СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 27.07.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

КИМ по башкирскому языку.(8 класс)

Нажмите, чтобы узнать подробности

КИМ по башкирскому языку для учащихся 8 класса.

Просмотр содержимого документа
«КИМ по башкирскому языку.(8 класс)»





Аңлатма яҙыу

Белемде, фәнни һәм сәйәси мәғлүмәтте үҙләштерә алыу өсөн, танып белеү эшмәкәрлеген үҙ аллы башҡарырға, шул уҡ ваҡытта уларҙы ғәмәлдә ҡуллана белеү күнекмәләренә лә эйә булырға кәрәк. Бына шуға ла дөйөм белем биреү мәктәптәрендә әсә теле буйынса программа билдәләгән күләмдә мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү, уларҙы ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү, шулар нигеҙендә үҙ аллы танып белеү, уҡыу, яҙыу эшмәкәрлегенә әҙерләү, уҡыусыларҙың һөйләү оҫталығын үҫтереү маҡсаттарында дәрестә контроль диктанттар яҙҙырыла.

6 класс өсөн “Туған (башҡорт) теле” буйынса контроль-үлсәү материалдары Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Башҡорт теле:(V-XI кластар өсөн) төҙөүсе В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин.- Өфө “ Китап”, 2017 программа, Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы:(Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Атнағолова С.В.– Өфө, “Китап”, 2009.) 5-9 класс уҡыусылары өсөн ҡулланмаһына нигеҙләнеп төҙөлдө.

Контроль эштәр


Исеме

Дата

1

Ҡышлаусы ҡоштар”

14.01

2

Бал”

27.05
























Контроль диктант№ 1

Ҡышлаусы ҡоштар.

Ҡыш. Бөтә ерҙә ап-аҡ ҡар һырынтылары.Урман тып-тын, ул уйға сумған төҫлө.Ҡар аҫтында һығылған ағастар әкиәттәге кеүек булып ҡалғандар.

Ғинуар беҙҙең яҡта бик ҡаты була,һалҡындар хатта 40градустан да уҙып киткеләй.Ыжғыр буранлы көндәр күп. Ел һыҙғыра, олой, ҡоторона, ләкин ул ҡапыл туҡтай.Һыуыҡ йомшара,тағы ла тынлыҡ урынлаша.

Тәжрибәле натуралист һәр саҡ ҡарҙа ҡышҡы йән эйәләренең эҙҙәрен таба.Бына ҡар өҫтөндә дегәнәк баштары туҙҙырылған,бында ҡарабаш турғайҙар ем эҙләгән.

Сел,һуйыр,ҡор кеүек ҡоштар сатлама һыуыҡтар үткәнен тәрән ҡар эсендә көтәләр.Тик һайыҫҡан,ҡарға,турғайҙар ғына көслө һыуыҡтарға бирешмәйҙәр,улар кеше йәшәгән урындарға яҡыныраҡ киләләр.Сөнки бында аҙыҡ табыуы еңелерәк уларға.Поляр өкөһө төньяҡта йәшәй, ә ҡышын беҙгә күсеп килә.

Башҡортостанда 70-тән артыҡ ҡош ҡышлай. Һеҙҙә ниндәй ҡоштар ҡышлай? Уларға һеҙ нисек ярҙам итәһегеҙ? (“Совет Башҡортостаны”)




















Контроль диктант№ 2

Бал.

Боронғо Грецияның атаҡлы математигы Пифагор балдың кеше ғүмерен оҙайтыуы тураһында яҙып сыҡҡан.Үҙе лә балды йыш ашаған һәм 90 йәшкә тиклем йәшәгән.

Шулай уҡ боронғо грек философы Демокрит та 100 йылдан артыҡ йәшәгән.Ул да балдың сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын әйткән. Атаҡлы табип Әбуғалисина йәшлекте һаҡлау өсөн бал ашарға кәңәш иткән.

Юҡҡа ғына әйтелгән һүҙҙәр түгел былар.Балда 60-ҡа яҡын төрлө матдә бар.Балдың бөтә сорттарында ла глюкоза менән фруктоза күп.Ә улар-йөрәк мускулдарының нормаль эшләүе өсөн бик кәрәк матдәләр.

Бал витаминдарға ла бик бай.Уны һыуҙа иретеп,шуның менән ауыҙ сайҡайҙар.Һөҙөмтәлә күп кенә микробтар юҡҡа сыға.

Бал менән ашҡаҙан ауырыуҙарын да дауалайҙар. Йоҡлай алмағанда ла ,балдың файҙалы булыуы билдәле. (“Пионер”)



Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!