Аңлатма яҙыу.
Әҙәби уҡыуҙан эш программаһы түбәндәге норматив документтарға таянып төҙөлдө:
- Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”ғы федераль законы 29.12.2012 й. № 273-ФЗ;
- Башҡортостан Республикаһының Салауат районы муниципаль районы Яхъя ауылының Яхъя төп дөйөм белем биреү мәктәбе Муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһының уҡыу программаһы;
-Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министырлығы тарафынан раҫланған Ф.Ш. Сынбулатова, М. С. Дәүләтшинаның авторлыҡ эш программаһы.- Өфө: Китап, 2015.
Уҡытыу түбәндәге дәреслектәр ярҙамында ойошторолған:
- Ф.Ш. Сынбулатова,С. В. Атнағолова. Әҙәби уҡыу: Башҡорт мәктәптәренең 1-се класы өсөн дәреслек.– Өфө, Китап, 2013.
Ф.Ш. Сынбулатова, М. С. Дәүләтшина. Әҙәби уҡыу: Башҡорт мәктәптәренең 2-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә.– Өфө, Китап, 2017.
Ф.Ш. Сынбулатова, М. С. Дәүләтшина. Әҙәби уҡыу: Башҡорт мәктәптәренең 3-сө класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. – Өфө, Китап, 2017.
ФФ.Ш. Сынбулатова, Ә.Т. Мәүлийәрова . Әҙәби уҡыу: Башҡорт мәктәптәренең 4-се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә.– Өфө, Китап, 2017.
Уҡыу дәрестәренең маҡсаты һәм бурыстары.
• башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштертеү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү даирәһен формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;
уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелендә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;
әҙәби әҫәрҙәр, фәнни-популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүҙемлек кеүек юғары әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;
туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;
бергә уҡыу компетентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.
Уҡыу йылына Әҙәби уҡыу буйынса сәғәттәр һаны 1-се кластарҙа 30 сәғәт, 2,3,4-се кластарҙа аҙнаһына 2 дәрес, 35 аҙнанан һәр класта 70 сәғәт.
Әҙәби уҡыу предметын өйрәнеүгә башланғыс кластарға бөтәһе 240 сәғәт бүленә.
. 1. Уҡыу предметының, курстың шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре.
Башланғыс класс уҡытыусыһы үҙ алдына баланы өс кимәлдә үҫтереү бурысын аныҡ ҡуя.
Шәхси үҫеш кимәле
Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңде һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.
Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
уҡыу техникаһын үҙләштереү;
уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;
әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу;
үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ аллы һайлай алыу;
һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
монологтар төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм таныш булмаған аудиторияла сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.
Уҡытыу һөҙөмтәһендә башланғыс мәктәптә балала артабан белем алырға әҙерлек, кәрәкле әҙәби үҫеш кимәле булдырыуға теләк уянасаҡ. Был түбәндәге күнекмәләрҙе булдырыуҙы күҙаллай:
тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;
әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;
әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;
әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;
үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;
энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.
1 класс
Шәхси үҫеш кимәле
Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға, белем алырға өйрәтеү.
Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;
- аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
Предмет кимәле
Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған. Уҡыу техникаһы- ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 25-30 һүҙ уҡыу.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
уҡыу техникаһын үҙләштереү;
уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү;
үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
.
2 класс
Шәхси үҫеш кимәле
Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле
-фольклор жанрҙарын өйрәнеү :
-.Шиғыр уҡыу,тыңлау һәм уны тасуири уҡырға өйрәтеү,яттан һөйләү күнекмәләре өҫтөндә эшләү:
-тәбиғәтте күҙәтеү,уны һаҡлау, ишәйтеү проблемаларына һәм шулай уҡ әҙәп,әхлаҡ,мәҙәниле аралашыу,хеҙмәт һәм тыуған ер,ил мәсьәләләренә бағышланған әҫәрҙәрҙе өйрәнеү:
-Уҡыу техникаһы- 35-55 һүҙ уҡыу.
компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
уҡыу техникаһын үҙләштереү;
уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү;
үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
3 класс
Шәхси үҫеш кимәле
Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һан
лаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле
-Тексты тасуири итеп уҡыу: -уҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау: -һөйләмдәрҙе һәм текстың бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡы; -Уҡыу тиҙлеге минутына 65-70 һүҙ уҡыу.
тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;
әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;
әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;
әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;
үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;
энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.
4 класс
Уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш әсен кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙеңце һәм тормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә, тарихи- мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле
әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;
әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау (тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү) һәм текстың төп фекерен асыҡлау;
үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;
тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;
йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;
аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле
-Тексты тасуири итеп уҡыу: -уҡығанда мәғәнә яғынан әһәмиәтле һүҙгә баҫым яһау: -һөйләмдәрҙе һәм текстың бүленештәрен береһен икенсеһенән айырып уҡы; - Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири итеп тулы һүҙҙәр менән ҡысҡырып минутына 90-100 һүҙ уҡыу. Эстән уҡығанда минутына 110-120 һүҙ уҡыу.
тирә-йүнде өйрәнгәндә туған тел дәресенең тотҡан урынын һәм ролен төшөнөү, уҡыуҙың мәҙәниәтле кеше тәрбиәләүҙәге ролен аңлау, шәхси сифаттарҙы һәм социаль ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү;
әҙәбиәттең дөйөм кешелек сифаттары тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен аңлау;
әҙәби текстар өҫтөндә эстетика һәм әхлаҡ күҙлегенән сығып эш итеү. Әҙәбиәттең сәнғәттең бер төрө икәненә төшөнөү, аңлау;
әҙәби жанрҙы билдәләү, геройға характеристика биреү өсөн анализлау, сағыштырыу алымдарын ҡулланыу; тексты һөйләй белеү күнекмәләренә эйә булыу;
үҙеңә кәрәкле информацияны әҙәби, фәнни-поппуляр, өйрәтеү текстарынан таба белеү;
энциклопедик, белешмә баҫмалар менән эшләү күнекмәләренә эйә булыу.
2.Программаның ӣөкмәткеһе.
1 класс.
Уҙыу йылының икенсе яртыһында “Туған тел” курсын өйрәнеү программаһына ярашлы беренсе-икенсе сиректә грамотаға өйрәнеү осоронда алған уҡыу, Һөйләү күнекмәләрен һәм төҫмөрләнә башлаған универсаль уҡыу эш алымдары оғталығын артабан үҫтереү маҡаты ҡуйыла.
Уҡыу йылының тәүге ярты йыллығында телмәр эшмәкәрлеге өлкәһендә өлгәшкән күрһәткестәр 1-се класс аҙағында планлаштырылған һөҙөмтәләргә ярашлы артабан камиллаштырыуҙы талап итә.
Туған теле”н өйрәнеү осронда түбәндәге мәсьәләләр ҡуйыла:
баланың тәү башалап уҡырға өйрәнеү күнекмәһен, оҫталығын артабан үҫтереү;
тел ғилеме өлкәһендә алған башланғыс төшөнсәләрҙе аңлы эшкәртеү процесын әүҙемләштереү;
һөйләү, уҡыутелмәрен ғәмәли ҡулланыу;
универсаль уҡу эш алымдарын үҙләштереүҙе интенсивлаштырыу.
Телмәр эшмәкәрлеге.
Телмәр һәм уҡыу эшмәкәрлегенең төрҙәре.
Тыңлау һәм аңлау.
Телдән һөйләнгән телмәрҙе (әңгәмәсенең мәғлүмәтен, һәр төрлө текстарҙы уҡыу) тыңлау ҡабул итеү. Мәғлүмәтте тыңлау мәғәнәһенә төшөнә барыу: уҡыусы һөйләмде тыңлай. Һөйләүсенең фекер ебенә төшөнә, телмәр аша уның мөнәсәбәтен, мәғәнә биҙәктәрен билдәләй, йөкмәткеһенә ҡарап үҙ яуабын әҙерләй, ҡылығын, тәртибен планлаштыра; уҡылған фәнни-мәғлүмәти, әҙәби әҫәрҙәр буйынса һорау биреү һәм мәғлүмәт алыу күнекмәләре үҙ аллы айырым ғына формалашмай. Ул һөйләү, яҙыу, уҡыу күнекмәләре менән аралашып, үрелеп бара.
Ҡысҡырып уҡыу. Уҡыу күнекмәһенә өйрәткәндә ҡысҡырып уҡыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡысҡырып уҡыу баланы уҡырға өйрәтеүҙә мөһим урын тота, тиҙ, дөрөҫ, йүгерек, аңлы һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен барлыҡҡа килтерә.Тксты аңлы үҙләштереү аша йүгерек уҡыукүнекмәләрен булдырыу.Һөйләмдәрҙе, тыныш билдәләренә иғтибар итеп, интонация менән уҡыу.
Эстән уҡыу. Һүҙҙәрҙе әйтмәйенсә , күҙ йөрөтөп, текстың йөкмәткеһен аңлап уҡыу. Был уөыуҙың тиҙлеген яҡшырта, балала уҡыуға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон арттра, үҙ аллы уҡыуңрға күнектерә.
Һөйләү- уҡыған тексты ентекләп һөйләү ул: фрагменттың төп фекрен билдәләү, терәк һәм мөһим һүҙҙәрҙе ҡулланыу;эпизодты тулы һөйләү, тексты өлөштәргә бүлеү, һһәр бүлеккә һәм тексҡа исем биреү, план төҙөү күнекмәләре булдырыу.
Диалог төҙөү. Диалогтың үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә биреү ;бирелгән һорауҙы аңлау, уларға яуап биреү ; әңгәмәсене бүлдермәйенсә, итәғәтле формала үҙеңдең фекереңде әйтеп, уҡылған әҫәр буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашыу.
Монолог. Һөйләү телмәренең бер формаһы тураһында аңлатма биреү.Монлогик һөйләү телмәрендә берәү һөйләүсе, ә ҡалғандар тыңлаусы ролен башҡарыуын аңлатыу.
Төрлө текстар менән эш.
Төрлө төрҙәге текстар тураһында тураһында дөйөм мәғлүмәт биреү.Фольклор- халыҡ ижады өлгөләре менән таныштырыу, мәғлүмәт биреү. Таныш булмаған текстарҙың йөкмәткеһен исеменә, һүрәтенә ҡарап алдан фаразлау.
Текстарҙың темаһын, төп фекерен, структураһын билдәләү, тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү.
Башҡортостандың күренекле шағирҙары һәм яҙыусылары ижады менән танышыу: Ф. Рәхимғолова, М. Ишбулатов, С. Муллабаев, М. Ғафури, Г. Ғәлиева, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, З. Биишева, К. Кинйәбулатова, А. Игебаев, Р. Ғарипов. Минең яратҡан әкиәттәрем. Еңеү көнө. Башҡортостандың ҙур ҡалалары. Ғаилә байрамдары. Бүләктәр. Яратҡан шөғөлөм. Спорт төрҙәре һәм уйындары. Минең дуҫтарым. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.
2 класс.
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө, башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә.
Программа етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәһе формалаштырыуға йүнәлтелгән: “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәрендә һүҙҙәрҙе һөйләмдә интонацион бәйләп уҡыу (ҡысҡырып уҡыу), уҡыу етеҙлеген үҫтереү (шымыраҡ уҡыуға күсеү, йыл аҙағына бышылдап уҡыу) өйрәнәләр. Етеҙ уҡыу,уҡыу техникаһын камиллаштырыу өҫтөндә системалы эш алып барыла. Һәр дәрестә текстың йөкмәткеһен үҙләштереү һәм уның төп идея тематикаһын асыҡлау өҫтөндә ентекле эш ойошторола. Бала тормош тәжрибәһенән сығып, теге йәки был хәл-ваҡиғаға, күренешкә, кешенең холоҡ-фиғеленә үҙ фекерен белдерә. Әҫәрҙәге ситуация, хәл-ваҡиғаларҙы ентекле анализлап, етди дәлилдәр килтереп, балалар дөрөҫлөктө иҫбатларға тырыша. Был осраҡта ҡыҙыу бәхәс тыуа. Бындай ситуациялар файҙалы әңгәмәләшеү, эшлекле һөйләшеүгә әйләнергә тейеш.
Белем байрамы.
Көҙгө тәбиғәт, сентябрь башын һүрәтләү. Уҡыуҙың тәүге көнө, 1 сентябрь – Белем байрамы тураһында һөйләшеү. Уҡытыусыға, мәктәпкә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Тырышып белем алыу – төп маҡсат икәнен иҫкә төшөрөү. Халыҡ ижады менән танышыу.
Уҡыйбыҙ ҙа, уйнайбыҙ ҙа...
Бишек йырҙары. Йәнлектәрҙең бишек йырҙары.
Бармаҡтар менән уйындар. Мөғжизәле бармаҡтар.
Һамаҡтар.
Йомро-йомро йомғағым, йомғағымда – йомағым.
Мәҡәлдәр – ололар һүҙе, ата – балалар кәңәше, өгөт – нәсихәте, аҡһаҡалдар васыяты.Фәстереүҙәр (уйҙырма).
Уйындар. Шаярыуҙар.
Башҡорт халҡының ауыҙ – тел ижады ҡомартҡылар менән таныштырыу. Улар нигеҙендә етеҙ һәм аңлы уҡыу оҫталығын шымартыу. Һөйләмдәрҙе һәм тексты, таныш билдәләре ҡуйылған пауза яһап, тейешле интонация менән уҡыу. Шыбырлап , эстән уҡыуға күнегеү.
Әкиәттәр донъяһында
Әкиәтте һөйләү, уҡыу, тыңлау нескәлектәре менән танышыу. Уҡыу техникаһын камиллаштырыу. Хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле тасуирлап , ике – өс әкиәтте матур итеп һөйләргә өйрәнеү. Әкиәттән өҙөктәрҙе ролләп уҡыу, сәхнәләштереү, йәғни тасуири уҡыу.
Шиғыр уҡыу, яттан һөйләү
Шиғырҙы тасуири уҡырға өйрәнеү, яттан һөйләү.
Уҡыусыларҙы шиғри телмәр үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Шиғри әҫәрҙең ҡыҫҡа юлдар менән бирелешен һәм ритм, рифма, баҫым күренештәрен күҙәтеү.
Тәбиғәт күренештәре, тәбиғәт матурлығы.
Экологик мәсьәләләр.
Беҙ - тәбиғәт балалары.
Тәбиғәтте өйрәнәйек, уны һаҡлайыҡ.
Етеҙ һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен камиллаштырыу. Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙе тәьҫирләнеп уҡыу. Уҡыған буйынса фекер алышыу, уҡығанды тасуирлап һөйләү.
Тәбиғәт тураһындағы әҫәрҙәрҙә уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхит, тормош хаҡындағы белемдәрен киңәйтеү. Тәбиғәт миҙгелен һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә тәбиғәт күренештәренең нескәлектәрен иғтибар итеү, матурлығын тоя белеү, һоҡланыу һәм тәбиғәттән алған уй-фекерҙәрҙе белгертеү, хис – тойғоларҙы тасуирлап һөйләү күнекмәләрен биреү.
Аралашыу мәҙәниәте. Кешеләр нисек аралаша?
Әҙәп төбө – ғәҙәт
Уҡылған әҫәрҙә балалар, өлкәндәр араһында булған хәл-ваҡиға, улар эшләгән эштәр, геройҙарҙың холоҡ-фиғеле, ҡылыҡтарын тураһында уйландырыу, фекер алышыу һәм баһа биреү.
Әҫәрҙәрҙәге балалар араһындағы мөнәсәбәткә күҙәтеү яһау. Ыңғай геройҙар өлгөһөндә мәҙәни аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү һәм ғәҙәти етешһеҙлектәр, насар күренештәргә ҡарата ҡарашыңда белдереү, баһа биреү, уларҙы булдырмау йәки бөтөрөү өсөн ниндәй саралар күреү тураһында уйланыу.
Беҙ хеҙмәтте, тыуған ерҙе һөйәбеҙ...
Уҡыу дәрестәрендә хеҙмәт тәрбиәһе, тыуған ил һәм тыуған төйәк , ата-бабалар ере тигән тәрән мәғәнәгә эйә булған төшөнсәләр биреү әҙәби әҫәрҙәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Бирелгән әҫәрҙәрҙә тыуған ергә , йәшәгән төйәккә, тирә-яҡ мөхиткә ҡарата кеше мөнәсәбәте мәсьәләләре күтәреләю . Бала дәрестә уҡыған шиғыр, әкиәт, хикәйә һәм башҡа жанрҙар аша кешенең тыуған еренә булған мөхәбәтте тырыш хеҙмәте һәм файҙалы эштәре менән билдәләүенә инана.
Кластан тыш уҡыу
Тыуған төйәк, ер – һыу, республикабыҙ. Ҡош – ҡорт, хайуандар, үҫемлектәр, уларҙы ҡайғыртыу һәм кешеләрҙең, шулай уҡ балаларҙың, уларға мөнәсәбәте. Балалар һәм өлкәндәр , бала һәм уның тиҫтерҙәре. Улар араһындағы мөнәсәбәт.
3 класс.
Белем байрамы.
« Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар » . Маҡсаттар: педагогик маҡсат-тасуири уҡыу күнекмәһе булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаттары- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
«Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә..»
Маҡсаттар: педагогик маҡсат- тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыусыларҙың маҡсаты-был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә шиғырҙарҙы тасуири итеп яттан һөйләргә өйрәнеү , әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
« Әҙәп төбө- матур ғәҙәт »
Маҡсаттар: педагогик маҡсат- ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү; әҫәр тексын файҙаланып, үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу; әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаки ҡиммәттәр тәрбиәләү, уҡыусыларҙың маҡсаты-был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.
«Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа» . Маҡсаттар: педагогик маҡсат-балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу, әҙәби –теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, рәссамдың текска төшөргән һүрәте менән үҙҙәренең күҙаллауҙарын сағыштырырға өйрәнеү
«Йортом, илем, халҡым киләсәгем».
Маҡсаттар: педагогик маҡсат-Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең , халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҙәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.
«Әкиәт уҡырға яратам». Маҡсаттар: педагогик маҡсат-текстың йөктәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, текска ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты-ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, өҙөктәрен дөрөҫ интонация, темп, тон менән һөйләү
«Илде иңләп, йәмле яҙ килә…»
Маҡсаттар: педагогик маҡсат- нәфис әҙәбиәтте сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.
4 класс.
Мәктәп. Тыуған ил. Йәйҙе иҫкә төшөрөү. Тәбиғәт бүләктәре. Ил тарихы - халыҡ тарихы. Тормош - ижад… Тыуған илгә хеҙмәт итеү. Халыҡ аҡылы. Ҡыш. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ. Сәсәндәр. Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре. Башҡортостан ҡалалары. 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Башҡортостан мәҙәниәте. Яҙ. Кеше кеше булып ҡалһын. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Һаумы, йәй!
4-се класс программаһында күләмлерәк әҫәрҙәр уҡыу ҡаралған һәм башланғыс мәктәпте тамамлауға оптималь уҡыуға ирешеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле, асыҡ,дөрөҫ итеп һөйләй һәм яҙа белеү күнекмәләре булдырыу күҙ уңында тотола. Программаға балалар өсөн яҙған күренекле өлкән әҙиптәрҙең (М.Кәрим, З.Биишева, Я.Хамматов, Д.Бүләков, А.Игебаев, Н.мусин, Ф.Иҫәнғолов, К.Кинйәбулатова, С.Әлибаев һ.б.), билдәле йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәре һәм донъя әҙәбиәтенән тиҫтәнән ашыу әҫәр индерелгән. Тирә-яҡ мөхитте танып-белеүгә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә ҡоролған, күркәм сифаттар тәрбиәләү, намыҫлылыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек, ғәҙеллек кеүек әхлаҡи проблемаларҙы сағылдырған, матурлыҡты күрергә һәм тыуҙырырға өйрәткән әҫәрҙәргә ҙур урын бирелә. Уҡыусының әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларға, күренештәргә, әҫәрҙең геройҙарына ҡарата шәхси уй-фекерҙәре тыуа, ҡарашы барлыҡҡа килә. Былар менән ул уҡытыусы һәм тиҫтерҙәре менән уртаҡлашырға тейеш. Уҡыусыға системалы рәүештә әҫәрҙәрҙе өйҙә уҡып килергә ҡушыу уны китап уҡыуға ылыҡтыра, үҙ аллы уҡыу күнекмәһен формалаштыра.
3. Тематик план.
1 класс.
| № | Бүлектең исеме | Сәғәттәр һаны |
| Мин уҡый беләм. 1сәғ |
| 1 | Мин уҡый беләм. | 1 |
| Әкиәт уҡырға яратам…9 сәғ |
| 2 | Шалҡан (әкиәт). | 1 |
| 3 | Ж.Кейекбаев.Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? | 1 |
| 4 | Ж.Кейекбаев. Айыу ниңә ҡышын йоҡлай? | 1 |
| 5 | Эш бөткәс, уйнарға ярай. | 1 |
| 6 | Тирмә. (әкиәт) | 1 |
| 7 | Тейен менә бүре. Лев Толстой | 1 |
| 8-9 | Башаҡ. (украин халыҡ әкиәте) | 2 |
| 10 | Тикшереү эше. | 1 |
| Атай – ғаилә башлығы. 8 сәғ |
| 11 | Атай – ғаиләлә хужа. Ф.Ш.Сынбулатова | 1 |
| 12 | Атай менән әсәйҙән өйрәнербеҙ. Ф.Сынбулатова. | 1 |
| 13 | Атай һәм улдар. Лев Толстой. | 1 |
| 14 | Солтангәрәев. Ҡояш ҡайтҡан | 1 |
| 15 | Кем бай? (әкиәт) | 1 |
| 16 | Тәүге дәрес. С.Кәрим. | 1 |
| 17 | Ҡартатайым кәңәштәре. Ф. Ш.Сынбулатова | 1 |
| 18 | Тикшереү эше | 1 |
| Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр. 7 сәғ |
| 19 | Әсәйем ҡояш кеүек. Р.Ғәббәсова. | 1 |
| 20 | Йоҡла, балам, күҙ нурым. Р.Солтангәрәева. | 1 |
| 21 | С. Кәрим. Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек. | 1 |
| 22 | Өс ҡыҙ. (әкиәт) | 1 |
| 23 | В.Осеева. Улдар. | 1 |
| 24 | Минең әсәйем кем? Ф.Ғөбәйҙуллина. | 1 |
| 25 | Тикшереү эше | 1 |
| Матурлыҡ донъяһына сәйәхәт. 4 сәғ |
| 26 | Бәхәс. Н.Игеҙйәнова. | 1 |
| 27 | Р. Ниғматуллин. Тәрбиәһеҙ өйрәк. | 1 |
| 28 | Аҡ таҫмалы Зөһрә. Б.Байым. | 1 |
| 29 | Тикшереү эше | 1 |
| 30 | Нығытыу | 1 |
| | Бөтәһе | 30 |
2 класс.
| № | Бүлектең исеме | Сәғәттәр һаны |
| Уҡы, эшлә, аҡыл йый. 4 сәғ |
| 1 | Ф. Ту4ы6баева. Мин – у7ыусы. | 1 |
| 2 | З. Кускилдина. Ба97ыс. | 1 |
| 3 | З. Кускилдина Ҡанатһыҙ турғай. | 1 |
| 4 | Ш. Бикҡолов Кешегә кәрәк белем. | 1 |
| Халҡым йыйған ынйылар. 5сәғ |
| 5 | Бишек йыр6ары. | 1 |
| 6 | Әшкәк-бешкәк, йәки беҙҙең уйыныбыҙ | 1 |
| 7 | Барма7тар мен2н уйындар. | 1 |
| 8 | Шаяртыу6ар. Таҡмаҡтар. | 1 |
| 9 | Йомғаҡлау дәресе. | 1 |
| Әкиәт уҡырға яратам. 13 сәғ |
| 10 | Беҙ әкиәт тыңлайбыҙ. А.Йәғәфәрова | 1 |
| 11-12 | Т0лк0 мен2н 2т2с. | 2 |
| 13-14 | М.;абдрахманов. «Айыухас мен2н Айыук2с м2кт2пт2». | 2 |
| 15 | З. Кускилдина. Батыр малай. | 1 |
| 16 | З. Кускилдина. Са7ырылма4ан 7уна7. | 1 |
| 17 | Д. Талхина. «К1г2рсен к1662ре». | 1 |
| 18 | М. М0сифуллин. «Т0лк0 мен2н 7ырмы97а». | 1 |
| 19 | А. ;арифуллина. «Терпе ни82 эн2ле». | 1 |
| 20 | З. Кускилдина Ай аҡылға ултыртты. | 1 |
| 21 | Т0лк0 мен2н к2з2 т2к23е. | 1 |
| 22 | Йом4а7лау. | 1 |
| Шып-шым булдыҡ, тынғанбыҙ, беҙ бит шиғыр тыңлайбыҙ. 7 сәғ |
| 23 | Ф. Туғыҙбаева. Әсәйемдең ҡулы күп. | 1 |
| 24 | М. Хисмәтуллина. Ҡарлуғас. Бесәй менән сысҡандар. | 1 |
| 25 | А. Игебаев Тыуған яҡ. Д. Талхина. «Йәй». | 1 |
| 26 | С. ;2л21етдинов. ?орот. | 1 |
| 27 | Ф. Туғыҙбаева Балыҡсы Айтуған бабай. | 1 |
| 28 | Бесәйҙең өйө яна.Рус халыҡ ижады | 1 |
| 29 | Йом4а7лау. | 1 |
| Тәбиғәт – матурлыҡ, байлыҡ, һаҡлаһын уны бар халыҡ. 24 сәғ |
| 30 | Б. Но4оманов. Урман китабы. | 1 |
| 31 | А. Игебаев. Урмансы малай. | 1 |
| 32 | Ғ.Ишбулатов Шыҡыйыусы, шәп йүгереүсе ҡоштар. | 1 |
| 33 | Ф. И92н4олов. «Ты8лау3ы6 сана мен2н са84ы». | 1 |
| 34 | А. Й242ф2рова С2нскеле к1лд2к. | 1 |
| 35 | Ф. Фәтҡуллина Ҡарҙағы яҙыуҙар. | 1 |
| 36 | Н. Иге6й2нова. Тир2к. | 1 |
| 37 | Йом4а7лау д2ресе. | 1 |
| 38 | Ф. И92н4олов. Фл1р2не8 42йебе ним2л2 | 1 |
| 39 | Ф. Ф2т7уллина. ?уна7 табыны. | 1 |
| 40 | С. Яҡупов. Кем маҡтансыҡ? | 1 |
| 41-42 | А Й242ф2рова. «Ду9лы7 мен2н шаярмай6ар» | 2 |
| 43 | Г.Я7упова. «Р2хм2т яу4анда» | 1 |
| 44 | Ф. И92н4олов. «Батыр6ар » | 1 |
| 45 | Ф. Иҫәнғолов. Ҡыҙҙар менән уйнарға яраймы? | 1 |
| 46 | К. Ильясов. Ти9к2ре. | 1 |
| 47 | З. Кускилдина. ?ас7ан 2йбер62р. | 1 |
| 48 | Ф. И92н4олов. Ғәбиттең сере нимәлә? | 1 |
| 49 | Ф. И92н4олов. №ин ни эшл2р ине8. | 1 |
| 50 | Ф. Ту4ы6баева. !сеге1с2н бер Малай | 1 |
| 51 | Ф. И92н4олов. Нимә тип яуап бирер инең? | 1 |
| 52 | Ж. Кейекбаев. Омор6а7 бабай. | 1 |
| 53 | Йом4а7лау д2ресе | 1 |
| Тыуған йортом, ерем – минең күңел нурым. 6 сәғ |
| 54 | Г. ;2лиева. Мин й2ш2йем Уралда. | |
| 55 | Ф. Туғыҙбаева. Баш ҡала шундай матур. | |
| 56 | Й. Солтанов. )ф0- бе66е8 баш 7алабы6. | |
| 57 | М. Сади7ова. Тыу4ан я7тарым 32йб2т. | |
| 58 | З Кускилдина. Өй туйы. | |
| 59 | В.Исхаков. !г2й ин2 1л2не. | |
| Байлыҡ, муллыҡ – тормош етеш, хеҙмәттән алынған емеш. 11 сәғ |
| 60 | Ф. И92н4олов. )лг0рг2нлек 3ынауы. | 1 |
| 61 | Р. Әбуталипова. Уңған уң ҡул. | 1 |
| 62 | А. ;арифуллина. К0т0лм2г2н осрашыу. | 1 |
| 63 | Йом4а7лау д2ресе | 1 |
| 64 | Н. Игеҙйәнова. Янғын. | 1 |
| 65 | «. Ихсан. «с2 р2хм2те. | 1 |
| 66 | Г. Яҡупова. Ярғанат. | 1 |
| 67 | Г. Ситдиҡова. Сер. | 1 |
| 68 | Йом4а7лау д2ресе. | 1 |
| 69-70 | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 2 |
| | Бөтәһе | 70 |
3 класс.
| № | Бүлектең исеме | Сәғәттәр һаны |
| Белем байрамы. 1 сәғ |
| 1 | Өсөнсөгә күскәнбеҙ. С.Әлибай . Уҡытыусыма. М.Кәрим. | 1 |
| Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. 7сәғ |
| 2 | Йәй бит был, йәй! Сабир Шәрипов. | 1 |
| 3 | Бүленгән бөлөр. Ноғман Мусин. | 1 |
| 4 | Сәскә телен белеүсе Сәлим. Ф.Туғыҙбаева. | 1 |
| 5 | Кем ғәйепле. Ф.Фәткуллина. | 1 |
| 6 | Баҫыу һаҡсылары. Хәким Хәйретдинов. | 1 |
| 7 | Ж.Кейекбаев Һунарсы мажаралары. | 1 |
| 8 | Йомғаҡлау «Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар» | 1 |
| Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә. 7 сәғ |
| 9 | Көҙ. М.Кәрим. Көҙ. Р.Бикбаев. Көҙгө болот. И. Илембәтова. | 1 |
| 10 | Дуҫтар көҙ ҡаршылай. Д.Талхина. | 1 |
| 11 | Сәйәхәт. Ф. Рәхимғолова. | 1 |
| 12 | Шыршыбикә. Р.Низамов. | 1 |
| 13 | Япраҡтар. М.Хисматуллина. Көҙ. С.Муллабаев. Ишетәм. А.Игебаев. | 1 |
| 14 | Ҡоштарҙың йыйылышы. Ғ.Ғәлиев. | 1 |
| 15 | Йомарт уңыш. А Игебаев. Йомғаҡлау дәресе. | 1 |
| Әҙәп төбө - матур ғәҙәт. 15 сәғ |
| 16 | Ололар кәңәше. Иптәштәрең менән аралашыу ҡағиҙәләре . | 1 |
| 17 | Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Р.Ханнанов. | 1 |
| 18 | Тартай теленән табыр. Р.Ханнанов | 1 |
| 19 | Кешегә соҡор ҡаҙиа, үҙең төшөрһөң. Р.Ханнанов | 1 |
| 20 | Кәңәшле эш тарҡалмаҫ. Р.Ҡотошов. | 1 |
| 21 | Дуҫтар менән дошмандар. К. Мәргән. | 1 |
| 22 | Өҙөлгән сәскәләр. Ҡ. Даян. | 1 |
| 23 | Кем алданды? Р.Солтангәрәев. | |
| 24 | Ҡайын. А.Ғирфанов. | 1 |
| 25 | Лайыҡлы бүләк. Б.Байымов. | 1 |
| 26 | Аҡтырнаҡ. Н.Игеҙйәнова. | 1 |
| 27 | Берлектә – ҙур байлыҡ. И. Ғимранов. | 1 |
| 28 | Сәтләүек ҡыҙ. Йомабикә Ильясова. | 1 |
| 29 | Дуҫлыҡ һуҡмағы. Г.Скребицкий. | 1 |
| 30 | Йомғаҡлау дәресе. | 1 |
| Рус әҙәбиәте. 2 сәғ |
| 31 | Ҡараҡ бесәй. К.Паустовский | 1 |
| 32 | Ҡошсоҡ. Л.Толстой. | 1 |
| Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа... 8 сәғ |
| 33 | Ҡыш. Н.Нәжми. Ҡышҡы юлда. Ш.Бабич. Буран. М.Ғәли. | 1 |
| 34 | Һунарға барғанда. М.Садиҡова. | 1 |
| 35 | Йәйәүле буран. Р Хәйри. | 1 |
| 36 | Биҙәктәрҙе кем яһаған? С. Сурина. | 1 |
| 37 | Урман ситендә. Шәриф Биҡҡол. | 1 |
| 38 | Ни өсөн айыу ҡыш көнө йоҡлай? С. Сурина. | 1 |
| 39 | Ҡыш ниңә ҡырыҫ холоҡло? Г. Шафиҡова. | 1 |
| 40 | Йомғаҡлау. | 1 |
| Йортом, илем, халҡым, киләсәгем...12 сәғ |
| 41 | Ватан . Н.Нәжми. Бәхәс. Р.Хәйри. | 1 |
| 42 | Изге аманат. Р.Ханнанов. | 1 |
| 43 | Тыуған ил ҡайҙан башлана? Ғ. Хөсәйенов. Ай , Уралым , Уралым.( ҡобайыр). | 1 |
| 44 | Башҡортостан. Ғ. Хөсәйенов. Ватан ул, ҡыҙым Тыуған ил.. Р.Ниғмәти. | 1 |
| 45 | Самат олатай ҡайындары. Ү.Сирбаев. | 1 |
| 46 | Урал. | 1 |
| 47 | Баш ҡалабыҙ- Өфө. Р. Бикбай. Баш ҡалаға исем биргән ырыу. ? Аҡбуҙат ж. | 1 |
| 48 | Ҡурай. Б. Рафиков. | 1 |
| 49 | Бабсаҡ бей ырыуы. Т. Шаһманов. | 1 |
| 50 | Салауатҡа –салауат. Т.Сәғитов. Салауаттың тыуған көнө нисәү? | 1 |
| 51 | Батырға үлем юҡ. С. Әлибай. | 1 |
| 52 | Ере барҙың - теле бар. С.Сурина. Йомғаҡлау. | 1 |
| Әкиәт уҡырға яратам. 10 сәғ |
| 53 | Ирәмәлкәй тауҙың аҡ ташы. В. Исхаҡов. | 1 |
| 54 | Икмәк көсө. А. Шәйәхмәтова. | 1 |
| 55 | Ҡошҡа әйләнгән әбей. Әкиәт. | 1 |
| 56 | Үгәй ҡыҙ Гөлбикә. Әкиәт. | 1 |
| 57 | Васыят. | 1 |
| 58 | Урал иле. А. Йәғәфәрова. | 1 |
| 59 | Урал батыр. (өҙөк) | 1 |
| 60 | Алпамыша батыр. | 1 |
| 61 | Бойҙай бөртөгө. | 1 |
| 62 | Юлдыбай һунарсы. Йомғаҡлау. | 1 |
| Илде иңләп, йәмле яҙ килә. 8 сәғ |
| 63 | Яҙ етте. М.Ғафури. Яҙғы йыр. Р.Ғарипов. | 1 |
| 64 | Илде иңләп, йәмле яҙ килә. С. Разетдинов. | 1 |
| 65 | Яҙ ҡайҙан килде? Р.Сәғәҙиев | 1 |
| 66 | Тамсы менән тамсыҡай. Ә. Хәмәтдинова. | 1 |
| 67 | Яҙ башы. С.Әлибай. Тамсылар. Ғ.Ғүмәр. | 1 |
| 68 | Бөйөк еңеү. Ғ.Рамзанов. | 1 |
| 69-70 | Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 2 |
| | Бөтәһе 70 сәғәт | |
4 класс.
| № | Бүлектең исеме | Сәғәттәр һаны |
| Һаумы, мәктәп! 1 сәғ |
| 1 | Һаумы, мәктәп! Белем байрамы. Ф.Рәхимғолова | 1 |
| Мәжит Ғафури. 2 сәғ |
| 2-3 | Мәжит Ғафури. Ҡыр ҡаҙы. | 2 |
| Мостай Кәрим. 3 сәғ |
| 4-5 | Мостай Кәрим. Беҙҙең өйҙөң йәме. | 2 |
| 6 | Шулай башлана йәшәү. М. Кәрим шиғырҙары. | 1 |
| Зәйнәб Биишева. 3 сәғ |
| 7 | Зәйнәб Биишева. Ҡояш нимә тине? | 1 |
| 8 | Зәйнәб Биишева Йәшел йүгән. | 1 |
| 9 | Зәйнәб Биишева. Ат һәм күгәүен.(мәҫәл) Ҡыш баһадир. | 1 |
| Динис Бүләков. 5 сәғ |
| 10 | Динис Бүләков. Яңы дуҫ. | 1 |
| 11 | Динис Бүләков. Әлфиәнең күҙ йәштәре. | 1 |
| 12 | Динис Бүләков. Ҡышкы сәскәләр. | 1 |
| 13 | Динис Бүләков. Томбойоҡ сәскәһе. | 1 |
| 14 | Динис Бүләков. Йәшел гармун. | 1 |
| Яныбай Хамматов. 3 сәғ |
| 15-16 | Яныбай Хамматов. Салауат(романдан өҙөк). | 2 |
| 17 | Яныбай Хамматов. Ҡотҡарыу(романдан өҙөк). | 1 |
| Абдулхак Игебаев. 1 сәғ |
| 18 | Абдулхак Игебаев. Һай, тыуған ер, ғәзиз ер! Урал (поэманан өҙөк) | |
| Ноғман Мусин. 4 сәғ |
| 19 | Ноғман Мусин. Етемәк болан балаһы | 1 |
| 20 | Ноғман Мусин. Ҡарағай башында бер төн. | 1 |
| 21 | Ноғман Мусин. Татлы тамаҡ һуҫар. | 1 |
| 22 | Ноғман Мусин. Ҡоралайҙар. | 1 |
| Фәрит Иҫәнғолов. 4 сәғ |
| 23 | Фәрит Иҫәнғолов. Баҫыу уртаһындағы күл. | 1 |
| 24 | Фәрит Иҫәнғолов. Өс малай һәм бер йәйен тураһында хикәйә. | 1 |
| 25 | Фәрит Иҫәнғолов. Маҙаһыз төн. | 1 |
| 26 | Фәрит Иҫәнғолов. Урман патрулдәре. | 1 |
| Сафуан Әлибай. 1 сәғ |
| 27 | Сафуан Әлибай. Шиғырҙар.Ҡышҡы урман. | 1 |
| Рус әҙәбиәте. 7 сәғ |
| 28-29 | А.С. Пушкин «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт» | 2 |
| 30 | С. Михалков «Китап һөйөүсе» | 1 |
| 31 | А. Чехов «Аҡмаңлай» | 1 |
| 32 | В.Бианки «Кәкүк балаһы» | 1 |
| 33 | В. Осеева «Ни өсөн?» | 1 |
| 34 | С. Панасенко «Япраҡ» | 1 |
| Фаҡиһа Туғыҙбаева. 2 сәғ |
| 35 | Фаҡиһа Туғыҙбаева. Икмәк. | 1 |
| 36 | Фаҡиһа Туғыҙбаева . Көтөлмәгән буран. | 1 |
| Наил Ғәйетбай. 2 сәғ |
| 37 | Наил Ғәйетбай. Аҡбулат батыр. | 1 |
| 38 | Наил Ғәйетбай. Төнгө осрашыу. | 1 |
| Гөлфиә Юнысова. 1 сәғ |
| 39 | Гөлфиә Юнысова. Әсәм һүҙҙәре. Тыуған ерем. | 1 |
| Раил Байбулатов. 3 сәғ |
| 40 | Раил Байбулатов. Күгәрсендәр төйәгендә. | 1 |
| 41 | Раил Байбулатов . Батырлыҡ еле. | 1 |
| 42 | Раил Байбулатов . Сәскәләр мажараһы. | 1 |
| Рәис Ғабдрахманов. 6 сәғ |
| 43 | Рәис Ғабдрахманов. Имән төбөнән сыҡҡан шар. | 1 |
| 44 | Рәис Ғабдрахманов. Беҙғолак. | 1 |
| 45 | Рәис Ғабдрахманов. Ултырма ҡыҙ. | 1 |
| 46 | Рәис Ғабдрахманов. Капитан. | 1 |
| 47 | Рәис Ғабдрахманов. Ысын дуҫлыҡ. | 1 |
| 48 | Йомғағлау дәрес. Тикшереү эше. | 1 |
| Марс Әхмәтшин. 3 сәғ |
| 49 | Марс Әхмәтшин. Бер урам малайҙары. | 1 |
| 50 | Марс Әхмәтшин. Кәрәҙле бал. | 1 |
| 51 | Марс Әхмәтшин. Гөлйемеш. | 1 |
| Фәрзәнә Акбулатова. 3 сәғ |
| 52 | Фәрзәнә Акбулатова. Толпар ҡанатлы була. | 1 |
| 53-54 | Фәрзәнә Акбулатова . Атай икмәге. | 2 |
| Илдус Тимерханов. 2 сәғ |
| 55 | Илдус Тимерханов. Шишмә. | 1 |
| 56 | Илдус Тимерханов. «Бүре бар» | 1 |
| Сөләймән Латипов.2 сәғ |
| 57 | Сөләймән Латипов. Ер еләге ерҙә бешә. | 1 |
| 58 | Сөләймән Латипов. Болан мөгөҙө. | 1 |
| Лира Яҡшыбаева. 3 сәғ |
| 59 | Лира Яҡшыбаева. Кеше һүҙе. | 1 |
| 60 | Лира Яҡшыбаева . Аҡтырнаҡ. | 1 |
| 61 | Тикшереү эше | 1 |
| Донъя әҙәбиәте. 5 сәғ |
| 62 | Ғабдулла Туҡай. Бишек йыры. Шүрәле. | 1 |
| 63 | Шарль Перро. Ҡызыл башлыҡ. | 1 |
| 64 | Бер туған Гриммдар. Бутҡа көршәге. Аҡыллы көтөүсе. Дж. Родари.Һорауҙар. | 1 |
| 65 | Ю. Ванаг. Аҡҡош. | 1 |
| 66 | А. Конанбаев. Йәш быуынға. Япон халык әкиәте. Йәшлек шишмәһе. | 1 |
| Йомғаҡлау дәресе. 4 сәғ |
| 67-70 | Йомғаҡлау дәресе. | 4 |
| | Бөтәһе | 70 |