр эшләү, һорауҙарға яуаптар биреү.

Теманы ҡулланып, уҡыусыларҙың аң-кимәлен, телмәрен байытыуға булышлыҡ итеү.

  1. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, туған телгә һөйөү, ихтирам уятыу.



Йыуазландырыу: Схмелар, карточкалар, мультимедия.



Дәрес планы:

I.Ойоштороу моменты (1- 2 мин.)

II.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау (8 мин.)

III. Яңы тема өҫтөндә эш.

  1. Темаға сығыу– 2 мин.

  2. Яңы теманы тулыһынса төшөндөрөү, миҫалдар ярҙамында аңлатыу- 10 мин.

  3. Нығытыу өсөн күнегеүҙәр эшләү- 15 мин.

IV. Йомғаҡлау; (4 мин.)

V.Өйгә эш биреү. (1 мин.)

VII. Баһалау (3 мин.)



















Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты:

Уҡытыусы: Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ нисек? Дәрестә кемдәрегеҙ юҡ? Бөгөн беҙ һеҙҙең менән яңы тема үтәсәкбеҙ, барығыҙҙың да актив ҡатнашып ултырыуы һорала. Шулай уҡ, алдан әйтеп ҡуям, кемдә-кем яҡшы ҡатнашып ултыра, уларға ошондай карточкалар таратыласаҡ. Дәрес аҙағында иң күп каточка йыйыусыларға билдәләр ҡуйыласаҡ.

  1. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Үткән дәрестә беҙ «Иҫкергән һүҙҙәр һәм яңы һүҙҙәр » тигән теманы өйрәндек. Уҡыусылар, әйҙәгеҙ ҡабатлап китәйек, нимә ул иҫкергән һүҙҙәр һәм яңы һүҙҙәр? Миҫалдар ҙа килтерегеҙ.

Яуап:Ваҡыт үтеү менән һөйләштән төшөп ҡала барған һүҙҙәрҙе архаизмдар йәки иҫкергән һүҙҙәр тип йөрөтәләр. Телдә яңы барлыҡҡа килгән һүҙҙәрҙе неологизмдар тип атайҙар.

Уҡытыусы: Афарин уҡыусылар! Һеҙ барығыҙ ҙа беләһегеҙ, беҙҙең телмәр һүҙҙәрҙән тора. Аралашыу процессында һүҙҙәр бер-береһе менән төрлө мәғәнәүи бәйләнешкә инә. Мәҫәлән: сәс алыу, сәс буяу, сәс тарау һ.б. Был һүҙбәйләнештәрҙе икесе төрлө үҙгәртеп тә була. (Һүҙ өҫтәп була йәки алыштырып). Үҙгәртеп була торған һүҙбәйләнештәр ирекле тип атала.

Уҡыусылар, әйҙәгеҙ хәҙер таҡтаға иғтибар итәйек.

Аш һалыу

Һауыт-һаба ватыу

Һыуға сумыу

Сәскәләр һатыу

Ҡолаҡ һалыу

Баш ватыу

Уйға сумыу

Ләстит һатыу.



Һәр бағаналағы һүҙбәйләнештәрҙе үҙгәртеп ҡарағыҙ. Мәҫәлән: Һыуға барыу, һауыт-һаба йыуыу, аш эсеү.

Беренсе бағаналағы һүҙҙәр үҙгәрәме? Эйе, үҙгәрә һәм тура мәғәнәлә ҡулланыла. Ә икенсе бағаналағы һүҙҙәрҙе алмаштырһаң, йә үҙгәртһәң нимә күҙәтелә? Эйе, уларҙың мәғәнәләре үҙгәрә, «баш ватыу» һүҙбәйләнеше тарҡалмаған саҡта ғына «уйлау» мәғәнәһен аңлата. Сөнки был һүҙҙәр үҙ-ара мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан ныҡ бәйләнгән, бер бөтөнгә әйләнгән. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ бындай һүҙбәйләнештәр тура мәғәнәлә ҡулланыламы, йә иһә күсмәме? Эйе, афариндар, улар күсмә мәғәнәлә булалар.

Хәҙер дәфтәрҙәрҙе асабыҙ һәм бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуябыҙ. Шулай итеп, фразеологик берәмектәр ике йәки унан күберәк һүҙҙәрҙән тора. Ул һүҙҙәр бер-береһенә мәғәнәләре яғынан ныҡ бәйләнгән була. Уларҙы башҡа һүҙҙәр менән алмаштырып булмай. Мәҫәлән: төп башына ултыртыу фразеологик берәмегенә ингән һүҙҙәрҙе айырып алһаҡ, уларҙың һәр береһе үҙенең төп мәғәнәһен аңлата: төп-ағасты киҫеп алғандан һуң ҡалған өлөшө, ултырыу-берәй әйбер өҫтөнән урын алыу. Был һүҙҙәр бер нисек тә алдау мәғәнәһен бирмәй. Ә уларҙы бергә әйтһәң, тәрән мәғәнәле тапҡыр һүҙҙәр килеп сыға. Шуға ла фразеологик берәмектәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Улар һөйләү йәки яҙыу телмәренең тәьҫирен көсәйтә.

Мәҫәлән: ут йотоу (хәсрәтләнеү), типһә тимер өҙөрҙәй (ғәйрәтле), күккә күтәреү (маҡтау), башы йомро (аҡыллы), күҙ асып йомғансы (тиҙ).

Ә хәҙер китаптарҙың 27-се битен асабыҙ һәм 51-се күнегеүҙе телдән эшләйбеҙ.

Уҡыусылар, иғтибарығыҙҙы таҡтаға йүнәлтегеҙ. Бирелгән фразеологик берәмектәрҙе һәм аңлатмаларын ҡысҡырып уҡыйбыҙ.

  1. Энәһенән ебенә тиклем (ентекле).

  2. Бил бөгөү (ныҡ тырышып эшләү).

  3. Баш күтәрмәй эшләү (бик бирелеп тырышып эшләү).

  4. Аҡылға ултыртыу (һабаҡ биреп дөрөҫ юлға баҫтырыу).

  5. Бер ҡалаҡтан (табаҡтан) ашау (йән дуҫ булып, бер һүҙле булып йәшәү).


Уҡыусылар, хәҙер таҡталағы фразеологик берәмектәрҙең башҡорт телендәге варианттарын табып ҡарағыҙ әле. (Ике тамсы һыу кеүек, этлек итеү, энәләй нәмәне дөйәләй итеү, төймәләйҙе дөйәләй итеү).


Слайдта һөйләмдәр бирелгән, һеҙ шунда төшөп ҡалған фразеологик берәмектәрҙе табып ҡуйығыҙ.

  1. Юлай үткән дәресен … һөйләне. (энәһенән ебенә тиклем).

  2. Малайҙар шау-шыу күтәрә башлағас, Кәрим … (табанын ялтыратты).

  3. Мәсьәлене уҡыу менән төшөнөп алған Салауат … эшләп бөттө. (күҙ асып йомғансы).

  4. Бабай менән әбей был балаға исем эҙләп бик оҙаҡ … (баш ватҡан).


Уҡыусылар, 52-се күнегеүҙе асабыҙ, фразеологизмдарҙың синонимдарын табабыҙ. Һеҙгә күнегеү аҫтында белешмә өсөн һүҙҙәр бирелгән. Мәҫәлән: түбәгә төкөрөп ятыу – бот күтәреп ятыу. (мәғәнә оҡшашлығы).

  1. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөн ниндәй тема үттек? Һеҙ нимәләр аңланығыҙ?

  1. Баһалау: Уҡыусылар, бөтәҙеҙҙә карточкаларҙы һынайбыҙ. Кемдә икәү-өсөү – 4, кемдә дүртәү һәм унан да күберәк – 5 билдәләре.

  2. Өйгә эш биреү: Берәй фразеологизм буйынса альбом битенә һүрәт төшөрөп килегеҙ. Мәҫәлән: Аранан ҡара бесәй үтеү ( дуҫлыҡ мөнәсәбәте боҙолоу). (Между нами пробежала черная кошка).