СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

История родной деревни

Нажмите, чтобы узнать подробности

История родной деревни на башкирском языке. Полезна при проведении классного часа, шежере-байрам. Воспитывает у обучающихся патриотические чувства, стремление более глубже изучить историю родного края. 

Просмотр содержимого документа
«История родной деревни»

Ишембай районы Ҡанаҡай ауылы тарихы.

Ф. Дәүләтова.


Үҙ тыуған ауылының тарихы менән һәр кем ҡыҙыҡһыналыр, моғайын. Теге йәки был ер-һыу атамаларының, ауыл исеменең ҡайҙан, нимәгә, кемгә бәйләнеп алыныуын, нәҫел-нәсәбенең тамырҙарын юллау – минеңсә, тәбиғи күренеш.

Борон был тарих ата-олатайҙайҙарҙан балаларға телдән-телгә тапшырыла килгән. Йәғни, һәр ауылдың, ырыуҙың үҙ һүҙ оҫталары: сәсәндәре, бәйетселәре булған.

Беҙҙең ауылда ла йор һүҙле Алтынтимер исемле бабай йәшәгән. Ул һәм тағы ла Мифтахетдин Хөсәйенов, Сәхәүетдин Латипов олатайҙар “Таһир һәм Зөһрә”, “Йософ һәм Зөләйха”, “Сал-Сал”, “Сәйетбаттал” кеүек бәйеттәрҙе, һөйләй торған булған. Улар шулай уҡ башҡорттарҙың Торатау буйында нуғай мурҙаларына ҡаршы, Килмәк Нурушев етәкселегендәге баш күтәреүе тураһындағы тарихты ла йыш бәйән иткән. Ололарҙың һөйләүенсә, Алтынтимер бабай үҙенең ун быуын ата-бабаларын белгән. Алтынтимерҙең атаһы Ҡолбулды, олатаһы Кинйәбуҙ, уның атаһы Кинйәғол, Аҡҡусҡар, Байтимер,Таштимер, Ураҙембәт, Тимерғәле, Тимер (Илсетимер) булған. Илсетимерҙең ике игеҙ ҡустылары Ҡанаҡай һәм Елембәт Торатау буйында нуғайҙар менән бәрелештә һәләк булалар. Бына ошо Тимер беҙҙең ауылдың нигеҙ һалыусыһы, йәғни ул ауылға Ҡанаҡай – Елембәт тип ҡустылары хөрмәтенә исем ҡушҡан, тип һөйләй олаталарынан ишеткәнде Алтынтимер бабай.

Торатау буйында булған һуғыштар тураһында Сәхәүетдин бабай ҙа һөйләй торған булған. Тимәк, беҙҙең ата-бабалар нуғайҙар иҙеүенән ҡотолор өсөн һәр саҡ көрәшкә күтәрелгән.

Тимер , Тәтегәс бей, Аҙнай, Ҡармыш бейҙәр менән бергә Иван Грозный батшаға Русь дәүләтенә ҡушылырға теләп Казанға барғандар. Тәтегәс бей яҙып ҡалдырған ”Юрматы” ырыуы шәжәрәһендә шулай тип әйтелә. Шуға күрә Тимерҙе “илсе” ялғауы ҡушып Илсетимер (Илсектимер) тип йөрөтә башлайҙар.

Илсетимерҙең тап беҙҙең ауылдан булыуы яҙма сығанаҡтар менән раҫланмаһа ла, тиелә Хисмәт бабайҙың яҙмаларында, уның ошо тирәнән булыуы факт. Юҡҡа ғына беҙҙең волость Илсектимер(Ильчектимерская) волосы тип йөрөтөлмәгәндер.

Иван Грозныйҙан грамоталар алып ҡайтҡас, Торатау буйына халыҡты йыйып, был турала хәбәр итәләр. Халыҡ шатланып ҡабул итә, байрам-бәйге ойошторола. Шул ваҡыттан алып, май айының тәүге йома көндәре тирә- яҡта йәшәгән халыҡ Торатау янына килеп, тау башына менеп, байрам итеү йолаға әйләнгән. Башҡорттар Русь дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылыусы тәүге халыҡ булған. Йәғни, Русь дәүләтенең Россияға әйләнеүенә (федератив ҡоролошҡа) нигеҙ һалыусы беҙҙең ата- бабалар. Килешеү төҙөлгәс, тимәк ике яҡтың да мәнфәғәте күҙәтелә: һалым түләү шарттары (көс етерлекме-юҡмы), ерҙең сиктәрен теүәл билдәләү, дин тотоуға иреклелек – барыһын да иҫәпкә алғандар. Ата – бабаларыбыҙҙың тәрән аҡылына, алдан күрә белеүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ундай ҙур яуаплылыҡ алыу өсөн күпме икеләнеүҙәр, халыҡтың киләсәге өсөн борсолоуҙар, ризаһыҙлыҡтарҙы еңеп сығырға кәрәк булғандыр.

Нисек кенә булмаһын, башҡорт халҡының һаҡланып ҡалыуы, әлеге көндә Русь дәүләтенә үҙ теләге менән ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итергә әҙерләнеүебеҙ ата-бабаларыбыҙҙың дөрөҫ юлда булыуҙарын раҫлай.


1734 йылда Башҡортостанға Рәсәй сенатының обер-секретары Кириллов һәм уның ярҙамсыһы полковник Тевкелев етәкселегендәге экспедиция килеп төшә. Экспедицияның юлы беҙҙең тирәнән ( Ногай даруғаһы) уҙа. Башҡорттар экспедицияға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә. Баш күтәреүселәрҙең етәксеһе булып старшина Килмәк Нурушев тора.

Әлбиттә батша ярандары был восстаниены аяуһыҙ баҫтыра башлай. Бигерәк тә полковник Тевкелев яуызлаша: Ағиҙел, Ашҡаҙар, Нөгөш, Һәләүек йылғалары буйлап баш күтәргән башҡҡорттарҙы ҡыуалар. 1736 йылдың йәйендә Торатау буйындағы бәрелеш ҡан ҡойғос була: 3 июлдән 8 июлгә тиклем 5 көн эсендә 202 кеше үлтерелә, 30- лап кеше тереләй ҡолғаларға ултыртыла, 12 ауыл , шул иҫәптән беҙҙең ауыл да яндырыла.

1850 йылғы 9 –сы ревизия материалдары буйынса Ҡанаҡай – Елембәт ауылында бөтәһе 201 ир, 212 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.

1914-1917 йылғы һуғыш алдынан ауылда бөтәһе 182 йорт булып, 800 –гә яҡын кеше йәшәгән.

1812 йылғы Ватан һуғышында беҙҙең ауылдан ун ике кеше ҡатнаша.


Граждандар һуғышы осоронда беҙҙең ауыл кешеләре бик күп яфаларға дусар ителә. Ололарҙың һөйләүенсә, халыҡҡа аҡтар килһә лә , ҡыҙылдар килһә лә тынғы булмаған. Ауыл берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә: 1918 йылдың 15 июлендә Стәрлетамаҡҡа аҡ чехтар бәреп инә, 16 июлдә ҡыҙыл ғәскәр тирә-яҡ ауылдарҙа, шул иҫәптән Ҡанаҡайҙа урынлаша. 18 июлдә беҙҙең ауылға ла аҡ чехтар килеп инә. Нурмөхәмәтов Нурдәүләт ( Нуртай) тигән ауылдаш улар тарафынан үлтерелә.

1918 йылдың декабрендә ҡыҙылдар ауылды аҡтарҙан таҙарта. Әммә апрель баштарында бөтә өйәҙ тағы колчаксылар ҡулына күсә.

Май аҙаҡтарында ғына Ҡыҙыл Армияның регуляр ғәскәре колчаксыларҙы ҡыуып сығара ала. Улар Вәлиулла мулланы, Ғәбделлатиф Ғәбделвәхитов, Носратдин Кинйәбаевты 2 июнь көндө ата, ә 3 июнь ауылға өс яҡлап Колчактың кавалерияһы бәреп инә - уларҙы Вәлимулланың улы Нәғим Уразаев атаһының үсен алыр өсөн килтерә.

Ике йылдан һуң ғына ниһәйәт, ил бер ни тиклем тыныслана: совет власы ныҡлап урынлаша. Әммә 1921 йылғы аслыҡ, холера ауырыуы бик күп кешеләрҙе ҡыра.


Ауылда ул заманда мәктәп булмай: малайҙарҙы Шәрифҡол бабай, ҡыҙҙарҙы Миңһылыу абыстай өйҙән-өйгә йөрөп уҡыта. Ҙурыраҡтар Стәрлетамаҡта мәҙрәсәлә уҡыйҙар.

Беренсе ысын уҡытыусы булып ауылға Солтан Яппаров килгәс кенә хәлдәр яҡшыға үҙгәрә. Ул ололарҙы ла уҡырға ,яҙырға өйрәтә, ауылдаштар уны бик хөрмәт итәләр. Солтан Яппаров беҙҙең ауылда ун алты йыл уҡыта. Уның уҡыусылары араһынан ауылыбыҙҙың билдәле шәхестәре сыға.

Тәүге колхоз 1929 йылда төҙөлә. Әммә ул тарҡалып 1930 йылда ауылдың актив кешеләренән генә (ун һигеҙ) торған яңы“Ҡыҙыл таң” тигән колхоз төҙөлә.

Колхоз рәйесе – Төхвәтуллин Муллағәли, хисапсы – Абыҙгильдин Сәғит, ревизия комиссияһы рәйесе –Кәримов Ғизетдин, Баймөхәмәтов Хәйбулла була.

Бөтәһе ун ике ат, биш һөрән, һигеҙ тырманан торған хужалыҡ ҡорамалдары менән беренсе сәсеүҙе үткәрәләр. Бәхеткә күрә, уңыш бик матур була: һәр колхозсы хеҙмәт көнөнә 90-100 бот иген ала. Быны күреп, киләһе йылына бар ауылдаштар ҙа тиерлек колхозға керә.

Ошо ваҡыт райондар балыҡҡа килә: беҙҙең ауыл Маҡар районы Әхмәр ауыл советына.ҡарай,

1934 йылда Төхвәтуллин Муллағәли үлеп ҡала, уның урынына “Восток”тан Павел Кузнецов тигән кеше ҡуйыла. Ул бик аҡыллы, кешеләрҙең ихтирамын ҡаҙанған етәксе була, һуғыш башланғас үҙе теләп фронтҡа китә.


Мин был материалдарҙы хөрмәтле ауылдашыбыҙ Хисмәтулла Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтовтың “Ауылдың барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы “ тигән хеҙмәтенән алдым. Ул башҡорт теленә, тимәк башҡорттарҙың тарихына ла бөгөнөгөләй иғтибар булмаған саҡта, 1970-1977 йылдарҙа ауыл тарихын яҙырға була. Быға уны ауылдаштар ҙа дәртләндерә.

Бер саҡ Хисмәтулла ағай менән ҡустыһы Яҡуп Ҡолмой араһында шундай һөйләшеү була:

  • Ҡустым, беләһеңме нәмә, нисектер ауыл тарихын, шул ыңғайҙан Ҡолмөхәмәтов –Баймөхәмәтовтар ырыуын, уларҙың ҡайҙан килеп сығыуын яҙғы килеп китте. Әгәр теүәлләп булһа, был яҙма ауыл өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә, тарих өсөн дә бик кәрәкле хеҙмәт булыр ине.

Якуп ағай әлбиттә уны хуплай.

Әммә 1980 йылда Хисмәт Хәйрулла улы вафат була. Ҡульяҙмаларҙы байтаҡ ваҡыттан һуң Яҡуп Ҡолмой табып, машинкала баҫтырып туғандарға тарата.Бер экземпляры - мәктәптә. “Әгәр ошо ҡулъяҙмаға ҡатнашы булмаған ағай-эне, нәҫел-нәсәп, ауылдаштар беҙҙән һуң да үҙҙәрендә булған үҙгәрештәрҙе, тарихта ҡалырлыҡ ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы матур һәм йыйнаҡ итеп теркәһә, ауылыбыҙҙың тарихы һаман байый барыр ине. Был изге теләк кемде генә булһа ла елкендермәй ҡалмаҫ. Алдан уҡ мин ундай мәрхәбәтле дуҫ-ишкә, туған-ырыуға ысын рәхмәтемде әйтер инем” ,- ти Яҡуп Ҡолмой. Уның һүҙҙәре беҙҙең өсөн васыят булып яңғырай.


2007 йыл.