З.Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса сценарий өлгөһө
Авторы: Вәхитова Венера Сәғит ҡыҙы
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Гимназияһы
Сценарий по легенде З.Биишевой “ Мастер и Подмастерье ”
Автор: Вахитова Венера Сагитовна
Гимназия №2 г. Стерлитамак
Стәрлетамаҡ – 2017
Маҡсат: хеҙмәткә һөйөү уятыу, дөрөҫлөк-ғәҙеллек көсөн танытыу; үҙ аллы тормошта юғалып ҡалмаусы шәхес тәрбиәләү.
Йыһазлау: Мультимедиа, тау халҡы көйҙәре яҙылған диск, кавказ тәбиғәтен сағылдырған видеофильм, ватманга эшләнгән әҙер көршәк һүрәте
Ҡатнашалар:
Автор
Һөнәрсе
Өйрәнсек
Көршәк
Батша
1-се күренеш
( Һөнәрсенең ҡараңғы бәләкәй генә өйө. Сираттағы әҙер көршәген алдына ултыртып, Һөнәрсе уның менән серләшә ).
Автор.
Һөнәрсе балсыҡтан, ҡомдан әүәләп сәй эсә торған касалар яһаған. Ауылдаштары был оҫтаны бик яратҡан, хөрмәт иткән. Сөнки ул үҙенең эшенә бөтә йәнен, йөрәген һалып эшләй. Ул яһаған касалар шундай нәфис. Йоҡа һәм еңел булып сыға. Уның эсендә сәй айырыуса тәмле, , татлы була икән. Шуға күрә халыҡ уны хөрмәтләп “Һөнәрсе” тигән ҡушамат биргән. Был яҡта ул заманда, күрәһең , ошонан да ҙурырыҡ һөнәр булмағанға, “Һөнәрсе” һүҙе иң оло һәм хөрмәтле һүҙ булған.
Һөнәрсе.
Түгелгән күпме күҙ нурым
Һинең, көршәк, һыныңа.
Иңенә ҡуйып һыу ташый
Ҡыҙҙар көнө буйына.
Ҡушыла һыуҙар тәменә
Минең күңел йылыһы.
Рәхмәттәр әйтеп уҙалар
Бәләкәйе, олоһо.
Көршәк.
Эйе, хужам. Мин килешәм һинең һүҙҙәрең менән.
Һөнәрсе.
Кәрәкмәй миңә маҡтауҙар,
Алҡыш, бүләк ят миңә.
Хәләл көстәр түккәнемә
Ҡәҙерлеһең һин миңә.
Көршәк.
Талмайҙыр аҡҡош муйыным,
Тотҡам – туҙбаш йыланы.
Айырса телен сығарып,
Йылан һыуым һорайҙыр.
Эскенәм – аҡһыл зәңгәрҙән,
Тышым –ап –аҡ томандан.
Мең төрлө сәскә туғайы
Әйләнәмде ялмаған.
Тере ул, тере сәскәләр,
Ямғыр яуғас йәнләнә.
Ҡояшҡа ҡарай ынтылып,
Нурҙар сәсеп ебәрә.
Туҙбашҡай үрелгән ерҙә
Сәскә атҡан бер ландыш.
Нәфискәй ынйы сәскәһе
Һәр кемеңә лә таныш.
Ынйыҡайҙан тарала
Хуш ҡына еҫ йыраҡҡа.
Ландыштың йәшел ҡыяғы
Серле һүҙҙе яралтҡан.
“Һөнәрсе” һүҙен сиккәнһең
Ҡан ҡыҙыл кизе менән.
Исемкәйең тамғаланған
Йөрәгең ҡаны менән.
Эргәмдә кеше тауышы
Асыҡ ҡына яңғырай.
Ауаз кире әйләнә лә
Ҡабат-ҡабат яңғырай.
Һөнәрсе.
Нәфис тә һин, матурһың да,
Нескә, еңел тотоуға.
Өйөмә йәм-ҡот бирәһең
Нур һибәһең тороуға.
Көршәк.
Оҫтаһың, үҙең егәрле,
Күҙ эйәрмәй ҡулыңа.
Эшеңдән йәмдәр табаһың
Ғүмереңдең буйына.
Һөнәрсе.
( Мультимедиа аша Кавказ тәбиғәте күрһәтелә )
Ҡая-таш итәгендәге
Йыраҡа шишмәһенән
Текә юлдан һыу ташыйҙар –
Инде ни хәл итәһең...
Зәңгәр күл һыуы яраҡһыҙ,
Бик татырлы булған ул.
Кавказ ҡыҙҙарын һынаған
Хәтәр “Ҡыҙҙар һуҡмағы”.
Көршәк.
Тар үңәс көршәктә ҡайтҡан
Сафтан-саф шишмә һыуы.
Һуҡмаҡ менән йүрмәләгән
Ҡыҙҙар булған йонсоулы.
Һөнәрсе.
Һүҙҙәрең хаҡ! Мин ҡойғансы
Икенсе ине көршәк.
Бахыр ҡыҙҙар, яҙа баҫып,
Һыуҙарын да күп түккән.
Көршәк.
Ҡырмыҫҡа бил ҡыҙҙарҙы
Баҫҡан ауыр һауыттар.
Йыш ҡына тайған аяҡтар,
Ватылған да һауыттар.
2-се күренеш
(Шул мәлдә ишек шаҡыйҙар. Һөнәрсе менән Көршәк серләшеүе өҙөлә. Түбәнселекле тауыш менән сәләм бирә. Түргә уҙа. Һөнәрсенең бөтә өйө тулып, йондоҙ кеүек йымылдашып ултырған ғәжәп зифа, ысынъяһау көршәктәрҙең әле береһен, әле икенсеһен алып, баш сайҡап, тел тасылдатып тора )
Өйрәнсек.
Түкһәң дә күпме күҙ нурың,
Һауыттан сыҡмаҫ алтын.
Йәмһеҙме, күркәмме көршәк –
Барыбер һыуҙар ташый.
Һөнәрсе (ҡыуанып).
Керҙеңме әллә белергә
Минән эш серҙәренә?
Теләгең булһа ихластан,
Хәҙер серҙе аңлатам.
Өйрәнсек (Ең остары менән күҙҙәрен һөртә. Ялыныслы һәм меҫкен ҡиәфәт менән Һөнәрсегә тилмереп ҡарай. Иламһыраған тауыш менән).
Баш эйәм камил аҡылың,
Алтын ҡулың алдында.
Аллаға тиңләп табынам,
Һөнәреңде ота(а)лмам.
Хоҙайым мәхрүм иткән шул
Мине ундай һәләттән.
Аслыҡтан үләм: баш тартҡас
Халыҡ минең көршәктән.
(Өйрәнсек шул һүҙҙәрҙе әйткән дә, Һөнәрсе янына келәмгә ултырып, бала шикелле илай башлаған).
Һөнәрсе (асыулы).
Тамағың туҡ булһын өсөн,
Насар көршәк барамы?
Юл ҡуймам, килешмәм быға,
Сифат – халыҡ талабы!
Өйрәнсек (ялбарыулы).
Хәлемә кер инде, ҡорҙаш,
Үлтермә тик аслыҡтан.
Белмйһең тик емеш ашай:
Көршәгеңде һатышам.
Һөнәрсе (Өйрәнсекте йәлләп).
Һинең өсөн әҙермен мин
Фиҙа итергә йәнде.
Өйрәнсек.
Баһалай белмәйһең, күрше,
Алтынға тиң эшеңде!
(Өйрәнсек оҫтаға килеүенең маҡсатын әйтә):
Өләшмә бушҡа – һатайым,
Көн итәһең асҡа-мас.
Ҡараңғы өйҙә төңкәйеп,
Ғүмер итеү ярамаҫ.
Батшаның кәнизәктәрендә*
Юҡ бындай затлы әйбер.
Электән үк байыр инең –
Йәшәйһең кәңгер-көңгөр...**
*Кәнизәктәрендә – йәш тол ҡатындарында;
**кәңгер-көңгөр... – хәлһеҙ.
Һөнәрсе (Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Һөнәрсенең әле генә өмөтләнеп, яҡтырып киткән йөҙөнә ҡайтанан һөрөм йүгерә):
Халыҡтың ҡыуаныс йөҙө,
Рәхмәте – оло баһа.
Өйрәнсек.
Иҫәрһең! Рәхмәттәр менән
Тамаҡ туймай ҙа баһа!
Һөнәрсе.
Тамаҡ ни, үҙемдән ҡалмаҫ,
Китер әле бергәләп.
Юғалмаҫ бшҡарған эшем,
Хеҙмәт итер үлһәм дә!
Өйрәнсек.
Һай, сабый!.. Күрше, ҡорҙашым,
Сабыйһың һин, валлаһи!
Дәрүишһең! Диуанаһың да!
Байлыҡ яуыр! Аңла һин!
Һөнәрсе.
Башҡала һис тә эшем юҡ,
Холҡом үҙемә оҡшай.
Өйрәнсек.
Тыныслан, ҡорҙаш, ярҙам ит,
Һүҙемде йыҡма улай.
Һөнәрсе.
Өйрәнсек (йәнләнеп китә).
Улайһа, тыңла, Һөнәрсе,
Дауам ит эштәреңде.
Аҙыҡ-кейемгә алмашып,
Яҡшыртам хәлдәреңде.
Үҙемә лә өлөш сығыр
Ҡалған-боҫҡандарынан.
Ярҙам юҡ һинән бүтәнсә
Ҡотҡар асығыуымдан.
Былай йөрөүем һине лә
Дуҫым, онотмауымдан.
(һөнәрсе иҙәнгә ҡуйған көршәген ҡулына ала, тау ландышыың ҡыяҡтары өсөн буяу һайларға керешә. Ләкин Өйрәнсек тә тиҙ би решергә теләмәй. Мәкерле хәйләһен тормошҡа ашырыу өсөн тағы меҫкен тауышҡа күсә. Ялынып, Һөнәрсенең алдына теҙләнә. Һөнәрсе аптырауға ҡала).
Һөнәрсе.
Икәүләп яһайыҡ көршәк,
Мөмкинселек юҡ башҡа.
Өйрәнсек.
Бөксәйтеп билкәйгенәңде,
Ултыраһың һин бушҡа.
3-сө күренеш
( Ошо һөйләшеүҙән һуң күп тә үтмәй, Өйрәнсек, Һөнәрсенең ер иҙәнле, ярым ҡараңғы өйөндә көҙгө йондоҙҙар шикелле сағыу балҡып ултырған был мөғжизәле көршәктәрҙең барыһын йыйып алып, ауылдан сығып уҡ китә. Күпмелер ваҡыи үткәс, Өйрәнсек бик ныҡ байып, алтын-ебәккә мансылып ҡайтып төшә. Һөнәрсегә ебәк сапан, аҡ сәллә, ситек-кәүеш кейҙерә. Он, шәкәр кеүек нәмәнән дә өлөш сығара ).
Хөрмәте үҙ хеҙмәтеңдән,
Өйрәнсек дуҫың йомарт.
Төшөңә инмәгән һыйҙан
Кинәнеп, әйҙә, һыйлан!
Автор.
Шатан бейей Өйрәнсектең
Тарҙан-тар күңелендә.
Һәр көршәккә биш хаҡ ҡуйып,
Байый ул еңел генә.
Йәшәһә лә балсыҡ өйҙә –
Тамаҡ туҡ, өҫтө бөтөн.
Һөнәрсе арттыра бара
Ҡулының тылсым көсөн.
(Тауҙар, далалар гиҙә, тәбиғәттең яңынан-яңы серҙәрен өйрәнә. Көршәктәрҙе тағы ла матурыраҡ, тағы ла нәфисерәк итер өсөн, яңынан-яңы буяуҙар, төҫтәр таба. Көршәккә төшөрөлгән сәскәләр төрөн тағы ла күбәйтә, уларҙы ысын сәскәләргә тағы ла ныҡ оҡшатырға тырыша. Әммә көршәктәрен элеккесә, кешеләргә буш биреп, ҙур ҡәнәғәтлек, бөйөк ләззәт татыу кеүек ысын кешегә хас тойғоларҙан бөтөнләй мәхрүм итеүе йыш ҡына бошондора ла ).
Тамамланған һәр көршәкте
Өйрәнсек тартып ала.
Ҡул емешенә һоҡланып
Ултырыу туҡтатыла.
Һөйләшеп серләшеүҙән дә
Мәхрүм беҙҙең Һөнәрсе.
Йәһәт, мтур эшләүенән,
Үҙенән-үҙе кинәнде.
(Ләкин Һөнәрсе мөмкин тиклем бындай кисерештәрҙе үҙенән алыҫыраҡ ҡыуырға, көршәктәрҙе тағы ла йәһәтерәк һәм матурыраҡ итеп эшләү менән йәнен тынысландырырға тырыша.)
Һөнәрсе (үҙ-үҙе менән һөйләшә).
Сәғәттәр теүәллегендә
Башҡара һалам эште.
Яратҡан шөғөлдәремдән
Аламын рухи көстө.
Кисерәм выждан ғазабы
Һатылғанға хеҙмәтем.
Хаталы юлдарға баҫтым,
Кәмеп тора хөрмәтем.
Автор.
Күҙгә күренеп шиңә бит:
Көндән-көн һүнә оҫта.
Ә Өйрәнсек байлығынан
Ҡолаҡ ҡағырға ҡурҡа.
Өйрәнсек Һөнәрсегә тын да алырға ирек бирмәгән. Һөнәрсе ни хәтле йонсоһа, ҡартайһа, ул шул хәтле уны ашыҡтырған. Һаман күберәк, етеҙерәк, матурыраҡ эшләүҙе талап иткән.
Өйрәнсек.
Арзанайҙы хәҙер хаҡтар,
Күберәк эшлә ялһыҙ!
Һин – яңғыҙ. Минең балалар
Ас тороп ҡалыр, аңһыҙ!
Автор.
Һөнәрса ауырыуын да, арыуын да иҫәпкә алмай, эшләүен дауам иткән. Һәр таңды яңы эш, яңы көршәк менән ҡаршылаған. Бер саҡ таң алдынан ғына эшләп бөткән көршәгенә Һөнәрсе һоҡланып ҡарап ултырған. Гүйә, уның ҡараңғы өй эсе үтә сағыу нур, хуш еҫ менән тулғандай була. Ул ҡулдары тыуҙырған мөғжизәле матурлыҡҡа тәү тапҡыр ҡәнәғәт һәм ысын һоҡланыу менән ҡарай-ҡарай, әкрен генә янтайып, келәмгә ятҡан...
(Ҡабалҡыҙыу мәлендә!
ң анып көршәк алырға Өйрәнсек килеп инә. Хәрәкәтһеҙ ятҡан Һөнәрсене күреп, шелтәле ҡараш ташлай, бик оҙаҡ башын сайҡап торған).
Өйрәнсек.
Ҡара һин! Килештергән бит
Эштең ҡыҙған мәлендә!
Дәрүиш булып йәшәне,
Дәрүиш булып үлде лә!
4-се күренеш
Ауылдаштары оҫта ҡуллы, изге күңелле Һөнәрсеһен юғалтыу ҡайғыһынан арынып та етмәҫтән, Өйрәнсек тағы көршәктәр менән һатыу итә башлаған. Халыҡ уның был көршәктәрҙе ҡайҙан алыуына аптыраған.
Өйрәнсек.
Көршәктәр яһауҙың серен
Белә инем электән.
Тыйылдым. Айырманым бит
Һөнәрсене икмәктән.
Ошо һүҙҙәрҙе әйткән дә, халыҡты ышандырыу өсөн, “Һөнәрсе” тигән яҙыу урынына төртөп күрһәткән. Ысынлап та, бында тау ландышының сем-йәшел ҡыяғына ҡып-ҡыҙыл буяу менән яҙылған “Һөнәрсе” һүҙе урынында хәҙер күк ҡыяҡҡа ҡара буяу менән яҙылған “Өйрәнсек” тигән тамға тора икән. Бер ҡатлы ябай халыҡ быға ышанған.
Автор.
Алыҫҡа таралған был дан,
Батшаға еткән хәбәр.
Айырым һарай һалдыртып,
Өйрәнсекте килтерткән.
Илаһи нур ҡалыр минән
Аңла, ғәли йәнәбе.
Хеҙмәткә үлгәнсе әҙер,
Эшемдә – тормош йәме.
(Хатта әҫәрләнеүҙең сигенә етеп, батшаның ҡатаһын да үбеп алған).
Батша ( Өйрәнсектең якрынынан ҡосаҡлап ала ).
Маҡтамайҙар һине юҡҡа,
Ышандым үҙем хәҙер.
Эшлә, йәшә минең янда
Тоймаҫһың һис бер йәбер.
Автор.
Йәшәгән байманда ғына:
Көн буйы кәйеф-сафа.
Һунарға, ҡунаҡҡа йөрөгән,
Бик рәхәт йәшәп ята.
Өйрәнсек.
Таң алды, яңғыҙ саҡта
Тик килә миңә илһам.
Башҡаларҙың йоҡоһонда
Көршәгемә тотонам.
Автор.
Батша ярҙамсы тәҡдим итһә лә унан баш тарта. Хәйләне белеп ҡалмаһындар, тип ҡурҡа.
Аллабыҙ менән серләшә,
Тиеп халыҡ уйлаған.
Батшаны ла кәнизәктәр
Шарап ҡойолған көршәктән
Тартынмайса һыйлаған.
5-се күренеш
(Уйһыҙ йәшәп ятҡан Өйрәнсек тә Ғазраилдан бер еңелгән )
Өйрәнсек ҡалған ғүмерен
Иркенлектә уҙғарған.
Ғазраил иҫенә алға
Өйрәнсекте ауҙарған.
Автор.
Ярандың иң тоғроһона
Аҡ мәрмәрҙәр ябылған.
Хәрефтең алтыны менән
“Өйрәнсек” тип яҙылған.
Ҡупмаҫлыҡ итеп көршәге
Ҡәберенә ҡуйылған.
Автор.
Шулай тағы күпмелер ваҡыт үткән. Бер саҡ иң баҫалҡы кешене иҫкә алырға тип йыйылып килгән халыҡ уйламағанда көршәктә ниндәйҙер үҙгәреш булыуын абайлап алған.
Килеүселәр аптырашҡан
Өйрәнсек ҡәберендә.
Ни булғанын аңламай
Ҡараша бер-бер(е)һенә.
Ғәжәпкә ҡалған кешеләр:
Күк буяу ҙа юйылған.
Йәшел ҡыяҡ өҫтөн хәҙер
“Һөнәрсе” һүҙе алған.
Был ни хикмәт?! Аңлашылмай!
Ҡымшанмаған көршәк тә!
Нығытылған көйө ҡалған,
Ҡултамға тик үҙгәргән!...
Кешеләрҙең аптырау һәм шомланыуының иге-сиге булмаған. Улар ашыға-йүгерә өйҙәренә таралғандар. Көршәктәрҙең бөтәһендә лә хәҙер “Өйрәнсек” түгел, ә “Һөнәрсе” һүҙе бөтә матурлығы менән нурланып, көлөп тора икән.
Ялғандың бото ҡыҫҡа, тип
Халҡыбыҙ күп һынаған.
Йөҙ йыл үтеүгә ҡарамай,
Хәйлә кире асылған!
Баҡтиһәң, яуыз Өйрәнсек
Көршәкте йыя барған.
Һөнәрсе үлеменән һуң
Үҙгәртеп тамға һалған.
Бик анһат илдә танылып,
Һөнәрсе данын алған.
Исемен мәңгеләштереп,
Уңғанлыҡта һаналған!
Тартынмай, алдаҡлыҡ менән
Урлаған кеше йөҙөн,
Хәрәмдәргә арабыҙҙа
Урындар булмаҫ бөгөн!
Йылан, әрмәнде ояһы
Булһын, әйҙә, ҡәбере!
Йөрәк ҡанына мансылған
Һүҙе торор мәңгелек!
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да
Беленер өҫкә ҡалҡып.
Ни тиклем йәшереп тотма –
Юлын табыр яҡшылыҡ!
Яҡшылыҡтың ҡеүәттәре
Үлсәнмәй бизмәндәрҙә.
Баһаһы – халыҡ күңеле,
Хәтере –йөрәктәрҙә!!!