Республиканский инженерный лицей-интернат
Методическая разработка по башкирской литературе (урок):
“Ер хәтере-тарихта”
Автор:Давлетшина Мавлиха Фаритовна,
ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат,
учитель башкирского языка и литературы
Уфа- 2019 год
Аннотация
Восстание Батырши 1755 году было вызвано усилением феодального гнёта, земельными притеснениями и насильственной христианизацией, проводимыми царской администрацией. С трудом подавив восстание, правительство поспешило воспользоваться плодами победы. Возобновилось расхищение башкирских земель и лесов. Башкирам запретили добычу соли, обязав их покупать её в казенных магазинах по высокой цене. По Указу сената от 16 марта 1754 ясак был заменен покупкой соли из казны, что привело к увеличению налога в 5-6 раз. Отмену ясака башкиры восприняли как ликвидацию их вотчинных прав на землю. Также был введено суровое правило: башкиры не имели права держать огнестрельного оружия, а если оно у кого обнаруживалось, то у владельца отбирались лошади в пользу доносчика; во всех селах были закрыты кузницы, ни один башкир не имел права выехать из своего села без специального разрешения.
Башкиры боролись не против российской государственности, а именно против произвольных нарушений своего статуса в ее системе У них были для этого возможности — быт военизированного этноса создал систему родоплеменных ополчений и дружин, исправно служившую веками, даже при отсутствии собственной государственности. Им было что терять — права и земли; они не умели «искать ниши» вне пределов своих вотчинных земель, потеря которых была почти смертельна для их этнического самосознания.
Рефлексия.
-Какую задачу решали? Что надо было сделать? Что делали? Как выполняли задание? Что не получилось и почему? Что следует делать в дальнейшем? Что может помочь в дальнейшей работе?
-Какие трудности (проблемы) возникли (испытывали)? Почему? Как они были преодолены?
-Что хотели? Чего достигли? Как этого достигли? Что нас не устраивает?
-Как назвать урок? Как вы думаете, чем мы будем заниматься на следующем уроке?
- Какие виды ошибок могут встретиться? Какую новую задачу мы определили для будущей работы? Что изменилось в условии задания по сравнению с предыдущим?
-Составьте список вопросов, на которые мы будем отвечать на следующем уроке. Зачем вы его составили?
- Зачем выполняли эту работу?
-Что понравилось ? Что было интересного (трудно, легко)? Что помогло найти ошибку (неточность)?
- Что нового для себя узнали? Что нового про себя узнали? Что нового предполагали узнать в ходе сегодняшнего занятия? Чему научиться?
-Оправдались ли ваши ожидания? (если нет, то почему?). Удалось ли вам получить ответы на свои вопросы? На какие вопросы вы хотели бы получить ответ?
-Как бы вы оценили свою работу на уроке? (работу своей группы, пары).Ваше эмоциональное состояние? (до и после урока)
- Изменились ли наши цели?
Заявка участника
Фамилия, имя, отчество | Давлетшина Мавлиха Фаритовна |
Место работы | ГБОУ Республиканский инженерный лицей-интернат |
Должность | Учитель башкирского языка и литературы |
Название материала | Разработка урока” Ер хәтере – тарихта” |
Телефон | 89279402749 |
E-mail | [email protected] |
Адрес | г.Уфа б.Славы 1 кв.17. |
Тема: Ер хәтере-тарихта.
( Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш “романы буйынса)
Маҡсат:
Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау,уның эшмәкәрлеген өйрәнеү;
Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, “Туйгилдене яндырыу” бүлеге аша ҡанлы фажиғәле 1775 йылғы ихтилалдың сәбәптәрен, Батыршаның ролен асыҡлау;
Уҡыусыларҙың күңелен ҡуҙғытыу, тарихи хәтерен уятыу, үҙҙәренсә фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү, әүҙемлеген үҫтереү;
Уҡыусыларҙа берҙәмлек, тәүәкәллек, яуаплылыҡ, ил тойғоһон тәрбиәләү
Йыһазландырыу:
Һәр уҡыусының алдында ноутбуктар.Ғ. Хөсәйеновтың тормошо һәм ижады буйынса презентация уҡыусыларҙың компьютерҙарына ебәрелгән.Ғ.Хөсәйеновтың тормошо,ижады буйынса плакат,күргәҙмә материалдары,«Ҡанлы илле биш», «Ир азаматтары», «Батырҙар ҡиссаһы» ,”Батырша”,парсалар китаптары, журналист ,продюсер Салауат Хәмиҙуллиндың Батырша ихтилалы хаҡында”Равнина надежд” видеотаҫмаһынан өҙөк
Дәрестең эпиграфы:
Ҡулдарыма тупраҡ услап алам ,
Йылда ята усым өҫтөндә.
Күрәм унда күҙ йәш һалған эҙҙе,
Тоям унда ҡан еҫен дә.
(Р. Назаров)
Һүҙлек эше:
Тәуарих – көнсығыш халыҡтарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла ҡәҙимге тарих яҙмалары
Иләү – 1) бер йәмғиәт рәүешендә төркөм, ырыу; 2) волость, бәләкәй административ-территориаль берәмек
Ғарызнамә- Елизавета Петровнаға хат
Тарихнамә- яуға өндәп яҙған хат
Иман-ислам диненә булған ышаныс,ҡабул итеү;ныҡлы ҙур ышаныс(иманым камил)
Дәресте ойоштороу:
(“Урал” йыры яңғырай)
-Хәйерле иртә,уҡыусылар! Һеҙ әле ҡайһы йырҙан өҙөк тыңланығыҙ?
-Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды.
-Нимә хаҡында был йыр?
-Тыуған ил,ер. Ил батырҙары тураһында.
-Тыуған илде һаҡлау,яҡлау.
-Үҙ еребеҙгә һөйөү тойғоһо менән дә һуғарылған.
-Дөрөҫ.Килешәм. Хәҙер уҡыу эшмәкәрлегенә күсәйек. Бөгөнгө дәрес төркөмдәрҙә, парлы төркөмдәрҙә эштәр менән аралашыр.Уҡыусылар, парталарҙа технологик карталар ята, ошонда үҙегеҙгә баһа ҡуя алаһығыҙ. Дәрес аҙағында асыҡларбыҙ. Ә хәҙер дәрестең эпиграфына күҙ һалайыҡ. Ошо эпиграф юлдарында нимә тураһында һүҙ бара? Ниндәй фекер ята?
-Шағир Рәшит Назаровтың был шиғыр юлдарында туған халҡыбыҙҙың үҙ азатлығы өсөн быуаттар дауамындағы көрәш юлы , аһ-зар ,ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы ята.
- Беҙҙең ата –бабаларыбыҙ быуаттар буйы үҙ ере, иле, милләте өсөн бик күп тапҡырҙар изге көрәшкә күтәрелгән, бик күп ҡан ҡойған.Телем, илем, милләтем тип янып йәшәүҙе лә һәм шул юлда үҙ-үҙҙәрен ҡорбан итеүҙе лә оло бәхет һанаған бөйөк шәхестәребеҙ,милләттәштәребеҙ.
- Уҡыусылар, һеҙ ихтилал етәкселәре – арҙаҡлы шәхестәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ?
Слайдта көрәш йылдары күрһәтелә:
1704 – 1711
1735 – 1740
1755 – 1756
1773 – 1775
- Ә хәҙер яуаптарҙы тикшереп сығайыҡ.
(Уҡыусылар яуап бирә. Дөрөҫ яуаптар экранға,ноутбуктарына сыға.)
Яуаптар:
1704 – 1711 - Алдар Иҫәнгилдин
1735 – 1740 - Ҡараһаҡал ( Миңдеғол Юлаев)
1755 – 1756- Батырша (Ғабдулла Ғәлиев)
1773 – 1775- Салауат Юлаев
Экранда батырҙар һүрәттәре күрһәтелә.
-Яҙыусыларҙан кемдәр, ниндәй әҫәрҙәрендә улар тураһында яҙа? -(Миҫалдарҙы экранда бирелгән яҙыусылар портретынан да билдәләргә була) (Ғайса Хөсәйенов, Булат Рафиҡов, Рәми Ғарипов, Степан Злобин, Мираҫ Иҙелбаев).
- Шулай уҡ кемдәрҙе шундай шәхестәр рәтенә индерер инегеҙ?
- Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғарипов, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Мостай Кәрим, Ғайса Хөсәйенов һ.б. (Экранда портреттар).
- Эйе, уҡыусылар, хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙҙа иле, теле, милләте өсөн йәшәгән, хеҙмәт иткән ҡалҡан булырҙай бөйөк шәхестәребеҙ бик күп. Шундай шәхестәребеҙҙең ергә яҡты эҙ ҡалдырып китеүҙәре - үҙе ҙур батырлыҡ. Уларҙың йәшәлмәй ҡалған ғүмерҙәре, яҡты иҫтәлектәре, рухтары беҙгә яңынан – яңы үрҙәр яуларға этәргес көс булып тора. Ә был бөйөк шәхестәрҙе беҙҙең халыҡ тыуҙырған! Эйе, халҡыбыҙ беҙҙең бөйөк һәйкәлгә лайыҡ!
Әҙәбиәтебеҙ күгендә йондоҙ булып балҡыған, баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә булған, әҙәби мираҫ эйәһе, талантлы шундай бер шәхесебеҙҙең ижадына бағышлана бөгөнгө дәресебеҙ.Иғтибар экранға.
Экранда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғыр юлдарына күҙ һалайыҡ. Кем тураһында һүҙ бара?
Тынғы белмәй илһам арғымағың,
Ут сәсрәтеп тора дағаһы.
Илсе Ғайса мәгәр булмаһаң да,
Ил Ғайсаһы һин, ил ағаһы...
(Р. Бикбаев).
- Тимәк, һүҙ кем тураһында барасаҡ?
- Был шиғыр юлдары Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновҡа бағышланған.. (Экранда портрет).Әйҙәгеҙ, бөгөнгө дәрестең темаһын һәм маҡсаттарын билдәләп китәйек.
- Бөгөнгө дәрестең темаһын “Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлын һәм ижадын, эшмәкәрлеген өйрәнеү тип алырға була.
-Маҡсаты:
- Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлына һәм ижадына байҡау яһау,уның ижадын ,эшмәкәрлеген өйрәнеү ;
- “Туйгилдене яндырыу” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү , ҡанлы фажиғәле 1755 йылғы ихтилалдың сәбәптәрен,Батыршаның ролен асыҡлау;
- Халҡыбыҙҙың үткән тарихына ҡыҙыҡһыныу ,ихтирам уятыу;
- Уҡыусыларҙың тарихи хәтерен уятыу, фекер йөрөтөү һәләтен үҫтереү, уҡыусыларҙа берҙәмлек,тәүәкәллек, яуаплылыҡ,илһөйәрлекте тәрбиәләү
--Бик дөрөҫ әйттегеҙ. Эйе, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә һәр саҡ тарихи хәтеребеҙҙе яңыртабыҙ, элекке батырҙарыбыҙ,аҡыл эйәләребеҙ, ил азаматтарыбыҙ хаҡында һөйләшеп,үҙебеҙҙә ғорурлыҡ сифатын үҫтерәбеҙ.
Шулай итеп,бөгөнгө дәресебеҙ әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ғайса Хөсәйеновҡа, уның ижадына арнала. Өй эшенә Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлын һәм ижадын,эшмәкәрлеген өйрәнергә ҡушылғайны.Экранда даталар бирелгән,4 төркөмдә эшләйбеҙ, шул даталар буйынса төркөмдәрҙә Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлына,ижадына,эшмәкәрлегенә күҙәтеү яһайыҡ.(Экранда,ноутбуктарҙа - даталар).
Биография: 1928, 1941-1944, 1944-1947, 1941 – 1951, 1951-1954, 1954й.(60йылға яҡын бер урында);1996(1-се төркөм)
Әҙәби әҫәрҙәр исемлеге: 1976, 1986, 1990, 1992, 1998, 2000, 2001(2-се төркөм)
Ғилми эшмәкәрлеге (хеҙмәттәре): 1957, 1964, 1968, 1973, 1978, 1981, 1984(3-сө төркөм)
- Йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында ла һөйләшеп алайыҡ.(4-се төркөм үҙ эшен яҡлай)
- Яуаптарығыҙҙы тикшереү маҡсатында ,ноутбуктарығыҙға йәки экрандағы презентацияға күҙ һалығыҙ.
Биография: “Ватандаш” журналы — 1996 ТТӘИ (тарих,тел,әҙәбиәт) — 1954 Мәскәү, аспирантура — 1951-1954 БДПИ, филология Факультеты — 1947-1951 9-сы мәктәп-интернат — 1944-1947 Колхозда эш — 1941-1944 Ете йыллыҡ урта мәктәп — 1942 Ҡырмыҫҡалы, Үтәгән — 1928 | | Әҙәби әҫәрҙәр: 2001 — “Яҙмышыма яҙғаны” 2000 — “Донъя”(парсалар) 1998 — “Ил азаматтары” 1992 — “Ҡанлы иллебиш” 1990 — “Тормош”(парсалар) 1986 — “Батырҙар ҡиссаһы” 1976 — “Сәйәхәт дәфтәре” |
| Ғайса .....Хөсәйенов | |
Йәмәғәт эшмәкәрлеге: Яҙыусылар союзы, тәнҡит, поэзия секцияһы етәксеһе “Ағиҙел”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарында редколлегия ағзаһы С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһы ағзаһы Юғары Совет янындағы терминология комиссияһы ағзаһы БДУ ғилми советы ағзаһы Мәғариф: башҡорт әҙәбиәте программалары, дәреслектәре һәм хрестоматиялары авторҙарының береһе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,РФ- тың атҡаҙанған фән эшмәкәре. Филология фәндәре докторы,профессор | | Ғилми эшмәкәрлеге: 1957 — “Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре” 1964 — “Заман һәм поэзия” 1968 — “Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары” (монография) 1973 — “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” 1978 — “Заман.Әҙәбиәт.Әҙип” 1981 — “Шағирҙар” 1984 — “Быуаттар тауышы” – “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” на юл күрһәткән китап |
- Афарин,уҡыусылар! Ғ. Хөсәйеновтың биографияһын яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Киләһе дәрестәрҙә Ғайса Хөсәйеновтың тормош юлы һәм ижады буйынса зачетҡа әҙерләнеү өсөн ошо схемалар һеҙгә терәк булыр.
- Уҡыусылар, Ғ. Хөсәйеновтың ижадын өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ.7- 8 се кластарҙа ниндәй әҫәрҙәрен өйрәнгән инек?
- “Ете ырыу”, “Ҡурай”.,”Һуңғы тарпан” хикәйәттәрен өйрәндек.(Был әҫәрҙәргә ҡыҫҡаса байҡау яһала)
-Афарин!Үткән дәрестә Ғайса Хөсәйеновтың «Ил азаматтары», «Батырша» китаптарын өйрәнгән , Батырша тураһында һөйләшкән инек. Өйгә һеҙгә ”Кем ул Батырша?» тигән һорауға таблица төҙөргә ,“Ҡанлы илле биш”романынан “Туйгилдене яндырыу” бүлеген уҡырға бирелгәйне.Батырша хаҡында нимәләр белдегеҙ?(Уҡыусылар Батырша хаҡында һөйләйҙәр.Улар төҙөгән таблица ноутбуктарында күрһәтелә)
Кем ул Батырша?
Батырша | Ғабдулла Ғәлиев-Баһадиршаһ Ғәлиев(псевдоним:Ғөбәйҙулла Мәтзәлетдин) |
1709 йәки 1717й. | Хәҙерге Балтас районы Ҡарыш ауылында тыуа.Мәҙрәсәлә белем ала . |
1730-1743 1744-1749 | Тайһуйған ауылында-Ғабдрахман,Ташкисеү мәҙрәсәләрендә белем ала. Ғәйнә иләүе Илеш ауылында,Мөслим ауылында мулла,уҡытыусы булып эшләй. Мәҙрәсәлә башҡорт,татар,мишәрҙәрҙе уҡыта. |
1742-1755 1754 1755 | Тыуған ауылы Ҡарышта имам-мулла һәм мәҙрәсәһендә мөҙәрис булып эшләй. Батырша Себер юлы мосолмандарына ахун итеп тәғәйенләнә. Халыҡҡа үҙ социаль,экономик,дини хоҡуҡтарын яҡлап,яуға-ихтилалға күтәрелергә саҡырып,ҙур хат-ғарызнамә - өндәмә яҙа.Шәкерттәре өндәмәне дүрт тарафҡа тарата. |
1755 | Баш күтәреү июль башына тәғәйенләнә.Ихтилал тоҡана.Батырша 9 шәкерте,ғаиләһе менән урманға ҡасып китергә мәжбүр була. |
1756 август. | Батырша ҡулға алына. Шлиссельбург ҡәлғәһе-төрмәһендә 5 йыл ябылып ята |
1756, 24 ноябрь | Елизавета Петровнаға хат яҙа – башҡорттарҙың ауыр хәлен ҡайғырта,ихтилалға күтәрелеүҙең бөтә сәбәбтәрен аңлатып яҙа |
1762, 24 июль. | Ҡул-аяғы бығаулы килеш,төрмә эсендәге тиңһеҙ алышта, бер нисә һаҡсыны үлтерә.Батыр ҡанлы балтаһын ҡулында тотҡан хәлендә,мылтыҡ пуляһынан йән бирә. Был Батыршаның батырҙарса һуңғы алышы. Төрмә архивтарында Батыр мулланың ҡанлы балтаһы менән ҡауырый ҡәләме лә ятып ҡала |
- Уҡыусылар,беҙ һеҙҙең менән «Кем ул Батырша?» тигән һорауға яуап алдыҡ.Тимәк,Ғайса Хөсәйеновтың “Ҡанлы илле биш”романында кем хаҡында бәйән ителә?
- Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» романында Батырша,уның ғаиләһе,эшмәкәрлеге һәм ул башлаған ихтилал тураһында һөйләнелә.
-Дөрөҫ! Бөгөн беҙ ошо романдан «Туйгилдене яндырыу» бүлеген анализларбыҙ .Әҫәрҙә аңлашылмаған һүҙҙәр буйынса таҡталағы һүҙлеккә,алдығыҙҙа ятҡан һүҙлектәргә лә иғтибар итегеҙ.Рухыбыҙҙы байытырлыҡ күренекле роман «Ҡанлы илле биш»тең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләү өсөн һөйләшеүебеҙҙе, һүҙебеҙҙе «Бисмиллаһи»нан башлаһаҡ хәйерлерәк булыр (компьютерҙа «Фатиха » доғаһы яңғырай).
- Дәресебеҙҙе Ҡөрьән һүҙҙәре менән башлауҙың мәғәнәһе нимәлә?
- Мин шулай уйлайым, ата- бабаларыбыҙ бер ҙур эшкә тототонорҙан алда «Бисмиллаһи» һүҙен әйткән, шуға эш-шөғөлдәре ырамлы булған, бәрәкәт ҡунған.
- Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» романы,Ҡөрьән һәм боронғо дини китаптарҙағыса «Бисмиллаһи ир-рахман ир-рахим»тип «Бисмиллаһи» инеш һүҙе менән асыла ла аҙағы «Амин!» тип тамамланға тип уйлайым.
- Минең уйлауымса,бының үҙ хикмәте бар.Ни өсөн тигәндә, романдың төп геройы Батыршаны мулла һәм ахун дәрәжәһендәге уҡымышлы, дини вазифалы кеше тип өйрәндек.
- Минеңсә, Батыршаның фекерләүҙәре лә,донъяға ҡарашы ла ислам дине рухы менән һуғарылған. Шуға авторға ла дин ҡанундарын, ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнергә һәм яҡшы белергә тура килгән..
- Шуға күрә романда Ҡөрьән сүрәләре,аяттар, шәриғәт ҡанундары, хәҙистәр,риүәйәт кеүек үрнәктәрҙең осрауы ла осраҡлы түгел.
- Шулай уҡ романдан күренеүенсә, Батыршаның телмәрендә ғәрәп-фарсы һәм дини һүҙҙәр булыуы ла ошоларға бәйлелер тигән фекерҙәмен.
“Ҡанлы илле биш”романы нисек башлана?
-Роман “Тәуарих” тигән бүлексә менән башланып китә. Ул боронғо башҡорт тарихы хаҡында яҙмалар.Автор башҡорт тарихының үткән быуаттарын,яуҙарын һүрәтләй,1755 йылғы башҡорт ихтилалына тиклемге яу-күтәрелештәргә байҡау яһай һәм Батырша башлап ебәргән яуға илтеп ялғай.
-Әҫәр нисә бүлектән тора? Ул бүлектәрҙә нимә хаҡында һүҙ бара?
-Роман 4 бүлектән тора. (Яуаптар алына.Экранда таблица күрһәтелә,уҡыусыларға таратып бирелә)
“Тәүарих” | “Ғәйнә башҡорттарында” | “Бөрйән башҡорттарында” | “Тотҡонлоҡта” | “Ҡаҙаҡ далаларында” |
Боронғо башҡорт тарихи яҙмалары атамаһы. Шул яҙма – тәүарихтарға нигеҙләнеп, Ғайса Хөсәйенов башҡорт тарихының үткән быуаттарына , 1755 йылғы башҡорт ихтилалына тиклемге яу- күтәрелештәргә байҡау яһай, тарихи хәл – ваҡиғаларға, Батырша башлап ебәргән яуға илтеп ялғай | Батыршаның тормош юлы,һабаҡ алыуҙары,эш- шөғөлө, Башҡортостандың төньяғында Ғәйнә башҡорттары араһында ирек өсөн яуға әҙерлек башлағандары һүрәтләнә | 1755 йылғы күтәрелештең үҙәгенә әүерелгән Һаҡмар,Талҡаҫ күле буйҙарындағы хәлдәр,яуҙар,уның етәкселәре Әмин, Сураш батырҙар ,Алҡыш аҡһаҡалдар бәйән ителә | 1755 йылғы ихтилалдың аҙағын халыҡты язалауҙары, тотҡонлоҡта һөргән фажиғәләре күрһәтелә | Иле-йорто менән ҡасып киткән башҡорттарҙың ситтә ҡаҙаҡ далаларында күргән фажиғәләре,яфалары һүрәтләнә.Язалау отрядтарының йыртҡыслыҡтарынан башҡорттар ҡасып китә. |
- Ә хәҙер “Туйгилдене яндырыу” ваҡиғаһына күсәбеҙ.Әйҙәгеҙ,ошо бүлектең йөкмәткеһе өҫтөндә эшләп алайыҡ.Дәрес аҙағында “Ни өсөн хрестоматияла “Туйгилдене яндырыу” ваҡиғаһы ғына бирелгән ?”тигән һорауға яуап алырбыҙ.(Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән танышыу.)
- Кем ул Туйгилде?Хрестоматия менән эшләйбеҙ.(121-122-се б.)
- Туйгилде -әйле башҡорто, күп балалы ярлы кеше. Ғаиләһендә-ҡатыны Аҙнабикә, оло улы Мөхәммәт, 16 йәшлек Яҡшығоло, 14 йәшлек Ҡотлобайы, 12 йәшлек Яҡшыбайы, 10 йәшлек Мәргәне, 8 йәшлек Әлкәйе бар.
( Экранда)1735 йылдың яҙында хәрби экспедицияның башлығы статский советник Кириллов Ур йылғаһы буйында оло ҡәлғә һалыу өсөн походҡа юлланды.Башҡорттар ризаһыҙлыҡ белдереп яуға күтәрелде.Болала ҡатнашҡан башҡорттарҙың ауылдарын яндырҙылар. Туйгилденең бала-саға менән тулы өйөн дә үртәп киттеләр. Үҙен ауылдаштары, яуҙа һәләк булғандар урынына, көсләп өҙәңгегә баҫтырҙы. Тәүге үк алышта аты үлемесле яраланып, үҙе бер генә уҡ та ата алмай яуҙан айырылып ҡалды. Батшаға ҡаршы яуға сыҡҡан тип, Туйгилдене хөкөмгә тарттырҙылар .
- Туйгилдене яндырыу ваҡиғаһы ҡасан булған?(127-се бит)
-Был ваҡиға 1738 йылдың 20 апрелендә була.
- “Туйгилдене яндырыу” ваҡиғаһын ишеткәндән һуң шәкерт Батыршаның эске кисерештәрен автор ниндәй һүҙҙәр менән бирә?(Экранда(китапта-41-се бит)
-Ни өсөн Туйгилдене яндыралар?Сәбәбтәрен теркәп барайыҡ.(124-127-се биттәр)
Туйгилдене яндырыу хәбәре Указ 1738 йыл, 20 апрель | Батырша – шәкерт шаңҡый, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарға бата, күңелендә дау кисерә. Батырша – мулла һәм мөҙәрис. 1)Батыршаға ҡош телендәй генә хат килеп төшөүе. 2)Халыҡ араһында йөрөүе... 3)1755 йылдың 3 июле- ихтилал 4)Бөрйән иләүендә 1755 й. 15 майында ихтилалдың башланыуы. Тамъян, Түңгәуер, Ҡыпсаҡ ырыуҙарының берләшеүе. 5)Батырҙың бахырға әйләнеүе – Батырша урманға ҡаса? Ни өсөн? --Тәүәкәллек етмәй. 6)1756 йылдың 8 авгусында тотола (иҫке Мәскәү юлы) Өфө-Ырымбур-Һамар-Арзамас-Муром-Владимир-Мәскәү-Петербург-Шлиссельбург ҡәлғәһе 7)Ҡатыны Зөлбохарҙы,ҡыҙы Сәлиханы, христиан диненә индереп, суҡындырып,мәңгелеккә монастырға монашкалар итеп ябып ҡуялар.Бәләкәй генә улын ҡоллоҡҡа һаталар. |
Сәбәбе: 1)диненә,иманына кире ҡайтҡаны өсөн |
2)1742 йыл – мәсеттәрҙе емертеү,кешенең иң изге тойғо, хистәрендә уйнау, рәнйетеү, суҡындырыу, рухһыҙландырыу башҡорттарҙы. |
3)Яһаҡты күпләп түләү,тоҙға налог түләтеү(1 бот тоҙ – 35 тин). Тоҙ – Хоҙай бүләге,халыҡ байлығы. Туйгилде- башҡорт милләтенең бер вәкиле |
4)Ваҡ халыҡтарҙы,шул иҫәптән бигерәк тә башҡорт халҡын ҡырыу сәйәсәте. |
5)Мәсеттәрҙе емереп,башҡорттарҙы сиркәүҙәрҙә христиан диненә күсереү,суҡындырыу |
-Туйгилде,уның ғаиләһенең фажиғәһенән күңелегеҙҙә нимә тыуҙы,һеҙҙе ниндәй уйға һалды?
-Минең уйлауымса,ҡурҡыныс хәл.Туйгилдене ғаиләһенән,балаларынан,иленән,теленән,диненән айыралар.Ул сит рухҡа ла тамырлана алмаған зат.Кире үҙ диненә ҡайтҡаны өсөн уға ҡот осҡос яза бирелә.Тереләй яндыралар.
-Теленән,иленән,үҙ мөхитенән айырылғандар хәҙерге заманда ла бихисап, киләсәккә һәләкәт был,тип фекер йөрөтәм.
-Туйгилденең балаларына әйткән аманаты хаҡында ни әйтерһегеҙ? Хрестоматиянан уҡыйбыҙ.
(Экранда)Туйгилденең һүҙҙәре « Әйтәйем әле һуңғы һүҙҙәремде. Ағайыңа ла,энеңә лә еткерерһең.Көн,донъя тип иманымды алыштырҙым. Йәнәһе,ғаиләм,балаларым хаҡына.Тик йән тыныслығы таба алманым. Үҙем,күңелем хәҙер яңынан мосолман. Улым,ҡорҙан,йәмәғәттән ситтә булмағыҙ!Ни күрһәгеҙ ҙә халыҡ,ил-йорт менән бергә күрегеҙ!Минең бер оло яңылышым шунда - ил-йорттан ҡырҙараҡ булырға тырышыуҙа.Ир һөймәгәнде ил һөймәҫ,мир ҡаҡҡанды ил ҡағыр.Мине кафырҙар барыбер яндырыр. Ҡурҡмайым. Хоҙай ҡәһәренән ҡотолмаҡ сараһы юҡтыр. Һеҙгә йәшәргә яҙһын. Атайығыҙҙы ҡарғамағыҙсы. Үҙегеҙҙе ни яҙмыш көтәлер. Ярлыҡарҙармы, ҡол итерҙәрме. Көн,донъя тип иманымды алыштырҙым. Йәнәһе,ғаиләм,балаларым хаҡына.Тик йән тыныслығы таба алманым. Һеҙҙе бер-берегеҙҙән айырырҙар инде ул. Нығынып китһәгеҙ ,бер-берегеҙҙе табышырға тырышығыҙ. Әсәйегеҙҙе онотмағыҙ. Табырһығыҙ, бәлким. Улым, бүтән йүнләп һөйләшә алмаһаҡ, бәхил бул, атайыңа яман рәнйемә».(126-сы бит)
-Йәнегеҙҙе,иманығыҙҙы һатмағыҙ,тип балаларына ғына түгел,Туйгилде беҙгә лә өндәшә кеүек.Был бөгөн дә актуаль яңғырай.Хәҙерге көндә йәштәр араһында ғына түгел,хатта өлкән быуын кешеләре араһында ла иманһыҙ,динһеҙ,рухһыҙ йәшәү рәүеше алып барғандар күп.
-Шундай ҡурҡыныс заманда йәшәйбеҙ.Бөгөн илгә,телгә,дингә,милләткә ҡарата битарафлыҡ хөкөм һөрә.
-. Улым,ҡорҙан,йәмәғәттән ситтә булмағыҙ!Ни күрһәгеҙ ҙә халыҡ,ил-йорт менән бергә күрегеҙ!Туйгилденең яҙмышы иртәгәһе көнгә беҙҙең үҙебеҙгә лә килеүе бар.Туйгилденең һүҙҙәре аша беҙ шуны аңлайбыҙ:илгә,халыҡҡа берҙәм булырға, ил күтәргәнде бар кешегә лә күтәрергә .Илдән, халыҡтан айырылырға ярамай тип фекер йөрөтәм.
- Көн,донъя тип иманымды алыштырҙым. Йәнәһе,ғаиләм,балаларым хаҡына.Тик йән тыныслығы таба алманым, тип Туйгилде дөрөҫ әйтә.Иң оло гонаһ – иманыңды һатыу, ике дин араһында йәнеңдең аҙашыуы.Кеше ниндәйҙер бер халыҡҡа,бер милләткә ҡарай, уны ҡанына һеңдерә, олоғая килә, ул рух көсәйә.
-Уҡыусылар,дөрөҫ фекерҙәр йөрөтәһегеҙ.,Батырша хаҡында ла әңгәмәләшеп китәйек.Батарша мулланың көсө,ҡөҙрәте халыҡтарҙы күтәрә,батшаны,чиновниктарҙы аптырата,ҡурҡыуға һала . Ғәйнә иләүен яуға әҙерләй, күтәрә. 50 мең кешенән торған ғәскәр туплана,әммә Батырша ихтилал алдынан икеләнеп ҡала,яуҙаштарын ташлап ҡаса.Дөрөҫ эшләгәнме?Ни өсөн?
-Батырша ,әлбиттә,дөрөҫ юл һайламаған.Уны бер нисек тә аҡлап булмай.Шундай оло эш - ихтилал алдынан ҡурҡып ҡала, тәүәкәллеге етмәй.
-Баһадиршаһ мулла кеүек икеләнеп ҡалыу беҙҙең тормошта нимәгә илтә? Үҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ?
-Тормошта икеләнергә ярамай.Ошондай оло эште башлағанһың,тәүәкәлләгәнһең икән,уны аҙағына тиклем еткерергә кәрәк.
-Халҡыбыҙҙа шундай мәҡәл бар: егет һүҙе бер була.Ошоно оноторға ярамай.Эште башлағанһың икән ,ташлама.Был беҙҙең кеүек егеттәргә лә ҡағыла.
- Халыҡ ни күрһә,һин дә шуны күрергә бурыслы.Ил күтәргәнде үҙең дә күтәрергә тейешһең ,тип уйлайым.
-Минеңсә,тәүәкәлләгәнһең икән, беренсе булып үҙеңә барырға . Үҙең үҙгәрт, тәүәкәллегеңде юғалтма , дөрөҫлөгөңдө хупларҙар, яңылышыңды төҙәтерҙәр.
-Дөрөҫ,уҡыусылар! Тәүәккәл булырға кәрәк.Эште башлағанһың икән ,ташлама.Илдең, халыҡтың киләсәге ир-егеттәр ҡулында икәнлеген оноторға ярамай.
-Дәрестең башында асыҡ ҡалған һорауға хәҙер йомғаҡлау кәрәк. Ни өсөн хрестоматияла “Туйгилдене яндырыу “ ваҡиғаһы ғына бирелгән?Уның аша әҫәрҙең төп асылын тойорға мөмкинме?Һеҙҙең фекерегеҙ нисек?
-Ошо әҫәрҙе өйрәнеп,Рәсәй империяһының колониаль сәйәсәтен, батшаларҙың, Сенат чиновниктары , графтарҙың , Ырымбур генерал –губернаторы Неплюевтың, уның ҡанһыҙ генерал – офицерҙарының хакимлыҡ итеүҙәрен, батша ҡулы аҫтында халыҡтарҙың , башҡорттарҙың иҙелеүе, хоҡуҡһыҙлыҡтарын , ыҙа-язаларын, ере,ирке өсөн яу асыуҙарын тарихта , тормошта булғанса күрергә, күҙәтергә мөмкин булды.
- Минеңсә,бөгөнгө сәйәсәт менән бәйләһәк,әле лә халҡыбыҙ үҙ азатлығын,иркен,ерен,илен,телен яҡлау,һаҡлау яғында.Быуаттар дауамында халҡыбыҙ күпме яу,ыҙа-яфа сиккән,аҫылған,киҫелгән.яндырылған,ләкин уның рухы һынмаған,башын эймәгән.
-Илдәге хәҙерге сәйәсәт тә ул ваҡыттағы сәйәсәттән әллә ни айырылмай.Туйгилдене яндырыу ваҡиғаһы ла беҙҙе,башҡорттарҙы уяу булырға,рухыбыҙҙы нығытырға өйрәтә.
-Минеңсә ,әҫәрҙең төп идеяһы-һуңғы осорҙа милләтебеҙ башына ябырылған иң хәтәр һәм аяуһыҙ бәләләрҙең береһе-руслашыу һәм милләт-ара никахтыр...
- Мин дә ошо фекер менән килешәм. Ошо сәйәсәт арҡаһында йәштәребеҙ араһында ҡатнаш никахтар бихисап. Ҡатнаш никахта тыуған баланың йәне,рухы ике дин араһында аҙаша , тип өлкәндәр дөрөҫ иҫкәртә.Был хаҡта милләттәштәребеҙгә алдан уйланырға кәрәк.
-Әле лә Рәсәй сәйәсәте башҡорттарҙы,тағы ла беҙҙең кеүек аҙсылыҡты тәшкил иткән милләттәрҙе,рухһыҙландырыу,рухи ҡиммәттәренән мәхрүм итергә тырышыу юлында. Милли компоненттарҙы дәрес программаларынан алып ташлау,оптималләштереү юлдарын уйлап табыу - былар бөгөн бойомға ашырылыу йүнәлешендә.
-Халҡыбыҙҙы үҙ иркенән ,үҙ диненән,үҙ ғөрөф- ғәҙәттәренән,традицияларынан ,йолаларынан,теленән,йәшәү рәүешенән күпме биҙҙерергә тырышмаһындар, халҡыбыҙҙың аңы юғалмаған,бөгөн дә ул уяу.
Экранда . Мәскәү тракты күрһәтелгән. Өфө – Ырымбур - Һамар-Арзамас-Муром-Мәскәү. 2000 саҡрым араның һәр сажины тиерлек башҡорт кәүҙәләре менән түшәлгән . (Конвой менән алып кителгән кешеләрҙең исемлеге күрһәтелә.
{Бына ошо конвойҙа булған балалы әсәләрҙе //}
Бөрйән,Ҡыпсаҡ,Үҫәргән,Тамъян,Ҡатай,Юрматы башҡорттары 1775 йылдың көҙөндә шулай ҡырыла. Рәсәй тарихы – үҙе кеше мәйеттәре өҫтөндә , шул иҫәптән меңләгән башҡорт баштары өҫтөндә ҡоролған бер дәүләт. (Үлем-язаһы юҡ,үлем-ҡазаһы ғына бар Рәсәйҙә).Халҡыбыҙҙы рухһыҙландырыу,рухи ҡиммәттәренән мәхрүм итеү быуаттар төпкөлөнән килә,әммә һәр быуаттың,дәүерҙең арҙаҡлы шәхестәре халҡыма рухи көс биргән,үткәнебеҙ,рухи ҡиммәттәребеҙ менән беҙ көслөбөҙ. (“Ҡанлы илле биш” романынан).
Видеотаҫманан өҙөк ҡарау(Салауат Хәмиҙуллин фильмы “Равнина надежд”-XVIII б. булып үткән яуҙар,ихтилалдар )
-Уҡыусылар,әле һеҙ күргән фильмдән өҙөк,дәрес эпиграфы араһында ниндәй бәйләнеш ята?
-Минеңсә, эпиграф та һәм видеоөҙөк тә башҡорт халҡының азатлыҡ,тыуған ер өсөн ҡанлы көрәштәре,яуҙары хаҡында .
-Бөгөн дәресебеҙҙә нимә тураһында фекер алыштыҡ? Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ? Һеҙ үҙегеҙгә нимәләр алдығыҙ?(Уҡыусыларҙың фекере)
Рефлексия | Бөгөн мин белдем; Ҡыҙыҡ булды ; Ҡыйын булды ; Мин күнегеүҙәр эшләгәндә ; Мин аңланым ; Мин аңламаным ; Мин өйрәндем; Мин тырыштым ; Минең уйлауымса ; Мин эшләп ҡарар инем ; Мине аптыратты; Бөгөнгө дәрес миңә тормош өсөн ; Минең тағы ла |
Технологик карта | Беләм (мәғлүмәт сығанағы) | Белдем (мәғлүмәт сығанағы) | Нимә белергә теләйем? (мәғлүмәт сығанағы) | |
-Дөрөҫ,уҡыусылар! Аһ-зар,ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы тураһында бөгөн фекер алыштыҡ. Тарихыбыҙ ,тамырыбыҙ менән беҙ көслө халыҡ.Башҡорт халҡының тарихында оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер генә нәмә лә юҡ. Беҙҙең аһ-зар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла башҡа халыҡтың ер-һыуына баҫып инеп, ҡан ҡоймаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын ҡан илатмаған. Ул, киреһенсә, үҙе ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән.