СДЕЛАЙТЕ СВОИ УРОКИ ЕЩЁ ЭФФЕКТИВНЕЕ, А ЖИЗНЬ СВОБОДНЕЕ

Благодаря готовым учебным материалам для работы в классе и дистанционно

Скидки до 50 % на комплекты
только до

Готовые ключевые этапы урока всегда будут у вас под рукой

Организационный момент

Проверка знаний

Объяснение материала

Закрепление изученного

Итоги урока

1. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.

Просмотр содержимого документа
«1. Работа над текстом. Литературное чтение на родном (башкирском) языке. 3 класс.»

Әҙәби уҡыу 3 класс




Бәпембә.

Яҙ етеүгә ер ҡарҙан әрселә башлай. Юл ситтәрендә, яр буйҙарында алтындай һары сәскәле бәпембәләр сыға. Бәпембә – иң таралған һәм бөтә кешегә билдәле булған үҫемлек.

Ул көнбағыш шикелле, ҡояш ҡайһы яҡта булһа, шул яҡҡа борола. Һабағын йә япрағын өҙһәң, өҙөлгән урындан һөт төҫөндәге һут сыға. Төнөн, йә көн болотло булһа, сәскәләре асылмай. Ләкин ҡояш күренеү менән, шатлыҡлы йылмайғандай, япраҡтарын йәйеп ебәрә.

Башҡортостанда бәпембә май айында сәскә ата. Бөтә ер балаҫ ябына. Бәпембәнең орлоҡтарын ел тарата. Ул, Төньяҡ Боҙло океан яр буйҙарынан һәм Урта Азияның сүллектәренән тыш, бөтә тәбиғәт зоналарында ла һәйбәт үҫә.

Беҙ йыш ҡына бәпембәне сүп үләне тип ҡарауға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Шуға күрә улар күп үҫкән ерҙәрҙе яңынан эшкәртеп культуралы үләндәр сәсәбеҙ. Ә бына ҡайһы бер Көнбайыш Европа илдәрендә бәпембәне сәсеп үҫтерәләр. Сөнки ул витаминдарға бай һәм төрлө аш-һыу әҙерләү өсөн ҡулайлы.

(“Үҫемлектәрҙең серле донъяһы” китабынан)



  1. Текста нимә тураһында һөйләнелә?

  2. Башҡортостанда бәпембә ҡасан сәскә ата?

  3. Һабағын йә япрағын өҙһәң, өҙөлгән урындан нимә сыға?

  4. Бәпембәнең орлоғон нимә тарата.

  5. Бәпембә ҡайҙарҙа үҫмәй?

  6. Ниндәй илдәрҙә бәпембәне сәсеп үҫтерәләр?


Скачать

Рекомендуем курсы ПК и ППК для учителей

Вебинар для учителей

Свидетельство об участии БЕСПЛАТНО!