СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до 03.06.2025

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

"Әлифба" байрамы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Просмотр содержимого документа
«"Әлифба" байрамы»

Тема: Әлифба байрамы.

Маҡсат:

Балаларҙың алған белемен, өн-хәрефтәрҙе нисек үҙләштеререүен күрһәтеү;

Белем алыуҙың ни тиклем кәрәклеген аңлатыу;

Йыр-моңға, китапҡа һөйөү тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: плакаттар, презентация.

Байрам барышы.

 Зал байрамса биҙәлгән. Таҡтала  “Рәхмәт һиңә, Әлифба!”, “Һаумы, Әҙәби уҡыу!” плакаттары. “Әлифба” йыры яңғырай.

 

-Бөгөн беҙҙең мәктәптә бик ҙур байрам-ҡәҙерле Әлифба менән хушлашыу көнө. Әлифба-һеҙҙең белем илендә яулаған тәүге бейеклектәрегеҙ ул , балалар. Ул һеҙҙе уҡырға, яҙырға, шиғыр һөйләргә, рәсем төшөрөргә, уйнарға өйрәтте. Балалар һеҙҙе ошо гүзәл байрамығыҙ менән ҡотлайым. Балалар, һеҙҙең уңыштарығыҙ беҙҙе сикһеҙ шатландыра.

-Кем һеҙҙе уҡырға өйрәтте ?

-Уҡытыусыбыҙ.

-Һеҙгә тағы кемдәр уҡырға ярҙам итте ?

-Ата-әсәйҙәребеҙ һәм туғандарыбыҙ

-Тағы кемдең ярҙамы ҙур булды ?

-Әлифба ярҙам итте.

-Ә ҡайҙа һуң ул беҙҙең Әлифбабыҙ? Ниңә күренмәй? Әйҙәгеҙ, әле уны саҡырайыҡ.

-Әлифба, әлифба, һин ҡайҙа, тиҙерәк кил!

Әлифба килеп инә


Аделина Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, ҡәҙерле уҡыусылар!

Күскәнме был залға донъяның бар йәме?

Күңелдәр түрендә – Әлифба байрамы!

Был матур байрамға ҡушыл, дуҫ, әйҙә әле,

Донъяны гөрләтһен Әлифба  байрамы!


Аделина Эйе, бөгөн беҙҙә ҙур байрам  - Әлифба байрамы. Әле яңы ғына мәктәп ишеген асып кергән уҡыусыларыбыҙ бөгөн беренсе еңеүҙәрен байрам итәләр.

Ғәҙел. Әлифба, Әлифба,

Беренсе битеңде

Асҡан көн хәтерҙә

Ҙур байрам шикелле.

Иштуған

Ҡыҙыҡ әкиәтте,

Уҡыуы рәхәт,

Рәхмәт,Әлифба,

Һиңә ҙур рәхмәт.

Айсинә.

Хәрефтәр бик матур

Һүҙҙәргә әйләнде

Һүҙ төҙөп уҡыуы

Ҡыҙыҡлы күңелле.

Арслан.

Ниндәй күңелле

Хәреф белеүе.

Шул хәрефтәрҙән

Һүҙҙәр төҙөүе.

Гөлсибәр.

Беренсе сентябрь көнө

Мәктәпкә башлап килдек.

Ярты йыл ваҡыт үтмәне,

Уҡып, яҙырға белдек.

Арсен.

Иң яҡын дуҫыбыҙ

Булдың һин гел беҙҙең.

Һәр хәреф йылмайып

Әйтте үҙ исемен

Айсилә.

Баҫҡысҡа баҫып,

Юғары менәм.

Фән нигеҙенең

Серҙәрен беләм.

Аяз.

Белдем, Әлифба –

Телдең асҡысы.

Белем иленең

Тәүге баҫҡысы.

Иҙел.

Хәзер, әсәй, ҙур үҫтем,

Уҡый яҙа беләмен.

Әлифбаның биттәрен,

Яттан һөйләп бирәмен.

Йыр “Әлифба”.

1.Һәр партала иң уртала,

Әлифба тигән китап

Һүрәттәре бигерәк күп,

Алып ҡарайбыҙ ҡат-ҡат.

      Белем донъяһына ишек,

      Әлифба тигән китап

      Рәхмәт әйтеп, йыр йырлайбыҙ.

      Ошо китапҡа атап.

2.Уҡытыусы әлифбанан

Беҙгә хәреф өйрәтә.

Таҡтаға яҙып күрһәтә,

Шунан ҡабат өйрәтә.

3.Һыҙыҡтарҙан, ырғаҡтарҙан

Тора икән хәрефтәр.

Хәрефтәрҙән һүҙ төҙөргә

Өйрәнәбеҙ дәрестә.

Иҙел

Рәхмәт әйтәм уҡытыусыма,

Астығыҙ күҙҙәремде

Бал ҡортолай хәрефтәрҙән

Йыям кәрәҙ-һүҙҙәремде.

Мин

Бер хәрефте икенсегә

Тырыша, тырыша ялғайбыҙ.

Һүҙ артынан һүҙ теҙелә

Артта тороп ҡалмайбыҙ.

Айсилә

Әлифба тигән китапты

Ҡулыбыҙға алғайныҡ

Серле хәрефтәргә ҡарап

Бик аптырап ҡалғайныҡ.

Арсен

За окном снежинки вьются

Мы умнеем с каждым днем.

Нынче праздник в 1 классе –

«Прощание с букварём».

Гөлсибәр

А, ә хәрефен танырға

Уҡытыусым өйрәтте

Тик хәрефтәр шаян икән

Тыңлашмайса йөҙәтте

Арслан

Ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең

Ҡуймағыҙ һеҙ үпкәләп

Шыма итеп уҡырға ла

Өйрәнербеҙ  бергәләп.

Айсинә

Тел асҡысы – әлифбаға

Бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ

Тырышып, матур уҡырға

Һүҙ бирәбеҙ бөтәбеҙ.


Иштуған

Әсәй һүҙен ижекләһәң

Ә һәм сәй килеп сыға

Сәй ярата шул әсәйҙәр

Эй көлдөк инде шуға.

Ғәҙел

Хәҙер инде бөтәбеҙ ҙә,

Хәрефтәрҙе беләбеҙ.

Матур, яғымлы һүҙҙәрҙе

Аҡ ҡағыҙға теҙәбеҙ.

  Әсәйҙәр, беҙ һеҙҙе яратабыҙ!

Һеҙҙең өсөн йыр.

1.Әсәйҙәр йылмайғас

Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергән

Аштарҙа тәмлерәк.

2. Әсәйҙәр яратҡас

Шат беҙҙең йөҙөбөҙ

Әсәйҙәр булғанға

Бәхетле бөгөн беҙ.

3. Әсәйҙәр бер генә

Ҡәҙерен беләйек.

Йөрәктең йылыһын

Уларға бирәйек.

4.Әсәйҙәр йылмайғас

Өй эсе йәмлерәк.

Әсәйҙәр бешергән

Аштарҙа тәмлерәк.

Байрамығыҙ менән ҡотлайым, һеҙгә һаулыҡ, тәүфиҡ, бәхет теләйем. Мин һеҙҙе тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәттем. Һеҙҙең алда ҙур, бейек фән тауы бар. Шул тауҙың башына менер өсөн тырышып уҡырға кәрәк.

Дуҫтарым, һеҙҙең ҡаршыла

Фән тауы балҡып тора.

Уның үренә ҡыйыуҙар,

Тырыштар ғына етә.


Ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирегеҙ әле.

-Өфөнөң уртаһында нимә тора? (ф хәрефе)

-Июнь һәм июль нимә менән бөтә? (ь хәрефе)

-Башҡортостандың ҡайһы районы оса? (күгәрсен)

-Урманға нимә менән баралар? ( юл менән)

-Һыйыр ни өсөн ята? (ултыра алмағанға)

-Ҡара бесәй ҡасан өйгә инә? (ишек асыҡ булғанда)

-Машинаның ниндәй тәгәрмәсе әйләнмәй? (запасной)

-Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй? (ҡоро ергә баҫа)

-Кәзә ете йәше тулғас ни эшләй? (8-гә китә)

-Таш һыуҙа ниндәй була? (еүеш)

-Ҡоштар нимәлә оса? (һауала)

Афарин уҡыусылар !

Ҡулдар сабып алҡышларға

Әсәйҙәр булығыҙ әҙер.

Бына тигән йырсыбыҙ

Йырларға сыға хәҙер.

Тик һеҙҙең өсөн йырлай, Гөлсибәр. “Ике биҙрәм”.

1. Ике ҡулымда

Ике биҙрәм.

Ашығып ҡына

Һыуға йүгерәм.

Ҡайта һалайым

Ҡайнатайым сәй.

Эштән ҡайтырҙар

Атай һәм әсәй.

2.Аяҡтарым эй

Ҡабаланалар.

Юлға ике эҙ

Һалып барадар.

3. Өйҙә икебеҙ

Ҡустым һәм үҙем.

Тик юлда ғына

Бит ике күҙем.


Математиканан белемдәрегеҙҙе тикшерәйек.

1)Дилә бөгөн түтәлдән

Индергән 6 һуған

2 ашҡа һалғас

Нисәүһе тороп ҡалған.(4)

2) 2 әтәс кәртәлә

Йыр башланы иртәлә.

Уға ҡушылды өсәү,

Бөтәһе булыр нисәү? (5)

3) Светофорҙың күҙҙәре

Йәшел, һары һәм ҡыҙыл.

Төҫтәрҙең һанын белһәң

Китә алырһың ары.(3)

4) 6 ташбаш, 3 суртан

Тотҡан балыҡсы Файыҡ.

Иҫәпләгеҙ балалар,

Бөтәһе күпме балыҡ (9)

5) Бер имәндә 3ботаҡ, ботаҡ һайын 3 алма. Бөтәһе нисә алма?

-Афарин уҡыусылар! Бик яҡшы беләһегеҙ икән, киләсәктә лә тырышып уҡығыҙ.

Тырыш булығыҙ уҡыуҙа,

Тырышты һөйә белем.

Халҡым шатланһын һеҙгә,

Ҡыуанһын, Тыуған илем.

Әлифба йыры

1.Эй әлифбам, һин тәүге фәндәрҙең

Тәүге баҫҡысы.

Һин ҡәҙерле, һин туған телемдең

Алтын асҡысы.

Уҡырға ла өйрәттең,

Яҙырға ла өйрәттең,

Һин ҡәҙерле, һин туған телемдең

Алтын асҡысы.

2. Эй әлифбам, һин ҡулымда балҡыйһың

Бер нур булып.

Һәр баланы ҙур бәхеткә илтеүсе

Аҡ юл булып.

3. 1-се куплет ҡабатлана.


Ишек шаҡыйҙар. Кем бар унда? Инегеҙ!

Почтальон инә.Шайморат.

Балалар, мин һеҙгә телеграмма алып килдем. Уҡып ишеттерәйем! Телеграмманы Туған тел ебәргән икән «Тиҙҙән килеп етәм».

Бергә. Рәхмәт, рәхмәт, Туған тел

Бик һағындыҡ, тиҙерәк кил!

Аделина.. Балалар, мин үҙемә алмашҡа Туған телде ҡалдырам. Уны тырышып уҡығыҙ. Ҡәҙерле балалар, мин китәм хушығыҙ,

Аҡыллы булығыҙ гел «5» кә уҡығыҙ

Бергә. Рәхмәт һиңә, Әлифба!

Һау бул, һау бул , Әлифба!


.

Әйҙә, рәхим ит, Туған тел!

ХОР: Эй туған тел, эй матур тел

Атам-әсәмдең теле.

Донъяла күп нәмә белдем

Һин туған тел арҡылы.


“Кире-мире” уйыны.

Аҡ (ҡара), бөгөн (иртәгә), бейек (тәпәш),ҙур (бәләкәй),йыуан (нәҙек),матур (насар),көн (төн), күк (йәшел).

Афарин, балалар.

Оялсан ғына баҫып

Бейеп килгән булалар.

Күңелдәрҙе күтәрә

Үҙебеҙҙең балалар.

Ҡыҙҙар башҡарыуында “Батмус” бейеүе.


Һандуғастың һайрауына

Ауыр һулама дуҫым.

Һандуғасҡа моңло итеп

Үҙем ҡуштым һайрарға.

Йырсыбыҙ һеҙҙең алда! “Өләсәйем” Айсилә.

Өләсәй.

1.Өләсәйем ветеран,

Уға хөрмәт,уға дан.

Ятһа ул ял итергә,

Мин шауламайым бер ҙә.

2. Өләсәйем уянғас

Мине арҡамдан һөйә.

Яйлап ҡына беҙ

Икәүләп сәй эсәбеҙ.

3. 1-се куплет ҡабатлана.


Яндырып баҫығыҙ, өҙҙөрөп баҫығыҙ,

Сәсрәп китһен осҡондар.

Һеҙ бейегәнде ғүмергә

Иҫтәрендә тотһондар.

Бейеүселәр һеҙҙең алда. ( Малайҙар)


Һеҙҙең алға сыҡһам,

Ҡурҡып ҡына йырлайым.

Инде йырлап бөтһәм,

Мин-йондоҙ, тип уйлайым, ти Айсинә.

Ҡара бесәй балаһы”


Берүк күҙҙәр теймәһен,

Ҡупшыҡай ҡошсоҡтарға.

Сәхнәлә улар әйләнә

Гүйә йондоҙсоҡтарға. Бейеү яулыҡтар.








.





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!