Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү юлдары.
Бала – бөйөк хазина, асылмаған сер. Ысынлап та, һәр баланың күңелендә тәрәнгә йәшеренгән аҫылташтар кеүек, хазина бар. Баланың күңеленә юл таба алыу, һәләтен күрә белеү – шул хазинаны табыуға тиң, тип уйлайым. Бөтә балалар ҙа бер төрлө түгел, әммә һәр бала тыумыштан нимәгә булһа ла һәләтле. Ошо һәләтте ваҡытында аса алыу, артабан үҫтереү – беҙҙең, башҡорт теле уҡытыусыларҙың, иңендә.
Заманса мәктәптең, һәр уҡытыусының төп бурысы булып, уҡыусыларға белем биреү генә түгел, ә һәр баланың шәхес үҫешенә дөрөҫ йүнәлеш биреп, индивидуаль һәләттәрен асыу, ижади фекерләүҙәрен үҫтереү, ижади һәләтле шәхес тәрбиәләү бурысы ла беренсе урында торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Балаларҙың танып белеү һәм ижади һәләттәрен үҫтереүҙе бөтә төр дәрестәрҙә һәм дәрестән тыш сараларҙа ла ойошторорға мөмкин. Эшемдең төп маҡсаты: уҡыусыларҙың индивидуаль, ижади һәләттәрен асыу, ижади фекерләүҙәрен үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу.
Төп бурыстарым:
төрлө алымдар ҡулланып уҡыусыларҙың үҙ- аллы танып белеү активлығын үҫтереү;
яңы технологияларҙы өйрәнеү, уңышлы алымдарын ҡулланыу.
Ошо маҡсат һәм бурыстарҙан сығып түбәндәге йүнәлештәрҙе билдәләнем:
балаларҙың ижади һәләтен асыҡлау һәм үҫтереү, уларға һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү;
һәр баланың индивидуаль мөмкинлектәрен иҫәпкә алып ижади һәләттәрен, фекерләүҙәрен үҫтереү, ижади эш төрҙәре языуға, эҙләнеү- тикшеренеү эштәре үткәреүгә ылыҡтырыу;
уҡыусыларға милли уҙаң булдырыу, телгә, туған халҡының тарихына, йолаларына, мәҙәниәтенә һөйөү тойғоһо уятыу, башҡа милләттәрҙең культураһына, теленә хөрмәт менән ҡарау, толерантлыҡ тәрбиәләү, киләсәктә халҡына тоғро хеҙмәт итерлек шәхес тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү юлдары бик күп. Халыҡ ижады, урындағы тарих, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре, йолалар, ғөрөф- ғәҙәт менән бәйле материалдарҙы дәрестәремдә ҡулланырға тырышам.
Урыҫ телендә аралашҡан балаларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә төрлө типтағы дәрестәр уҙғарам, күберәк ҡыҙыҡлы уйын алымдарыҡулланам, сөнки тап уйнағанда бала әүҙем фекерләй, тоя һәм иркен ижад итә. Шиғыр, йырҙар өйрәнеү, әкиәттәрҙе сәхнәләштереү, диалогтар төҙөү, күргәҙмә әсбаптар ҡулланыу отошло, тип иҫәпләйем.
Ижади һәләт үҫтереүҙең тағы бер юлы, ул– халыҡ ижадын файҙаланыу. Күп дәрестәрҙә йомаҡтар ҡулланам, сөнки һәр йомаҡ яуап талап итә, зиһен үҫтерә. Йомаҡҡойошҡанда уҡыусылар ҡыҙыҡһына, уйлана. Йомаҡ әйткән - һүҙ йыйыр, йөн йомғаҡтай йомарлап, һүҙ эсенә уй йомор. Һәр дәрестә йомаҡтан тыш, мәҡәлдәр ҙә киң ҡулланам: ижади диктант «Мәҡәлде әйтеп бөт», «Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?»,«Мәҡәлде йый», «Ниндәй мәҡәл?» һ.б. төрлө эштәр үткәрәм.
Әкиәттәрҙе уҡығанда уларҙың йәкмәткеһе менән генә танышып ҡалмайбыҙ, улар сәхнәләштерелә, дискуссиялар ойошторола, конкурстар, викториналар, ижади эштәр үткәрелә, һүрәттәр төшөрөлә. Бындай эш алымдары уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Дәрестәрҙә халыҡ йырҙарын да ҡулланыу отошло. Йырҙы ятлау- хәтерҙе үҫтереүгә булышлыҡ итһә, уның дауамын уйлау, йә булмаһа, яңы дүрт юллыҡтар уйлап табыу- ижади һәләтте, әүҙемлекте үҫтерә.
Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Ул үҙ эсенә проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, уҡыу тиҙлеген күтәреү, тасуири уҡыу һәләте тәрбиәләү, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙыу, картиналар өҫтөндә эш төрҙәрен ала.
Башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың ижади һәләтен, талантын үҫтереүгә ярҙам итә торған технологиялар ҡулланыу мотлаҡ, тип уйлайым. Шуға күрә үҫтереүсе уҡытыу алымы, тәнҡитле фекерләү алымы, Штейнберг технологияһы, терәк сигналдар алымы, компьютер ярҙамында презентация эшләү, иллюстратив материалдар әҙерләү – бөтәһе лә уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә, тик уларҙы урынлы ҡулланырға кәрәк.
Ижади һәләтте үҫтереү диапазоны киң. Ул үҙ эсенә уҡытыу- тәрбиә сараларының бөтәһен дә һыйҙыра: бында хеҙмәт тәрбиәһе лә, әхлаҡ тәрбиәһе лә, уҡыуға ынтылыш тәрбиәһе лә бар.
Дәрестәрҙә уҡылған әҫәрҙәргә иллюстрациялар яһау, ролдәргә бүлеп уҡыу, шиғырҙарҙы тасуири ятлау, ирекле темаға ижади иншалар яҙыу һәм башҡа эштәр уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә ҙур роль уйнай.
Маҡсатымды тормошҡа ашырыу өсөн эшемдә көслө һәләтле балаларға таянырға тырышам. Баланың ыңғай үҫешен күреп, уны билдәләп, күтәреп алырға кәрәк. Йылы һүҙҙән улар ҡанатлана, тағы ла дәртләнеп, ижад донъяһына сума. Мәктәп һәм ҡала кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс, олимпиадаларҙа уҡыусыларым менән етди әҙерләнәбеҙ. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй, актив ҡатнашып, призлы урындар алалар.
Үҙемдең мәҡәлемде Сократ һүҙҙәре менән тамамлағым килә: «Һәр балала ҡояш бар, уға балҡырға ғына мөмкинлек бирегеҙ».
Ғәлина Ә.Н, 22- се мәктәп.
Тема: Ҡоштар- беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Һорау алмаштары.
Маҡсат:текстың йөкмәткеһен үҙләштетеү, һорау алмаштары менән таныштырыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусыларҙың ҡоштар тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү, ҡоштарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ҡош һүрәттәре.
Дәрес барышы.
1. Кроссвордты сисеү.
,
.
1.Йыл миҙгеле
2.Үҙе аға- яры юҡ, барып етер ере юҡ. .
3.Төҫ.
4.Папа һүҙенең тәржемәһе
5.Яҙ миҙгеленең һуңғы айы
6.Йылға исеме
2.Артикуляцион күнегеү.
Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға.
Ҡарға төштө аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға..
-Бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
-Эйе, ҡоштар тураһында.
Ҡоштар.

3 Яңы тема..Ҡоштар- беҙҙең дуҫтарыбыҙ тексы буйынса эш:
А)тексты үҙ- аллы уҡыу;
Б)һүҙлек эше: файҙалы- полезные, зарар- вред, бөжәктәр- насекомые, ҡыйыҡ- крыша.
В)һорауҙарға яуап;
Г)текстың йокмәткеһен һөйләү.
Д) йомғаҡлау.Ҡоштар ни өсөн беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Улар кешегә ниндәй файҙа килтерә.(зарарлы бөжәктәрҙе ашайҙар, тәбиғәтте йәмләйҙәр, йомортҡа һалалар, мамығынан мендәр яһайҙар, ите- кешегә аҙыҡ)
- Текстағы һүҙҙәр менән эш , уларға һорауҙар ҡуйыу: ҡоштар – нимәләр?, улар-нимәләр, файҙалы – ниндәй, нимәгә-емеш- еләккә, йәшелсәгә, игенгә, нимәне-бөжәктәрҙе, ҡасан- яҙ етеүгә, ағас баштарына, ҡыйыҡҡа – ҡайҙа.
4.Ял минуты. Турғай. өҫтәл, күбәләк, таҡта, ҡуян, ҡыҙылтүш, китап, ҡарлуғас, йәшелсә, сыйырсыҡ, дуҫ, аҡҡош, сәскә, ағас, торна, кәкүк.
5.Кластер төҙөү.

Ҙур йырсы
матур файҙалы


ҡоштар (ниндәй?)
Ҡоштар (ниндей?)



бәләкәй ҡышлау сыкитеүсе йорт
6.Синквейн төҙөү.
Ҡоштар.
Файҙалы, аҫыл, ҡышлаусы.
Һайрай, йәшәй, ярҙам итә.
Ҡоштар- тәбиғәттең бер өлөшө.
Ҡанатлы дуҫтар.
7.Уйын.Ниндәй ҡош?
1).Был ҡош аҡ, матур. Муйыны оҙон. Уның тураһында Ганс- Христиан Андерсен әкиәт яҙған.
2).Был ҡош ҙур, суҡышы осло. Ул бейектә оса. Ул ҡуян, төлкө ашай.
3).Был ҡош бәләкәй.Ул матур һайрай. Уның тураһында И.Крылов мәҫел( басня) яҙған.
8.Һөйләмде дөрөҫләп яҙ.
Зарарлы, таҙарта, ағасты, бөжәктәрҙән, тумыртҡа.
Ҡышын, ишетелә, урманда, тауышы, ҡоштар, һирәк.
Көнө, мәктәптә, үткәрәбеҙ, ҡоштар.
9 .Йомаҡтар сисеү.
1.Аяғы аҡтай,
Ҡойроғо ҡоромдай,
Мороно боҙҙай,
Күҙе тоҙҙай,
Йөрөй елдәй.
2. Гөлдөр- гөлдөр, гөлдөрсөк,
Гөлкәй ҡыҙыл ситекле.
3.Ағас башы туҡылдыҡ.
Туҡый- туҡый, туҡ булдыҡ.
4.Көнөн йоҡланым,
Төндә иланым.
10..Төркөмләп эшләү.
1.Ҡышлаусы ҡоштар.

2. Осар ҡоштар.

3.Йорт ҡоштары.

11.Проект эшләү.
1)Ҡош ояларын туҙҙырма !
2)Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотма !
3)Урманда һәм паркта шаулама, ҡоштарҙы ҡурҡытма!
12.Викторина.
1)Ниндәй ҡош беҙгә беренсе килә?
2)Яҙ кешеләр ниндәй ҡоштарға оя әҙерләй?
3)Ниндәй ҡош оя ҡормай?
4)Ҡоштар ҡышын ни өсөн күпләп үлә?
5)Ҡоштарға һәйкәл бармы?
13.Рефликсив анализ.
йылы яҡҡа китә.
2)Малайҙар тағараҡтар элделәр.
3)1апрель- көнө.
4)Һәр үҙ ояһын маҡтай.
14.Баһалау.
15.Өй эше: Ҡоштар тураһында 2 мәҡәл яҙырға.
| Ҡ | ы | ш |
| б | о | л | о | т |
| й | ә | ш | е | л |
| а | т | а | й |
| м | а | й |
| У | р | а | л |




Ҡоштар (ниндәй?)
Матур
Бәләкәй
Ҙур
Ҡышлаусы
Йырсы
Осар
Файҙалы
Йорт
Тәбиғәт
Урман
Кәслө
Р
Ә
Х
М
Ә
Т
Өйрәнербеҙ
Ҡабатларбыҙ
Уҡырбыҙ
Иҫтә ҡалдырырбыҙ
Тормошта ҡулланырбыҙ