Яландағы алһыу, аҡ, күкһел, ҡыҙғылт, һары сәскәләрҙең матурлығынан Сәлихтең күҙҙәре ҡамашты, ялан сәскәләренең тәмле, хуш еҫе уның танауын ҡытыҡланы. Сәлих, үҙе лә һиҙмәҫтән, ихлас йылмайып аяҙ күк йөҙөнә баҡты, кинәнеп саф һауаны һуланы.
Аныҡлаусы.
Аныҡлаусылар һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, шулай уҡ иҫәбен йә күләмен белдереп, ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙағы? Нисә? Нисәнсе? Кемдең? Нимәнең? Һорауҙарына яуап бирә.
- Баҡсала ҡыҙыл, һары, алһыу төҫтәге сәскәләр үҫә.
- Баш ҡ ортостанда алты йө ҙҙ ән ашыу йылға, меңдән арты ҡ күл, бер мең биш йө ҙ самаһы быуа бар.
- Был кешенең ҡарашы бигерәк уҫал ине.
- Әйткән һү ҙ -ат ҡ ан у ҡ .
- Ялҡауҙың көн дә башы ауырый.
- Минең Ватаным океандарҙан киң.
- Уҡығандың теле икәү.
Биш уҡыусы, уҡыған бала, был кеше, әсәйемдең ҡулдары, тәмле аш, киләсәк быуын, икенсе парта, бармаҡтың осо, күпте күргән олатай, шул ер, һөйләүсе сәсән, аҡыллы бала, егерменсе быуат, дәрестең башы, бишкә уҡыусы бала.
Болонда аҡ, ҡыҙыл, һары, зәңгәр сәскәләр үҫә.
Баҡсалағы ҙур аҡ сәскә һыуыҡҡа бирешмәгән ине.
Көҙ көнө беҙҙең урман ҡыҙыл, ҡара, көрән һәм һары төҫтәргә инә.
Көҙгө ҡараңғы төн. Киң йәшел туғайҙар уларҙың күҙ алдынан экрандағы кеүек үтте.
Аныҡлаусылар
Тиң аныҡлаусылар:
Предметтың бер төрлө билдәһен (йә сифатын, йә күләмен) генә белдерә. Предметты бер яҡтан ғына асыҡлай. Мәҫәлән, төҫөн генә белдерә.
Тиң булмаған:
Предметтың төрлө билдәһен белдерә. Мәҫәлән, күләмен һәм төҫөн. Был аныҡлаусылар араһында, ғәҙәттә, өтөр булмай.
ИҪКӘРМӘ:
Әгәр тиң булмаған аныҡлаусылар предметҡа тулы, һәр яҡлап характеристика биреп килһә, улар араһында өтөр ҡуйыла.
Мәҫәлән: Ауылға оҙон буйлы, ҡуңыр йөҙлө, үткер күҙле бер егет килеп инде.
1 .Тарих дәресендә беҙ яңы төҫлө музыкаль кинофильм ҡараныҡ.
2 .Ҡыҙ ваҡ биҙәкле алһыу күлдәк кейгән ине.
3 .Тәҙрәнән тышҡа күҙ һалһаң, йөҙ йәшәр бейек ҡарағайҙар күренә.
4 .Малай яр буйынан аҡ, көрән, күкһел, ҡыҙғылт таштарҙы йыйып алып ҡайтты.
5 .Йәмилә һары сәсле, зәңгәр күҙле, аҡ сырайлы һәм бик баҫалҡы тәбиғәтле ҡыҙ ине.
6 .Апайым баҡсанан ҡыҙыл, йәшел, һары алмалар йыйып индерҙе.
7. Ул ҡулына ҙур аҡ биҙрә тотҡан ине.
8. Киләһе бүлмә яҡты йылы таҙа ине.
Мин – Гөрләүек. Яҙһылыу менән Ҡарбатырҙың етеҙ иң кесе улы. Яҙ етеү менән, урмандарҙан, тауҙарҙан атылып сығам да үҙемдең ҡыҙыҡлы оҙон сәйәхәтемде башлайым. Донъя гиҙеүе күңелле! Ләкин был юлы сәйәхәтемдә күңелһеҙ хәлдәргә шаһит булдым. Йәшел ҡуйы урмандар буйлап гөрләй-гөрләй түбән йүгергәндә, юлымда ҙур-ҙур бысраҡ тоҡтар осраны, уларҙы урап үттем.
Ә эсендә нимә, тиһегеҙме? Әйтергә лә оят: сүп-сар, буш шешәләр, ҡалай кәнсирҙәр, пластмасса һауыттар. Миңә быны күреүе бик ауыр булды. Бара торғас, Инйәр йылғаһына ағып төштөм. Бында ир-ат балыҡ тота. Ҡармаҡ менән түгел, ә ҙур оҙон ау менән. Балыҡтарҙы күпләп һәләк итәләр бит. Аптырап юлымды дауам итәм. Бына өҫтөмә тағы ла бер ауыр нәмә килеп төштө. Ҡараһам, кешеләр йылғаға тоҡлап сүп-сар ырғыта. Үҙҙәре тәбиғәттә йәшәп, нисек шуға ҡулдары күтәрелә икән?
Эш :
Берәй яҡын кешегеҙ тураһында күберәк аныҡлаусылар ҡулланып, ҡыҫҡаса хикәйә төҙөгөҙ.