СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Как создать буктрейлер?

Нажмите, чтобы узнать подробности

В статье говорится о создании буктрейлера для урока башкирского языка и литературы на произведение народного писателя Республики Башкортостан З.Биишевой.

Просмотр содержимого документа
«Как создать буктрейлер?»

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле коллегалар!

Буктрейлер төҙөү тураһындағы сығышымды буштан бушҡа алманым. Сөнки был эш алымы популярлаша бара, һәр төрлө гаджеттар менән файҙаланған уҡыусылар араһында ҡыҙыһыныу ҙа арта бара. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған республика конкурстарында ошо буктрейлерҙар буйынса номинациялар, хатта айырым конкурстар ҙа булдырылды. Мәҫәлән, әле Биишева уҡыуҙары конкурсы старт алды. Бына шунда бер номинация З.Биишева әҫәре буйынса буктрейлер төҙөү тип атала һәм беҙ унда эшебеҙҙе ебәрҙек тә. Сөнки беҙҙең конкурс эше тап З.Биишева китабы буйынса ине.

Шулай итеп, нимә ул буктрейлер? Буктрейлер инглиз теленән «бук» (вook) - китап, «трейлер» (trailer)- китаптың иң сағыу мәлен яҡтыртҡан ҡыҫҡа видеояҙма (реклама) тигәнде аңлата. Был, тәү сиратта, әҫәрҙең сюжет һыҙығына геройҙарына иғтибар йәлеп итерҙәй, ҡыҙыҡлы реклама булырға тейеш.

Буктрейлер төҙөү – китапты заманса күҙаллау, уның видеоформаттағы аннотацияһы ул. Уны ҡарағас, кешелә китап уҡыу теләге уянырға тейеш. Икенсе төрлө әйткәндә, ул китаптың йөкмәткеһен түгел, ә уға ҡарата үҙ фекерен йөрөтә, интрига һаҡлай, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра.

Шуны әйтергә кәрәк, буктрейлер төҙөгәндә иллюстрацияға бай булған, йәки уның буйынса кино төшөрөлгән йә спектакль ҡуйылған, картина яҙылған китап-әҫәр һайларға кәрәк.

Мин шуға ла буктрейлер өсөн Зәйнәб Биишева әҫәрен һайланым. 2018 йылда «Китап» нәшриәтендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының «Дуҫ булайыҡ» повесы башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе. Ҙур форматта нәшер ителгән яңы баҫма сағыу һүрәттәр менән иллюстрацияланған.

Зәйнәб Биишева – әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр яҙған күренекле прозаик. Үҫмер балалар тормошон сағылдырған «Дуҫ булайыҡ» повесы төрлө милләт балаларының яратып уҡыған әҫәренә әүерелде. Был әҫәрҙе һайлағанда мин социаль педагог күҙлегенән дә ҡараным. Был повесть бөгөнгө көндә лә үҙенең идея-тематикаһы менән көнүҙәк булып тора. Әҫәрҙә үҫмер балалар тормошо, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте, уй-кисерештәре, донъяға ҡараштары сағылдырыла, дуҫлыҡ ҡәҙере аңлатыла. Уйлап ҡараһаң, бер-беребеҙҙе аңламағанлыҡтан бик күп хаталар ебәрәбеҙ. Ысын дуҫлыҡ ҡына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин дә уҡыусыларымдың киләсәктә аҡыллы, тырыш булыуҙарын, дуҫтарының ҡәҙерен белеүҙәрен, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалыуҙарын теләйем.

Ошо буктрейлерҙы ҡарап, бер генә уҡыусы “Дуҫ булайыҡ” повесын уҡып сыҡһа, мин маҡсатыма ирештем тигән һүҙ. Мәктәбебеҙҙә төрлө милләт балалары уҡыуын күҙ уңында тотоп, уны башҡорт һәм рус телдәрендә эшләнем. Тимәк, уҡыусылар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ уны ҡарап, аңлаясаҡ. Башҡорт теле йылында, минеңсә, бындай буктрейлерҙарҙы күберәк төҙөргә кәрәк, тип уйлайым.

Шулай итеп, эште нимәнән башлайбыҙ?

  1. Иң элек уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра алырлыҡ, матур иллюстрациялар менән һуғарылған, йә шул китап буйынса кинофильм төшөрөлгән китап табырға кәрәк.

  2. Китапты тулыһынса уҡып сығыу мөһим, геройҙарын, ваҡиға барған урындарҙы, даталарҙы яҙып алырға мөмкин. Унда барған сюжет һыҙығын бер еп һымаҡ теҙеп һалып, шуны эстән генә, уҡыусыларға еткерә торған урындарға бүлеп сығыр кәрәк. Был осраҡта буктрейлерҙы уҡыған йәки ҡараған кешелә интрига тыуырға, китапҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу артырға тейеш.

  3. Видеояҙма эшләргә кәрәк, уның минуты бер-ике минуттан артырға тейеш түгел. Хәҙерге ваҡытта барыбыҙ ҙа быны эшләргә өйрәндек. Уның ниндәй генә төрлө программалары юҡ! Кем нисек өйрәнгән, шулай дауам итергә була. Шуныһы бар: яҙмала автор тауышы булырға мөмкин. Уныһы инде һеҙҙең фантазияға бәйләнгән.

  4. Минең осраҡта, бөтә компьютерҙарҙа булған Power Pount – презентациялар-слайдтар яһай торған программа ҡулланылған. Шулай итеп, беренсе сиратта презентация эшләйбеҙ. Тәүге битендә китаптың исеме, авторы булырға тейеш. Слайдтың аҙағында Мин был китапты уҡырға кәңәш итәм, шундай магазиндан, тегендәй китапханан барып алығыҙ, тигән яҙма булһа, эштең маҡсатын үтәнек, тип иҫәпләнә.



ПРЕЗЕНТАЦИЯ ҠАРАУ



  1. -Бына шулай 7-8 биттән артмаған презентация төҙөгәс, -берәй күңелле генә музыка табып әҙерләп ҡуйырға кәрәк, ул компьютерҙа булырға тейеш.

  2. Презентация төҙөгәндә ҡарауы ҡыҙыҡлы булһын өсөн, һәр төрлө анимациялар ҡулланырға була.

  3. Шунан ВСТАВКА тип аталған командаға инеп, музыка тигән төймәһенә баҫабыҙ. Унда барлыҡ биттәргә лә ҡуйырға тигәнен һайлайбыҙ.

  4. Унан һуң НАСТРОЙКИ ВРЕМЕНИ тигән интерфейсҡа инеп, ул ПОКАЗ СЛАЙДАла урынлашҡан, ваҡытын ҡуябыҙ, кеше уҡып өлгөрөргә тейеш.

  5. Һәм иң аҙаҡҡы эш – уға исем биреп – һаҡлау. Демонстрация тиганде һайлайбыҙ. Уңыштар һеҙгә!