Просмотр содержимого документа
«Презентация "Урал батыр"»
«Урал батыр» эпосы берәүҙәр ө с ө н—тарих, икенселәргә—тел үрнәге, өсөнсөләргә— сәнғәт әҫәре, дүртенселәргә—милли идеологияны сағылдырған милли ҡомартҡы.
Әхиәр Хәкимов
Эпосы булған халы ҡ —боронғо халыҡ. Эпостар башҡорт халҡын Уралтауға мәңгегә ҡаҙаҡлап ҡуйған.
Әхмәт Сөләймәнов
«Урал батыр» эпосы — башҡорт милли фәлсәфәһенең нигеҙе. Эпосты бөтә тәрәнлегендә—тарихи, этник, фәлсәфәүи, мифологик, этик киңлектәрҙә өйрәнеү кисекмәҫтән башланырға тейеш. Был — иҫ киткес асыштар, табыштар юлы.
Салауат Ғәлләмов
Урал батыр» —тәүтормош осорҙан бөгөнгәсә һәм киләсәккә етерлек донъяуи белем, фәлсәфә туплаған бөйөк әҫәр.
Фәнүзә Нәҙершина
«Урал батыр» эпосын ятлаған балалар ғүмергә етерлек аң-белем туплай һәм ата-бабаларҙың рухын яңырта.
Мирас Иҙелбаев
Эпос – тере шишм ә һәм таш ҡая. Ул мәңгелек эсендәге миҙгел, йыһандағы – нур, зиһендәге – аҡыл, йөрәктәге – хис.
Рөстәм Рәжәпов
“ Урал батыр” – халыҡтың боронғо аң кимәлен, ҡарашын һәм хыялын сағылдырған монументаль поэтик ҡомартҡы.
Мөхтәр Сәғитов
Фольклор халыҡтың аҡылын, менталитетын күрһәтә, ә эпос – уның тамырлы, тарихлы булыуын иҫбатлаусы документ.
Әхмәт Сөләймәнов
Башҡортостан балаларының «Урал батыр» эпосын ятлауы—үҙе бер фәһем, үҙе бер дәрес.
Фирҙәүес Хисаметдинова
Бөрйәндә, “Урал батыр” бәйгеһендә -Саҡмағоштар