СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

Звук й и буквы Й, й

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок  обучения грамоте на башкирском языке.Употребление звука й и правописаниие буквы й преподносится до учащихся через сказку "Тирмәкәй" ( Теремок)

Просмотр содержимого документа
«Звук й и буквы Й, й»

Министерство образования РБ











Урок обучения грамоте

(родной язык)

«Звук й,буквы Й й»

1 класс




Учитель: Карабаева Ляля Ахсановна
















Тема :” Й өн-хәрефен тамғалау.Йй хәрефен яҙырға өйрәтеү”.


Маҡсат: й өнөн телмәрҙән айырыу,Й й хәрефтәрен яҙырға өйрәтеү,Башҡортостандың географик атамалары менән танышыу,күсереп яҙыу күнекмәләрен нығытыу

Йыһазландырыу: һүҙҙәр яҙылған карточкалар,схемалар,тартынҡы өндәр таблицаһы,”Йырлап асыла күңел” дискы,Башҡортостан Республикаһы атласы

Дәрес планы.

1.Психологик инеш.

2.”Уңыш “ситуацияһы тыуҙырыу.

3.Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу

4.Уҡыу мәсьәләһен сисеү

5. Практик эштәр башҡарыу.

6.Рефлексив анализ.

7.Баһалау.

Бүлмә уртаһында -тирмәкәй,парталар ярым түңәрәк яһап ултыртылған.













Дәрес барышы

1.Психологик инеш

Ҡояш ҡалҡа тау артынан Беҙҙең дә йөҙҙәребеҙҙә

Йылмайып,көлөп кенә. Ҡояш нурҙары балҡый.

Бөтәбеҙҙе иркәләй ул Ҡояш көн дә сыҡһын-тибеҙ,

Нурҙарын һибеп кенә. Һәм балҡыһын йылмайыу.

-Бер-берегеҙгә ҡарап йылмайығыҙ.

Йылмайыу кешеләрҙе шатландыра,күңелдәрен күтәрә,беҙ ҙә яҡшы кәйеф менән эшкә тотонайыҡ.

2.”Уңыш” ситуацияһы тыуҙырыу.

Йылмайыу һүҙендә беҙ үткән дәрестә өйрәнгән ниндәй өн-хәрефе бар?( Й өн -хәрефе)

-Был өнгә характеристика бирәйек әле.(Й-яңғырау тартынҡы).

Тартынҡы өндәр таҫмаһын ҡарау.

Бөгөнгө дәрестә үтелгәнде ҡабатлап,нығытып китәбеҙ.

3.Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу.

Ә дәресебеҙ ябай түгел,әкиәткә сәйәхәт.Ниндәй әкиәткә?Кем әйтә?Эйе, “Тирмәкәй” әкиәтенә.Һәм тағы ла бер үҙенсәлек-һәр геройҙың исемендә Й өн-хәрефе булырға тейеш.

Шулай итеп, башлайбыҙ.

4.Уҡыу мәсьәләһе сисеү.

Хор менән йырлайбыҙ

Яланда тора ине бер тирмәкәй,

Бәләкәй ине ул бик ,бәләкәй.

Ялан буйлап бер сысҡан йөрөнө,

Күреп ҡалды ул шунда тирмәне.

-Кем,кем тирмәкәйҙә йәшәй?

Кем,кем бәләкәйҙә йәшәй?

-Сысҡандың ҡушаматы нисек?( Сыйылдаҡ.)Й өнөнөң һүҙҙә урыны ҡайҙа?( Уртала.)

Сысҡанға тирмәкәйгә инеү өсөн,һынау үтергә кәрәк.Әйҙәгеҙ, уға ярҙам итәйек.

Үткән дәрестә өйрәнгән шиғырҙы һөйләп ишеттерәйек.

Йәшенләп яуҙы ямғыр,

Йәшендә тыуҙы йәйғор.

-Афарин.Сысҡанды тирмәгә индерҙек.

-Әкиәтте дауам итәбеҙ.

Яланда тора ине бер тирмәкәй,

Бәләкәй ине ул бик,бәләкәй.

Ялан буйлан тәлмәрйен йөрөнө,

Күреп ҡалды ул шунда тирмәне.

-Кем,кем тирмәкәйҙә йәшәй?

Кем,кем бәләкәйҙә йәшәй?.

-Мин- Сыйылдаҡ сысҡан. Ә һин кем?

-Мин- Тәлмәрйен.Мине лә үҙеңдең яныңа йәшәргә индер әле.

-Балалар,Тәлмәрйенгә ярҙам итәйек.

-Тәлмәрйен һүҙендә Й өнө бармы?( Бар,уртала.)

-Й өнөн ҡулланып һүҙҙәр әйтегеҙ

(Йәйғор,йомран,йәй,йәйен,йәйә,йөк,йыр,йыйын,йылға,йы-

лан,йорт)

5.Практик эштәр башҡарыу.

а)Ошо һүҙҙәрҙе ике бағанаға айырып таҡтаға сығып яҙайыҡ.Беренсе бағанаға нәҙек ижекле,икенсегә ҡалын ижекле һүҙҙәр яҙыу.

йәй йомран

йөк йыр

йәйен йыйын

йәйә йылға

тейен йыл

-Рәхмәт .

Тәлмәрйен дә тирмәлә йәшәй башланы.

-Әкиәтте дауам итәйек.

Яланда тора ине бер тирмәкәй,

Бәләкәй ине ул бик,бәләкәй.

Ялан буйлап ҡуянҡай йөрөнө,

Күреп ҡалды ул шунда тирмәне.

-Кем,кем тирмәкәйҙә йәшәй?

Кем,кем бәләкәйҙә йәшәй?

-Мин- Сыйылдаҡ сысҡан,мин-Тәлмәрйен,ә һин кем?

-Мин Ҡуянҡай.Мине лә үҙегеҙҙең янығыҙға индерегеҙ әле.

-Ҡуянҡайға ярҙам итәйек.Й өнө бармы?(Бар.)Ә хәҙер һынауға күҙ һалайыҡ.

б)Схемалар менән эш

Бирелгән схемалар буйынса ниндәй һүҙҙәр уйларға мөмкин?

Й---- ----й------ --------й

-Ошо һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөйөк.

-Бик яҡшы эшләнек,балалар,ҡуянҡайға ла тирмәгә юл асыҡ.


Ял итеп алайыҡ.


Ф И З М И Н У Т К А

Аҡ ҡуянҡай ултыра

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Бына шулай, бына шулай

Ҡолаҡтарын һелкетеп.

Тәпәйҙәре өшөгәс,

Оҙаҡ ултыра алмай.

Бына шулай: сәп-сәп,

Беҙҙең ҡуян шәп-шәп!

-Әкиәтте дауам итәйек.

Яланда тора ине бер тирмәкәй,

Бәләкәй ине ул бик,бәләкәй,

Ялан буйлап бер төлкө йөрөнө,

Күреп ҡалды ул шунда тирмәне.

-Кем,кем тирмәкәйҙә йәшәй?

Кем,кем бәләкәйҙә йәшәй?

-Мин- Сыйылдаҡ сысҡан.

-Мин-Тәлмәрйен,

-Мин-Ҡуянҡай,ә һин кем?

-Мин -Хәйләкәр төлкө,мине лә үҙегеҙҙең янығыҙға алығыҙ әле.

Уҡыусылар,Хәйләкәр төлкө Й өнөн алып килгәнме?

Төлкөгә ярҙам итәйек.

5.Практик эш

а)Китап менән эш.

Географик атамаларҙы уҡыу.

Әй,Йылайыр,Бәләбәй,Бөрйән,Әбйәлил,Әлшәй,Сибай,

Йүрүҙән,Ишембай,Инйәр.

б)Картанан күрһәтеү.Үҙ аллы уҡыу.

в)Атлас менән эш.Атамаларҙы табыу,ҡысҡырып уҡыу.

Төркөмдәрҙә эш:1- се төркөм:йылға атамаларын табыу-Әй,Йүрүҙән,Инйәр.2-се төркөм:ҡала атамалары -Бәләбәй,Сибай,Ишембай.3-сө төркөм:район атамалары-Йылайыр,Бөрйән,Әлшәй.

Башҡортостаныбыҙ атамаларын беләһегеҙ икән.

-Афарин.Төлкөбикә лә тирмәнән урын алды.

Яланда тора ине бер тирмәкәй,

Бәләкәй ине ул бик,бәләкәй.

Ялан буйлап Бүребай йөрөнө.

Күреп ҡалды ул шунда тирмәне.

-Кем,кем тирмәкәйҙә йәшәй?

Кем,кем бәләкәйҙә йәшәй?

-Мин - Сыйылдаҡ сысҡан.

-Мин -Тәлмәрйен.

-Мин - Ҡуянҡай.

-Мин - Хәйләкәр төлкө.Ә һин кем?

-Мин-Бүребай.Мине лә үҙегеҙҙең янығыҙға алығыҙ әле.

-Балалар,Бүребай һүҙендә Й өнө бармы?(Бар,аҙағында.)

Бүребайға ярҙам итәйек.

г)Ижектәрҙе төрлөсә уҡыу :шымдан-ҡысҡырып,

ҡысҡырып-шымыраҡ,һорау кеүек.

әй өй ой ый эй ай

йә йө йо йы йе

д)Һүҙҙәр уҡыу,аңлатыу,әйтелештәрен сағыштырыу,

Һүрәттәр күрһәтеү,һүҙбөйлөнештәр,һөйләмдәр төҙөү.

ай йыр атай йылан

әй йәм әсәй Йәмил

уй май әбей муйыл

өй йәй инәй тейен

-Бүребайҙы ла тирмәгә индеҙек.Әкиәтте дауам итәйек.

Яланда тора ине бер тирмәкәй,
Бәләкәй ине ул бик,бәләкәй.

Ялан буйлап Айыухан йөрөнө,

Күреп ҡалды ул шунда тирмәне.

-Кем,кем тирмәкәйҙә йәшәй?

Кем,кем бәләкәйҙә йәшәй?

-Мин- Сыйылдаҡ сысҡан.

-Мин -Тәлмәрйен.

-Мин - Ҡуянҡай.

-Мин - Хәйләкәр төлкө.

-Мин - Бүребай.Әһин кем?

-Мин -Айыухан.Мине лә тирмәкәйгә индерегеҙ әле.

-Уҡыусылар,Айыухандың ҡушаматында Й өнө бармы? (Бар,уртала.)

-Айыуханға ярҙам итһәк,тирмәбеҙ ҙә емерелмәйәсәк, уға унда урын да етәсәк.

е)Китаптан күсереп яҙыу.

Дәфтәрҙә һәм таҡтала эш.

әсәй,атай,инәй,олатай,өләсәй,әбей.


-Афарин,балалар,Айыухан да тирмәкәйҙән урын алды.

Ошоноң менән әкиәт тә тамам булды.

6.Рефлексив анализ.

-Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр эшләнек?

-Ҡайһы эш бигерәк тә оҡшаны?


7.Баһалау.