СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Илде иңләп яҙ килә

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«Илде иңләп яҙ килә»

Башҡорт әҙәбиәтенән дәрес.

Тема:

Илде иңләп яҙ килә. М.Кәрим әҫәре буйынса.

Маҡсат:

Яҙ миҙгелен тасуирлаусы шиғырҙар менән таныштырыу, М.Кәрим тураһында мәғлүмәт биреү;Яҙғы матурлыҡты “күрә,ишетә” белеү һәләттәрен, эҙләнеү, сағыштырыу, ижади күҙаллау күнекмәләрен камиллаштырыу; яҙыусы шәхесенә ихтирам тәрбиәләү, яҙ матурлығын эмоциональ ҡабул итеү, тәбиғәт менән һоҡланыу, уға хәстәрлекле булыу сифаттары, күңел сафлығы тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:Презентация, проектор, төркөмдәр өсөн карточкалар, яҙғы күренештәр менән слайдтар, йырлау өсөн караоке яҙмаһы, интернет ресурстар( Шишмә районы Келәш ауылы сайты)

I.Дәресте ойоштороу. Психологик инеш.

Бик күңелле ял иттек,

Дәрес башлана хәҙер.

Беҙ инде матур итеп,

Яуап бирергә әҙер.

II.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.

Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән әкиәттәр темаһын тамамланыҡ. Һеҙ оҡшаған әкиәткә һүрәт төшөрөргә тейеш инегеҙ. Һүрәтегеҙ менән таныштырып, һөйләп үтегеҙ( Күргәҙмә ойоштороу. Тематик стендҡа “3-сө класс уөыусылары ижады” тигән матур баш аҫтында балаларҙың һүрәттәрен эләм) Баһалау. Һорауҙар биреү. Ни өсөн шундай һүрәт яһаның? Ҡайһы яғын был геройҙың үҙеңә алыр инең?

III.”Интеллектуаль ҡаршылыҡ” ситуацияһын тыуҙырыу. Таҡтаға ошо юлдарҙы яҙам:

“Ҡояш бара торғас,еңеп сыҡты,

Ер йөҙөнә ҡарап көлдө ул..”

Уҡыусылар, ә ҡояш кем йәки нимә менәндер алыша аламы ни? Ниңә шағир “еңеп сыҡты ул” тип әйтә? Әлбиттә, ул ҡыш менән, ҡышҡы һыуыҡ көндәр менән алыша. Ә ҡасан була был алыш?Фекерҙе йомғаҡлау.

IV.Уҡыу мәсьәләһен асыҡлау. Беҙ бөгөнгө дәрестә ниндәй темаға һөйләшербеҙ?(ЯҘ)Һәм был теманы шағирҙар ижад иткән шиғырҙарға бәйләп асырбыҙ.

V.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.

1)М.Кәрим тураһында белешмә ( презентация күрһәтәм: бала-сағы, үҫмер йылдары, шағир-яугир, ижад емештәренә бағышланған слайдтар файҙаланам)

М.Кәрим Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһе булған Шишмә районы Келәш ауылында 1919 йылдың 20 октябрендә донъяға килә. Башта ауыл мәктәбендәбелем ала, шунан Өфөлә рабфакта уҡый (рабфак- рабочий факультеттың ҡыҙҡартылған исеме)

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, илебеҙҙе һаҡлау өсөн һуғышҡа китә. М.Кәрим һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Тәбиғәт М.Кәримгә һирәк осрай торған яҙыусылыҡ һәләте бүләк иткән. Ул бер үк ваҡытта шағир ҙа, драматург та, прозаик та( прозаик, драматург һүҙҙәре аңлатыла). Өс йөктө берҙәй тартып килгәноло яҙыусы балалар өсөн дә ижад итте. М.Кәрим 1979 йылда Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ булды.

М.Кәрим- Башҡортостандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм күп кенә премиялары лауреаты. Әбыйыл бөйөк шағир тыуыуға 95 йыл тула. Халҡыбыҙ уны киң билдәләйәсәк.

Бөгөнгө дәрестә беҙ М.Кәримдең “Яҙҙың бер көнөндә” тигән шиғыры менән танышырбыҙ.

2) Шиғырҙы тасуири итеп уҡып ишеттереү.

3) Экранға яҙғы мәл һүрәтләнгән бер нисә пейзаж сыға . Дәрестә уҡыған шиғырға тура килгән пейзажды һайлатыу һәм һурайтып ҡуйыу.

4)Уҡыусылар шиғырҙы уҡый(Үҙ алла, ҡысҡырып, экран янына сығып) Шағир яҙҙың ниндәй мәле тураһында яҙа? Нисек уйлайһығыһ, был шиғырҙы яҙғанда авторҙың кәйефе ниндәй булды икән?

5)Шиғырға анализ.

Шиғырҙы уғығанда һеҙҙең күңелдә ниндәй хистәр тыуҙы?

-Авторҙың кәйефен һүрәтләүсе һүҙҙәрҙе табып уҡығыҙ.

-Шиғырҙың яңғырашына иғтибар итегеҙ, ниндәй өндәр күберәк ишетелә, ни өсөн?( һуҙынҡылар)Был һуҙынҡылар менән көйләп тә булыр инме? Көй ниндәй кәйефте белдерер?

-Шиғырҙың ҡайһы юлдары һеҙгә нығыраҡ оҡшаны? Уҡып күрһәтегеҙ.

Һүрәттәр шиғырҙа шул тиклем тиҙ алышына, был ниңә шулай?

Һығымта яһау: яҙын бөтә тәбиғәттә үҙгәреш тиҙ һәм күп төрлө. Шағир ҙа уларҙы күҙәтеп өлгөрә алмаған кеүек, ҡабаланып һанай.

6) Шиғри юлдарға аңлатма бирҙереү: “..яҙғы елдәр тын ғына тал ботаҡтарын ҡаға”, “тәгәрәп ҡояш сыға”, “сабаҡтар уйнай”

Хәҙерге көндә яҙыусының тыуған яғын күҙ алдына баҫтырыу ҙа ауыр түгел. Был ауылда хөрмәтле яҡташтары менән ғорурланып йәшәйҙәр. Китапханала һәм мәктәптәрендә М.Кәримгә арнналған күп мәғлүмәт урынлаштырылған. Мин һеҙгә лә интернет селтәре аша Келәшкә ҡунаҡҡа барырға тәҡдим итәм.( видеояҙма ҡарау)

VI. Ял минуты.”Яҙ килә”йырын йырлап, бейеү хәрәкәттәре эшләп алыу.

VII.Төркөмдәрҙә эш.

  1. 1-се төркөм дәреслектәге М.Ғафури шиғырын уҡый.

  2. 2) 2-се төркөм дәреслектәге Р.Ғарипов шиғырын уҡый. VIII.

Һүҙлек эше үткәреү: Балалар билдәләгән һүҙҙәрҙе аңлатыу, һүҙлектән табыу.

Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу ярышы ойоштороу.

Бына, беҙ бөгөн яҙ миҙгеленә бағышланған өс шиғыр уҡыныҡ. Әйҙәгеҙ, был шиғырҙарҙы үҙ-ара сағыштырайыҡ, оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләйек.

Төркөмдәргә карточка таратам.

М.Кәрим шиғыры М.Ғафури шиғыры Р.Ғарипов шиғыры....

Болот әҫәре юҡ...

Елдәр тал ботағын ҡаға..

Ҡояш көн буйы йөрөргә сыға..

Турғайҙар талпына...

Гөж килә урам...

Һәр төркәм үҙе уҡыған шиғыр буйынса эшләй.Карточкаға шундай уҡ яҙ билдәләрен шиғырҙан табып яҙа.

Төркөмдәрҙең яуабы тыңлана.



Дөйөмләштереү. Йәмле яҙ менән һоҡланып ҡына ҡалмайыҡ. Бына яҙ етте. Сыйырсыҡтарға оялар яһап эләйек, өй тирәләрен йыйыштырайыҡ. Дәрестә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

Ниндәй пландар ҡорҙоғоҙ?

Өй эше бирең. Баһалау.