ТЕСТТАР
Һөйләм киҫәктәре
1-се тест. Билдәләнгән һүҙҙәрҙең ниндәй һөйләм киҫәге икәнлеген билдәләгеҙ.
1)Өфө ҡалаһы бигерәк матур.
1)эйә
2)хәбәр
3)тултырыусы
4)аныҡлаусы
5)хәл
2)Эш менән үткән ғүмер- алтын ғүмер.
1)хәл
2)эйә
3)аныҡлаусы
4)хәбәр
5)тултырыусы
3)Башҡорттарҙа көс һынашыу,таҫыллыҡ,сослоҡ, тапҡырлыҡ талап итеүсе уйындар ҙа киң таралған.
1)тиң аныҡлаусылар
2)тиң эйәләр
3) тиң тултырыусылар
4)тиң хәбәрҙәр
5)тиң хәлдәр
4).Н.Мусин ҡайза, нисәнсе йылда тыуған? Уның ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
5.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыларын яҙығыҙ.
6.Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен һанағыҙ. Улар нисәү.
1.Ҡайһы рәттә һуҙынҡы өндәр генә бирелгән.
1.а,о,у,ы,ө,э,я,ә,е 3.а,о,у,и,ы,я,ү,е,ө
2.а,о,у,ы.е,ю,ү,ә,и 4.а,о,ә,ө,и,э.ы
2.Ҡайһы рәттәге хәрефтәр икешәр өндө белдерә.
1.е,ю,а,и,о,ө,у. 2.е,е,ю,я
3.Яңғырау тартынҡылар ғына булған рәтте күрһәтегеҙ.
1.п,ф,к,ҡ,т,с,ҫ,ш,х,һ,ч,ц,щ 3.б,в,п,ф,г,к,ҡ,т,ш,х,ч,щ
2.б,в,г,ғ,д,ҙ,ж,з,к,т,с,ң,р, 4.Яңғырау тартынҡылар ғына булған рәт юҡ.
4.Хәреф һаны өн һаны менән тап килгән һүҙҙе күрһәтегеҙ.
1.егерме 3.янъялсы
2.таяҡ 4.ашъяулыҡ
5.Хәреф һаны өн һаны менән тап килмәгән һүҙҙе күрһәтегеҙ.
1.тө ньяҡ 3.Юлаев
2.дәрес 4.алъяпҡыс
6.Әйтелеше һәм яҙылышы бер төрлө булып та төрлө мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр ниндәй һүҙ тип атала?
1.омоним 3.ҡушма һүҙ
2.синоним 4.фразеологизм
7.Арттырып һөйләү мәғәнәһен ҡайһы фразе ологизм бирә?
1. ҡараш ташлау 3.берҙе биш итеү
2. баш ватыу 4.ат менгәндәй булыу
8. Алтын һүҙе ҡайһы осраҡта тура мәғәнәһендә ҡулланылған?
1. алтын көҙ 3.алтын туй
2. алтын балдаҡ 4.аҡылың алтын икән
9.Антонимы була алған һүҙҙе билдәләгеҙ
1.март 3.дәрес
2. шатлыҡ 4.ҡәләм