СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

4. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.

Нажмите, чтобы узнать подробности

4. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.

Просмотр содержимого документа
«4. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.»

Әҙәби уҡыу 3 класс




Бигерәк шаян тейен.

Ябай тейен – кимереүселәрҙең яҡын ҡәрҙәше. Уның төп аҙығы сәтләүек. Ҡышҡылыҡҡа аҙығын ағас ҡыуыштарына, йә булмаһа, ергә күмеп ҡуя.

Тейен ҡулға тиҙ эйәләшә. Был урман ҡунағын балалар баҡсаһының, мәктәптәрҙең «тере мөйөштәрендә» йыш осратырға мөмкин. Уның йомшаҡ, ҡабарынҡы ҡойроғо 20-30 сантиметрға етә һәм «руль» хеҙмәтен дә үтәй. Артҡы аяҡтары – һикерергә, ә алғылары аҙыҡты тоторға ҡулайлашҡан.

Йәйен тейен ерән тунда була, ҡышын һоро тун кейә. Кедр сәтләүеге, ағас бөрөләре һәм үҫентеләре, ҡыуаҡлыҡтарҙың йомшаҡ ҡайыры, емеш-еләк, бәшмәктәр менән туҡлана. Ул сәскә бөрөләрен ярата, күбәләктәрҙе, ҡуңыҙҙарҙы тотоп ашай. Ояһына мүк, кипкән үлән, япраҡтар , йөн түшәй.

Иң ҡурҡыныс дошманы – урман һуҫары. Шәшке, төлкө, ябалаҡ, өкө лә тейенгә һөжүм итә. Дошмандарынан ҡасып ҡотола, ә ҡайһы саҡта тешләшеп көрәшә.

Тейенде «урмансы» тип йөрөтәләр. Сөнки сәтләүектәрҙе ергә күмә лә онота. Ә яҙын шул урында ағастар үҫеп сыға. Шулай итеп, тейен урман үҫтереүгә булышлыҡ итә.



  1. Тейендең төп аҙығы нимә?

  2. Тейен тағы нимәләр менән туҡлана?

  3. Тейендең дошмандары бармы? Ниндәй йәнлектәр уның дошманы тип иҫәпләнә?

  4. Ни өсөн тейенде «урмансы» тип йөрөтәләр?





Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!