СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2016-2017 учебный год. 3 класс

Категория: Прочее

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 – сө класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек:Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 - сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

Программа кимәле: базис.

 

Просмотр содержимого документа
«Рабочая программа по предмету «Башкирский язык» на 2016-2017 учебный год. 3 класс»

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №1 с. КАРМАСКАЛЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА КАРМАСКАЛИНСКИЙ РАЙОН

РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН







РАССМОТРЕНО

на заседании ШМО

Протокол № 1. от28.08. 2015 г.

СОГЛАСОВАНО

зам.директора по УВР

_________Гареевой З.А.

1.09. 2015 г.


УТВЕРЖДЕНО

Директор школы:

____________Ахтямов Д.Ф.

Приказ №315от 1.09.2015 г.





Рабочая программа

по предмету «Башкирский язык»

на 2016-2017 учебный год

3 класс

Уровень обучения базовый


Составитель: учитель башкирского языка Шамсутдинова Г. Г.

















с. Кармаскалы – 2016

Аңлатма яҙыу


Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

- Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законы (29.12.2012 й. №273 – ФЗ) ,

- Рәсәй Федерацияһының Фән һәм Мәғариф министрлығы бойороғо (17.12.2010 й. №1897 ) ,

- “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы,

- Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы,

-“Башҡортостан Республикаһының халыҡтары тураһында” законы.


  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаhында донъяны танып белеү hәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураhындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы hәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социо-мәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрhәткесе булараk, уkыусының коммуникатив компетенцияhын, hөйләү hәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

Башланғыс мәктәптә башkорт телен өйрәнеү барышында kуйылған маkсаттарҙы үтeү өсөн түбәндәге ғәмәли бурыстарҙы үтәү кәрәк:

  • уҡыусының телмәрен, фекерләү, күҙ алдына килтерә алыу, аралашыу үҙенсәлектәренә hәм шарттарына ярашлы тел саралары hайлай белеү мөмкинлеген үҫтереү;

  • башkорт теленең лексикаhы, фонетикаhы, грамматикаhы буйынса төп белемде үҙләштереү;

  • дөрөҫ яҙыу hәм уkыу, диалогта kатнашыу, ауыр булмаған монолог, ҙур булмаған күләмдәге яҙма тасуирлау hәм хикәйәләү текстарын төҙөй белеү;

  • башkорт теленә позитив эмоциональ-баhалы kараш, уның уникаллеген hәм таҙалығын hаҡлауға туранан-тура мөнәсәбәтле булыу тойғоhо тәрбиәләү; телгә ҡыҙыҡhыныу, үҙ телмәрен яkшыртырға ынтылыш уятыу.

Башланғыс мәктәптә башkорт телен өйрәнеүҙең шәхсән hөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

  • тел кешелeрҙең аралашыу сараhы икәнде аңлау, үҙләштереү;

  • башkорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;

  • дөрөҫ hөйләү теле hәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеге күрhәткесе;

  • үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ- үҙен баhалау hәләтлелеге;













































  1. Төп йөкмәтке өлөштәре.


Башҡорт теленең системалы курсы башланғыс мәктәптә үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән төшөнсәләр, ҡағиҙәләр, мәғлүмәт йыйылмаhы итеп бирелгән, hәм донъяны танып белеү – коммуникатив йүнәлешкә эйә. Был коммуникатив мотивация үҫтереүҙе күҙ уңында тота, барлыk тел берәмектәренең мәғәнәһенә hәм функцияларына үтә ныk иғтибар кәрәклеген аңлата.

«Башkорт теле» курсы материалы үрнәк программала түбeндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән:

  • лингвистика белеме нигеҙҙәре: фонетика heм орфоэпия, графика, hүҙ төҙөлөшө, грамматика (морфология hәм синтаксис);

  • орфография hәм пунктуация;

  • телмәр үҫтереү;

Дөйөм уkыу күнекмәләре hәм эшмәкәрлек ысулдары.

Башkорт телен уkытыу барышында кескәй йәштәге уkыусылар өсөн мөhим роль уйнаған дөйөм уkыу күнекмәләрен hәм эшмәкәрлек ысулдарын үҫтереү буйынса маkсатлы эшләү түбәндәгенән тора:

  • интеллектуаль (дөйөмләштереү, классификациялау, сағыштырыу, үҫеш h.б.)

  • танып белеү эшмәкәрлеге;

  • ойоштороу (хеҙмәттәшлек итеү hәм үҙешмәкәрлекте планлаштырыу эше).

«Башkорт теле» курсын өйрәнгәндә, дөйөмләштереү, классификация тышkы контролдeң үҙконтролгә, hөҙөмтә буйынса контролдeң эш ысулы буйынса контролгә, булғанды аныkлауҙан алға сығып өйрәнеү кеүек дөйөм уҡыу интеллектуаль күнекмәләрен үҫтереү аша тормошҡа ашырыла.

Башkорт телен үҙләштергәндә, мәғлүмәти мәҙәниәт менән бәйле оҫталыkтар формалаша: уkыу, яҙыу, дәреслек менән эффиктив эшләү, лингвистик hүҙлек hәм белешмәләр менән файҙаланыу.


Тыңлау. Телдeң, аралашыуҙың маkсатына hәм ситуацияhына төшөнөy. Яңғырап торған телмәрҙе адекват kабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмeткеhен hорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү.

Коммуникатив бурысты эффектлы хәл итеү өсөн, аралашыуҙың маkсаттарына hәм шарттарына ярашлы тел сараларын hайлау. Телмәрҙең диалог функцияhына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйлeшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу h .б. уkытыу бурыстарына яраkлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик hөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уkытыу hәм көнкүреш ситуацияhында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы hәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уkыу. Уkыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маkсатында hайлап алып уkыу. Текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мәғлүмәт буйынса ябай hығымталар яhау. Текст йөкмәткеhендә тупланған мәғлүмәтте дөйөмләштереү.

Һүҙҙәрҙе , hүҙбәйләнештәрҙе, hөйләмдәрҙе hәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уkыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация hәм паузалар менән уҡыу. бәләкәй шиғырҙарҙы аңлау.

Һүҙҙе тотош уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) – әйтеп яҙҙырғанда hәм күсереп яҙғанда үҙ контроль сараhы.

Яҙыу.

Грамотаға өйрәтеү системаhында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, hүҙҙәрҙе, hөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уkытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтeп, аңлайышлы, бөхтә яҙырға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп күсереп яҙыу, әйтеп яҙҙырыу. Тыңланылған hәм ентекле, hайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.

Яҙыуға kарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаhын hәм kулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите hәм класс таkтаhы арауығында дөрөҫ ориентация оcталығын үҫтереү, ҙур hәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.

Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен (буквосочетание) , ижектeрҙе, һүҙҙәрҙе, hөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы hәм ыkсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған hүҙҙәрҙе hәм hөйләмдeрҙе әйтеп яҙҙырыу (диктант). Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын hәм тәртибен өйрәтеү.

Һүҙ hәм hөйләм. Һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәhен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ hәм hөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү.

Орфография. Дөрөҫ яҙыу kағиҙәләре hәм уларҙы kулланыу менән танышыу.

  • hөйләм башында, яңғыҙлыk исемдәрҙә баш хәреф;

  • hүҙҙәрҙе айырып яҙыу;

  • hүҙҙәрҙе ижекләп юлдан юлға дөрөҫ күсереү;

  • hөйләм аҙағында тыныш билдәләре.





3.Башҡорт теленең уҡыу планындағы урыны

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 – сө класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Дәреслек:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 - сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1 - 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2007.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: Книгоград, 2008.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән


Программа башҡорт телен өс йүнәлештә:

телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

  • балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  • тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

  • лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).













  1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

Тыңлау. Телдeң, аралашыуҙың маkсатына hәм ситуацияhына төшөнөy. Яңғырап торған телмәрҙе адекват kабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмeткеhен hорауҙар ярҙамында биреү.

Һөйләү.

Коммуникатив бурысты эффектлы хәл итеү өсөн, аралашыуҙың маkсаттарына hәм шарттарына ярашлы тел сараларын hайлау. Телмәрҙең диалог функцияhына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйлeшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу h .б. уkытыу бурыстарына яраkлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик hөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уkытыу hәм көнкүреш ситуацияhында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы hәм дөрөҫ интонацияны үтәү.

Уkыу. Уkыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маkсатында hайлап алып уkыу. Текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мәғлүмәт буйынса ябай hығымталар яhау. Текст йөкмәткеhендә тупланған мәғлүмәтте дөйөмләштереү.

Һүҙҙәрҙе , hүҙбәйләнештәрҙе, hөйләмдәрҙе hәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уkыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация hәм паузалар менән уҡыу. бәләкәй шиғырҙарҙы аңлау.

Һүҙҙе тотош уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) – әйтеп яҙҙырғанда hәм күсереп яҙғанда үҙ контроль сараhы.

Яҙыу.

Грамотаға өйрәтеү системаhында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, hүҙҙәрҙе, hөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уkытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтeп, аңлайышлы, бөхтә яҙырға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп күсереп яҙыу, әйтеп яҙҙырыу. Тыңланылған hәм ентекле, hайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.

Яҙыуға kарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаhын hәм kулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите hәм класс таkтаhы арауығында дөрөҫ ориентация оcталығын үҫтереү, ҙур hәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.

Хәрефтәрҙе, хәрефтәр бәйләнешен (буквосочетание) , ижектeрҙе, һүҙҙәрҙе, hөйләмдәрҙе гигиеник нормаға ярашлы яҙыу. Аңлайышлы hәм ыkсым яҙырға өйрәнеү. Әйтелеше менән яҙылышы айырылмаған hүҙҙәрҙе hәм hөйләмдeрҙе әйтеп яҙҙырыу (диктант). Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу алымдарын hәм тәртибен өйрәтеү.

Һүҙ hәм hөйләм. Һүҙҙе өйрәнеү объекты, анализлау материалы итеп ҡабул итеү. Һүҙҙәрҙең мәғәнәhен аңлау буйынса күҙәтеүҙәр ойоштороу. Һүҙ hәм hөйләмде айырыу. Һөйләм менән эшләү.

Орфография. Дөрөҫ яҙыу kағиҙәләре hәм уларҙы kулланыу менән танышыу.

  • hөйләм башында, яңғыҙлыk исемдәрҙә баш хәреф;

  • hүҙҙәрҙе айырып яҙыу;

  • hүҙҙәрҙе ижекләп юлдан юлға дөрөҫ күсереү;

  • hөйләм аҙағында тыныш билдәләре











































5.Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет-ара hөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • белем алыу (уkыу-уkытыу) бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаkтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маkсатында, телде ҡуллана белеү оҫталығы;

  • аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараhы, тел шарттарында ориентирлашыу;

  • телмәрҙе hәм аралашыу ситуацияhын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстары (диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын hайлап ала белеү;

  • үҙ фекереңде hәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу;

  • hорауҙар биреү оҫталығы;

  • башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) hәм телмәр этикеты kағиҙәләре тураhында башланғыс төшөнсәне алыу;

  • орфографик ҡағиҙәләрҙе hәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдe) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;

  • өн, хәреф, hүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, hөйләм киҫәге, ябай hөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡhырлай (характеристика бирә) алыу оҫталығы;

  • үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде hәм яҙғанды тикшерә белеү hәләтлелеге.


Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

  1. телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу, төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты үҙләштереү;

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге; төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү.

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу.

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты һәм диалог үҙләштереү;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау;

  1. алынған белемде һәм ккүнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү, тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара ҡулланыу;

  2. аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуцияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

  1. теледң төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында , тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле;функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү.

  5. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  6. Телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарында ярашлы ҡулланыу;

  7. Һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен, һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  8. Тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

  9. Туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең 3 класс уҡыусылары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйыла:


  • бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу;

  • һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;

  • һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;

  • текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;

  • программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;

  • тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.


Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар.

  • Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;

  • Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү;

  • Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү;

  • Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;

  • Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;

  • Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;

  • Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү;



Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.


Күсереп яҙыу – 2

Һорауҙарға яуаптар – 2

Диктант – 4

Изложение – 2

Инша – 2


Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау


Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.



















Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…

Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1.  “тулыһынса  аңланы”

2.  “өлөшсә аңланы”

3.  “аңламаны”

Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:

1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;

    - дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле  итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;

    - тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.

3 –сө  класта бәйләнешле һөйләү – 10-12 һөйләмдән  тәшкил итә.

2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;

   - уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла

3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;

    - 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә;

   -  уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен  һөйләүҙе башлай (тамамлай)  алмаһа, “3”лө ҡуйыла.

4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;

    - паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә;

    - 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.


Диалогик һөйләмде баһалау:

1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа; 

   - әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап  ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла

2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;

    - 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.

3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә йәки яуап бирһә;

    - һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуҙа теүәлһеҙлектәр  ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;

   - 4-5  һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.

4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә; 

    - һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа; 

   - 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.










































  1. Уҡыу – тематик план


Тема. Уның йөкмәткеһе.

Дәрестәр һаны

1

Танышыу.

Түбән кластарҙа өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Сәнғәтле һөйләшеү.Төрлө ситуацияларҙа һөйләшеү.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. «Ҡайҙан?» һорауы һәм шул һорауға яуап биреү.


8

2

Мәктәптә.

Уҡыусыларҙың тема буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү, һүҙлек запасын арттырыу. Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тооу. Көн режимы, таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу.

Башҡорт телендә өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше, хәрефтәрҙең яҙылышы. Ялғауҙарҙың яҙылышы. Ярай, Ярамай, мөмкин һүҙҙәренеңҡулланылышын активлаштырыу.

3

3

Һөнәрҙәр.

Тема буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, белемде тәрәнәйтеү, һөйләшеү, уҡыу күнекмәләрен артабан үҫтереү. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү.Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу.

7

4

Йыл миҙгелдәре.

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ,ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре,уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә бәйләнешле ололарҙың эштәре. Хәстәрҙәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр,һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү. Һөйләм төрҙәре. Тасуирлау элементтары.


8

5

Кейемдәр.

Кейем исемдәрен үҙлштереү, элек өйрәнелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кеәемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, кейем һәм тыйнаҡлыҡ һю б. тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәнеү.

6

6

Ғаилә.

Ғаилә ағзалары, уларҙыңүҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөғөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен камиллаштырыу.

6

7

Тыуған көн .

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре.Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу һ. Б. тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау. Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.

Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше фориүмаларын практик үҙләштереү. Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау.

4

8

Тәбиғәт.

Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр. Беҙҙәге үҫемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Башҡорт телендәге синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

10

8

Башҡортостан.

Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе. Башҡорт иле, уның халҡы, тарихы, ер-һыуы.

Башҡортостандың данлы урындары.

Исем, яяяяяяяяяңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу.

6


9

Сәйәхәт.

Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Килеш ялғауҙары, кире ҡағыу формаларын, “менән” бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу.

11

10

Ҡабатлау.

Был темала уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу эштәре үткәрелә. Телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу ҡарала.

12
















Календарь-тематик план 3-сө класс




Тема


План буйынса


үткәрелде

иҫкәрмә


Һаумы, мәктәп!





1


Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.





Мин танышам.




2


Һин кем?




3


Һин ҡайҙа йәшәйһең?




4


Һин ҡайҙан?




5


Һин ҡайҙан? Һорауына яуап биреү.




6


Һин ҡайҙан? Башҡортостандан.




7


Һин ҡайҙан? Башҡортостандың ете мөғжизәһе.





8


Диктант. Сентябрь.





Мин белем алам.





9


Был нимә? Бармы?




10


Был нимә? Бармы?




11

Нимәһеҙ?




12

Нимәһеҙ?





13

Контроль күсереп яҙыу. Нимәһеҙ?





Мин һәм минең ғаиләм.




14

Кем? Нимә эшләй?




15

Нимә эшләргә тейеш?




16

Диктант. Ҡоштарҙы һаҡлағыҙ!




17

Хаталар өҫтөндә эш. Нимә эшләргә тейеш?




18

Ата-әсә нимә эшләргә тейеш?




19

Балалар нимә эшләргә тейеш?






Мин һөнәр һайлайым.





20

Кем ҡайҙа эшләй?




21

Кем ҡайҙа эшләй?Дж. Родари. Еҫе бармы һөнәрҙең?




22

Кем ҡайҙа эшләй?




23

Изложение. Фил.





Мин тәбиғәтте яратам.




24

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?




25

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Ағастар.




26

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Сәскәләр.




27

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр?Ашай торған үләндәр.





28

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Дарыу үләндәре.





Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Бөжәктәр.




29

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Файҙалы бөжәктәр.




30

Диктант. Ҡышҡы уйындар.




31

Хаталар өҫтөндә эш. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Ҡоштар.




32

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.




33

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Үтелгәнде ҡабатлау.






Минең яратҡан миҙгелем.




34

Нимә? Нимә эшләй? Йыл миҙгелдәре.




35

Нимә? Нимә эшләй? Яңы йыл менән!




36

Инша. Ҡыш.




37

Нимә? Нимә эшләй? Яҙ килә. Хаталар өҫтөндә эш.




38

Нимә? Нимә эшләй? С. Әлибай. Боҙ бармаҡтар ниңә илай?




39

Нимә? Нимә эшләй? Яҙ билдәләре.





40

Нимә? Нимә эшләй? Йәмле йәй.




41

Нимә? Нимә эшләй? Емештәр.




42

Контроль күсереп яҙыу. Көҙ.




43

Нимә? Нимә эшләй? Көҙ билдәләре.





44

Нимә? Нимә эшләй? Йәшелсәләр.




45

Минең яратҡан миҙгелем. Ҡабатлау.




46

Минең яратҡан миҙгелем. Йәй. Ҡабатлау.





Минең гардеробым




47

Ниндәй? Ҡотло булһын?




48

Ниндәй? “Күлдәк.” Әкиәт.





49

Изложение. Әсәйем.




50

Хаталар өҫтөндә эш. Ниндәй? Ф. Туғыҙбаева. “Минеке!”




51

Ниндәй? В. Исхаҡов. “Бер һүҙ.”




52

Ниндәй? Ф. Туғыҙбаева. “Яңы күлдәк.”




53

Ниндәй? Н. Носов. “Тере эшләпә.”






Минең тыуған көнөм




54

Ҡасан?.




55

Инша. “Яҙ килә”.




56

Хаталар өҫтөндә эш. Тыуған көн менән ҡотлау.




57

Һорауҙарға яуап яҙыу.





58

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡасан? Ф. Ғөбәйҙуллина. “Беҙҙең дуҫ.”






Мин сәйәхәтсе.





59

Нимә менән? Нисек? Европа- Азия.




60

Нимә менән? Нисек?




61

Нимә менән? Нисек? Башҡортостандың райондары.




62

Нимә менән? Нисек? Өфө урамдарында.




63

Нимә менән? Нисек? Хәйлә.




64

Нимә менән? Нисек? Юл ҡағиҙәләре.




65

Йола байрамдары. Күплек ялғауҙары.




66

Диктант. Зөһрә.




67

Кластан тыш уҡыу. Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе нығытыу





68

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Үтелгән лексик- грамматик материалды ҡабатлау.




69

Һаумы, йәмле йәй! М. Кәрим. Урманда.




70

Йомғаҡлау дәресе.






























Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар:


  1. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡротса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003

  3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  4. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  5. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

  6. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  7. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.