СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

3. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.

Нажмите, чтобы узнать подробности

3. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс. 

Просмотр содержимого документа
«3. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.»

Әҙәби уҡыу 3 класс




Ҡондоҙ.

Ҡондоҙ – йылға янында йәшәүсе йәнлек. Уның тән оҙонлоғо – 100, ҡойроғо – 30 сантиметрға, ә ауырлығы 30 килограмға етә.

Ҡондоҙҙоң артҡы аяҡтары оҙон. Бармаҡтары араһында киң ярыһы бар, шуға ла ҡондоҙға һыуҙа йөҙөү бик уңайлы. Ҡойроғо руль булараҡ хеҙмәт итә. Ул һыуҙа бик йылғыр һәм оҫта хәрәкәт итә. Кәрәк саҡта ҡойроҡ өҫтөнә балаларын ултырта һәм һөйрәй. Был уның бик көслө кейек булыуы тураһында һөйләй.

Ҡондоҙ һыуҙа бик йылғыр, шәп йөҙә. Ул ҡорола насар йөрөй. Йәнлектең алғы аяҡтары ҡыҫҡа, шуға уға атлауы ҡыйын. Иң матуры, әлбиттә, ялтырап торған тиреһе. Уның тиреһе һәр саҡ таҙа.

Ҡондоҙҙоң бөтә тормошо быуаға бәйле. Быуаны һәр ваҡыт тәрбиәләп, таҙалап тора.

Төп ҡоралы – өҫтән һәм аҫтан үҫеп сыҡҡан тештәре. Улар бысаҡ кеүек үткер, ауыҙынан оҙон булып алғараҡ сығып торалар. Шуныһы ҡыҙыҡ: тештәре бер туҡтауһыҙ үҫәләр. Бына ни өсөн ул һәр ваҡыт ағас кимерергә мәжбүр. Кимереп, йыуан ағастарҙы ла тиҙ генә йыға.

Ҡондоҙ – бик һаҡ йәнлек. Көндөҙ ял итә, төнө буйы эшләй.

(«Тәбиғәт» журналынан)



  1. Ҡондоҙ ҡайҙа йәшәй?

  2. Ни өсөн ҡондоҙ һыуҙа шәп йөҙә, ә ҡоро ерҙә насар хәрәкәтләнә?

  3. Ни өсөн ҡондоҙҙар ағас кимерергә мәжбүр?





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!